Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сабир мәктәп йылдарынан уҡ изге маҡсат ҡуйып йәшәй. Армиянан һуң институтҡа инә. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эшендә лә алдынғы була. Йәй студенттар отрядында комиссар, һуңыраҡ командир булып эшләй.
Юлында Зөлфиә исемле ҡыҙҙы осрата ул. Ике йыл самаһы дуҫлашып йөрөйҙәр. Маҡсатына тура барырға өйрәнгән Сабир, оҙон-оҙаҡ уйлап тормай, яҙҙың матур бер көнөндә, дуҫын эйәртеп, Зөлфиәнең ата-әсәһенә ҡыҙҙың ҡулын һорап килә.
— Мин әле йәш, кейәүгә сығырға уйламайым, — ти һөйгәне.
Уның ҡарауы, ҡыҙҙың ата-әсәһе ипле, белемле, үҙ һүҙлерәк егетте яҡын күреп өлгөрә. Таяҡты тотҡан урынынан һындырырға күнеккән Сабир, бер аҙнанан әсәһе менән килеп, йәнә ҡыҙҙы һората. Ике яҡта ла шаулап-гөрләп туй үткәс, йәштәр район үҙәгендә эшкә урынлаша. Шунда уҡ дөйөм ятаҡтан бүлмә бирәләр. Бер-бер артлы ике ҡыҙҙары донъяға килә. Улар тураһында хәстәрлекте Сабир тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Йүнсел ғаилә башлығы эшендә лә өлгөр, инициативалы була. Тиҙҙән үҙен етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай ҙа эшенән тулыһынса ҡәнәғәт түгел ине, сөнки аҡты — ҡара, юҡты — бар, тип әйтеүселәрҙе, башланғысты аяҡ аҫтына һалып тапарға ынтылыусыларҙы, миһырбанһыҙ кешеләрҙе йәне һөймәй.
Бер мәл тамам түҙемлеге бөтә һәм икенсе ҡалаға эшкә китә. Ярты йылдан торор ер табылғас, ғаиләһен күсереп алып килә. Алға ҡарап йәшәүсе Сабир, киләсәктә фатир алыуҙы хәстәрләп, ҡатынын абруйлы ойошмаға секретарь итеп эшкә урынлаштыра. Зөлфиәһе сибәр уның, килешле итеп кейенә белә. Ҡабул итеү бүлмәһенә инеүселәргә яғымлы ҡарашын да, йылы һүҙен дә ҡыҙғанмай. Ике йыл тигәндә үҙенә фатир асҡысы ла тапшыралар.
Сабир һәр көн иртән бер ҡыҙын күтәреп, икенсеһен етәкләп балалар баҡсаһына йүнәлә. Кисен дә уларҙы үҙе алып ҡайта, ашата, эсерә. Зөлфиәне хәҙер алыштырҙылармы ни! Эштән һуң ҡайтҡан саҡтары йышая. “Апайҙарға барҙым, магазинда йөрөнөм”, — тип аҡлана. Һыуытҡыста эсеп бөтөлмәгән шарап, коньяк шешәләре, шоколадтар күренә. Тора-бара “һуҡмыш” ҡайтҡан саҡтары ла һиҙелә. Күршеләр үҙен “Волга” менән алып килеүҙәрен дә күргеләй. “Шундай эшкә үҙең урынлаштырҙың”, — ти ҙә ҡуя ҡатын иренә. Ғәҙәтен ташларға уйламай. Сабир ул саҡтарҙа тешен ҡыҫып булһа ла түҙә. Зөлфиә кешелекле мөнәсәбәтте аңламай, ахыры, ял көндәре лә төрлө сәбәп табып, өйҙән сығып киткеләй. Һуң ҡайтып, “концерт” күрһәткән, “һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, һөйөүсе булыр әле”, — тип шашынып йырлап-бейегән саҡтары ла була. Бер ҡатлы балалар бындай тамашаларҙы аңламай, әммә һиҙгер күңелдәре тормоштарында насар үҙгәрештәр барғанын тойомлай кеүек. Ысынлап та, ғаиләлә ыҙғыш-талаш китә. “Оҡшамаһа, сығып кит”, — ти башлай ҡатын. Сабир ҡайны-ҡәйнәһенә был хәлдәрҙе аңлатырға тырыша, рухи таяныс эҙләй, әммә һүҙҙәрен иғтибарға алыусы табылмай. Етмәһә, ҡәйнәһе: “Тора алмаһағыҙ, айырылышығыҙ ҙа ҡуйығыҙ”, — тип әйтеп һала. Аңлашып ҡына тороғоҙ инде, балаларығыҙҙы етем итмәгеҙ, тиер урынға...
Зөлфиә никахты ғәмәлдән сығарыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итә.
— Ниндәй сәбәп менән айырылышаһығыҙ? — тип һорай унан судья.
— Холоҡтарыбыҙ тура килмәне.
— Ун йылдан артыҡ бергә йәшәгәнһегеҙ, ике балағыҙ ҙа бар. Аңлашылмай...
— Просто мин уны яратмайым!
Судья ла, Сабирҙың туғандары ла өгөтләп ҡарай, әммә ваҡытлыса мауығыуҙарҙан башы әйләнгән ҡатын бер кемде лә тыңларға теләмәй. Киреһенсә, тағы ла нығыраҡ шашына — көн дә ирен фатирҙан ҡыуырға тотона. Сабир бер ҡайҙа ла китергә ашыҡмағас, тамаша ойоштора (бәлки, осраҡлы килеп сыҡҡандыр). Балкондан тоҙло ҡыяр алып ингән саҡта Зөлфиә абынып китә һәм быялаға йығыла. Быны балалар ҙа күрә. Әйтерһең, ярһыған ҡатынға шул ғына кәрәк булған! Иртәгәһенә үк экспертизаға бара. “Ирем һуҡты, ул тәнемде йәрәхәтләне”, — ти ул белгестәргә.
Бер көндән Сабирҙы милицияға саҡырталар, эш урынына ла шылтыраталар. Әйтерһең, ниндәйҙер енәйәт ҡылған. Милиция бүлегендә уны тыңлап та тормайҙар. Бер ғәйепһеҙ кешегә ҡаланан сығыуҙы тыялар. Ахыр сиктә ир, шифаханаға юллама алып, шунда йәшәргә мәжбүр була. Аҙнаһына бер тапҡыр балаларын күрергә ҡайта, әммә өйҙә уны яҡты йөҙ менән ҡаршы алыусы булмай. Бер ҡайтыуында әйберҙәре тоҡҡа тултырылған, ишектең йоҙағы алыштырылған була. Өҫтәүенә, миһырбанһыҙ ҡатын балаларҙы аталарына ҡаршы ҡоторта. Бер көндө хатта өлкән ҡыҙынан: “Талипов, бөгөн минең тыуған көн. Беҙгә килеп йонсотма”, — тип яҙҙыра. Унда “атай” тигән һүҙ ҙә юҡ. Нисек йөрәк өҙгөләнмәһен дә нисек бәғер телгеләнмәһен!..
Сираттағы суд Зөлфиә менән Сабирҙың никахын ғәмәлдән сығара. Атай кешенең балалары менән бергә ҡалғыһы, уларҙы уҡытып, үҙаллы тормош юлына баҫтырғыһы килгәйне. Күпме хыялдар, изге ниәттәр тормошҡа ашмай ҡала...
— Ҡыҙҙарым! “Атайым” тип өндәшеүегеҙҙе ғүмер буйы ишетеп йәшәргә, һәр саҡ эргәгеҙҙә булырға теләгәйнем. Килеп сыҡманы. Тормошта күп һынауҙар осрар, тик ауырлыҡтар алдында һығылып төшмәгеҙ, изге күңелле булып ҡалығыҙ. Бәлки, бер заман атайығыҙҙың үҙегеҙгә булған йылы мөнәсәбәтен аңларһығыҙ, ҡәҙерен белерһегеҙ. Ә мин һеҙҙе бер ҡасан да онотмам, — тип хушлаша Сабир ғәзиздәре менән.
Ауыр һынауҙар кешене һындыра алмаһа, уны тағы ла көслөрәк итә, тигәндәре хаҡтыр. Сабир ҙа тормошон өр-яңынан башларға көс таба: яңы ойошмаға эшкә урынлаша, тиҙҙән фатир алыуға өлгәшә. Уның уңыштарына нәфрәте ҡабарған элекке ҡатыны предприятиеның профсоюз комитеты рәйесенә килеп тә етә.
— Нишләп уға яңы фатир бирҙегеҙ? — тип яр һала.
— Беҙ шулай кәрәк тип таптыҡ, — тигән яуапты ишеткәс, күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ҡатын үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә сығып китә.
Зөлфиәнең икенсе ҡылығы тураһында ишеткәс, Сабирҙың быға бөтөнләй ышанғыһы килмәй. Ғаилә тарҡалғандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡатын балаларҙы мәктәп-интернатҡа урынлаштырырға ла ҡыйынһынмаған. Ата-әсәһе иҫән була тороп! Тимәк, был йылғыр ҡатындың ире менән генә түгел, үҙ балалары менән дә бергә торғоһо килмәгән. Үҙенә аулаҡ фатир эшләгән.
Әлеге йөрәк өшөткөс хәбәрҙән һуң Сабир, күстәнәстәр алып, мәктәп-интернатҡа бара. Башта ул балаларын йыраҡтан ғына күҙәтә. Аталарын күргәс, ҡыҙҙар шунда уҡ йүгереп ҡаса, ә үҙҙәре илай. Уға ҡарата бындай мөнәсәбәт булдырыу өсөн әсәләре, әлбиттә, ҙур “тырышлыҡ” һалған. Балаларҙың күңеле менән уйнауын, бәғерҙәрен телеүен аңламанымы икән ни? Тәрбиәселәр, уҡытыусылар менән һөйләшеп ҡарай, әммә улар: “Әсәләре балаларҙы һеҙгә күрһәтмәүҙе һораны”, — ти. Ҡасандыр ғәзиздәрен һәр көн мәктәпкә тиклем оҙатып, ҡаршылап йөрөгән хәстәрлекле атайға быны кисереүе айырыуса ауыр була.
Донъя ҡуласаһы һәүетемсә әйләнә тора. Һирәкләп булһа ла балалар менән осрашыу мөмкинлеге тыуа. Ҡыҙҙары матди ҡыйынлыҡ кисермәһен тип тырыша, тыуған көндәре, байрамдар менән ҡотлап тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларының ғына бер ҙә аталарына шылтыратып, хәлен белгәне юҡ. Быныһы бик тә аяныс. Юҡтан да хәтер ҡала шул. Ярай әле, Сабирҙа ғәзиздәре менән төшкән фотоһүрәт бар. Бик һағынған, юҡһынған саҡтарында уны ҡулына ала ла күңеленән генә балалары менән һөйләшә...
Йылдар йомғағы һүтелгәс, ҡыҙҙары, бәлки: “Ниңә беҙ әсәйҙең ҡотҡоһона бирелеп, атайҙы шул тиклем рәнйеттек? Уны һанға һуҡмайынса, дөрөҫ эшләмәнек”, — тиер. Ғәҙәттә, бындай үкенеүҙәр, әсенеүҙәр ҡырыҫ йылдарҙың ҡылдай нескә иләгендә иләнгәс, йөрәктәрҙе, үҙәктәрҙе өҙгөләрлек хәлгә тарығас ҡына килә. Тик... Унда инде бик һуң була...
Бөгөн Сабирҙың донъяһы түңәрәк: аҡыллы, уңған йәрен табып, матур тормошта йәшәйҙәр. Күңелендәге изгелеге эштәрендә сағыла: атай нигеҙен ҡоротмаған, тыуған ерендә шишмәне төҙөкләндергән. “Сылтырап аҡҡан шишмәнең ағышын бер ҡасан да туҡтатып булмағандай, тормош ағышын да туҡтатыу мөмкин түгел. Тик Хоҙай беҙҙе үкенесле хаталарҙан ғына аралаһын”, — тип, алға ынтылып йәшәй Сабир.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә