Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман технологияларына йөҙ тотоп
Заман технологияларына йөҙ тотоп Теүәл ярты быуат элек тәүге нефть скважиналары эргәһендә үҫеп сыҡҡан йәш Ишембай ҡалаһының нефть-газ сығарыу идаралығының электр участкаһы базаһында үҙаллы электр селтәрҙәре контораһы ойошторола. Предприятиеға егерме меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡаланы электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү, селтәрҙәрҙе ремонтлау һәм электр энергияһын ҡулланыуҙың иҫәбен алып барыу бурысы йөкмәтелә.
Предприятиела ул саҡта ни бары бер кеше эшләй. Николай Звонарев үҙе үк директор, инспектор, электр монтеры вазифаһын да башҡара. Бөгөн республиканың энергетика тармағында лайыҡлы урын алып торған “Ишембай электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһының тарихы ошолай башлана. Бер аҙҙан предприятиеға нефть сәнәғәте тармағында бай тәжрибә туплаған һөнәр эйәләре эшкә килә. Улар араһында баш инженер А. Сныткин, смена мастеры А. Соломко, өлкән электромонтер Р. Абдуллин, техниктар И.Ефимов һәм И. Круковец, баш монтер П. Лавров, электромонтер А. Трофимов, монтер Н. Кожевников кеүек үҙ эшенең оҫталары була. Һуңғараҡ предприятиеға күп йылдар етәкселек иткән М.Лашов менән баш инженер М. Шәймәрҙәновтың да ҡала энергетикаһын үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур. Әгәр предприятиеның тарихына күҙ һалһаҡ, ул саҡта ҡала электр селтәрҙәре башлыса һауа линияларынан ғына тора, ни бары ҡырҡҡа яҡын трансформатор ярҙамсы станцияһы иҫәпләнә. Предприятие баракта урынлашҡан була, транспорт сараһы итеп ат файҙаланыла.
Ишембай ҡалаһы йылдан-йыл үҫә, яңынан-яңы биналар ҡалҡып сыға, торлаҡ төҙөлөшө әүҙемләшә. Бындай шарттарҙа энергетиктар заманға аҙымдаш булыуы менән айырылып тора. Предприятие коллективы электр селтәрҙәрен киңәйтеү хәстәрлеген күрә. Сәнәғәт һәм социаль-көнкүреш объекттарында, шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу өсөн электр энер­гияһын файҙаланыу яҡшырғандан-яҡшыра. Бер үк ваҡытта энергия һаҡсыллығы ла иғтибар үҙәгендә була. Әйтәйек, 80-се йылдарҙа электр энергияһын юғалтыуҙарҙы кәметеү маҡсатында электр тәьмин итеү селтәрҙәрен 6 кВ-тан 10 кВ-ҡа күсерәләр. Шул уҡ ваҡытта ҡалала тышҡы электр яҡтыртыуына телемеханик идара итеү ҡоролмаһын эшкә ҡушалар. Бынан тыш өс айырыу пункты һәм алтмыштан ашыу трансформатор ярҙам­сы­ станцияһы ҡороп файҙаланыуға тапшырыла; ҡа­ланың һыу йыйыу ҡоролмаларын электр энергияһы менән ышаныслы тәьмин итеү ғәмәлгә ашырыла; предприятиеның административ-көнкүреш бинаһы төҙөлә.
Предприятие бөгөн дә 69 мең халыҡ йәшәгән ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә хеҙмәт итә. Коллективта 128 кеше эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә. Коллективтың эш даирәһен күҙаллау өсөн ошондай һандарҙы килтереү урынлы. Предприятие ҡарамағында биш айырыу пункты, 202 трансформатор ярҙамсы станцияһы иҫәпләнә. Электр селтәрҙәренең билдәләнгән дөйөм ҡеүәте 73 МВт тәшкил итә. Предприятие 165 километр кабель, 261 километр һауа, шулай уҡ 139 километр тышҡы яҡтыртыу һауа һәм кабель селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә. Ҡала эсендә, бигерәк тә күп ҡатлы төҙөлөштәр барған урындарҙа хәҙер электр селтәрҙәре кабель линиялары булараҡ һуҙыла. Был, беренсенән, техник һәм технологик яҡтан заманса һәм ышаныслы булһа, икенсенән, ҡаланың эстетик камиллығына булышлыҡ итә. Ҡаланың йөҙөн матурлау өсөн урамдарҙы, майҙан­дарҙы һәм административ биналарҙы тышҡы яҡтыртыуға, сифатлы һәм оригиналь декоратив яҡтыртҡыстар урынлаштырыуға ҙур иғтибар һәм тырышлыҡ йүнәлтелә.
Предприятиеның матди-техник базаһы ныҡлы. Хеҙмәткәрҙәр заманса бинала эшләй. Трансфор­маторҙар ремонтлау оҫтаханаһы, май хужалығы, көнкүреш һәм склад биналары, 25 берәмек заманса техника һыйҙырышлы автопаркы булған бина бар. “Ишембай электр селтәрҙәре” бөгөн заманса технологияларға ҡоролған энергетика компанияһы булып үҫешкән. Инвестиция программаларын үтәү буйынса ла коллективтың уңыштары маҡтауға лайыҡ. Үткән йылда был йүнәлештә “Юрматы” биҫтәһендә ғәмәлдәге ярҙамсы станциялар ара­һында 10 кВ-лы ике кабель линияһы һуҙғандар, ике трансформатор ярҙамсы станцияһына реконструкция яһағандар, ике яңы трансформатор ярҙамсы станцияһы төҙөп файҙаланыуға тапшы­рылған, техника паркы яңы быраулау-кран һәм “УАЗ” машиналары иҫәбенә тулыландырылған. Былтыр предприятиеның электр селтәрҙәренә 218 ҡулланыусы тоташтырылған, АСКУЭ програм­маһына ярашлы, 300-гә яҡын иҫәпләү приборҙары урынлаштырылған. Энергия һаҡсыллығына йүнәл­телгән муниципаль программаны үтәү маҡсатында 7,9 километр оҙонлоғондағы элекке үткәргестәр үҙ илтеүсе изоляцияланған (СИП) төрөнә алышты­рылған. Был энергия һаҡсыллығын тәьмин иткән бер ваҡытта, һауа линияларының ышаныслылығын, юғары хеҙмәтләндереү сифатын тәьмин иткән. Киләсәктә яңы энергия объекттарын төҙөү, электр энергияһын иҫәпләү өсөн автоматлаштырылған мәғлүмәт-үлсәү системаһын, шулай уҡ алыҫ урынлашҡан энергия объекттарына идара итеү, параметрҙарҙың диспетчерлыҡ контролен тәьмин итеү өсөн телемеханика системаһын индереү бурысы ҡуйылған. Бөгөнгө иҡтисади-финанс ҡыйын­лыҡтарына ҡарамаҫтан, предприятие тотороҡло эшләй, уның башҡа ойошмалар алдында бурысы юҡ, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә.
– Бөгөнгө энергетика тармағы замандың юғары технологияларына ҡоролған. Беҙ предприятиеның эшмәкәрлеген шул талаптарҙан сығып ойошторорға, хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын берҙәм маҡсатҡа йүнәлтергә тырышабыҙ, – тине предприятие директоры Николай Владимирович Салынов.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 111

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529