Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?
Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?Юғары уҡыу йорттары сығарылыш класс уҡыусыларына йыл дауамында “ҡармаҡ һала”: иғтибарҙы үҙҙәренә йәлеп итеү өсөн төрлө саралар ҡуллана. “Асыҡ ишектәр көнө”, осрашыуҙар, алдан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыртып ҡарау, уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу... Был власть тарафынан да хуплана: төрлө кимәлдәге мәғариф учреждение-лары ныҡлы хеҙмәттәшлек итергә, уртаҡ маҡсатта эшләргә тейеш. Ошо йәһәттән дәүләт ҡарамағындағы һәм дәүләткә ҡарамаған уҡыу йорттары араһында айырма бармы? Уҡыусыға уларҙың ҡайһыһын һайлау отошло? Күптәр уйлауынса, дәүләткә ҡарамаған уҡыу йортона барһа, һемәйеп ҡалмаҫмы? Был аҡса туҙҙырыу ғына булмаҫмы?
– Дәүләт ҡарамағындағы юғары уҡыу йортона инә алмағас, ҡыҙым шәхси хеҙмәт күрһәткәненә барырға мәжбүр булғайны, – тип һөйләгәйне бер танышыбыҙ. – Ныҡ шикләндек. “Яңылышманыҡмы? Нисек уҡып сығыр, сифатлы белем бирерҙәр­ме?” тип көн дә тиерлек борсолдоҡ. Ләкин, ҡыуанысҡа күрә, ҡыҙым өмөттәрҙе аҡланы, әлеге юғары уҡыу йортон шул ҡәҙәр яратты. Диплом алып сығып, һәйбәт урында эшләп йөрөй. Ошо хәл мине яңыса уйларға мәжбүр итте. Дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарына ни өсөн тейешле кимәлдә иғтибар ителмәй икән? Уларҙың маҡсаты бит аҡса табыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Әгәр хеҙмәт сифатын сағыштырһаң, бәғзеләре дәүләт учреждениеларына ҡарағанда ла уңышлыраҡ эшләй...
Күрһәткестәргә күҙ һалғанда, дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттары донъя мәғарифының алдынғы сафын билдәләй. Беҙҙең илдә иһә әлегә ундайҙарҙың мөмкинлектәре баһалап еткерелмәгәндәй. Миҫал өсөн, Рәсәй – шәхси юғары уҡыу йорттарына финанс ярҙамы күрһәтмәгән, һалым буйынса ташлама яһамаған берҙән-бер ил. Тимәк, был учреждениелар дөйөм мәнфәғәт өсөн эшләмәй кеүек килеп сыға түгелме? Әлбиттә, муниципаль һәм дәүләт белем биреү ойошмаларынан да һалым алына, әммә сығым ойоштороу­сы, йәғни дәүләттең үҙе тарафынан бүленгән субсидия иҫәбенән ҡаплана. Өҫтәүенә, һалым ҡануниәтенә ярашлы, шәхси юғары уҡыу йорттары интеллектуаль эшмәкәрлегенән 10 проценттан ашыу табыш алыу мөмкинлегенә эйә түгел. Мәҫәлән, Рәсәйҙәге дәүләткә ҡарамаған ҡайһы бер мәғариф учреждениелары, төрлө заманса ҡорамалдар, наноприборҙар етештереп, улар менән донъяның тиҫтәләгән илен даими тәьмин итә. Ә белем усағы алған ошо табыштың ун процентҡа тиклеменә генә дәғүә итә ала.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлегенә мониторинг үткәрелә. Һынауҙан дәүләткә ҡарамағандары ла ситтә ҡалмай. Уларҙың етәкселәре белдереүенсә, баһалау крите­рийҙары исемлегенә “ғилми эшмәкәрлек­тән табыш алыу” тигән пунктты ла индерергә кәрәк. Шулай иткәндә, хеҙмәт һөҙөмтәһе күренәсәк, дәүләт ойошмаларынан айырма бармы-юҡмы икәнлеге асыҡланасаҡ.
Ғөмүмән, тәү сиратта шәхси учреж­дениеларҙың ни теләгәнен аңларға кәрәк. Улар фәҡәт аҡса эшләргә теләйме, әллә конкурентлыҡҡа һәләтле белем биреү ойошторорға ынтыламы? Маҡсаттың икенсеһе дөрөҫләнә икән, һис шикһеҙ, шәхси юғары уҡыу йортон үҫтереүгә булышлыҡ итеү мөһим. Был йәһәттән ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә: “Дәүләткә ҡарамаған секторҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыуҙы туҡтатырға кәрәк. Бүленеүҙе бөтөрөү мөһим”, – тип белдергәйне. Рәсәй етәксеһе шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт тарафынан артабан да ярҙам күрһәтеләсәген, уларҙа Ватан алдындағы бурысын тойған кешеләр тупланғанын билдәләне. “Был граждандарҙың ни ҡәҙәр әүҙем, эшлекле икәнлеген күрәбеҙ, – тине Владимир Путин. – Киҫкен мәсьәләләрҙе күтәреп кенә ҡалмайҙар, ә уларҙы хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашалар. Тимәк, улар – илдең гражданлыҡ ҡеүәте”.
Илебеҙгә ғилми асыштар, яңы технологиялар, заманса фекерләгән белгестәр кәрәк. Улар – иҡтисади үҫештең төп нигеҙе. Тимәк, конкурентлыҡҡа һәләтле икән, дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттары һәр яҡлап ҡеүәтләнергә тейеш.
Бөгөн бөтөн донъяла мәғариф экспорт тармаҡ булараҡ үҫеш ала. Был йәһәттән иң алда Австралия бара. Асыҡланыуынса, унда дәүләткә ҡараған юғары уҡыу йорттарын ғына финанслаған ваҡытта эш ырамаған. Һөҙөмтәлә бюджет ярҙамын алыуҙы конкурс нигеҙенә күсергәндәр. Аҡсаға дәғүә итеү мөмкинлеге дәүләткә ҡарамаған белем учреждениеларына ла бирелгән. Шулай итеп, хәлде тамырынан үҙгәртеүгә өлгәшкәндәр. Хәҙер Австралия, белем биреү хеҙмәттәрен үҫтереү буйынса алдынғылар рәтен биләп, был тармаҡтан иҡтисади табыш ала.
Ҡытайҙы ла миҫал итеп килтерәйек. Мәғлүм булыуынса, ул шәхси юғары уҡыу йорттарын булдырыу эшенә Рәсәйҙән һуңыраҡ тотонғайны. Делегациялары беҙҙең мәғариф учреждениеларының тәжрибәһен дә өйрәнеп йөрөнө. Хәҙер иһә нисек? Аныҡ маҡсат ҡуйып, дәүләткә ҡарамаған белем биреү секторында тулы тәртип булдырып, алдынғылар рәтендә баралар. Үҫеш нигеҙе – мәғариф тармағын конкурентлыҡҡа һәләтле итеп ҡороуҙа.


Автор: Даян МӘЖИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә