Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайным менән ҡәйнәм тигән даным бар!
Ҡайным менән ҡәйнәм тигән даным бар! Ҡазандан килгән аттарға
Һалҡын һыу эсермәгеҙ.
Былай ҙа яна йөрәгем,
Иҫемә төшөрмәгеҙ...

Яратҡан йырын көйләй-көйләй, ҡайным талдан кәрзин үрә. Бала саҡтан уҡ үҙләштергән был шөғөлө өсөн 80 йәшлек ҡайным Әмир Ғәйнулла улы Арыҫланов һығылмалы ғына талдарҙы көҙҙән үк әҙерләп ҡуйырға тырыша. Ә ҡышын тауыҡ оялары, йорт кәрәк-ярағы өсөн әйберҙәр үрә. Был оҫталығы уға атаһынан күскән. “Атайым менән кәрзиндәрҙе күп итеп үрәбеҙ ҙә, район магазиндарына, складтарына тапшырып, өйгә он, тоҙ алып ҡайта торғайныҡ...” – тип күҙ йәше аша иҫкә ала уҙған йылдарын ҡайным. Бөгөн был шөғөлө хужалыҡ өсөн файҙа килтереп кенә ҡалмай, йәне өсөн ял да, дауа ла уның, сөнки тап ошо мәлдәрҙә ҡайным йыш ҡына ауыр бала сағын, еңел булмаған йәшлек йылдарын иҫенә төшөрә...

“Ун өс йәшемдә атайһыҙ ҡалдым мин...” Был һүҙҙәрҙе йәлләтеү өсөн түгел, ә ейәндәренә өлгө булһын тип, йәш ваҡыттан уҡ үҙеңә көслө булырға, донъя көтөргә өйрәнергә кәрәклеген әйтергә теләүе. Атаһы Ғәйнулла фажиғәле рәүештә 51 йәшендә генә һәләк булып ҡалғас, ғаиләлә берҙән-бер малай булараҡ, өй эшенең бөтә ауыр йөгөн үҙ өҫтөнә алған, әсәһенең уң ҡулына әйләнгән ун өс йәшлек Әмир. Эштә сыныҡҡан, егәрле малай, ауыл көтөүен көтөп, баҫыуға башаҡҡа йөрөп, баҡса үҫтереп, төрлө эштә ҡатнашып, ауырлыҡтарға бирешмәй. “Ҡәйнәң менән баҡса үҫтерергә лә инәйемдән өйрәндек. Инәйем менән үҫтергән йәшелсәне тоҡтарға тейәйбеҙ ҙә арба менән Дим йылғаһына хәтлем барабыҙ. Кәмә менән аръяҡҡа сығарып, яр буйында уҡ ҡала халҡына һатып ҡайта инек...” – тип иҫкә ала ул саҡтарҙы ҡайным (Дәүләкән яҡтарында әсәйҙе инәй тип әйтәләр).
Ҡәйнәм менән дә бик йәшләй генә өйләнешә улар. Ҡайныма – 19, ҡәйнәмә ни бары 15 йәш тулғанда. Бергә башаҡ йыйғанда күҙ һалып йөрөгән күрше ауыл ҡыҙы Гөләйфәне һоратырға бара ул. Бер нисә рәт кире яуап алғас, бер көн иптәш егетенең көпшә мылтығын алып китә. Быны күргән йәш ҡыҙыҡай: “Сығам, ағай, сығам!” – тип, ҡурҡышынан санаға үҙе үк менеп ултырҙы, тип мәрәкәләшеп көлә улар бөгөн. Ул ваҡытта һабантуйҙарҙа иң көслө көрәшсе исемен яулап өлгөргән йәш егеткә ғашиҡтар ҙа күп булғандыр, әммә ул һылыу, тыйнаҡ, егәрле Гөләйфәне үҙ иткән.
Ошолай шаярыу аша ғына башланған был тормоштоң тора-бара ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла етерлек булған. Ҡәйнәмдең һөйләүе буйынса, өйләнешкәс күп кенә йылдар ҡәйнә йортонда йәшәйҙәр, килен менән ҡәйнә араһында булған үҙенсәлекле мөнәсәбәттәр уларҙы ла урап үтмәй. Әммә, нисек кенә булмаһын, һәр ваҡыт уртаҡ эшкә булған һөйөү берләштергән, татыулаштырған, тарҡатмаған. “Ҡуй инде, ул саҡтарҙы хәтерләй башлаһаң: хәҙер генә магазинда йәнең теләгәнең бар, элек көйәнтәләргә биҙрәләр аҫып, йәйәүләп барып, ҡатыҡты ҡала халҡына стаканлап һатып ҡайта торғайныҡ. Баҡсаға һыуҙы ла күлдән ташып һибәбеҙ”, – тип һөйләй ҡәйнәм.
Улар икеһе лә ең һыҙғанып колхоз эшендә эшләй, баҡсаларында ҡарбуз, ҡауын, ҡыяр, картуф кеүек йәшелсә үҫтереп, шуларҙы һатып, үҙ донъяларын булдыра, яңы йорт һалып сыға. Эш араһында, әлбиттә, йән аҙығына ла урын табалар. Атаҡлы көрәшсе ҡайным һабантуйҙарҙа нисә тәкә алғандыр, һанын да белмәй. Йыр-моңға ла әүәҫлектәре бар уларҙың. Ҡайнымдың бик күп халыҡ йырҙарын белеүе, яратып башҡарыуы, уның көслө рухы халҡы өсөн янып йәшәүе хаҡында һөйләй. Кешеләргә изге уйҙа ғына булған, дөрөҫлөктө яратҡан, ғәҙел ҡайным үҙ яҙмышында күп кешегә ярҙам ҡулы һуҙып, бәләнән ҡотҡарған. Паромда эшләгән мәлендә яңы боҙҙан асылған һалҡын Димгә төшөп киткән бер кешене һыуҙан сығарған.
Ғаиләне тулыландырып бер-бер артлы биш бала донъяға килгән. Ике ҡыҙ, өс ул да атай-әсәйҙең тырышлығын күреп, аш тәмен тик хеҙмәт аша ғына татырға була икәнен аңлап, белеп үҫә. Шуға ла бөгөн һәр кемеһенең үҙ йорто, хужалығы бар. Иң ололары Гөлшат, күп йылдар ауылдың клуб мөдире булып эшләп, районға ғына түгел, республикаға билдәле ансамбль ойошторҙо. Бөгөн улар үҙ ғаиләһе менән йылҡы малы ҡарайҙар, ҡымыҙ бешеү серҙәрен өйрәнеп, сауҙа юлына һалдылар. Улдары Әнүр, ситтә эшләһә лә, ауылда матур йорт һала. Ҡыҙҙары Суфия, мәҙәниәт техникумын тамамлап, ауыл клубы мөдире булып оҙаҡ йылдар эшләне, унан һуң ферма мөдире вазифаһын үҙ иңенә алды. Бөгөн үҙ йортонда йәшәй. Атай-әсәһенә, туғандарына кәңәшсе лә, ярҙамсы ла ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Әхтәм оҙаҡ ауырығандан һуң йәшләй генә мәрхүм булып ҡалған.
Мин килен булып төшкәндә, яңы, матур, яҡты йортта ҡаршылағайнылар ҡәйнәм менән ҡайным, сөнки, кинйәләре Йәмил армия сафында хеҙмәт иткән ваҡытта, өр-яңы кирбес йорт һалып ҡуйған булалар. Ә инде улдары әрменән ҡайтҡас, баҡсаларына теплица һалып, ҡыяр үҫтереү ниәтен тәҡдим итә атаһына. Әйткәндәй, был ғаиләлә бер яңы маҡсатты ла көлкөгә алмайҙар, бигерәк тә ул идея эште үҫтереү, хужалыҡты күтәреү өсөн уйланған булһа. Мин килен булып төшкән йылдарҙа бер юлы биш теплица ҡарай инек. Иртә таң менән ундан ашыу тоҡ ҡыяр йыябыҙ, ҡайнымдарҙы баҙарға оҙатабыҙ. Баҙар тиеүебеҙ Дәүләкән баҙары ғына түгел, Өфө ҡалаһына ла барып, стакан менән симешкә, картуф һатыуҙарҙы әйтергә кәрәк. Улар әйләнеп ҡайтыуға өйҙәге бар эш бөткән, самауыр ҡайнаған...
Ҡаланан төшкән кешегә былар, әлбиттә, еңел булмағандыр, әммә эргәлә һәр саҡ тырыш, ярҙамға әҙер торған апайҙар бар ауырлыҡты ла бергә күтәреште беҙгә. Шуның өсөн уларға рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Ҡәйнәмдең һүҙгә йорлоғо һиҙелмәһә лә, иң кәрәген еткерә әйтә белде. “Бер-берегеҙгә хыянат итмәгеҙ!”, “Һин эштән түгел, эш һинән ҡурҡып торһон!”, “Эш бит ул, мине эшлә, мине эшлә, тип саҡырып ҡына тора”, “Һине мин түгел, кеше маҡтаһын!”, “Бәхет башы – тәүфиҡ, тәүфиҡ башы – бәхет!” тигән һүҙҙәре миңә күп фәһем бирҙе. Ҡәйнәмдең тағы ла бер мөһим һыҙатын яҙып үткем килә. Ул бер ваҡытта ла йорт эшен кеше ярҙамында башҡарманы. Егермеләп өйрәген дә үҙе таҙартып эш итте. Өй йыуғанда ла кеше ҡушмай, үҙе башҡарып йәшәне.
Бөгөн ҡайным – 80, ҡәйнәм 76 йәшкә етһә лә, улар һаман хеҙмәт һөйөүсән булып ҡала килә. Ҡайным иртәнге биштән тороп, баҡсаһын ҡарай башлай. Хәҙер инде улдары, ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп еткән. Улар менән бергәләшеп баҡсаларында һарымһаҡ, кәбеҫтә, ҡыяр үҫтереп һаталар. Ҡайным был эштәрҙең төп етәксеһе тиһәк тә була. Башҡалар эштә саҡта бөтәһен дә ул контролдә тота. Яҙын теплицаларҙы йылытыу, утын әҙерләү, һыу һибеү, утау — барыһы ла ҡайным өҫтөндә. Был эштә лә үҙ ғорурлығы бар уның, атаһынан ҡалған үҙ әтнәкәһе. “Һеҙгә мираҫ итеп ҡалдырам, минең кеүек үҙ малығыҙҙы үҙегеҙ эшләп табығыҙ”, – тип шаяртыу аша оло мәғәнә һалып һөйләргә ярата ҡайным.
Тырыш, хеҙмәт һөйөүсән ҡайнымдың бөгөн ысынлап та ғорурланып һөйләрлек ваҡиғалары күп. Мәҫәлән, уның көрәшкә таһыллығын кесе улдары Йәмил элеп алған. Күп көрәшселәрҙе тәрбиәләп, майҙанға сығарған, Дәүләкән районының спорт өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп, үҙ исеме булған данлыҡлы кешеләрҙең береһе ул. Бөгөн ауыл хужалығы өлкәһендә эшләһә лә, ауылдарҙа спортты үҫтереү, хоккей майҙансыҡтарын төҙөү эшендә әүҙем ҡатнаша, райондың ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы ла. Йәмил Арыҫланов тип әйткәндә генә лә күптәр уны таныр, тип уйлайым.
Ҡайным менән ҡәйнәм бөгөн улдары, ҡыҙҙары менән генә түгел, 14 ейәне һәм 20 ейәнсәре, бүләләре менән ғорурлана. Һәр береһенә туйҙар үткәрешеп, балалар үҫтергәндә береһен дә ситләтмәй ярҙам итеп йәшәп киләләр. Ҡәйнәм ауырып китһә лә, бер ваҡытта ла дарыу эсмәне, дауаханаларға йөрөмәне. Бөгөн дә ул, һаулығы ҡаҡшап торһа ла, үҙе хуш еҫле икмәген һала, өйөн таҙалай, хатта баҡсаһын да утай. Килеп инеүгә һәр саҡ өҫтәлендә һый-ниғмәте тулып тора. Ҡәйнәмдең яратҡан һүҙе – “Ашты мул итеп һалығыҙ, етмәй тормаһын...” Әлбиттә, һәр саҡ эш өҫтөндә булған кешенең өҫтәле лә мул булырға тейеш.
Тыуып үҫкән ергә ҡарағанда,
Төшкән ер ҡәҙерлерәк, тиҙәр...
Был һүҙҙәр үҙем ижад иткән “Дәүләкәнем” исемле йырҙа бар. Ысынлап та, ҡыҙ бала өсөн тыуып үҫкән яҡтан килен булып төшкән ер йылдар аша иң ҡәҙерлегә әйләнә икән, сөнки тап ошо ерҙә һин иреңдең тамырҙарын дауам итәһең, уның атай-олатайҙан ҡалған мираҫына тоғро булып ҡалырға тейешһең. Ҡәйнәм был бурысты үҙенең сабырлығы, егәрлелеге менән тулыһынса раҫлағандыр, тип уйлайым, сөнки бөгөн бөтә балалары ситкә китмәй, тыуған ауылдарында оя ҡороп, атай-әсәй һүҙенә тоғро ҡалып, бер ауылда йәшәй. Беҙ ҙә унан үрнәк алабыҙ.
Бөгөн ҡайным менән ҡәйнәм – Дәүләкән районы Көрмәнкәй ауылының иң оло кешеләре. Сабырлыҡ, тырышлыҡ, тигеҙлек менән үткән уларҙың тормошон бөгөн күп ғаиләләргә өлгө итеп ҡуйыр инем.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872