Был донъяла әҙәм балалары байтаҡ эш башҡарырға, ғүмере буйы шуларҙы атҡарып ҡалырға ынтылып йәшәй. Эшләнәһеләре тәү сиратта үҙенә, һуңынан яҡындарына, кешеләргә төбәлә, ә ҡайһы бер илһөйәр заттарҙан булғандары – иленә, теленә инселәп башҡарғандары – ана шул изге ғәмәлдәре менән үҙ халҡының күңелендә мәңге юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдыра. Бер уйлаһаң, ябай ғына итеп, үҙемдеке – үҙемә, тип бошонмай, донъяға бер дәғүәһеҙ, маҡсатһыҙ көн күргәндәр ҙә юҡ түгел, шулай анһатыраҡ та кеүек. Тормошон, ҡойондай уйнатып, халҡына бихисап изгелек, мәрхәмәтлектәр ҡылып, балҡып йәшәгәндәрҙең береһе хаҡында һөйләргә ниәтләйем.Теүәл бер йыл элек иңдәргә һалғыһыҙ ауыр ҡайғы бер-бер артлы шаңҡытты, баҫҡан ерҙә тетрәндереп, һүҙһеҙ итте. Атай-олатайҙарҙан ишеткән әйтем мейене сүкей: “Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй...” Тәүге ауыр хәбәрҙе Ишембайҙа, З. Вәлиди исемендәге гимназияның тамаша залында, ишеттем, биш тиҫтәнән артыҡ тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһына лекция уҡыуым ине. Телефонымда Мансурҙың ҡайғылы хәбәре яңғыраны: “Килеп етә һал. Бер сәғәттән Лилиәне оҙатабыҙ...” Үкенесле тойғолар бер-бер артлы йәнгә тынғылыҡ бирмәне: “Ниңә алдараҡ белмәнем?!”, “Ниңә Өфөлә түгелмен?!” “Остазым нисек күтәрер?!.” Ҡайғы һәм ваҡыт алдында мин шундай көсһөҙ инем. Кисен тәүҙә Гәүһәр апайға, һуңынан Мансурға шылтыраттым, ҡайғы уртаҡлашып, әйтә алған һүҙҙәр менән йыуаттым.
Кафедралаш коллегам Венера Шакир ҡыҙы Хәкимова менән туҡтауһыҙ хәбәрләшеп торҙоҡ, терәк булыштыҡ. Иртәгәһенә эшемде тамамлап, көн уртаһында Өфөгә ашығып ҡайтырға сыҡтым. Салауаттан Ырымбур юлына сыҡҡан урында телефон зыңғырланы: “Әле генә ағайың китте, ҡайтаһыңдыр...” Тура М. Кәрим урамына, фатирҙарына барҙым, мәрхүмде урынлаштырышып, тәүгеләрҙән булып баш осонда ултырҙым.
Халҡыбыҙҙың аҫыл улы, академик, филология фәндәре докторы, БДУ-ның маҡтаулы профессоры, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең Почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре, күп премиялар лауреаты Марат Вәлиулла улы Зәйнуллинды ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыуға бәйле матәм сараһы хаҡында беҙ “Башҡортостан” (2016 йыл, 28 июнь) гәзитендә мәрхүмгә 40 көн тулған мәлдә яҙып сыҡҡайныҡ. Башҡорт халҡының иғтибарлы вәкилдәренә, уның зыялыларына, яҡташтарына, дәүләт эшмәкәрҙәренә, БДУ коллективы һәм уның ректоры Н. Морозкинға бөгөн йәнә рәхмәт һүҙҙәрен ҡабатлайбыҙ. Ризаитдин Фәхретдинов хаҡлы: үҙ зыялыларын, шәхестәрен күтәргән милләт үҙен күтәрә. Үрҙә әйтелгәнгә шуны ғына өҫтәйбеҙ: Көньяҡ зыяратҡа барып еткәс, һибәләп ямғыр яуа башланы. Көн салт аяҙ, йылы ямғыр, тәбиғәтте сафландырып, байтаҡ ваҡыт яуып торҙо. Әллә ямғыр, әллә яҙғы тәбиғәттең, күк йөҙөнөң йәш тамсылары булды кеүек. Марат Вәлиулла улын ошо тирәлә генә ятҡан академиктар З. Ураҡсин, Р. Ғимаев, профессор Р. Байымовтар янында мәңгелек йоҡоға ҡалдырҙыҡ. Ғүмер буйы бергә булған, уҡыған, университетта бергә эшләгән шәхестәр йәнә бер ҡорға йыйылды һымаҡ...
Остазымдың йыллығы яҡынлаша. Ни арала нисә миҙгел алмашынған, көндәр, айҙар аҡҡан. Ике ҡабат төшөмә инде. Тәүгеһендә ярһып-ярһып ҡурайҙа “Урал”ды уйнаны. Икенсеһендә рулдә тауҙан түбәнгә осоп тигәндәй төшөп китте. Эргәһендә ултырған мин көскә һәләкәттән һаҡлап ҡалдым (Марат Зәйнуллин автоһәүәҫкәр булманы). Нимәгә юрарға белмәнем.
Милләтебеҙҙең арҙаҡлы улы М. Зәйнуллин бала сағында олатаһы Мырҙагилде, өләсәһе Шәмсиямал инәй Ғәлийәновтарҙа оло тәрбиә ала. Әсәһе күберәк колхоз эшендә. Уҡытыусым бик йыш Мырҙагилде олатайҙы һағынып иҫкә алды, уның мәҡәл-әйтемдәргә бай телмәрен бер һүҙен дә онотмай ҡабатлар ине.
Вәлиулла олатай ҙа улының күңелендә яҡты һын булып ҡалды. Марат Зәйнуллиндың күңел киңлеге, кешеләргә булған ихтирамы, матур мөғәмәләһе нигеҙендә, моғайын, атай-олатайҙары аша ингән халыҡ тәрбиәһе асылы ятҡандыр.
Уның тормош юлы ике нөктә аша уҙған тура юлды хәтерләтә. Тәүге нөктә тыуған ер булһа, икенсеһе – Өфө. Икеһен дә өҙөлөп яратты ул. Йыш ҡайта алманы тыуған яҡҡа. Һуңғы осорҙағы дүрт-бишен бергә йөрөү яҙҙы миңә. Ул мәлдә остазым бала йәнле булып китер ине: ҡайҙа һуғылһаҡ та, ниҙер иҫләп, көлөп ебәрер булды. Мәҡсүткә Клара апай янына барып, зыярат ҡылған мәл онотолмай. Ҡәҙерле һеңлеһе төйәген һуңғы күреүе булған икән. Шул ҡайтҡанында ҡустыһы Зәки, Марат ағай, Гәүһәр апай бергәләп Олотауға күтәрелгәйнек. Был уның иң бәхетле мәле ине шикелле.
Тәжрибәле декан Марат Зәйнуллин, шағир Марсель Сәлимов әйткәнсә, 50 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт университетында эшләне. Уҡыу отличнигы, Жәлил Кейекбаевтың тәүге аспиранты, ассистенттан кафедра мөдире, маҡтаулы профессор дәрәжәһенә ул ошо альма-матерҙа үҫте. Туған уҡыу йортона йәне-тәне менән хеҙмәт итте. Мин уның йыш ҡына “Университет ишектәрен һәр ваҡыт ғорурланып асам!” тигән һүҙҙәрен ишетә инем. “Университеттары булған халыҡ бәхетле” тигәне лә йыш ҡабатланды.
Ысынлап та, Зәйнуллиндарҙың барыһы ла университетыбыҙҙың төрлө факультеттарында уҡыны, докторлыҡ, кандидатлыҡ диссертацияларын ошонда яҡланы. Бер кем дә ҡаршы килмәҫ, остазыбыҙ БДУ-ға, уның дүртенсе ҡатына күтәрелһә, коридор яҡтырып, балҡып киткәндәй булыр ине. Һәр кем уға тартылыр, сәләмләр, һүҙ-лөғәт алышыр ине. Хоҙай уға аралашыу һәләте, коммуникативлыҡ маһирлығын йәлләмәгәйне, шөкөр. Профессор Рәхим Мерәҫов ауыҙынан ишеткәнем: “Юғары мәҙәнилек, интеллигентлыҡ һәм ораторлыҡ йәһәтенән БДУ-ла Марат Вәли улына еткән кеше булманы”.
Уйлап-уйлап шундай фекергә киләм: һуңғы сирек быуат уҡытыусым, дуҫым янында булыу миңә Хоҙайҙан бирелмеш оло бәхет булған. Беҙ һәр ваҡыт бергә булдыҡ, хәл белешеп торҙоҡ, көн дә телефондан оҙаҡ һөйләшер инек. Дауаханаларҙа ҡасан ғына ятһа ла, алып барып, урынлаштырып, хәлен белеп йөрөлдө. Былтыр ҙа, республика дауаханаһына ятып алғанында, эргәһендә булырға тырышылды. Иң ауыры фатирында икәү генә ултырғанда “Йүнәлеп булмаҫ, ахыры...” тигән һүҙҙәрен ишетеү ине. Төшөнкөлөккә бирелә башлау, моғайын, Лилиә Марат ҡыҙының сырхауынан булғандыр, тим. Ғәжәп итәм: шул ваҡытта ла Марат Вәли улы үҙ һүҙен ҡат-ҡат ҡабатланы: “Эш күп!”
Эйе, эше күп булды академиктың, арҙаҡлы телсе, күренекле йәмәғәт эшмәкәренең. Ул һуңғы өс-дүрт айын ғына 55 йыл бер урында хеҙмәт иткән БДУ-ға йөрөп эшләй алманы. Өҫтәлендә тамамланмаған мәҡәләләре, яңы китаптарының ҡулъяҙмалары ҡалды. Минең өҫтәлемдә лә ғалимдың бик күп китаптары, ғилми хеҙмәттәре, монографиялары ята. Уларҙың һәр ҡайһыһында арҙаҡлы телсенең үҙ ҡулы менән яҙылған ҡәҙерле һүҙҙәре һаҡлана. Бына 2012 йылда “Ғилем” нәшриәтендә сыҡҡан мәҡәләләр тупланмаһында яҙылған автограф: “Ҡәҙерле дуҫым, энекәшем, хөрмәтле коллегам, һәр йәһәттән һиңә уңыштар теләп, Марат Вәлиевич Зәйнуллин”. Бик ҡәҙерле, бик яҡын миңә был юлдар.
Кеше үҙ ғүмерендә барыһын да күреп, татып китәлер инде. Олуғ ғалимыбыҙ һуңғы осорҙа тимерҙәй кешене лә бөгөр хыянат алдында баҙап ҡалды. Эргәңдәгеләрҙең хыянаты дошмандың әсе һүҙ-ҡарғышынан да хәтәрерәк шул. Ул ҡапыл, көтөлмәгән яҡтан килә, бәреп йыға. Шул сағында уҡытыусыма, һәм дуҫыма берҙән-бер терәк булып ҡалыуым менән үҙемде донъялағы иң бәхетле кешемендер, тим. Шуға ла йыш ҡабатлайым: “Йәнең тыныс, рухың шат булһын, мәшһүр Уҡытыусым!”
Лилиә Марат ҡыҙы Зәйнуллина 1961 йылдың 14 февралендә Силәбе ҡалаһында тыуа. Бала сағы өләсәһе янында, Арғаяш районының Мәтәл ауылында, үтә. “Өфө ҡалаһының 35-се мәктәбенә уҡырға килгәндә ҡыҙыбыҙ урыҫса бер ауыҙ ҙа һүҙ белмәне”, – тип хәтерләр ине Марат Зәйнуллин. Ә ун йылдан һуң мәктәпте алтын миҙалға, БДУ-ның роман-герман факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай атаҡлы Хафизовтар һәм Зәйнуллиндарҙың вариҫы. Лилиә Марат ҡыҙы 1987 йылда СССР Фәндәр академияһының Тел институты аспирантураһын тамамлағанда кандидатлыҡ диссертацияһын, 2004 йылда Ҡазан ҡалаһында инглиз теле буйынса докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 2007 йылда профессор Лилиә Зәйнуллина университеттың сит телдәр кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем шул вазифаны башҡара. Ул рус һәм инглиз телдәрендә 200-гә яҡын ғилми мәҡәлә яҙа, бер тиҫтә монография, уҡыу ҡулланмаһы, дәреслектәр һәм уҡыу программалары баҫтыра.
Ғалимә тел ғилеме, когнитив лингвистика (телмәр һәм фекерләү), һүҙъяһалыш, лингвокультурология мәсьәләләрен роман-герман һәм төрки телдәрен, беренсе сиратта башҡорт телен, сағыштырып өйрәнде. Профессор юғары белемле филологтар, тәржемәселәр, уҡытыусылар һәм инглиз теле буйынса фән кандидаттары әҙерләүгә тос өлөш индерҙе. Бынан тыш, гуманитар өлкәләге барлыҡ фән кандидаттары ул етәкләгән кафедрала кандидатлыҡ минимумдары тапшырҙы, унан элек аспирантураға инергә һынау тотто. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул яңы кафедра ойошторҙо, унда фән эшмәкәрлеген уңышлы алып барҙы. Мәҫәлән, кафедрала 15 уҡытыусы эшләне, улар араһында бер фән докторы, дүрт доцент һәм фән кандидаты, алты өлкән уҡытыусы хеҙмәт итте.
Лилиә Зәйнуллина Мәскәү, Ҡазан, Тамбов, Воронеж, Кемерово ғалимдары араһында айырыуса киң танылды. Уның лингвокультурология (тел һәм мәҙәниәт), когнитив лингвистика, мәҙәни-ара бәйләнеш проблемалары буйынса мәҡәләләре, фекерҙәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғалимә профессор Е.С. Кубрякова ойошторған когнитологтарҙың Рәсәй ғилми мәктәбенең әүҙем ағзаһы булды. Ҡазан, Мәскәү ҡалалары университеттарының докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советтары ағзаһы булып торҙо, күп тапҡыр рәсми оппонент сифатында сығыш яһаны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт зыялылары, киң йәмәғәтселек талантлы ғалимә, юғары квалификациялы инглиз теле белгесен, минеңсә, аҙыраҡ белде. Сәбәптәре лә юҡ түгел. Берҙән, телсенең тикшеренеүҙәре сит телдәр өлкәһендә булды, улар фундаменталь характерҙағы ғилми хеҙмәттәр ине. Шуға ла улар үҙәктә, федераль университеттар кимәлендә билдәле була барҙы. Төп мәҡәләләре лә Мәскәүҙә, ЮАК (ВАК) журналдарында донъя күрҙе.
Икенсенән, Лилиә Марат ҡыҙы булмышы менән тыйнаҡ, баҫалҡы, кеше араһында яу һалып йөрөмәне, үҙ-үҙен күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйманы. Ҡайһы ваҡыт ул да “Эш күп !” тип әйтеп һалыр ине. Ысынлап та, уның да эше бик күп булды. 55 йәшендә, ең һыҙғанып эшләп йөрөгән сағында, аяуһыҙ сир аяҡтан йыҡмаһа, Лилиә Марат ҡыҙы тағы ла күберәк хеҙмәттәр яҙыр, башҡорт телен роман-герман телдәре донъяһында танытыр ине. Уның арабыҙҙан китеүе бик үкенесле булды.
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, танылған башҡорт телсеһе, сабыр, үтә тыйнаҡ, гүзәл әсә, һоҡланғыс шәхес Лилиә Марат ҡыҙы Зәйнуллина күҙ алдыбыҙҙа тап шул рәүешле һаҡланасаҡ. Уның хеҙмәттәрен башҡорт уҡыусыһына үҙ телендә еткереү зарурлығы юҡ түгел. Уларҙы пропагандалау ҙа бик кәрәк, минеңсә.
Ғөмүмән, бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күскән халҡыбыҙҙың аҫыл шәхестәре Зәйнуллиндарҙың исемен мәңгеләштереү һис зыян булмаҫ ине. Дәүләт органдары, ғилми йәмәғәтселек, яҡташтары, шәкерттәре был хаҡта үҙ һүҙен әйтер әле, тип ышанам. Ә иҫәндәргә, телсе-ғалимә, лексикограф Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙына, ғалим-тарихсы Мансур Марат улына, буласаҡ фән эшмәкәре Фәрхәт ҡустыға сабырлыҡ, күңел тыныслыҡтары, киләсәккә өмөт теләйем. Юғалтыу ҙур булды. Фәнебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, халҡыбыҙ мәрхүмдәрҙең изге эштәрен, тел, милләт тип яныуҙарын оҙаҡ йылдар онотмаҫ әле, тип йәшәйһе ҡала иҫәндәргә. Милләтебеҙ алдында эштәребеҙ күп әле, туғандар.