Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡырыҫ матурлыҡ бында
Йыр

Ямғыр – барабансы ул,
Еүеш ҡыйыҡҡа һуға,
Ел һыбыҙғы уйнатып,
Япраҡтарҙы осора.

Бейек саған – дирижер,
Ботаҡтарын бәүелтә.
Һеҙ ҙә, әйҙә, йырлағыҙ
Ел, ямғыр менән бергә.

Шат күләүек, моң-ауаз –
Йәйҙәрҙең ул йән йыры.
Һаман яңғырай тауышы
Туҡтаһа ла ямғыры.

Дәртле ауаз тарала,
Ут осҡондары кеүек,
Күк йылмайып ебәрә
Йәйғор төҫтәре менән.

Болот араһынан ҡарап,
Бейектә ҡояш көлә.
Яңы шат йырҙар менән
Ҡунаҡҡа тип таң килә.



Ромашкалар

Таныш түгел һуҡмаҡтарҙан
Хыял йөрөтә һине.
Ап-аҡ ҡар бөртөктәреләй,
Сәскәләр нәфис ине.

Күрәҙәсе ел берәмләп
Аҡ сәскәне туҙҙырҙы…
Беҙҙе ни көтә иртәгә?
Хыялымды нимә туғарҙы?

Бәлки, ишектәр асылыр,
Серле әкиәт ишеге.
Ышан минең хыялыма,
Ҡалғанда ла сәскәм күшегеп.


Ялан

Их, ниндәй иркенлек бында,
Хуш еҫ бөркә сәскәләр.
Йәнгә рәхәт, тыныс урын,
Юҡ хәүеф, шик-шөбһәләр.

Ҡояшҡа сәскә тартыла,
Әсәгә ынтылғандай.
Хисапһыҙ улар болонда,
Балҡыштан ҡойолғандай.

Һарылары – ҡояш сатҡыһы,
Аҡтары – мамыҡ болот,
Ел-һалҡындарға бирешмәй,
Ҡалмағандар һис һулып.

Селтәр шәл бөркәнгәнме ни,
Үлән үҫкән күпереп.
Бал ҡорттары геүләп оса,
Сиңерткәләр һикерә.

Бешкән еләктең хуш еҫе
Аңҡый иркен яланда.
Бер кем ҡулы теймәгәнгә
Ҡырыҫ матурлыҡ бында.


Сәскәле яҙ

Бар тәбиғәттән бал еҫе килә,
Хуш еҫле яҙ баҡсаға ингән.
Бал ҡорттары алтын күс
булып,
Нәфис сәскәләрҙә өйөлгән.

Алмағастар ап-аҡ сәскәгә
төрөнә.
Тирә-яҡ ҡош һайрауына
күмелә.
Йомарт ҡояш йылы нурҙары
Йоҡоло урманға һибелә.

Бына йүкә төп-төҙ баҫып тора,
Ҡупшы күлдәген кейеп.
Йөнтәҫ иңкеш геүләй
ҡыуаҡта,
Күбәләктәр оса елпенеп.

Сейә сәскәһе ҡар бөртөгөләй.
Бөтә тәбиғәттән бал еҫе килә,
Хуш еҫле яҙ баҡсаға ингән...




Автор: Аида НУРҒӘЛИЕВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә