Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фатирлы кеше – бәхетле
Фатирлы кеше – бәхетле Башҡортостан етәкселеге белдереүенсә, 2025 йылға тиклемге осорға Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙең республика программаһының концепцияһы хупланған. Шул ҡыуаныслы: ул быйыл тормошҡа ашырыла башланы.
Төбәктә торлаҡ баҙарының йылдан-йыл асығыраҡ ҡына түгел, ә ышаныслыраҡ һәм тотороҡлораҡ та була барыуы күҙгә ташлана. Халыҡта элекке шикелле шөрләү-икеләнеү тойғоһо тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан, күптәр айырыуса яңы төҙөлөш биҫтәләрендәге заманса йорттарға өҫтөнлөк бирә икән. Шул уҡ ваҡытта икенсел йорттарға ла ихтыяж ныҡ ҙур. Банктарҙан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, һатыу-һатып алыуҙарҙың 70 процент тирәһе икенсел йорттарға тура килә.
2016 йылда, дөйөм республика буйынса алғанда, яңы йорттарҙа бер квадрат метр өсөн 51,5 мең һум һорағандар, ә иҫкеләренең бер квадрат метры – 49,9 мең һум. Баш ҡалала, әлбиттә, хаҡтар күпкә юғары. Ғөмүмән, Өфө – ҡыйбат һаналған Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан, Түбәнге Новгород кеүек ҡалалар рәтендә. “Эксперт” күсемһеҙ милек агентлығы белгестәре әйтеүенсә, яңы төҙөлөштәге бер квадрат метр 61,3 мең һумға еткән, ә тегеләренең бер квадрат метры – 58,9 мең һум.
Ысынлап та, төбәктә ипотека кредитын юллаусылар артҡандан-арта. Былтыр иһә беҙҙә 43 миллиард һумлыҡ 30,3 мең кредит бирелгән. Ошо ысул менән мөйөшлө булыусыларға йылына 12,7 процент ставка ҡаралған. Әйткәндәй, был 2015 йыл менән сағыштырғанда, 0,9 процентҡа кәмерәк.
Быйыл 1 марттан тағы ла процент ставкаһы түбәнәйтелде – 12,1. Хәҙер 4,7 миллиард һумлыҡ 3,2 мең ипотека кредиты хупланған.
– Ипотека буйынса процент ставкаһы бөтә банктарҙа ла бер үк, – ти иҡтисадсылар. – Банктар әле уны кәметергә уйламай, сөнки ул былай ҙа ныҡ төшөрөлдө.
Эксперттар фекеренсә, дәүләт ярҙамының ошо программаһы төҙөлөш баҙарында ифрат мөһим роль уйнаған. Ул, тармаҡты ҡотҡарыуҙан тыш, ипотекаға мөнәсәбәтте төбө-тамырынан ыңғай яҡҡа үҙгәрткән.
Бынан бер нисә йыл элек төҙөлөш ойошмалары ҙур эш күләменән баш тартып, эштәрен бәләкәй майҙансыҡтарҙа йәйелдерә башлағайны. Әгәр ҙә ул шулай барһа, был тәңгәлдә баҙар туҡталып тигәндәй ҡалыр ине, тип аңлатма бирәләр. Дәүләт программаһының уңышлы тормошҡа ашырылыуы арҡаһында торлаҡ баҙары йәнләнгән.
Туғаным оҙаҡ йылдар кеше тупһаһында көн итеп, ниһайәт, мөйөшлө булды.
– Беҙҙең халыҡта банктар менән хеҙмәттәшлек итеү менталитеты ныҡ аҡһай, – ти ул, әсенеп. – Ни өсөндөр иң беренсе түләүҙе күҙ алдына килтерәбеҙ ҙә ике аяҡтың береһен дә баҫмайбыҙ унда. Ә банктар юлына саң ҡундырмаҫҡа кәрәк. Шәхсән беҙгә ҡояш йылмайҙы, субсидиянан файҙаландыҡ, унан инде айлыҡ түләү тағы кәмене.
Фатирлы кешенең бәхетле булыуын инҡар итеүе ҡыйын. Дәүләт тарафынан ярҙам булғанда, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә