Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юрматылар, “Аҡтайлаҡ!”
Юрматылар, “Аҡтайлаҡ!”Ораны – “Аҡтайлаҡ!”, тамғаһы – һәнәк, ағасы – аҡ өйәңке, ҡошо иһә әтәлге булған ниндәй ырыуҙы беләһегеҙ? Ошо билдәләргә тағы “Батыры – Ҡараһаҡал, ғалимы – Әхмәтзәки Вәлиди” тигәнде лә өҫтәһәк? Әлбиттә, атыбыҙ ҙа, затыбыҙ ҙа, ырыуыбыҙ ҙа – Юрматы беҙҙең.
Ишеткәнһегеҙҙер, 20 майҙа Ишембай районында юрматылар йыйын ойоштора. Торатау буйына аҡ тирмәләр ҡороп, ырыуҙаштарҙы ла, башҡа ырыу вәкилдәрен дә, сит-ят тарафтан килгән ҡунаҡ­тарҙы ла бер ҡорға йыялар.
Ишембай, Стәрлебаш, Стәр­летамаҡ, Федоровка, Мә­ләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишем­бай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Татар­с­танда, Венгрияла йәшәгән ырыуҙаштар йыйынының тәү­ге өлөшө иртәнге сәғәт 9-ҙа Ишембай ҡалаһының Мәҙә­ниәт йортонда (Ленин урамы, 23) башлана. Унда ошо көн­дәрҙә райондарҙа булып үткән йыйындарҙа һайланған делегаттар ҡатнаша.
Сәғәт 2-лә иһә ырыуҙаш­тарҙы һәм ҡунаҡтарҙы изге Торатау буйында көтәбеҙ. Торатау буйындағы байрам программаһына 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым Мырҙашев исеменә милли көрәш, Юрматы ере батыры, 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәксеһе, Ҡырым ханлығында һәм Осман империяһында башҡорт илселеге ағзаһы булған Кил­мәк абыҙ Нөрөшев кубогына традицион уҡтан атыу буйынса “Мәргән уҡсы” турниры индерелгән (ярыштарҙа ҡат­нашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү бара).
Байрамыбыҙҙы юғарыла барланған райондарҙың тир­мәләре, шәжәрәләр, халыҡ һөнәрмәндәренең эштәре һәм милли ризыҡ күргәҙмәләре биҙәйәсәк. Һәм, әлбиттә, та­нылған сәнғәт әһелдәре, ра­йондарҙың үҙешмәкәр коллективтары ойошторған ҙур концерт программаһы ла ҡуйыласаҡ.
Байрамыбыҙға башҡа ырыу башҡорттары ла рәхим итһен, ә юрматыларға иһә үҙ байрамына бармай ҡалыу хилаф булыр. Яҡты уйҙар, матур теләктәр, асыҡ һәм ихлас күңел менән килегеҙ изге тауыбыҙ эргәһендәге йы­йынға, тип бар тарафҡа саҡырыу ебәрәбеҙ.


Автор: Л. МАЛИКОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә