Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Закон бар ҙа ул...
Машинағыҙ бармы, ағай-эне? Булһа, рәхәтен күрегеҙ, тип әйтер инем дә, михнәте күберәк икәнлеген белгәнгә күрә, һүҙ ҡуйыртмауым яҡшыраҡтыр. Ышанмаһағыҙ ышанмаҫһығыҙ, үҙ ваҡытында ҡуҙғалып киткән автобусҡа өлгөрәм, тип йән фарман йүгергән саҡтарҙы һағынып та ҡуям.
Аҡсаһы быуаҙ ҡомаҡ ҙурлыҡ балдан майға йөҙөп йәшәүсе әфәнделәр генә һиҙмәйҙер, тим — кеҫәләге һумдарҙы йылдан-йыл күберәк һура был эшкинмәгән “тимер ат”! Ул бензинына хаҡты өҫтәп кенә торалар, бөгөнгө ҡайһы бер сәйәсәтселәр эт итеп һүккән “торғонлоҡ” осоронда егерме тинлек яғыулыҡ хәҙер утыҙ һумға етеп бара бит, йәмәғәт. Үҙҡиммәте күпмелер, әммә ер ҡуйынынан атылып сыҡҡан “май” хәҙер бер литр һөт хаҡына бәрәбәр. Нефть хужаларының законы үҙ ҡулында: бөгөн бензинға бер хаҡ булһа, иртәгәһенә йоҡонан уяныуға тиндәрҙе һумға түңәрәкләп тә ҡуялар.
Автомобилгә һәр йыл түләтеүсе һалым да үҫә генә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡарамағындағы техник тикшереү өсөн дә байтаҡ аҡса “һауыла”, һуңғы йылдарҙа шуға өҫтәп, диагностика тигән нәмә пәйҙә булғас, күп кенә “тимер ат” эйәләренең сәсе ағарғандыр. Талап иткәс, сығарып һалырға күнеккәнбеҙ, әйҙә, һуғыш ҡына була күрмәһен...
Былай ҙа йоҡа аҡса янсығы бушаһа, йән әрней, әлбиттә, үҙең кеүектәрҙең тирә-йүнеңдә бихисап икәнлеген күреп кенә тынысланабыҙ. Техник тикшереү мәлендә аҡсаһынан бигерәк, төрлө дөкәмиттәр, түләү квитанциялары, береһенән-береһе яуаплыраҡ етәкселәрҙең ҡултамғалары артынан эт һымаҡ сабырға тура килә, ҡәһәрең, көноҙоно көтөп һыу буйы сиратта тороу хәлде ала. Үтәлмәһәң, икенсе көн һары таңдан мәхшәр ҡабатлана. Былтырғы диагностикала “ҡул тормозы йомшаҡ” тип кире борғас, автосервисҡа йүнәлдем, уныһында ғаиләбеҙ ҡаҙнаһы бер нисә меңгә бушаны. Ошо хаҡта аһ-зарымды күршегә һөйләгәйнем, мыйыҡ аҫтынан йылмайып ҡына ҡуйҙы.
— Исемеңде Өлгөрбайҙан Йылғырбайға үҙгәрт, кәрәкле кешеһенә дүрт-биш меңеңде “йөрөтһәң”, машинаң бер бәхәсһеҙ ун биш минутта техник тикшереү үтер, — тине лә, минең аптыраулы ҡарашты күреп, ҡул һелтәп китеп тә барҙы.
Яңы йылдан һуң техник тикшереү өсөн ЮХХДИ етәкселеге яуаплы булмаясағын ишеткәс, бер мин генә түгел, күптәр һөйөнгәндер. “Тимер ат”ыма страховка башҡарасаҡ “Росгосстрах” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең страховка ҡағыҙы менән бер рәттән һис ниндәй мәшәҡәтһеҙ техник тикшереү талоны вәғәҙә итеүен ишеткәс, ҡыуанысым бермә-бер артты, йәмәғәт. Салонда техник эксперттың имзаһы ла, мисәте лә юҡ. Талон менән бергә ниндәйҙер килешеү ҙә биргәндәр... Страховка түләүенән тыш, 500 һумға техник тикшереү талонын ҡулыма алғас, үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай торҙом тәүҙә. Ләкин... Ентекләберәк ҡараһам, талонда техник эксперттың имзаһы ла, мисәте лә юҡ. Талон менән бергә ниндәйҙер килешеү ҙә биргәндәр. Унда ҡаланың юл урамы 23-сө йортта техник тикшереү уҙыу (?) кәрәклеге хаҡында күрһәтелгән. Бына һиңә, күстәнәс! Шуныһы ғәжәп: күрһәтелгән адреста диагностика, техник тикшереү уҙғарыусы бер ниндәй ҙә предприятие булмай сыҡты! Талондағы “техосмотр” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник тикшереү уҙғарыу өсөн матди базаһы ла юҡ, етәксеһен дә эҙләп табырлыҡ түгел. Нефтекаманың “Ингосстрах”, “Мәскәү” страховкалау компанияларында ла автомобилдәргә техник тикшереү юлдары ҡаралмаған... Тимәк, яңы ҡағиҙә бар, ә уны бойомға ашырыусы, ә техник тикшереүсе ойошмалар юҡ тигән һүҙ. Ә бит яңы күрһәтмәләрҙә автомобиль хужаһы техник тикшереү ойошмаһын үҙе һайлап алыу хоҡуғына эйә булыуы хаҡында яҙылған, ә Нефтекамала диагностика, техник тикшереү хоҡуғына электән үк эйә булып “Баштехконтроль” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡала килә. Быныһы — бер. Икенсенән, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре автомобилдәрҙең техник тикшереү үтеү-үтмәүен тикшерергә бурысы булмағас, юлдар башҡаларға хәүеф янаусы ватыҡ машиналар менән тулмаҫмы? Уйланығыҙ, йәмәғәт.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә