Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәнҡитте айыра бел
Тәнҡитте айыра белБыл донъяла үҙен идеаль кеше тип һанаған, бер кәмселегем дә юҡ тип уйлаған кешеләр унда-бында осрап торһа ла, күпселегебеҙ үҙенең теге йәки был етешһеҙлеген белә, тоя һәм, башҡаларға ҡысҡырып йөрөмәһә лә, күңелендә генә булһа ла таный. Кемдер ялҡауыраҡ, эште бик әкрен башҡара, өсөнсөләр иғтибарһыҙлығынан зыян күрә, бәғзеләр мөһим эштәрҙе онотоп ҡаҡшай. Кәмселектәребеҙ тураһында эстән генә үҙебеҙ алдында яуап тотҡан осраҡта ла, кемдеңдер ошо турала әйтеүе (бигерәк тә башҡа кешеләр алдында) күпселегебеҙ тарафынан аптырау, үпкәләү һәм протест тойғоһо уята.
Тәнҡит һүҙҙәрен ҡайһы бе­рәүҙәр үпкәләп ҡабул итә, ишекте шарт ябып, хәл-ваҡи­ғаны ҡалдырып китеүҙе хуп күрә, икенселәр яуап артынан кеҫәгә инеп тормайынса, тән­ҡитләүсене тупаҫ һүҙҙәр менән әрләп ташларға ла күп һора­май. Тик был ике вариантты ла яҡшы ысул тип һанап булмай, сөнки аҙаҡтан үҙебеҙгә төбәлгән тәнҡит һүҙҙәре өсөн генә түгел, үҙеңдең уйламай әйтелгән һүҙҙәрең, ҡыҙған баштан ҡылынған ҡылыҡта­рың өсөн дә борсолорға тура килә.
Кемдең тәнҡитләүе лә мө­һим әһәмиәткә эйә. Әгәр ҙә эш урынығыҙҙа һеҙҙең менән бер дәрә­жәлә булған хеҙмәттә­шегеҙ тәнҡит утын яуҙыра башлаһа, ҡәтғи генә итеп был һөйләшеүҙе туҡтатырға ла була. Етәксегеҙ, хөрмәт иткән, фекеренә ҡолаҡ һалған кеше­геҙ ниндәйҙер етешһеҙлегегеҙ тураһында әйтә икән, был һүҙҙәргә мотлаҡ иғтибар итергә кәрәк.
Тәнҡит хаҡында шундай фекер ҙә бар: “Әгәр һеҙҙе нин­дәйҙер эшегеҙ өсөн етәксегеҙ тәнҡит­ләй икән, тимәк, ул был эште яҡшыраҡ башҡара алы­уығыҙға ышана”. Шуға күрә, минең ҡәҙерҙе белмәйҙәр, һанламайҙар тип үпкәләр йә иһә шулай килеп сыҡты, башҡаса бер нисек тә булдыра алмайым тип аҡлана башлар алдынан, үҙегеҙгә ҡарата әйтелгән һүҙҙәрҙең айышына төшөнөргә тырышығыҙ. Бәлки, был тәнҡиттә һеҙҙең шәхес һәм һөнәр эйәһе булараҡ үҫешегеҙ өсөн кәрәкле, бик фәһемле фекерҙәр яталыр. Шуларҙы күрергә, күңел һан­дығына һалырға ынтылығыҙ.
Йыш ҡына шулай ҙа була: беҙ билдәле бер эшкә тәғә­йенләнгән тәнҡитте дөйөмләш­тереп, үҙебеҙгә шәхсән ҡабул итергә лә күп һорамай­быҙ. Мәҫәлән, отчет биреү ваҡы­тында иҫәп-хисапта ебәрелгән хатаны күрһәткән осраҡта, мин эшкә ашмаған булдыҡһыҙ, тип үҙебеҙҙе бөтөрөп, хәл-ваҡи­ғаны ҡуйыртып ебәрергә лә әүәҫбеҙ. Ә ысынында бит беҙҙе кеше һәм шәхес булараҡ тән­ҡитләмәйҙәр, бары тик билдәле бер хатаны, төҙәтеп булған ҡылыҡты һыҙыҡ өҫтөнә алып үтәләр.
Өҫтә яҙылғандар ғәҙел һәм факттарға нигеҙ­ләнгән тән­ҡиткә ҡағылһа, бер ниндәй ҙә ҡәтғи сәбәптәргә таянмаған, юҡ ҡына нәмәнән уйлап табыл­ған тәнҡит һүҙҙәре лә бар бит әле. Мәҫә­лән, төн йоҡоңдо йоҡламай, бар көсөңдө, оҫта­лығыңды һалып башҡарған эшең хужаға йә иһә заказ биреүсегә оҡшамай, ул әр-битәр менән һеҙгә ябырыла, тик нимәһе килешмәй, нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнлеге әйтелмәй, ҡәтғи тәҡдимдәр ҙә юҡ. Был осраҡта, әгәр мөмкин икән, нимә оҡшаманы, нимәне яңынан эшләргә кәрәклеген билдәләп, һөйләшеүҙе фай­ҙалы юҫыҡҡа йүнәлтергә кәрәк. Әгәр тәнҡитләүсе, ярһығандан-ярһып, шәхесегеҙгә күсә баш­лаһа, тыныс ҡына “мин һеҙҙе ишеттем, аңланым” тип әрләүгә нөктә ҡуйырға ынтылырға кә­рәк. Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң, һыуынған баштан, бәлки, ул үҙенең дәғүәләрен аңла­йыш­лыраҡ итеп әйтә алыр.
Кем тарафынан, ниндәй генә осраҡта әйтел­мәһен, иң мөһиме – тәнҡит һүҙҙәре һеҙҙең үҙ баһағыҙға йоғонто яһарға тейеш түгел. Кәйефе насар саҡҡа тура килеп, асыуын кемгә төшөрөр­гә белмәй йөрөгән кешенең ҡыҙған баштан әйткән һүҙҙәренә артыҡ ҙур иғтибар һалып, үҙ-үҙеңә, көсөңә, һәләттәреңә ышанысты юғалтыу хата булыр.
Психологияла шундай бер алым бар: “минусты плюсҡа әйләндер” тип атала ул. Башҡа­ларҙың фекере буйынса етеш­һеҙлек һаналған ниндәйҙер үҙенсәлегегеҙгә төрттөргән осраҡта, әйтелгән һүҙҙәргә ошо алымды ҡулланып яуап бирер­гә лә була. Мәҫәлән, “бигерәк күп һөйләй­һең” тиһәләр, “эйе, мин аралашыусан, асыҡ ке­ше” тип яуапларға була, “әкрен ҡы­ланаһың, эште яй башҡара­һың” тип ысҡындырһалар, “шу­лай шул, мин бит эште еренә еткереп, бынамын тигән итеп эшләп ҡуям” тип әйтеп, бер юлы ике ҡуянды тоторға була. Беренсенән, һеҙ әңгәмәсегеҙ менән ризалашҡанығыҙҙы, уның фекеренә ҡолаҡ һал­ғанығыҙҙы күрһәтәһе­геҙ, икен­сенән, үҙегеҙҙе лә йәберләргә ирек ҡуймайһығыҙ, үҙ феке­регеҙҙе лә әйтеп өлгөрәһегеҙ.
Тәнҡит һүҙҙәрен юмор хисе аша ҡабул итә белеү ҙә мөһим. Үҙеңде шаярта белеү, үҙеңә йүнәлтелгән ирония, етәксенең булһынмы, башҡа кешенеңме, асыуын бер аҙ баҫырға ярҙам итеүе ихтимал. Ыңғай тулҡын­дарға көйләнгән күңел тормош ауырлыҡтарына ябайыраҡ ҡа­рарға, тәнҡит һүҙҙәрен тыны­сыраҡ ҡабул итергә, хатта был хәл-ваҡиғала үҙең өсөн нин­дәй­ҙер файҙалы рациональ орлоҡ та табырға булышлыҡ итә.


Автор: Ғәлиә СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә