Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күҙҙәр осҡон, һүҙҙәр ялҡын ине...
Күҙҙәр осҡон, һүҙҙәр ялҡын ине...Ауылыбыҙ эргәһендә генә башланып киткән Байраҡай урманы ситендә тигеҙ сафтарға теҙелеп бөтөүгә, ямғыр һибәләп үтте. Тик яуым-төшөмдән өркөп торорға йыйынмайбыҙ бөгөн, сөнки бөтә класыбыҙҙы пионерға ҡабул итәләр! Етмәһә, 19 майҙа – Пионерия көнөндә. Нисек түҙемһеҙләнеп көттөк был ваҡиғаны: уҡыуҙа “икеле” һәм “өслө”ләрҙе бөтөрөргә тырыштыҡ, мәктәп коридорында элекке кеүек йән-фарман йүгерешмәнек, буласаҡ вожатыйыбыҙ көн дә килеп йәш ленинсының ниндәй булырға тейешлеген аңлата ине...
Бөгөн В.И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы булды­рылыуға 95 йыл тулды. Уны Надежда Крупская Европалағы скаут хәрәкәте миҫалында ойошторорға ҡарар иткән. Тимәк, пионер ойошмаһының совет ҡоролошо мираҫы булыуы тураһын­дағы уйҙырмалар ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Тәүге мәлдәрҙә пионер отрядтары хатта эш алымдарын да скауттар кеүек ойоштора, ләкин артабан, большевиктар партияһы өсөн алмаш әҙерләү зарурлығын иҫтә тотоп, уны яңы власть талап иткән идеологик нигеҙгә күсереү башлана. 1924 йылға саҡлы исеме лә Спартак тип йөрөтөлгән, йәғни европасараҡ булған, тик ошо йылдан алып ҡына Ленин исеме бирелә. “Әҙер бул!” тигән саҡырыу һәм уға: “Һәр саҡ әҙер!” тигән яуап скауттарҙа булғанса ҡала. Тик уларҙың йәшел галстугы ҡыҙылға, йәшел блузкалары аҡҡа әйләндерелә. Әйткәндәй, 1917 йылда Рәсәйҙә 50 мең баланы берләштергән скаут отрядтары күп була һәм, шул осорҙан алып иҫәпләһәләр, бөгөн пионер ойошмаһы үҙенең 100 йыллығын да билдәләй алыр ине. Балалар менән сәйәси тәрбиә эшен уйын рәүешендә башҡарыу, вожатыйҙар тәғәйенләү, усаҡ янындағы йыйындар, галстук һәм башҡа символика... – барыһы ла, йәнә килеп, скауттарҙы ҡабатлау.
Ләкин, Көнбайыш илдәренән айырмалы, СССР-ҙағы пионер ойошмаһының идеологик маҡсатта ойошторолоуы бәхәсһеҙ. Был йәш ленинсылар сафына ҡабул иткәндә әйтелергә тейеш булған һүҙҙәрҙә лә асыҡ күренә: “Мин (фамилия, исем), Владимир Ильич Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы сафына баҫып, иптәштәрем алдында тантаналы ант итәм: Тыуған илемде ҡайнар яратырға һәм ҡурсаларға, бөйөк Лениндың мираҫында әйтелгәнсә, Коммунистар партияһы өйрәткәнсә йәшәргә, Советтар Союзы пионерҙары закондарын һәр саҡ үтәргә!” Пионер ойошмаһына комсомол контроллек иткән, ә уныһы үҙ сиратында партия күҙәтеүе аҫтында эшләгән. Идеологик линия “октябренок – комсомол – коммунист” сылбырының уңышлы эшләүен тәьмин иткән.
Әммә тоталитар дәүләт шарттарында пионер ойошмаһы үҙенең демократик асылын һәм үҙаллылығын юғалта, ул тулыһынса мәктәп ҡарамағына күсә. Бер класс – бер отряд, звенолар һаны – парталар теҙмәһенә ҡарап. Пионер отряды командиры менән дружина советы рәйесен һайлағанда класс етәксеһе һәм мәктәп директорының ризалығы ла кәрәк ине. Пионер йыйындары өҫтәмә дәрес кеүек ҡабул ителә башлай һәм барыһы ла мәктәп режимына буйһона. Хәтеремдә, минән ике синыф түбәндәрәк булған класта бөтә уҡыусыларҙы пионерға ҡабул иттеләр, бер генә ҡыҙыҡай тороп ҡалды. “Икеле”ләре күп икән. Бөтәһе лә ап-аҡ блузка һәм янып торған ебәк галстуктарҙа йөрөй, ә был бахыр бала, башҡа кластарға күренергә оялып, тәнәфестә коридорға ла сыҡмай, йыйыштырыусы бүлмәһенә инеп ултыра торғайны. Бер яҡтан, был – ошо ҡыҙсыҡтың артабанғы яҙмышына ғүмерлек яра һалыу, икенсе яҡтан, тейешле талаптарға яуап бирә алғанын да, алмағанын да пионерға “һепереп” ҡабул итеү был ойошманың асылын һәм маҡсатын юғалта. Тимәк, идеологик нигеҙҙән тайпылмау хаҡына айырым яҙмыштарға иғтибар итеп тормағандар. Кулактарҙы йәки советтарға ҡаршы башҡа элементтарҙы юҡ итә барған кеүек.
Шулай ҙа үҫеп килгән быуында илһөйәрлек, бер-береңә иптәштәрсә мөнәсәбәт, хеҙмәтте яратыу тәрбиәләүҙә пионер ойошмаһының роле ҙур булды. Герой пионерҙар ул замандағы бала-саға өсөн өлгө ине, уҡыуҙа өлгәшә алмағандарға мотлаҡ берәр пионер беркетелә, һәм улар был уҡыусының өйөнә барып дәрес әҙерләшә, көҙөн колхоз баҫыуына эшкә сыҡмаған балалар (йәш ленинсылар!) юҡ ине, ә киләсәккә һөнәр һайлағанда, нигеҙҙә, уның романтик яғына иғтибар итә торғайнылар...
Күҙҙәр осҡон, һүҙҙәр ялҡын ине...Олораҡ быуын кешеләренән: “Пионер саҡтағы ниндәй ваҡиға иң ныҡ иҫегеҙҙә ҡалған?” – тип һораһаң, моғайын: “Тимер-томор һыныҡтары йыйыу”, – тиерҙәр. Тимурсылар хәрәкәте, “Зарница” хәрби-патриотик уйыны, “Алтын шайба” һәм “Күн туп” ярыштары ла илде иҡтисади яҡтан да, хәрби йәһәттән дә иң ҡеүәтле держава итәсәк быуын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Нисек тормошҡа ашты был маҡсаттар – уныһы икенсе (һәм йыш ҡына бәхәсле) мәсьәлә. Әммә герой пионерҙар һәм комсомолецтарҙың ҡаһарманлығында ла, йыһанға беренсе булып осоуҙа ла, сиҙәмде үҙләштереүҙә лә тап әлеге идеологик линия ята. Хатта “һалҡын һуғыш” идеологы Аллен Даллестың директиваһы ла СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүендә беҙҙең илдәге патриотик тәрбиәнең ролен танырға мәжбүр икән, тимәк, Рәсәйҙең киләсәк яҙмышы өсөн был сәйәсәт хәл иткес булған.
Пионер ойошмалары әле лә бар. 1990 йылдан алып эшләп килгән “Башҡортостан пионерҙары” ойошмаһы, мәҫәлән, бер нисә йөҙ мең пионерҙы берләштерә. Апрель-май айҙарында ғына ла Ейәнсура районының Таҙлар мәктәбендә бишенсе-алтынсы синыфтарҙағы 21 уҡыусыны, ә Өфөнөң Калинин районындағы гимназияға 211 баланы ошо ойошмаға ҡабул иттеләр. Бөгөнгө юбилей ҙа ошо осорҙа күп кенә мәктәптәрҙә билдәләп үтелде, уҡыусылар менән осрашыуға ҡасандыр пионер эшмәкәрлегендә әүҙем булған ветерандар саҡырылды. Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәйҙә үткәрелгән “Изгелек марафоны” ла ошо датаға арналғайны. Тимәк, пионер ойошмаларына ҡараш та үҙгәрә бара. Әлбиттә, улар идеологик йүнәлештәргә дусар ителеүҙән азат, заман талаптарын уңышлы үтәрлек шәхестәр тәрбиәләргә ынтыла. Ләкин уҙған замандың ҡыҙыл галстуклы ойошмаһының күп йыллыҡ тәжрибәһендә лә бөгөн файҙа килтерерлек йолалар аҙ түгелдер әле.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә