Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡсағыҙ артыҡмы?
“Оҙаҡ йылдар аяғым һыҙлай. Район поликлиникаһында дауаландым, әммә ярты йыл элек дарыуҙар бөтөнләй ярҙам итмәй башланы. Хәҙер түшәктән тормайым тиерлек. Ҡыҙым баш ҡалалағы ортопедҡа күрһәткәйне, “тиҙ арала операция яһарға кәрәк, әммә был түләүле”, тине. Хаҡын әйткәйне, йығылып китә яҙҙым – пенсионерҙа ундай ҙур аҡса ҡайҙан булһын инде? Операцияны бушлай эшләгәндәрен көтһәң, 1,5 – 2 йыл үтәсәк, унан алда бихисап белгестәрҙе үтеп, аҡса түгеп, сиратҡа баҫаһы бар. Түшәктәге кеше быны нисек башҡарһын?” – тигәйне бер танышымдың оло йәштәге әсәһе.
Хәйер, был хәл поликлиника тупһаһын тапаған күптәргә таныш. УЗИ йәки башҡа процедураны бушлай үткегеҙ килә икән, талон көтөгөҙ, ул тәғәйенләнгәнсе, бер нисә аҙна үтеүе ихтимал. Түләһәгеҙ, һөҙөмтә бөгөн үк билдәле буласаҡ...
Медицина өлкәһендәге хәлдең ошондай юҫыҡта үҫешеүен юғары даирәләрҙә лә беләләр. Хатта ил Хөкүмәтенең Премьер-министры Дмитрий Медведев был темаға ҡағылышлы бер сығышында: “Түләүле хеҙмәттәр менән ҡайһы бер урындарҙа артыҡ мауығалар. Бындай ҡарарҙар урынһыҙ”, – тигәйне.
Ҡануниәткә ярашлы, медицина хеҙмәттәре­нең бушлай күрһәтелеүен күҙәтеүҙе прокуратура органдары, һис шикһеҙ, контролдә тоторға тейеш. Бушлай хеҙмәттәрҙе түләүлегә алмаштырыу – хоҡуҡ боҙоу, бының өсөн вазифалы кешеләр яуап бирергә бурыслы. Һәр осраҡ тураһында хоҡуҡ һаҡлау йәки һаулыҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеү фарыз. Граждандарға күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәрҙең исемлеге 2012 йылда Хөкүмәт тарафынан раҫланған (“Медицина ойошмалары тарафынан түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүҙең ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында” Рәсәй Хөкүмәтенең 2012 йылдың 4 октябрендә ҡабул ителгән 1006-сы ҡарары) һәм ошо йылдарҙа уға үҙгәрештәр индерелмәгән тиерлек.
Әммә ысынбарлыҡта бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәшеү бик ҡыйын. Эш шунда: пациентты һаулығына бәйле шундай ҡатмарлы һайлау алдына ҡуялар – ул медицина хеҙмәте өсөн түләү хаҡында ҡарарҙы үҙаллы ҡабул иткән кеүек килеп сыға. Ҡыҫҡаһы, был – туранан-тура алдау түгел, ә манипуляция. Унан тыш, медицина ярҙамы көтөүҙең аныҡ ваҡыты бар икәнлеген дә иҫтән сығарырға ярамай. Әгәр ҙә ул боҙолған икән, дауалау учреждениеһына дәғүә белдереп, юғары органдарға мөрәжәғәт итергә, медицина хеҙмәте өсөн түләтелгән аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин, әммә бының өсөн ныҡышмаллыҡ, түҙемлек, ҡорос нервылар талап ителә.
Ҡайһы саҡта пациент ниндәйҙер анализдың йәки операцияның бушлай эшләнергә тейеш икәнлеген белмәй ҙә. Ниндәй төр дауалау һәм диагностикалау граждандарға бушлай тәҡдим ителеүе хаҡында дәүләт гарантиялары программаһында бәйән ителгән, был документ йыл һайын Рәсәй төбәктәрендә раҫлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рәсми документ бик ҡатмарлы, ҡәҙимге граждандар уны төшөнөргә тырышмай ҙа. Әммә ҡануниәт буйынса медицина ойошмалары пациенттарға түләүле хеҙмәт күрһәтеү менән бер рәттән, ошо уҡ хеҙмәтте бушлай алыу юлы хаҡында ла аңлашылырлыҡ мәғлүмәт еткерергә тейеш. Бындай мәғлүмәт юҡ икән, пациенттың хоҡуғы боҙола тигән һүҙ. Хәл судҡа барып еткән осраҡта, граждандың түләүле медицина хеҙмәте өсөн түккән аҡсаһын ҡайтарыу мөмкинлеге юғары, шуға күрә дауалау учреждениеһына барғанда, магазиндағы кеүек, абай булығыҙ, һеҙҙең иҫәпкә кеҫә ҡалы­найтырға теләгәндәрҙең ҡармағына ҡапмағыҙ.
Белгестәр билдәләүенсә, бер пациент “бушлай” дауалауға өҫтәп, айына кеҫәһенән өс мең һум самаһы аҡсаһын сығара. Ҡайһы бер социологтар ошо сумманы ҡулланыусылар кәрзине иҫәбенә индерергә йәки дәүләт гарантиялары программаһын киңәйтергә тәҡдим итә, сөнки сифатлы медицина ярҙамын алыр­лыҡ аҡсаһы булмаған кешеләр үҙ белдеге менән дауаланасаҡ, был ҡот осҡос эҙемтә­ләргә килтерәсәк.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә