Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуғыш балалары – тарих яралары
Һуғыш балалары – тарих яралары — Ниңә һуғыш ваҡытында торф сығарыуҙа эшләгәндәрҙе бер ҙә кинола күрһәтмәйҙәр икән? Шул хаҡта Путиндың үҙенә хат яҙырҙай булам хатта, — тип башланы һүҙен Илеш районының Үрге Маншыр ауылында йәшәгән 91 йәшлек Ғәзимә Сөләймәнова инәй, тылдағы хеҙмәте тураһында һөйләүен үтенеүемә яуап итеп.
— Ауылдан егерме кеше киттек. Мәжбүр итеп ебәрҙеләр. Бармаһаң, силсәүиткә ябып ҡуялар. Ун ете көн барҙыҡ поезда. Товарный вагонда ятабыҙ. Кеше күп. Йәркәйҙән Солтан Ғәҙелов тигән ағай вербовщик ине. Сухой паек тип 2,5 перәник менән яртышар һабын таратып сыҡты. Кешеләр аслыҡтан шешенде. Мин бойҙай ярмаһы алғайным. Туҡтап торған арала шунан аш бешереп ашаныҡ...


Свердловск өлкәһенең Аятка тигән еренә килтергәс, тәүге көндә 80 кешене бер баракка урынлаштыралар. Аҙаҡ 20-шәр, 30-арлап бүлеп тараталар. Иртәгәһенә урман киҫергә, торф сығарырға алып китәләр. Ағас төпһәләре күп булһа, ул ерҙә торф та әҙ, ҡайһы бер урындарҙа бөтөнләй сыҡмай. Махсус машиналар торфты кирбес итеп һуғып сыға, трактор киҫеп тора. Әҙерәк кипкәс, ҡатындар шу­ларҙы әйләндерә, аҙаҡ шаҡ­маҡлап өйәләр. Кипкән кирбес­тәрҙе кран менән тейәп заводҡа оҙаталар.
Вагондар, эшалундар
Үтә Ленинградҡа.
Ана шулар алып бара
Пролетариатҡа, —
тип таҡмаҡ та сығаралар.
Көнөнә 800 грамм икмәк бирәләр. Ашханала бер тапҡыр ҡайнар аш ашаталар. Урманда эшләп ҡайтҡандан һуң төндә вагондарҙы тейәргә лә уяталар. Кейемдәрен, быйма-бейәләй­ҙәрен бер кәрзингә генә һалып йоҡларға яталар. “Подъем!” тигән тауышты ишетеү менән кейенә һалып сығып йүгерәләр. Ҡайһы төндә 70-әр вагон килә, шуларҙы тейәп оҙатмай тороп, ҡайтыу юҡ. Инде әҙ генә ятып хәл алайым тигәнсе иртән эшкә китергә лә ваҡыт етә.
Торфта эш еңел түгел. Төрлө йәрәхәттәрҙән күптәр үлә.
— Саҡмағоштан килгән ике ҡыҙҙы йәшен һуҡты, — тип хә­терләй Ғәзимә инәй. — Төш ысталауай килтергәйнеләр. Ямғыр яуып тора ине. Тәрил­кәләренә аш һалдырып алып, бейек ташҡа ышыҡланып ашарға тип киткән ерҙәрендә генә йәшен атып үлтерҙе. Дөмәйҙән килгән бер ҡатын торф складында эшләй ине. Уның беләге өҙөлдө. Шәрифулла тигән бер егеттең аҡылы ла бик теүәл түгел ине буғай, кеше һаны булһын тип ебәргәндәрҙер инде торфҡа, шуны машиналар ҡарауылларға ҡуйғандар. Төндә машиналарҙан запас частар урларға килгән кешеләр үлтереп киткән үҙен.
Иртәнге сәғәт 4-тә эшкә сығып китеп, төнгө 11-ҙә генә ҡайтып яталар. Май айында алып китәләр торфҡа, сентябрь, октябрҙә ҡайтып, ҡышты ауылдарында үткәрәләр. Ҡайһы бер йылда вагон тейәргә ғинуарҙа ла алып китәләр. Ауыр эштән интеккән ҡатын-ҡыҙ күңел әрнеүҙәрен йырҙарға һала:
Бейек тауҙың баштарына
Герман таяҡ ташлаған.
Беҙ, бәхетһеҙ бала, тыуғас,
Герман һуғыш башлаған.

Әнкәйем мине үҫтергән
Нужна күрһәтер өсөн.
Аятка һаҙлыҡтарынан
Бәхет эҙләтер өсөн.

Йүгерә-йүгерә еләк йыя
Аятка ҡортҡалары.
Ике ҡашыҡ һурпалары,
Бер ҡашыҡ бутҡалары.

Аятканың барактары
Ергә батҡан яртыһы.
Тирә-яғы ҡара урман,
Төшмәй ҡояш яҡтыһы.

Уралдарҙа урамдарҙа,
Барактарҙа ятабыҙ.
Телеграм бағанаһы
Сәскә атҡас, ҡайтабыҙ.
Ҡайтҡанда йә Өфөгә поезд менән килеп, унан Дүртөйлөгә пароходта, йә Свердловскиҙан Яңауылда төшөп, ҡалғанын йә­йәү тәпәйләйҙәр. 100 саҡрым араны үткәндә юлдағы ауыл­дар­ҙа кешеләргә кереп йоҡлайҙар.
Ауылда ла уларҙы яҡшы тормош көтмәй. Күптәр аслыҡтан ағыулы башаҡ ашап үлә. Кем­дәрҙең һыйыры бар, шулар ҡо­толоп ҡала. Ҡыш сыҡҡан ба­шаҡ­ты һөтләп ашаған кешеләр бирешмәй.
Һуғыш башланғанда Ғәзимә­ләр ғаиләлә алты кеше була. Атаһы Шәйхулла, әсәһе Хәмдиә, Хөснулла ағаһы, үҙе, Мәхтүмә, Рәшит туғандары. Ғәлиә апаһы менән Хөснулғата ағаһы береһе икенсе класта, бәләкәсе дүрт йәшендә үлеп ҡала. Хөснулла ағаһын Читала хеҙмәт иткән еренән һуғышҡа оҙаталар. Фронтҡа китеп барышлай Яңауыл аша үтеп китәләр, ләкин осрашырға мөмкинлектәре булмай. Ағайҙары поезд көткән арала ғына хат яҙып һала:
Беҙ урамдан үткән саҡта
Күтәрелде томандар.
Әллә ҡайтам, әллә үләм,
Һау булығыҙ, туғандар.

Аяғымдағы итегем
Кейә-кейә тишелде.
Тыуып үҫкән илдәремдә
Ризығым киҫелде.
Ошо сәләменән һуң уның башҡа бер хаты ла килмәй.
Атайҙары ауылда арба, сана, тырма, дуға кеүек нәмәләр эшләй. Әсәләре ураҡта, утауҙа, бесәндә йөрөй. Ун биш йәшлек үҫмер Ғәзимә лә бер эштән дә ҡалмай. Биш саҡрымда ятҡан Баттал баҫыуына тары утарға баралар. Үҙҙәре менән ҡапсыҡ йөрөтөп, юлда балтырған йыялар, шуны бешереп ашайҙар. Кесерткән, ҡуҙғалаҡ, алабута, күкебаш кеүек үләндәрҙең береһе лә ҡалмай яланда.
Кешеләр генә түгел, хайуандар ҙа ҡырыла. Башаҡ йыйып ҡайтып килгән Ғәзимә зыярат янында бер ат ятҡанын күреп ҡала. Үлгән икән тип уйлаһа, ҡырына барғас, малҡай ҡолаҡтарын торғоҙа. Тегеңә биш-алты башаҡ ҡаптыра, ләкин был ғына уны ҡотҡарырлыҡ булмай шул. “Их, икмәк булһа әҙерәк”, — тип уйлай ҡыҙ. Ҡайҙа инде икмәк, малға түгел, үҙҙәренә юҡ.
Калинин исемендәге кол­хоздың фермаһында ла ашарға бөткән. Егеп йөрөгән кешеһенең дә малына бирерлек аҙығы булмағандыр инде, шуға сығарып ебәргәндер. Ә ул, бахыр, яланға барырлыҡ та хәле етмәй йығылған. Ҡайҙа бит әле, зыярат янында!..
Үҙеңә ашарға бармы-юҡмы, һорап тормайҙар, һалым түләргә кәрәк. Сөләймәновтарҙың бер һарығы була, шуны ла иткә тапшыралар. Һыйырҙарынан 300 литр һөт бирәләр.
— Күрше Ҡәҙер ауылынан Нажиә исемле ҡатын һөт йыя торғайны, — тип йәнә хәтирәләргә бирелә Ғәзимә инәй. — Беҙҙең ауылдан Гөлсирә Рафиҡова тигән ҡатын тегеңә һөтөн бирмәҫкә тырыша. Икәүләшеп тартҡылашалар. Өҫтәренә һөт түгелеп бөттө. Гөлсирәнең ире Нурғәли ағай һуғышҡа китеп, үле хәбәре килде. Ике балаһы ҡалды. Шулар хаҡына ҡырталаша бит инде Гөлсирә апай.
Һуғыш ауырлығы өлкәндәргә генә түгел, балалар иңенә лә мул төшә ул йылдарҙа. Ғәзи­мәнән биш йәшкә кесе туғаны Мәхтүмә яландан буш ҡул менән ҡайтып инә. Өйҙә бер ҡалаҡ он юҡ. Ярай, юлда алабута япрағын өҙгөләп ала. Шуны төйөп, кәлйемә итеп ҡояшта ҡатырып ашайҙар.
Бер мәл Ғәзимәләр саҡ бү­реләрҙән ҡотолоп ҡала. Шәр­фелъямал исемле ҡыҙ менән өс саҡрымда ятҡан Нәже буйында ашлыҡ һуҡҡан ерҙә ат менән көлтә ташыйҙар. Кис булып, ҡояш байығас, бүреләр олоғаны ишетелә. Тауыш яҡынайғандан-яҡыная. Ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ генә атты егеп, фурманға тейәлешеп ҡайтып китә.
Һуғыш ваҡытында бүреләр ифрат күп була. Ауылдағы бөтә эттәрҙе ҡырып китәләр.
— Ашлыҡ урлап, ауылдан дүрт-биш кеше тотолоп, бишәр йыл төрмәлә ултырып ҡайтты. Кемдәр икәнен атамайым, сөнки уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре йәшәп ята, — ти Ғәзимә апай. — Бишҡурай, Именлеҡул, Туйнаш ауылдарынан хәйер һорап йөрөүселәр күп булды. Бер малайҙы атай йәлләп, ашатып-эсереп, ҡундырып сығарҙы. Ә ул иртәгәһенә атайҙың тире бейәләйен урлап киткән. Бер ҡыҙыҡай иҫемдә ҡалған. Бирергә бер әйберебеҙ ҙә юҡ. Һыу һораны. Эскәс, өй артына сыҡты ла йығылды. Бер аҙ ятҡас, хәл ингәндер инде, тороп киткән.
Ҡышҡы һалҡындар ҙа үҙәгенә үтә ауыл халҡының. Тиҙәктән генә һуҡҡан кирбестәре ҡышҡа етмәй. Өйгә көн дә яға алмайҙар. Стеналар ҡарлана. Кейем менән ятып йоҡлайҙар. Ике саҡрым­дағы Әтрәшле урманына утынға барһалар, урмансы күреп ҡалһа, бушаттыра, балталарын тартып ала. Уны башҡа бирмәй. Яңынан һатып алырға тура килә. Ярай, ауылдарына яҡын ғына ерҙә тау аҫтынан торф сыға. Шуны яға ауыл халҡы бер нисә йыл. Иртән кемдә төтөн сыға, шунан ҡуҙ барып алалар. Шырпы юҡ. Кәрә­синде лә саҡ ҡына би­рәләр. Һуҡыр лампа яҡтыһында өс-дүрт ҡатын-ҡыҙ кис ултырып йөн иләп, ойоҡ-бейәләй бәйләй. Тоҙһоҙ ашайҙар, көл ҡайнатып кер йыуалар.
Биш тапҡыр бара Ғәзимә торф­ҡа. Һуғыш туҡтағанын белдереп, күктән самолет ус аяһын­дай ғына ҡағыҙ киҫәктәре ташлап осоп үтеп китә. Был ваҡытта атайҙары үлем түшәгендә ятҡан була. “Ағайың иҫән түгелдер инде, иҫән булһа бер ҡағыҙы килер ине”, — ти, әрнеп.
...8 февралдә үҙенең 91 йәшен тултырған тыл ветераны Ғәзимә Шәйхулла ҡыҙы Сөләймәнова бөгөнгө тыныс тормоштан ҡәнәғәт булып тыуған ауылында йәшәп ята. Тормошҡа сыҡмаған, яңғыҙ ғүмер итә. Ирҙәре һуғышта үлеп ҡалған тол ҡатындар ғына түгел, яңғыҙ ҡалған ҡыҙҙар ҙа күп булды шул ул йылдарҙа. Зиһене камил, хәтере шәп Ғәзимә инәйҙең. Һәр кешене исем-фамилияһы менән иҫләп, әллә күпме таҡмаҡ әйтте, йырлап та күрһәтте. Әгәр һуғыш тигән ҡәһәрле афәт сыҡмаһа, кем белә, бәлки, яҙмышын сәнғәт менән дә бәйләр ине. Ғүмер буйына һауынсы булып эшләһә лә, торфта үткәргән ауыр йылдарын онота алмай ул. Дөрөҫ әйтә ветеран: һуғыш хаҡында ла, тылдағы тормош тураһында ла әҙәби әҫәрҙәр ҙә, нәфис һәм документаль фильмдар ҙа күп. Әммә торфта, урман киҫеүҙә, хеҙмәт армияһында һуғыштағы кеүек үк ҡаты тәртип менән, аслы-туҡлы эшләгәндәрҙең яҙ­мыштары бик аҙ сағыл­ды­рыла. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек осоронда шуларға нығыраҡ иғтибар ителһен ине. Әле ветерандар беҙҙең арала йәшәп ята. Уларҙың йәнле хәтирәләрен яҙып алып ҡалырға кәрәк. Тарих өсөн, киләсәк өсөн.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872