Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр бала наҙға мохтаж, һәр сабый һөйөүгә лайыҡ
Һәр бала наҙға мохтаж, һәр сабый һөйөүгә лайыҡ Яҙҙың ҡояшлы, әммә һалҡын иртәһендә баш ҡаланың Блюхер урамындағы балалар йорто тупһаһынан аша атланыҡ. Ҡарағай урманы ышығында урынлашҡан ыҡсым ғына учреждениела иртәнге мәшәҡәттәр теүәлләнә ине: бәләкәстәр тамаҡ ялғарға юллана, ҙурыраҡтары яҡындағы мәктәпкә йыйына. Көндәлек ығы-зығы ҡайҙа ла бер. “Мохтаж етемдәр” тигән ҡалыплашҡан фекер ҙә урынһыҙ: балаларҙың барыһы ла заманса бөхтә кейенгән, өлкәнерәктәрендә кеҫә телефондары бар, үҫмерҙәргә хас ҡылыҡтары ла һеҙҙең менән беҙҙең ул-ҡыҙҙарҙыҡы кеүек...
Ил өсөн ифрат ҡатмарлы, халыҡты граждандар һуғышы ғына түгел, ҡот осҡос аслыҡ та ҡырған дәһшәтле осорҙа күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин башланғысы менән башҡорт балаларының ғүмерен һаҡлап ҡалыу ниәтендә ойошторолған данлыҡлы балалар йорто был. Быуатҡа яҡын тарихы булған учреждение ошо йылдарҙа ниндәй генә тарихи ваҡиғаларҙың, ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәрҙең шаһиты булмаған! Мәгәр, еңелдән булмаған юлды һайлаған коллектив һәр ваҡыт төп маҡсатына – төрлө тормош хәлдәре арҡаһында ата-әсә мөхәббәтенән мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәләүгә, уларҙың төп яҡлаусы һәм ҡурсалаусыһы булыуға тоғро ҡала – ошо йылдар эсендә бында алты меңдән ашыу бала тәрбиәләнгән, оло тормош юлына оҙатылған.
Һуңғы ун ике йылда учреждениеға – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортона Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәнисә Малик ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВА етәкселек итә. Нуриман районында уҡытыусы, мәктәп директоры, “Юлдаш” радиоһында хәбәрсе булараҡ төрлө яҡлап тәжрибә туплаған оҫта ойоштороусы, талапсан етәксе, балалар күңелен күрә һәм үҫтерә белгән педагог менән эштең үҙенсәлектәре, тормош ҡиммәттәре, социаль йәһәттән иң сетерекле мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында әңгәмәләштек.

– Фәнисә Малик ҡыҙы, эштең үҙенсәлеге тураһында бер кәлимә һүҙ әйтегеҙ. Бер яҡтан, миһырбанлыҡ, балаларҙы йәлләү кеүек сифаттарһыҙ бында эшләү мөмкин түгел кеүек. Икенсе яҡтан, ни тиклем ҡатмарлы шарттарҙа тыуып-үҫкән балалар менән мөғәмәлә итеү, уларҙы тәрбиәләү кәрәклеген иҫәпкә алғанда, ҡатылыҡ, талапсанлыҡ, уҫаллыҡ та кәрәктер ул?
– Бында эшләй башлап, етем сабыйҙарҙың йәшәйешен, күңел талпыныуын, аһ-зарын яҡындан күреп-белгәс, уйланырға, тормош ҡиммәттәрен ҡабаттан баһаларға мәжбүр иткән тәрән тетрәнеү кисерҙем, күңелемдең шартларҙай булып тулышҡаны, түгелеп илаған саҡтарым да булды. Мәгәр тойғоларға ирек бирһәң, бында эшләү мөмкин түгел. Ғөмүмән, һәр ғәмәлдә айыҡ аҡылға, аныҡ билдәләмәләргә таянһаң, күпкә еңелерәк, һөҙөмтәлерәк. Сама, алтын урталыҡ кеүек төшөнсәләргә инаныу булыуы фарыз. “Айыҡ аҡыл” тигән һүҙбәйләнеште яратам, ошо сифатты үҙемдә үҫтерергә тырышам.
Шул уҡ ваҡытта балалар йортона “вазифа үтәйем”, “аҡса эшләйем”, “эш көнө бөтөү менән өйгә ҡайтам” тип килгәндәр оҙаҡҡа ҡала алмай, сөнки был – шундай үҙенсәлекле, нескә тармаҡ, хеҙмәтең ябай эшкә түгел, ә тормош рәүешенә әйләнергә, иңеңә һалған йөгөңә йәнең-тәнең менән бирелергә, намыҫыңды егеп башҡарырға тейешһең.
– Шулай ҙа донъяла, башҡаларҙан бигерәк, иң тәүҙә сабыйҙар йылылыҡҡа, наҙ-хәстәргә мохтаж...
– Килешәм. Телгә алынған иң изге, әһәмиәтле ғәмәлдәрҙе балаға ғаилә генә бүләк итә ала. Матди йәһәттән ҡәҙимге генә йәшәп тә, балаларҙы иғтибарға-һөйөүгә ҡойондороп, бик тә бәхетле, маҡсатлы, булдыҡлы балалар тәрбиәләргә була. Шул уҡ ваҡытта бер ниндәй ҡытлыҡ кисермәгән хәлле ғаиләләрҙә лә балалар үҙ яйына, иғтибарһыҙ үҫеүе, аҙаҡ тормошта үҙен таба алмаған шәхес формалашыуы ихтимал... Хөкүмәт, һис шикһеҙ, ата-әсә иғтибарынан мәхрүм ҡалған етемдәр проблемаһына ентекле иғтибар бирә, хоҡуҡи, матди йәһәттән улар яҡлаулы, тормошта нығынып китһен өсөн бихисап мөмкинлектәр бар.
Учреждениелағы тәьминәткә килгәндә, ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, аш-һыу, кейем-һалым, замана техникаһы һәм башҡа матди мөмкинлектәр тейешле кимәлдә. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: нисек кенә булмаһын, бер генә балалар йорто ла балаға яҡындары, атап әйткәндә, әсәй йәки атай бирә алған тиклем мөхәббәт, йылылыҡ бүләк итә алмай... Уларҙың һәр ҡайһыһы яратып ҡына ҡосаҡлауға, наҙлап ҡына сәстәренән һыйпауға, ысын күңелдән аралашыуға мохтаж. Психологтар иҫбатлағанса, тап ошо көндәлек нескәлектәр, бәләкәй генә, әммә мөһим ғәмәлдәр бөтөн күңелле, көслө ихтыярлы шәхес тәрбиәләүгә нигеҙ һала.
– Йәмғиәттә етемдәрҙе тәрбиәләү системаһын үҙгәртеү темаһына бәхәстәр тыуып тора, балаларҙы ғаиләләргә тәрбиәгә биреү; ғаилә тибындағы учреждениелар ойоштороу кеүек ғәмәлдәр киң тарала башланы. Әммә илебеҙҙә ата-әсә наҙынан мәхрүм сабыйҙар бар әле, бигерәк тә социаль етемдәр – яҡындары булып та, уларҙы тәрбиәләмәгән, эскелек, наркомания ҡорбанына әүерелгән, енәйәт ҡылып, төрмәгә эләккәндәрҙең балалары йөрәкте өшөтә.
– Бынан тиҫтә йыл элек эшкә килгәндә, учреждениела 120 бала тәрбиәләнә ине, бөгөн был һан 44-кә тиң. Ошо йылдарҙа күптәре ғаиләле булды; ҡайһы бер ата-әсәләрҙең, бихисап һынауҙар үткәндән һуң, дөрөҫ юлға баҫып, балаларын кире үҙ янына ҡайтарғаны ла бар; ҡурсалаусы тәрбиәгә бирелгәндәр ҙә бихисап.
Беҙҙең типтағы учреждениелар – тәүге сиратта, йәмғиәтебеҙҙең көҙгөһө, ундағы рухи ҡиммәттәрҙең, ижтимағи хәлдең сағылышы. Бәғзеләр, беҙҙе Чечен Республикаһы менән сағыштырып: “Унда балалар йорто юҡ!” — тип әйтергә ярата. Эйе, килешәм, ун­дағы етем сабыйҙар мотлаҡ ғаиләлә тәрбиәләнә, ту­ғандары ҡәрҙәштәре өсөн барыһын да эшләргә те­йеш. Был – борон-борондан килгән йола, йәшәү ҡа­нуны, шулай уҡ дини тәғлимәттәр менән ны­ғы­тылған мөһим төшөнсә, хатта йәшәү рәүеше лә. Ислам ҡанундары бик юғары баһаланған, тәртип көслө булған, йолалар бер һүҙһеҙ үтәлгән үҙенсәлекле республиканы беҙҙең менән сағыштырыу бик үк урынлы түгелдер, сөнки Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре күпләп йәшәй, был шулай уҡ халыҡтың рухи-мәҙәни, дини-ижтимағи үҙенсәлектәренең төрлөлөгө, йәмғиәт ҡанундарының да күпкә ирекле булыуы хаҡында һөйләй.
Ваҡытында Рәсәйҙең наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре беҙҙең балалар менән бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итте, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Шул егеттәр араһында чечен милләте вәкилдәре лә бар ине. Уларҙы иң әсендергәне балалар йортонда бер туғандарҙың күпләп тәрбиәләнеүе булды.
“Балаларҙың ошондай хәлдә ҡалыуы – туғандары өсөн юйылмаҫ мәсхәрә, уларҙы ғүмер буйы ғазапландыра торған ғәмәл”, – тип йыш ҡына ҡабатлағандары иҫтә ҡалған.
– “Матди мөмкинлектәр” тигәс, бәғзе белгестәр, бөтә нәмә әҙер булған мөхиттә тәрбиәләнгән балалар аҙаҡ йәмғиәт шарттарына ҡыйын яраҡлаша, күпселек осраҡта тормошта үҙ урынын бөтөнләй таба алмай, тип белдерә...
– Ысынлап та, был — йәмғиәтебеҙҙә мөһим проблемаларҙың береһе, уны хәл итеү юлдарын эҙләйһе бар әле. Дәүләт етемдәргә ҙур иғтибар бүлә, бигерәк тә һуңғы тиҫтә йылда тәьминәт күпкә яҡшырҙы, балаларҙың бер ниндәй мохтажлығы юҡ. Ашайым тиһәң, төрләндерелгән аш-һыу, заманса кейем, уҡырға-үҫешергә техник саралар бар. Балаларҙы театрҙарға, киноға, төрлө мәҙәни-ижтимағи сараларға йөрөтәбеҙ, учреждениела ынтылыштарын, һәләттәрен асыу өсөн төрлө түңәрәктәр эшләй, шәхес итеп тәрбиәләү өсөн махсус комплекслы программалар тормошҡа ашырыла. Ғөмүмән, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡан балаларыбыҙҙы онотмайбыҙ, яҙмыштары менән ҡыҙыҡһынып, ярҙам итеп торабыҙ. Улар үҙҙәре лә балалар йортона форсат сыҡҡан һайын килергә тырыша: бала сағы ошонда үткәс, күңеле башҡа ҡайҙа тартылһын инде? Бәғзеләренең тәрбиәселәренән дә яҡыныраҡ кешеләре юҡ – һағыныу хисе саҡыра.
Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, бер генә балалар йорто ла, иң яҡшы, изге күңелле тәрбиәселәр ҙә ата-әсәнең сикһеҙ наҙын, иғтибарын, эскерһеҙ һөйөүен алмаштыра алмай. Һәр баланы тәрбиәләүҙә ошо сифаттар иң мөһиме, иң кәрәклеһе тип иҫәпләйем. Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыу, һынауҙарға бирешмәү, көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләү, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн рухи ныҡлыҡ, ә рухи ныҡлыҡ булһын өсөн бала тейешле кимәлдә һөйөлгән-яратылған булырға тейеш. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең ҡәҙимге тормошҡа ауыр яраҡлашыуының төп сәбәптәренең береһе – ошолар.
Тармаҡтың проблемалары күп яҡлап өйрәнелгән, проблеманы хәл итеүҙең бихисап юлдары билдәләнгән. Ғаиләгә тәрбиәгә биреү, аралашыуҙы сикләмәү, балаларҙың көнкүрешен мөмкин тиклем ғаиләләге шарттарға оҡшаш итеү, үҫмерҙәрҙе үҙ-үҙҙәрен ҡарарға, көндәлек тормошта үҙҙәрен тәрбиәләргә өйрәтеү – мөһим, мотлаҡ йүнәлештәр.
– Тәрбиә алымдары тиһәк тә, “генетика”, “нәҫел үҙенсәлектәре” тигән төшөнсәләр ҙә бар бит әле...
– Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр. Ошонан сығып, бала үҫкән мөхит уның киләсәктәге ынтылыштарын, бәләкәй сағынан башына һеңдергән ҡиммәттәр тормош юлын билдәләй, тигәнгә инанам.
Сабый ғына килеш биологик ата-әсәһенән ҡалып, аҙаҡ бынамын тигән ғаиләгә эләккән, һәр йәһәттән күркәм тәрбиә алып, матур тормош ҡорған тәрбиәләнеүселәребеҙ бихисап. Һәр кешелә генетик үҙенсәлектәр булыуын инҡар итмәйем, мәгәр кеше тәрбиәләнгән мөхит, шәхескә ҡарата булған мөғәмәлә, ул таянған рухи ҡиммәттәр бәғзе саҡта генетиканан күпкә юғарыраҡ, тип уйлайым.
Беҙгә балаларҙы тәрбиәгә алам тип бихисап кеше килә. Ҡайһылары үҙ балаһын бағыу мөмкинлегенән мәхрүм, бәғзеләрен етемдәргә ярҙам итәйем, изгелек ҡылайым тигән самими ынтылыш әйҙәй. Әлбиттә, улар менән асыҡтан-асыҡ әңгәмәләшәбеҙ, проблемаларҙы йәшермәйбеҙ, еңел булмаясағын төшөндөрөргә тырышабыҙ, сөнки ауыр холоҡло ғына түгел, ә йүнәлеп булмаҫлыҡ заман сирҙәренә дусар балаларыбыҙ ҙа бар. Ҡайһылары ошо этапта уҡ иңенә яуаплылыҡ ала алмаясағын аңлап, шунда уҡ боролоп ҡайтып китә. Икенселәрен, һеҙ әйтмешләй, “генетик” сирҙәр ҡурҡыта. Һөҙөмтәлә етем баланы тәрбиәгә үҙенең тормошон ғына түгел, баланың да йәшәйешен тулыһынса үҙгәртергә әҙер булған, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған, был яуаплылыҡ – ғүмерлеккә икәнлеген төшөнгән айыҡ аҡыллы кешеләр генә ала.
Ғаилә – балаға йәшәү көсө биргән тылсым сығанағы, оло мөғжизә! Шуға “етем баланы бәхетле иткем килә” тигән изге уй күңелегеҙҙә морон төрткән икән, ошо сауаплы уйығыҙҙан ҡурҡмағыҙ, ҡыйыуыраҡ булығыҙ, дәүләт тә, Аллаһ Тәғәлә лә һеҙҙең яҡта, тип әйтер инем.
Икенсе яҡтан, йөрьәт итеп балалар йортона килеп тә, тәүге ҡаршылыҡтар, проблемалар хаҡында ишетеү менән шунда уҡ кире боролғандарға бер аҙ үпкәм бар: етемде бәхетле итәм тигән сауаплы ниәт әйҙәгәс, уның сирле йәки мөмкинлеге сикләнгән булыуы, кемдән тыуыуы мөһимме икән? Балалар йорто магазин түгел. Һәр бала һөйөүгә, бәхеткә лайыҡ.
– Эшегеҙ һис тә еңелдән түгел, әммә күңел көрлөгөн бер ҙә юғалтмайһығыҙ, Фәнисә ханым.
– Башта уҡ телгә алғанымса, бында эшләргә түгел, ә бар булмышың менән инеп китергә, ошондағы көйөнөстәр һәм һөйөнөстәр менән йәшәргә кәрәк. Ҡатмарлы вазифа, әммә уйынлы-ысынлы әйткәндә, тәрбиәләнеүселәребеҙ тормошҡа зарланырға, төшөнкөлөккә бирелергә ваҡыт ҡалдырмай.
Төрлө йәштәге төрлө холоҡ-фиғелле балалар (ете йәштән 17 йәшкәсә 27 малай һәм 17 ҡыҙ) тәрбиәләнгән урында бер көндөң икенсеһенә оҡшауы мөмкин түгел. Эшкә аныҡ пландар ҡороп та килеп булмай, сөнки ысынбарлыҡ алдыңа бөтөнләй икенсе мәсьәләләр килтереп ҡуйыуы ихтимал. Ҡайһы саҡта учреждениела көнөң төнгә ялғана, йә иһә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында саҡыртып алыуҙары бар – быға ла күнегәһең.
Коллектив бик татыу, берҙәм, бында эшен мөкиббән яратҡан, уның ни тиклем яуаплы икәнлеген аңлаған кешеләр эшләй. Уҡытыу-тәрбиә буйынса урынбаҫарым, уң ҡулым, фекерҙәшем Зөлфиә Юнир ҡыҙы Насертдинова, тәрбиәсе, оло йөрәкле кеше Флиза Хәләф ҡыҙы Ниғмәтуллина, психолог, балаларҙың да, ололарҙың да кәңәшсеһе Динә Радик ҡыҙы Ҡәҙербаева һәм башҡалар – һәр ҡайһыһы үҙ урынында, вазифаһын белеп, еренә еткереп башҡара.
– Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең яртыһы ла йәмғиәттә үҙ урынын таба алмай, күбеһе тайғаҡ юлға баҫа, тигәндәргә ни тип яуап бирерһегеҙ?
– Ғүмер буйлап беҙ бала саҡта алған рухи нигеҙгә таянып атлайбыҙ, сабый саҡта һеңдерелгән ҡиммәттәргә инанабыҙ, шуларҙан сығып, фекер йөрөтәбеҙ, тимәк, йәшәйешебеҙҙең ниндәй буласағын билдәләйбеҙ. Бигерәк тә ҡанаттар ата-әсә ышығында нығына, уларҙың өлгөһөндә сыныға.
Был йәһәттән балалар йортонда тәрбиәлә­неү­селәр күп мөһим ғәмәлдәрҙән мәхрүм. Наҙға һыу­һау, яҡындарыңды юҡһыныу, ҡәҙимге аралашыуға мохтаж булыу, әлбиттә, тәрбиәләнеүселәребеҙҙең күңелен күпкә нескәрәк итә. Беҙ, ни тиклем тырышһаҡ та, барыбер тейеш тиклем йылылыҡты биреп бөтөрә, баланың иң яҡын кешеләрен алмаштыра алмайбыҙ, әлбиттә.
Әммә бындағы балаларға “бахыр” тип йәлләп ҡарауҙарына, уларға үҫеп етер-етмәҫтән “булдыра алмай” тигән мөһөр һуғыуҙарына ҡырҡа ҡаршымын! Әгәр ҙә ошо сабыйҙарҙың кемен булһа ла аяғында ныҡлы баҫып торған, һөнәрле, маҡсатлы кеше итеп тәрбиәләй алһаҡ, ғаилә ҡороп, йәмғиәткә файҙа килтерерлек итеп йәшәгәнен күрһәк, тимәк, тырышлыҡ бушҡа булмаған. Баланың булмышын, холоҡ-фиғелен тамырынан үҙгәртеү мөмкин түгел, мәгәр тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ һыҙаттар тәрбиәләү беҙҙең ҡулдан килә.
– Хеҙмәт – иң ҙур тәрбиә тигән хәҡиҡәт бар...
– Ҡала шарттарында, әлбиттә, был ниәтте тулыһынса тормошҡа ашырыу бик ҡыйын. Шулай ҙа балаларҙы эшкә өйрәтәбеҙ. Урынын йыйыштырыу, бүлмәне тәртипкә килтереү, һауыт-һаба йыуыу кеүек мәшәҡәттәрҙе һәр бала башҡара. Ҡыҙҙарҙы йорт нескәлектәренә төшөндөрәбеҙ, барыһы ла тиерлек тегеү цехында эшләргә өйрәнә. Байрамдар, төрлө саралар өсөн тәрбиәләнеүселәр костюмдарҙы үҙҙәре тегә. Аш-һыу әҙерләргә лә өйрәтәбеҙ, төрлө рецепт өлгөләрен һынап ҡарайбыҙ, килеп сыҡҡан тәмлекәстәр менән бергәләп һыйланабыҙ.
Балалар йортонда бер туғандар ҙа бар. Улар бер-береһен ҡарап-ҡурсалап йөрөтә, ярҙамлашып йәшәй. Тәрбиәүи йәһәттән был бик мөһим. Кемделер уллыҡҡа алабыҙ тиҙәр икән, бер туғандарҙы айырмаҫҡа тырышабыҙ. Былай ҙа яҡындары йылыһынан мәхрүм балалар берҙән-бер ҡан ҡәрҙәшенән айырылырға тейеш түгел тип иҫәпләйем.
Һәр бала наҙға мохтаж, һәр сабый һөйөүгә лайыҡҮҫмерҙәр булғас, уларға ғына хас проблемалар ҙа тыуып тора. Балаларыбыҙ яҡындағы 99-сы мәктәптә уҡый, ҡәҙимге ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән йәштәштәре менән аралаша. Тәүге мөхәббәт тойғоһо хасил булыуы ла, дуҫлыҡ ептәре нығыныуы ла ихтимал, һәм беҙ һәр ваҡыт был яңылыҡтар хаҡында хәбәрҙар булырға тырышабыҙ, әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Кешегә ышаныс белдереү күңелде үҫтерә, яуаплылыҡ өҫтәй бит ул. Ғөмүмән, бында тормош гөрләп тора, тик ултырған юҡ тиерлек.
– Ошондай ҙа ҡатмарлы тармаҡта эшләү, әлбиттә, холоҡто сыныҡтыра, ғәжәпләндергән төшөнсәләр ҡалмайҙыр ҙа тиерлек...
– Шулай ҙа мине хайран ҡалдырған бер нәмә бар: ошо сабыйҙар, тормоштоң башҡа һыймаҫлыҡ ауырлыҡтарын, әсеһен-сөсөһөн татығандан һуң да яҡындарына, бигерәк тә әсәләренә ҡарата күңелендә бер ниндәй ҙә үпкә тойғоһо һаҡламай, уның образын саф, таҙа килеш һаҡлай, ҡасан да булһа килеренә, ҡосағына алырына һәм бер ваҡытта ла ташлап китмәҫенә ышанып йәшәй...
Һәр бала наҙға мохтаж, һәр сабый һөйөүгә лайыҡСараларға балаларҙың яҡындарын саҡырырға тырышабыҙ. Күпселек осраҡта был – өләсәйҙәр. Уларҙың күҙҙәрендәге һағышты аңлатып бөткөһөҙ: беренсенән, заман балаларын тәрбиәләй алырлыҡ көс-хәле булмағанға әсенеү, икенсе яҡтан, тормошта яһаған ниндәйҙер хаталары өсөн үкенес тә бар кеүек тойола миңә.
Әйткәндәй, беҙҙең балалар йортонда, уның музейында ла тәрбиәләнеүселәр тураһында бихисап мәғлүмәт, фото тупланған. Йылдар үткәс, күптәр тамырҙарын юллап, үткәне тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт алырына өмөтләнеп, балалар йортона кире килә, эҙләй, һорай, юллай... Тамырҙар – ифрат көслө төшөнсә, һәр кем үҙенең ҡайҙа һәм кемдән тыуғанын белгеһе килә.
– Бала йәнле булыр өсөн балаларҙы яратҡан, уларҙың күңел ынтылышын тойоп, шәхес итеп тәрбиәләргә тырышҡан мөхиттә үҫеү мөһим...
– Әлшәй районының Ибрай ауылында тыуып, Ҡармыш ауылында үҫтем. Һигеҙ бала булдыҡ. Атайым Малик Хөббиғужа улы менән әсәйем Әнисә Миңлегәрәй ҡыҙы ауылдың хөрмәтле кешеләре ине. Намыҫлы, булдыҡлы, ғәҙел кешеләр. Кәрәгенсә талапсан да булдылар, беҙҙең күңелде күреп үҫтереү, маҡсатлы, белемле итеү өсөн көстәрен йәлләмәнеләр. Йортта китаптарҙың бәҫе юғары булды. Атайымдың йыш ҡына: “Балам, үткерлегең дә, тырышлығың да бар, ауыл хужалығы институтын тамамларһың да колхозға рәйес булып ҡайтыр­һың”, – тип уйынлы-ысынлы әйткәне хәтерҙә. Ғаиләбеҙҙең тағы бер матур йолаһы – барыбыҙ ҙа йырлағанға күрә, бала саҡта мотлаҡ йыйылып концерт ҡуя торғайныҡ, бер-беребеҙҙең күңелен күрә инек. Беҙҙең һәммәбеҙҙә туғансыллыҡ тойғоһо ифрат көслө, бер-беребеҙ өсөн йәнебеҙҙе бүлеп бирергә әҙербеҙ. Ғөмүмән, бик бәхетле, яҡты бала саҡ кисергәнмен, тим.
Яҙмыш мине Башҡорт дәүләт университетына алып барҙы, рус-башҡорт бүлеген тамамлағандан һуң, Нуриман районының Иҫке Күл ауылында хеҙмәт юлын башланым. Мине директор итеп тәғәйенләргә йыйынғас, атайыма кәңәш һорап хат яҙғаным иҫтә. “Балам, булдыраһың! Ышаныс белдергәс, “юҡ” тип әйтмә”, – тип фатиха бирҙе атайым.
Һәр бала наҙға мохтаж, һәр сабый һөйөүгә лайыҡ2002 йылда, Өфөгә күсеп, тормошомдо үҙгәртеп йөрөгән тынғыһыҙ, мәшәҡәтле осорҙа ғаиләбеҙгә бәлә килде – бәләкәс ҡыҙҙарын етем ҡалдырып, һеңлем был донъяны ташлап китте. Үҙемдең ҡыҙым Нәркәскә ул мәлдә – һигеҙ йәш, ә яҙмыш ҡосағында яңғыҙ ҡалған Илзирә менән Таңһылыуға – ун һәм алты йәш ине... Оҙаҡ уйлап торманым, сабыйҙарҙы үҙ ҡарамағыма алдым.
Шундай ҡатмарлы, ауыр осорҙа бар булмышымды нисек бар шулай ҡабул итеп, терәк-таянысыма әүерелгән йәмәғәтемде – Мәхмүтте тап иттем. Уның ҡатыны гүр эйәһе булып, улы менән яңғыҙ ҡалған икән... Бына ошолай, яралы яҙмыштарыбыҙҙы уртаҡ итеп, ауырлыҡтарға ҡаршы бергәләп көрәшеп, бөгөнгө һил, тотороҡло донъябыҙға нигеҙ ҡорҙоҡ. Хәҙер Денисыбыҙ, Илзирәбеҙ юғары белем алып, үҙаллы донъя көтә, ғаиләле кешеләр, ейәндәр менән шатландыралар; Нәркәс – юғары белемле белгес, Таңһылыу – студент, уңыштары, ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып, донъябыҙҙы йәмләп торалар.
Башҡа туғандарҙың балаларына ла хәлдән килгәнсә ярҙам итеп, тормош йүнәлеше биреп торабыҙ – ғаиләнән дә көслө терәк, мөһимерәк ғәмәл булыуы мөмкинме тормошта?
Ғөмүмән, тормошомдан бик ҡәнәғәтмен, уның һәр миҙгеле ауырлыҡтары һәм еңеүҙәре, ҡаҙаныштары һәм ҡаршылыҡтары менән ҡәҙерле. Иң мөһиме — һаулыҡтан айырмаһын, яҡындарым иҫән-һау булһын. Ул ваҡытта тәрбиәләнеүсе­ләремдең, хеҙмәттәштәремдең ышанысын аҡлап, эшем дә ырамлы барасаҡ, яңы бейеклектәр, яңы уңыштар яуланасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872