Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәләкәй сысҡан – ҙур бәлә сығанағы
Бәләкәй сысҡан – ҙур бәлә сығанағыЯҙҙың йылы көндәрен халыҡ айырыуса һағынып көтөп ала: оҙон ҡыштан һуң иркенләп донъя-баҡса мәшәҡәттәрен теүәлләргә, тәбиғәт ҡосағында ял итергә мөмкин, әммә ҡояшлы көндәрҙең йәмен ифрат күңелһеҙ сәбәптәр боҙоуы ихтимал. Һүҙебеҙ – кеше һаулығына ҙур ҡурҡыныс менән янаған йоғошло сирҙәр хаҡында.

Бәлә аяҡ аҫтында

...Ғәҙәттә, танышым ялда ғаиләһе менән ауылға ҡайта. Беренсенән, ҡаланың шаулы ығы-зығыһынан ял итһә, икенсенән, олоғайған атай-әсәйгә ярҙам күрһәтеү фарыз. Был юлы ла килеп етеү менән эшкә тотонғандар: ғаилә башлығы баҡсаға сыҡҡан, ҡатыны ҡыҙы менән йортто таҙалай башлаған. Бер юлы мунсаны ла ҡырып-һепереп йыуып сыҡҡан­дар.
Ҡалаға ҡайтып, бер аҙна самаһы үткәс, кинәт ҡыҙҙары ауырып киткән. Юғары тән температураһы төшмәйенсә, ҡалтырата башлағас, “Ашығыс ярҙам” саҡырғандар. Бала дауаханаға эләгеп, бер-ике көн үткәнме-юҡмы, ҡатыны ла шундай уҡ сир билдәләре менән түшәккә йығылған...
Инфекция дауаханаһы табиптары асыҡлауынса, танышымдың яҡындары сысҡан биҙгәген йоҡторған икән... Бәлә аяҡ аҫтында, тиҙәрме әле? Ҡатыны әйтеүенсә, ауылдағы хужалыҡты йыйыш­тырғанда, байтаҡ сысҡан тиҙәген һепереп түккән. Тимәк, урманға яҡын ғына урынлашҡан йортҡа сирле кимереүселәр оялаған булған. “Әлдә ваҡытында дауаханаға эләгеп, насар сирҙән имен-аман арындыҡ”, – тип шатланалар хәҙер. Ә ҡурҡырға урын бар: бөйөр синдромлы сысҡан биҙгәге кеше организмында көслө ағыуланыу бар­лыҡҡа килтерә, ваҡытында дауаламау иһә бөйөрҙәргә һәм башҡа ағзаларға зыян итә, кешенең вафат булыуы ла ихтимал.

Биҙгәк кешенән кешегә йоғамы?

Был һорауҙы йыш бирәләр, әммә яуап бер: сир кешенән кешегә йоҡмай! Инфекцияны сысҡандар, ҡомаҡтар, ярғанаттар тарата. Төп сир таратыусы тип ерән ҡыр сысҡанын атайҙар.
Ғәҙәттә, ауырыу һауа йә туҙан аша йоға – бының өсөн вируслы һауаны һулау ҙа етә. Шулай уҡ өҫтөндә кимереүселәр йөрөгән ризыҡты ашағанда, бысраҡ ҡулдар менән тамаҡ туйҙырғанда ла биҙгәк эләктереү ихтимал. Күпселек осраҡта был сиргә ауылда йәшәгәндәр, ялан-ҡырҙарға сәйәхәткә сыҡҡан туристар дусар.

Сирҙе нисек асыҡларға?

Тәүге стадияла сир үҙен белдермәй тиерлек. Инкубация осоро 7 – 46 тәүлек булыуы ихтимал. Йышыраҡ ауырыу өс аҙна эсендә үҫеш ала.
Тәүҙә тән температураһы ныҡ күтә­релә, ҡалтырата, баш ауырта. Хәлһеҙлек тойола, ауыҙ кибә. Тире ҡыҙарыуы күҙгә ташлана, ҡайһы саҡта геморрагик таптар сығыуы ихтимал. Бәғзеләр күҙҙәренең насар күреүенә зарлана, ҡараштары алдында томан барлыҡҡа килә.
Артабан да температура юғары булып ҡала, ул төшкән хәлдә лә, ауырыуҙың хәле яҡшырмай, киреһенсә, насарая. Төп билдә – бил эргәһендә көслө ауыртыу барлыҡҡа килә. Сирленең эсе ауыртыуы, ҡоҫоуы ихтимал. Бөйөрҙәргә зыян килеүе лә күҙгә ташлана: сирле шешенә, бәүел аҙ бүленә. Организмдағы патологик процестарҙың танау йәки теш ҡаҙналары ҡанауына килтереүе ихтимал. Шулай уҡ сирле ҡан ҡоҫа башлауы мөмкин – был ауырыуҙың ҡурҡыныс этабы етте тигән һүҙ. Тейешле медицина ярҙамы күрһәтелмәһә, кешенең вафат булыуы бар.
Ваҡытында һәм дөрөҫ дауалаған саҡта, полиурия осоро етә: сирле ҡоҫоуынан туҡтай, эсе ауыртмай, билдәге ауыртыуҙар ҙа баҫыла төшә. Туҡланыу һәм йоҡлау теләге ҡайта. Бәүел бүленеү ҙә арта.

Сысҡан биҙгәге дауаланамы?

Сиргә ҡағылышлы шик тыуыу менән дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Терапия мотлаҡ инфекция бүлегендә йәки махсус дауаханала үткәрелергә тейеш.
Биҙгәкте дауалауҙың махсус алымдары юҡ. Дауалау индивидуаль рәүештә билдәләнә, табиптар сирҙең үҫешен, ҡатмарлылығын, шулай уҡ пациенттың йәшен иҫәпкә ала.
Дауалау үткәргәндә организмдағы интоксикацияны бөтөрөү, йәғни ағыуһыҙ­ландырыу мөһим. Бының өсөн һыу-тоҙ балансын күҙәтеү, сирле өҙлөгөп ҡуйма­һын өсөн елһенеүгә, вирусҡа ҡаршы препараттар, температураны төшөргән дарыуҙар ҡулланыу фарыз. Әлбиттә, бөйөрҙәрҙең торошо туҡтауһыҙ күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Бының өсөн организмға ингән-сыҡҡан шыйыҡлыҡтың миҡдарын үлсәйҙәр, дарыуҙар ғына ярҙам итмәй икән, экстракорпораль гемодиализ ҡулланалар.
Сысҡан биҙгәге кисергәндәргә махсус диета тотоу ҙа кәрәк.

Аҙып китеүе ихтимал

Сиргә бәйле патологик хәл бөйөргә иҫ киткес ҙур зыян килтереүе бар. Уремия (бөйөрҙәрҙең тейешле кимәлдә эшләмәүе һөҙөмтәһендә ҡанда азотлы шлактар йыйылыу), бөйөр ярылыуы – ошо иҫәптән. Унан тыш эклампсия (иҫтән яҙғансы тартышыу), үпкәләрҙең шешеүе һәм үлемгә килтергән башҡа хәл-тороштоң хасил булыуы ихтимал.

Иҫкәртеү сараларын онотмағыҙ!

Кешенән кешегә йоҡмай тиһәләр ҙә, әлегә был сирҙән ҡотолоу юлы юҡ, шуға күрә иҫкәрмәләргә ҡолаҡ һалыу, шәхси гигиенаны хәстәрләү биҙгәктән һаҡлап ҡалыр, тип ышанырға ҡала.
Вирус йөрөткән кимереүселәр урман-яланда бик күп, шуға күрә тәбиғәт ҡосағына ял итергә барғанда аҙыҡ-түлек һалынған һауыттарҙы ныҡлап ябырға, полиэтилен ҡаптарға көпләп һалырға кәрәк.
Балаларға әйтеп ҡуйығыҙ: һарай, подвал, ҡыйыҡ аҫтарында йөрөргә ярамай! Беренсенән, йығылып, имгәнеүҙәре бар, икенсенән, унда, ғәҙәттә, сысҡандар төйәкләнә. Кимереүселәр йөрөгән келәттәрҙә аҙыҡ-түлек һаҡлау, уларҙы ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Ҡулдарҙы иһә һәр саҡ һабынлап, ентекләп йыуырға кәрәк.
“Сысҡан биҙгәге” вирусы юғары температуранан һәм ультрафиолет нур­ҙарҙан ҡурҡа, шуға ла аҙыҡ-түлекте яҡшы итеп бешергәндә ундағы вирустар юҡҡа сыға.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы һәләк булған Рәсәй Геройының улы менән һөйләшеүҙәр алып бара
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән...

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан 02.02.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан...

Тотош уҡырға 2

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла 02.02.2026 // Йәмғиәт

Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, документ әҙер....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә 02.02.2026 // Йәмғиәт

Февралдән улар индексациялана, пособиелар күберәк түләнә....

Тотош уҡырға 3

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә