Ул – әҙәм балаһындағы иң алама сифаттарҙың береһе
Бер ғибрәтле хәл тураһында бынан бер нисә йыл элек алыҫ туғаным һөйләгәйне. “Улай уҡ түгелдер ҙә инде”, – тип тәүҙә ышанмайыраҡ йөрөнөм. Ваҡыт үтеү менән уның ысынбарлыҡҡа тап килеүенә әҙме-күпме инандым. Ишеткәндәр һис кенә лә күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Нимә тураһында һүҙ бара, тиһегеҙме? Йәшәгән, ти, ике ғаилә ут күрше булып. Йылдар артынан йылдар уҙған, берәүһе көтмәгәндә байып киткән, әлбиттә, бары тик үҙенең тырышлығы арҡаһында. Икенсеһе быға ҡарағанда күпкә ҡайтышыраҡ донъя көткән.
Берҙән-бер көндө күршеһе, һөтлө һыйыр һатып алып, ҡураһына индереп бикләп ҡуйған. Билдәле, өҫтәлдән аҡ өҙөлмәгән, артып ҡалғанын күрше-тирәгә өләшкәндәр, хатта һатыуға ла сығарғандар. Быны теге мандымаған ир ишеткән дә, “мин икәүҙе алайым”, “ҡайһылай шәп иткән” тип сәмләнер йәки маҡтар урынға, “малы ҡазаланһа ярар ине” тип ҡарғаған, имеш, тиҙәр. Ҡыҫҡаһы, егәрлелек менән ялҡаулыҡ сифаттары йәнәш йөрөгәс, улар быларҙы талаштырған, хатта дошманлаштырған.Тигеҙ ҡараш, йылы мөнәсәбәт...
“Ҡаҙалып киткере”, “сәнселеп ятһа ярар ине”, “эсе ярылғыры” һымаҡ насар яңғыраған фразеологик берәмектәрҙе миҫал итеп килтереп яфаланмайыҡ, ә уларҙы бер генә төшөнсә – “көнләшеү” һүҙе менән алмаштырайыҡ та һөйләшеүҙе дауам итәйек.
Көнсөл ир, көнсөл бисә, көнсөл кеше, тибеҙ. Тәүге икәүһе, ярай, ғаилә-ара мөнәсәбәттәр, хис-тойғо менән туранан-тура бәйле, үҙенә күрә тар мәғәнә бирә. Сибәр кәләшеңде йә уңған иреңде нисек ҡыҙғанмай түҙергә?! Һуңғыһы иһә киңерәк фекер йөрөтөүҙе талап итә, тегеләре менән йәнәш ҡуйып ҡарағанда тәрәнерәк күренә. Көнсөллөктө нимә менән генә сағыштырмайҙар! Берәүҙәр уны төҙәтә алмаҫлыҡ ауырыуға тиңләй, икенселәр күңел тарлығына алып барып тоташтыра. Шулай ҙа әҙәм балаһының күңеленә ҡайҙан килеп оялаған ул?
Ғаиләлә баланың береһен маҡтап, уны бүтән туғандарына өлгө итеп күрһәтеүгә бик һаҡ ҡарарға кәңәш итә тәрбиәселәр. Бер ваҡытта ла “апайың яҡшы, ә һин насар” йәки “ҡара әле, ағайың “биш”ле билдәһе алып ҡайтҡан, ниңә һиңә “ике” ҡуйҙылар” тип маңлайға бәреп әйтергә ярамай.
– Барыһына ла тигеҙ ҡараш, хатта кемдеңдер хатаһын юрамал күрмәй үткәреп ебәреү әрләүгә ҡарағанда күпкә отошло, – тип аңлатма бирә балалар психологы Вәлинур Хужахмәтов. – Шуның шикелле, балағыҙға ни рәүешле йылы мөнәсәбәт булдырғанһығыҙ, уның иптәштәрен, тиҫтерҙәрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ, әгәр уның киреһен эшләһәгеҙ, балағыҙҙың йөрәк һандығына көнсөллөк орлоғон һалдығыҙ тигән һүҙ. Айырыуса бәләкәй сағында уйынсыҡтары менән ихлас бүлешеп уйнарға өйрәтегеҙ.
Һиҙгәнһегеҙҙер, кешелә кәмһенеү тойғоһо үҫкән һәм сабыйға айырып ҡарау артҡан һайын көнләшеү хисе лә көсәйә төшә. Малай-ҡыҙ үҫеп буй еткерә, уға оло тормошҡа аяҡ баҫырға ла күп ҡалмай. Үҙен бәхет утрауында ғүмер кисергән шикелле тойғандар, тимәк, кескәй саҡтан дөрөҫ тәрбиә алған, күршеләренә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Дуҫым әйтмешләй, ә бына бүтәндәрҙе үҙенән өҫтөн күреп, бәләкәй генә булһа ла еңеүгә өлгәшә алмағандар күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп эстән үртәнә, эргә-тирәһендәгеләрҙе күрә алмаусанға әйләнә. Эйе, үҙен бәхетһеҙ тип хис иткәндәр көнсөлдәр исемлеген тулыландыра, был әҙәм үҙенән башҡа берәүҙе лә белергә теләмәй.
Миңә ҡалһа, баланың күңелендә бәләкәйҙән көнсөллөк түгел, ә сәмселлек һыҙатын тәрбиәләү зарур. “Көнсөллөк тигән йоҙаҡтың асҡысы ҡайҙа?” тип һораһалар, ике уйламай “ғаиләлә” тип яуап бирер инем.
Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң
Көнсөл берәү тураһындағы көләмәсте барыһы ла хәтерләйҙер. Хоҙай Тәғәлә берәүгә күңеле нимә һөйә, шуны теләргә ҡушҡан, һәммәһе лә алдыңа килеп ятыр, тигән, шул уҡ ваҡытта һиндәгеләрҙең барыһы ла ауылдашыңда икәү буласаҡ, тип тә өҫтәгән.
Шулай итеп, ул бер тай һораған икән, күршеһенең ялан кәртәһендә ике тай сабып йөрөй, ти. Артабан үҙе – бер тоҡ, ә ауылдашы ике тоҡ алтынлы булған. Был оҙаҡ уйлап торғандан һуң, ҡапыл: “Бер күҙемде ал!” – тимәһенме!..
Быға артыҡ аңлатма биреп тороу кәрәкмәйҙер, бары тик кешене көнсөллөк юлдан яҙҙырыр ғәмәлдәргә этәреүе ихтимал, тигән фекер менән сикләнәйек.
Көнләшеүҙе тиккә генә яйлап тәьҫире көсәйә барған ҡеүәтле минаға тиңләмәйҙәр. Шартлатҡыс шикелле, ул аҡрынлап организмды ҡаҡшатыуға килтерә, иммунитетты бүҫкәртә, хатта ки кешене аяҡтан йығыуы ла ихтимал. Шундай бәхетһеҙлектәр һағалауға ҡарамаҫтан, әҙәм балаһы алама ғәҙәтен ҡуймай, насар ҡылығына һаман тоғро ҡала.
Билдәле шағирә Гүзәл Ғәлиеваның бер шиғырында был турала бик тапҡыр әйтелгән.
Үсленең дә, ҡара эсленең дә
Булмаһа ла йәне тимерҙән,
Көнсөллөгө, убыр тутыҡ һымаҡ,
Үҙ йөрәген уның кимерә.
Дөрөҫөн әйткәндә, көнсөллөктөң эҙемтәләре үтә лә хәүефле. Шуны онотмайыҡ, кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң.
Тормошта берәү ҙә универсаль була алмай, кем әйтмешләй, ҡулығыҙҙан килһә, быны иҫбат итеп ҡарағыҙ. Бер үк ваҡытта бер нисә һөнәрҙе үҙләштерә алаһығыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Шулай булғас, булғанына шөкөр итеп йәшәргә өйрәнәйек.
Үҙгәрергә мөмкин!
Был йәһәттән үҙен әҙме-күпме еңеүгә өлгәшкән бер кешене тыңлап, фәһем алайыҡ.
– Минең өсөн көнләшеү – ят һыҙат, берәүҙән дә көнләшмәйем тигәндәргә ышанмайым, – тип башланы хәбәрен иптәшем. – Ошолай тип раҫлауҙы “түккән тирем өсөн бер тин дә кәрәкмәй, был донъяла аҡсаһыҙ ҙа ғүмер итә алам” тигәнгә тиңләйем. Ә кеҫәң төбөндә бер һум да ятмайынса бер аҙым алға атлап ҡара! Ул һәр кемдә лә бар, мин дә унан азат түгел. Тик берәүҙәрҙә төпкә йәшеренгән, икенселәрҙә урғылып-ташып тора. Бына ошолар эстән көйҙөрә, үҙҙәрен үҙҙәре ашай. Шәхсән мин дә тәүҙә ныҡ көнләштем күршемдән. Ә беҙҙең өлөшкә төшкән көмөш – 9-сы ҡат. Ишектәр терәлеп тигәндәй уйылған. Күршем оҫталар яллап, балконын ҡаплаттырҙы, эшселәр шул тиклем матур эшләне, көнләшмәй сараң юҡ. Үрмәксенән күрмәксе, мин дә уны ҡабатланым, шулай уҡ балтасылар бригадаһын эҙләп таптым. Хатта эҫе көндәрҙә ыҙалатмаһын тип, быялаларҙы ҡараңғылаттым. Бынамын тигән килеп сыҡты. Күп тә үтмәне, ишеген яңыртты, үҙе шаяртып әйтмешләй, хәҙер алтын ялатылған тотҡаны тотоп кинәнә. Беҙҙеке иһә – бронированный. “Уныҡы шулай ҙа уныҡы былай” тип көйөп йөрөгәнсе, “минеке күршенекенә ҡарағанда ҡырҡ тапҡыр яҡшы” тип ҡыуаныс кисерәм. Ул сит ил маркаһы автомобилендә елдерә, минеке лә шулай, ләкин кроссоверға өҫтөнлөк бирҙем. Шулай итеп көнсөллөктө сәмгә алмаштырғайным, бөтә ҡайғыларым онотолдо. Был турала ул һиҙәме-юҡмы, аныҡ ҡына белмәйем, уның ҡарауы, эстән үҙемде емергес көстән ошо рәүешле ҡотолдорҙом. Теләк булғанда үҙгәрергә мөмкин.
Күптән инде лексиконда “аҡ көнләшеү” һәм “ҡара көнләшеү” тигән һүҙбәйләнеш йәшәй башланы. Һы, тапҡанһығыҙ – “аҡ көнләшеү”. Икенсе төрлө әйткәндә, һин бүтәндәргә йылы ҡараштаһың, уға бер ниндәй ҙә насарлыҡ ҡылмайһың. Минеңсә, кемдә булһа ла ҡаҙаныш күреп, барыбер ҙә тулҡынланғанһың, хатта борсолғанһың, әммә, тешеңде ҡыҫып, көнләшеү кисергәнһең бит. Ул һаман да уҫал фекергә, мәкерле уйҙарға алып барып еткерә.
Берәү миңә шундай ҡыҙыҡлы фекер әйтеп, уйланырға мәжбүр итте. Имеш, көнләшеү бигерәк тә ауыл мөхитенә хас, унда көнсөлдәр быуа быуырлыҡ. Беренсенән, ул мәҙәни кимәлгә лә ҡарайҙыр. Ҡайһы яҡтан ғына ҡарамайыҡ, ҡала халҡының менталитеты күпкә юғарыраҡ бит. Икенсенән, ауыл ерендә үҙ-ара мөнәсәбәттәр тығыҙ булдырылған, бер-берең менән йыш аралашыу бара. Күршеләр – шуға асыҡ миҫал. Ә бында подъезд түгел, ә бер ҡаттағылар, хатта ишектәре текәлеп торғандар бер-береһен танымай. Уның менән килешмәү мөмкин түгел.
Беҙ барыбыҙ ҙа аңлы тормошобоҙҙа көнсөллөк тигән сәнскеле тойғо эсендә ҡайнап көн итәбеҙ. Йыраҡ йөрөйһө түгел. Берәүҙең күптән хыялланғанын хеҙмәттәше еңел генә яулаған йәки оҙаҡ һатып алырға уйлаған әйбер күршеһендә ята. Ғәжәп бит! Шунан эсең көтөрләмәй ни эшләһен! Был донъяла берәү ҙә көнләшмәй йәшәмәй. Ул – әҙәм балаһындағы иң алама сифаттарҙың береһе. Көнсөл кеше башҡаларҙың ҡулына төшкән байлыҡты күргәс, үҙен хөртөрәк хис итә башлай һәм бүтәндәрҙә уның юҡҡа сығыуын теләй. Кемделер күрә алмау тойғоһо төрлө бәләгә килтереүе лә ихтимал, үлем осраҡтары айырыуса хәүефле.
Көнсөллөк хисен еңел үткәреп ебәреү генә түгел, булдырмау ҙа мөмкин икән. Бик ҡатмарлы, әммә кәрәкле ғәмәл. Ҡайһы берәүҙәр был ауыр тойғонан арыныу юлдарын таба. Әшәке холоҡтан азат була белеү – оҫталыҡ.
Бәғзе берәүҙәр ғүмер буйы көнләшеп йәшәп, ошо һанаулы ғына тормошоноң күпселек осорон яҡшы түгел, ә насар хис менән үткәргәнен үҙе лә һиҙмәүе бар. Ә был бик яман. Хатта үҙен идеаль кеше тип һанағандар ҙа кем менәндер үҙен сағыштыра башлай. Тегенең кәүҙәһе матур, аҡсалы эше бар, ғаиләһе татыу, финанс яғынан һәйбәт тәьмин ителгән һәм башҡалар.
Ҡыҫҡаһы, көнләшеү тормошобоҙға кире яҡтан тәьҫир итмәһен өсөн, үҙеңдәге ҡаҙаныштарҙы хәтерҙән сығармау менән бер рәттән, башҡаларҙың уңышына һөйөнә белеү зарур. Иң отошлоһо – ошо кәрәкмәгән сифатты аңлап, бөтөрөү сараһын күреү.
Үҙеңде башҡалар алдында күрһәтеү, баһаңды төшөрмәү өсөн көнсөл булырға кәрәк, ул кешеләге әйҙәүсе һыҙаттарҙың береһе, тип тә аңлатма бирә бер төркөм психологтар.
Был сифат беҙҙең халыҡҡа хасмы, ғөмүмән, башҡорт көнсөлмө? Киләһе мәҡәләләрҙең береһендә был турала һөйләшеү булыр.