Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Халыҡ мөмкин булмағанды талап итмәй”
Телдең иң үткер, иң көслө, тутыҡмаҫ, һынмаҫ ижад ҡоралы, аралашыу сараһы икәнен яҡшы беләбеҙ. Тик беҙ ошо хазинанан һәр саҡта ла дөрөҫ файҙаланабыҙмы? Үкенескә ҡаршы, редакцияға килгән, үҙ телеңдә яҙылған ҡайһы бер хаттарҙы уҡығандан һуң башҡа уйға киләһең.
Беҙ үҙебеҙҙең даими авторҙарыбыҙға, уҡыусыларыбыҙға хөрмәт йөҙөнән, яҙмалары ниндәйҙер сәбәптән гәзиттә баҫыу өсөн яраҡһыҙ тип табылғанда ла, хәбәр итәбеҙ, хат яҙабыҙ, шылтыратабыҙ, бәйләнеште артабан да өҙмәҫкә тырышабыҙ, ә күпселеген мөхәррирләп, тулыландырып, шымартып матбуғатта баҫыуға әҙерләйбеҙ. Эшебеҙ шул.
Ҡайһы бер хаттар — торғаны беҙҙең өсөн серле йомаҡ! Ниндәйҙер кимәлдә урынлы мәсьәлә лә күтәрелгән кеүек, авторҙың борсолоуы, кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙғыһы килеүе лә һиҙелә, әммә хат яҙыусының редакция хеҙмәткәрҙәренә ҡарата әллә хөрмәте, әллә ышанысы етеп бөтмәй, аңламаҫһың. Конверт тышына ла, хатҡа ла исем-фамилияһын ҡуйыуҙы кәрәк тип тапмай ҡайһы берәүҙәр. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылынан килгән хат ныҡ тетрәндерҙе. “Беҙҙең ауылда бөтә халыҡ алдында илле йәшлек ир, инде нисә йыл ата-әсәһен туҡмап, аҡсаларын талап йәшәй. Әсәһенең ҡулын да һындырҙы, башын да ярҙы, атаһына ла эләкте. Әсәһе дауаханала ятҡанда, бөтә эскеселәрҙе йыйып, байрам итте. Ауыл хакимиәте лә, депутаттар ҙа, участка милиционерҙары ла ошо ҡот осҡос хәлде күрмәмешкә тырыша. Беҙҙең ауылда башҡа бер ғаиләлә лә бындай ғибрәт юҡ. Бәлки, ошо хәлде һеҙ туҡтатырға ярҙам итерһегеҙ?”
Һүҙ ҙә юҡ, йөрәк өшөткөс, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл. Ирекһеҙҙән ни өсөн, сәйетҡолдар, һеҙ үҙегеҙ өнһөҙ ҙә, телһеҙ ҙә, битараф та һуң был ғаиләнең яҙмышына, тигән һорау тыуа. Редакцияның райондарға сығып, эскелекте бөтөрөүҙә, һуғыш суҡмарҙарын аҡылға ултыртыуҙа тылсымлы көсөнә ышаныуығыҙға рәхмәтлебеҙ, әлбиттә. Эйе, беҙ сәләмәт тормошто йәйелдереү буйынса акциялар ойошторабыҙ, фәһемле мәҡәләләр яҙабыҙ, мәғлүмәт бирәбеҙ, әммә республикалағы 54 район, тиҫтәнән ашыу ҡалалағы һәр эскесене аҡылға ултыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя алмайбыҙ, сөнки быныһы ҡулдан килмәй. Эскелеккә, наркоманияға ҡаршы көрәштә беҙҙең төп ҡоралыбыҙ — бары үткер ҡәләм, дөрөҫ мәғлүмәт. Ауылдаштарығыҙҙы бәләнән ҡотҡарыуҙа һеҙҙән дә ҙур көс юҡ бит, сәйетҡолдар. Йәмәғәтселек, аҡһаҡалдар ҡоро, ауыл Советы, район етәкселеге, ахыр килеп, полиция...
Республикабыҙҙа ҙур йәнлелек тыуҙырған “Айыҡ ауыл” акцияһына ярашлы ниндәй саралар ойошторҙоғоҙ, йәштәр араһында ниндәй аңлатыу эштәре алып барҙығыҙ, имен булмаған ҡайһы ғаиләлә булдығыҙ, тигән һорауҙы ауыл хакимиәте етәкселәренә лә биргебеҙ килә. Һеҙгә бит ошо ерҙе йәмләп, тирә-яғығыҙҙы сүп үләндәре кеүек баҫҡан алама ғәҙәттәрҙән таҙартып, рәхәтләнеп йәшәргә, рухи яҡтан да, физик яҡтан да һау-сәләмәт быуын үҫтерергә...
...Имзаһы ла, шылтыратып белешергә телефон номеры ла күрһәтелмәгән йәнә бер хат. Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан. “Мин һеҙҙең район гәзитендәге “Газификация частных домов имеет немало нюансов” тигән мәҡәләгә аңлатма биреүегеҙҙе теләйем. Бер хәбәрсегеҙ Темәскә барып, берәй кешегә газ үткәрешергә тырышып ҡараһын, күпме нервыһы, ваҡыты, аҡсаһы китер икән? Был проблема бер Темәстә генә түгел, бөтә Баймаҡ районында. Газ үткәреүселәр, трассаны ауыл осона ғына еткереп, ике-өс өйгә генә газ үткәрә лә... вәссәләм. Аҡморонда ла шул уҡ хәл. Газ үткәреүселәр “шәп эшләйбеҙ” тип, Президентты ла ышандыра, ғәмәлдә хәл киреһенсә. Район хужаларына халыҡтың нисек этләнеп йәшәүе, урыҫтар әйтмешләй, “до лампочки”. Ирҙәрҙең күбеһе ситтә эшләй, бөтөн донъя йөгө — ҡатын-ҡыҙ елкәһендә. Тикшерегеҙ, сара күрегеҙ. Проблеманы күтәрегеҙ”, — тип хәбәрселәргә ҙур бурыс йөкмәткән ағай.
Хат авторының әсенеүен, ауылдаштарының тормошон еңеләйтеү өсөн тырышлыҡ һалырға теләүен, редакция ярҙамында халыҡ үтенесенең власть әһелдәренә тиҙерәк барып етеүенә өмөт тотоуын яҡшы аңлайбыҙ, әлбиттә. Тик хәбәрсенең, хатта әйтелгәнсә, “газ үткәрешергә”, “нервы бөтөрөп әллә күпме йөрөргә” ваҡыты ла, форсаты ла юҡ. Һәр кем үҙенә тейеш эште еренә еткереп, бурысын намыҫ менән башҡарырға тейеш бит. Әммә беҙгә халыҡтың газһыҙ яфаланыуы, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында эштең һуҙылыуы һис тә “до лампочки” була алмай. Билдәһеҙлектән арыған кеше генә сараһыҙҙан һуңғы “һалам”ға — ҡәләмгә тотона бит.
Башҡортостан Президентының “Халыҡ мөмкин булмағанды талап итмәй” тигән ҡанатлы һүҙҙәрен был осраҡта иҫкә төшөрмәү мөмкин түгел. Беҙ ҙә аҡморондарҙың яҡшыраҡ, еңелерәк йәшәргә, власты асығыраҡ, халыҡҡа яҡыныраҡ итеп күрергә хаҡтары барҙыр, тип уйлайбыҙ. Беҙҙеңсә, шәхси йорттарға газ индереү мәсьәләһен етәкселек менән күҙгә-күҙ ҡарашып йыйындарҙа хәл иткәндә күпкә отошлораҡ, һөҙөмтәлерәк булыр ине. Беҙ шуға ышанабыҙ ҙа. Башҡортостан Президентының “Кешеләр өсөн эшләргә” тигән өс бөртөк һүҙе властан тап ошондай эшмәкәрлекте талап итә бит.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Венер
    Венер от 06.04.2012, 02:19
    Статья написана в духе 70 - 80 годов прошлого века.Ничего нового.Чувствуется грубость.

Комментарий өҫтәргә