Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йыртҡыс ҡаны”ның серҙәре
Ошо көндәрҙә күренекле башҡорт яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” повесын уҡып сығыу бәхете тәтене. Әҫәр тәү сиратта бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыуы менән арбаны. Уны “серле повесть” тип тә йөрөтөргә мөмкин. Был ижад емешенең башынан аҙағынаса серҙәр йәшеренгән. Ул йомғаҡ кеүек яйлап һүтелеп бөтә.
“Йыртҡыс ҡаны” көтөлмәгән боролоштары менән дә отошло. Һәр “боролош” уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын көсәйтә генә. Әҙибә берсә һалҡын, берсә ҡайнар “һыу” менән ҡойондора. Төп герой Һәҙиәне тәбиғәт баҫалҡы характер менән ололаған. Эйе, “ололаған” тип әйтке килә, сөнки яҙмыш һынауҙарына ташланған Һәҙиә баҫалҡы, сабыр холҡо арҡаһында бар ҡаршылыҡты йырып сыға.
Герой менән тәбиғәт араһында аһәңлелек өҫтөнлөк итеүе лә уҡыусыға йоғонто яһамай ҡалмай. Ошолар тәьҫирендә уҡыусы Һәҙиәнең күпме ауырлыҡтарға юлығыуына шаһит булып та, уның менән бергә яңы һынауҙарға әҙер, уларҙы көҫәй төҫлө, сөнки герой унда ышаныс уятып өлгөрә. Әҫәр баҫалҡы стиле менән уҡыусының үҙен тыныс булырға саҡыра.
Автор башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тәбиғи холоҡ-фиғелен дәлилләй. Был раҫлауҙар повеста асыҡ күренә. Яҙыусы үҙе лә, тотанаҡлы стиле аша, шәхсән баҫалҡылығы менән күҙ алдына баҫа. Бынан сығып, повеста ике төп герой бар, тип әйтергә мөмкин. Береһе – Һәҙиә, икенсеһе – автор. Автор геройына ышана, әҫәрҙә уның бөтә ғүмерен бергә кисерә. Ә өсөнсө төп герой? Уныһы ла бар ҙабаһа. Өсөнсө төп герой – уҡыусы.
Уҡыусы Һәҙиәнең кисергәндәрен үҙ йөрәге аша үткәрә. Һәм ул ғына ла түгел... Повесты уҡып сыҡҡас та, ундағы ваҡиғалар шаһиты булараҡ, баҫалҡылыҡ тәьҫирендә йәшәй бирә, сөнки автор әҫәрҙә шундай характерҙы нығыта алған. Уның йоғонтоһо көслө, шуға уҡыусы күңеленә һәм аңына һеңеп бата. Автор шәп һәм оҫта алым ҡулланған: халҡыбыҙҙың башынан үткәндәрҙе, һынмаҫ рухын, физик ҡеүәтен, тәбиғәткә таянып йәшәүен дөйөмләштереп, бер герой һәм уның тирәләй уралған ваҡиғалар миҫалында күрһәтә.
Һәҙиә бала саҡтан ҡырағай тормошҡа әҙер була. Тормош йәмен дә, йәшәү сығанағын да тәбиғәттән таба. Был осраҡта “ҡырағай” тормош тигән һүҙҙе ҡулланыу гонаһ бит әле. Борон йәшел бишеккә һыйыныу халҡым өсөн тәбиғи булған. Әлбиттә, Һәҙиәнең икенсе балаһынан ваз кисеүен күңел өнәп етмәй. Фажиғә...
Повестың серле булыуы хаҡында яҙғайным инде. Ошо урында һүҙемде ҡеүәтләгем килә. Һәҙиә һәм уның тирәләй барған ваҡиғалар уҡыусы өсөн серле, улар яйлап һүтелә. Шул уҡ ваҡытта “беренсе” төп герой әҫәрҙәге башҡа геройҙар өсөн серҙе оҙаҡ һаҡлай. Шуға эйәреп, уҡыусы менән эйәрсән геройҙар араһында Һәҙиәгә ҡарата шикле тойғолар бәйләнеше өҫтөнлөк итеүен әйтеп үтмәү мөмкин түгел.
Артабан, эйәрсән геройҙарҙан айырмалы рәүештә, уҡыусы улар хаҡында алданыраҡ белә башлай. Ә иң һуңында төп геройҙың бөтә күңел сере бүтән персонаждарға мәғлүм була. Быға тиклем повестың “Айыухан” тигән өлөшөндә уҡыусы ла, геройҙар ҙа бер тигеҙ атлай. “Һәҙиә” өлөшөндә автор уҡыусыға бер аҙым алдан атларға мөмкинлек бирә. Һүрәтләүҙең артҡы планында — аслыҡ, аҙаҡ һуғыш йылдарындағы халыҡ һулышы тойола. Ул йәшәйеш Һәҙиә тирәһендәге ваҡиғалар аша алғы планға сыға. Тимәк, бында иң төп герой халыҡ тиһәк, хата булмаҫ. Автор боронғолоҡҡа заманса күҙлектән ҡарай. Иҫкелекте заманға өлгө итеп ҡуя. Бөгөнгө йәшәйешебеҙ ҡытлыҡ кисергән рух ныҡлығын, баҫалҡылыҡты ҡайтарырға, уны заман балаһында тәрбиәләргә саҡыра.
Повестың ни өсөн “Йыртҡыс ҡаны” тип аталыуына төрлө яҡлы аңлатма табырға була. Беренсенән, Һәҙиәнең “йырҡыс” әҙәмдәрҙән мыҫҡыл ителеүе һәм уларҙан ҡыҙы Миләштең тыуыуы. Икенсенән, ошо сабыйҙың бәпес сағында йыртҡыс ҡанын имеүе. Өсөнсөнән, Миләш менән ире Мөнирҙең “йыртҡыс ҡанлы” әҙәмдәрҙән һәләк ителеүе. Ғөмүмән, “йыртҡыс ҡаны” образы уҡыусыны әҫәр дауамында оҙатып йөрөй. Әммә, Һәҙиә “йыртҡыслыҡ” менән нисә тапҡыр күҙгә-күҙ осрашһа ла, кеше булып ҡала.
Бөтәһен дә Гөлнур Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” повесын уҡырға саҡырам. Яҙыусы ҡатмарлы, ауыр ваҡиғаларҙы аңлайышлы, халыҡсан тел менән тасуирлап биргән. Хәтерҙән юйылмаҫ повесть ул.


Автор: Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә