Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Меңйәшәр ҡарағас һәм йомро таштар
Меңйәшәр ҡарағас һәм йомро таштарБашҡортостанда иғлан ителгән Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына ярашлы, ауыл китапханаларының абруйын күтәреү маҡсатында, Хәйбулла районында “Эко – мин! Эко – һин! Эко – донъя!” әҙәби-экологик конкурсы иғлан ителде.
Һәр кемдең күңеленә иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе уның тыуып-үҫкән ере була. Кеше Тыуған иленә булған һөйөүен үҙенсә күрһәтә. Берәүҙәр быны үҙенең эше менән иҫбатлай. Икенселәр илен данлап йырҙар сығара. Байрам сараһын “Мөғжизәле тыу­ған яғым” тип атап, хөрмәтле ҡунаҡта­рыбыҙҙы тыуған ауылыбыҙҙағы мөғжизәле урындар менән таныштырып үттек.
Юлбарыҫ ауылынан биш саҡрым алыҫ­лыҡтағы меңйәшәр ҡарағас – ауылыбыҙ­ҙың йөҙөк ҡашы. Ә кемдең эше был ҡарағас? Был һорауға яуап булып бер нисә фаразлау бар. Беренсенән, ағасты немец әсирҙәре ултыртҡан, тип әйтәләр. Баҡтиһәң, беҙҙең республикала ҡарағастар бик күп ултыртылған. Мәҫәлән, Хәйбулла, Йылыйыр һәм Баймаҡ райондарында бер үк йылғы шундай ағастар үҫә. Бәлки, шул ҡарағастарҙан немец әсирҙәре үҙҙәренсә карта яһағандыр!
Ә быныһы икенсе фаразлау: 1769 йылда Екатерина II указы менән немец ғалимы Петр Симон Паллас экспедицияһы Башҡортостанға ебәрелә. Уның төп маҡсаты – еребеҙҙе тасуирлау, файҙалы ҡаҙыл­маларын, тәбиғәтен өйрәнеү. Экспедиция ваҡытында ер аҫтындағы файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ҡоролоҡҡа бирешмәгән, күп йыл йәшәгән бер ағас менән билдәләгәндәр. Ағасты тәрбиәләп үҫтереү өсөн Паллас кеше яллаған.
Өсөнсө фаразлау ҙа бар – элек юлсыларға ылыҫлы ағастар маяҡ булып торған. Шуларға ҡарап юл тотҡандар, ләкин был фаразлауҙар сиселеп бөтөлмәгән мәсьәлә булып ҡала.
Меңйәшәр ҡарағас һәм йомро таштарНисек кенә булмаһын, меңйәшәр ҡарағасҡа кеше күп килә, уның янында туҡталып, теләк теләйҙәр. Ауырыуҙарға – дауаһын, аҙашҡандарға юл күрһәткән маяҡ, шанлы һәм данлы тарихыбыҙҙың тере хәтере, рухи көс биргән илаһи бер мөғжизәгә тиң меңйәшәр ҡарағас янында барыһы ла нисектер таҙарынып, яман уйҙарҙан арынып, үҙҙәренә көс һәм рух алғандай тойола...
Беҙҙең уйыбыҙса, уникаль тип иҫәпләнгән тағы ла бер тәбиғәт объекты бар Юлбарыҫ ауылында. Ни өсөн уникаль? Сөнки бындай йомро таштарҙың ҡайҙан килеп сығышын әлегә бер кем дә аңлата алмай. Берәүҙәр динозаврҙың йомортҡаһы тиһә, икенселәр боронғо диңгеҙ үҫемлектәренең емеше тип уйлай, билдәһеҙ осоусы объекттар (НЛО) ҡалдығы тип фаразлаусылар ҙа бар. Бындай йомро таштар тағы ла Ҡытайҙа, Израилдә, Үҙәк Америкала, АҠШ-та, Яңы Зеландия, Румыния, Ҡаҙағстан, Бразилия илдәрендә табылған. Шуныһы ҡыҙыҡ: таштар ҙурлығы менән бер иш түгел, диаметры буйынса 10-дан 50 санти­метрға тиклем етә. Аҡ һәм ҡара төҫтәге таштарҙың ҡайһылары шыма ғына, ҡытыршы булғандары ла осрай. Бына шундай тәбиғәт мөғжизәһе менән таныштырҙыҡ ҡунаҡтарыбыҙҙы.
Байрам сараһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ижадынан шиғырҙар ҡулланылды, сөнки ул үҙен “Мин тәбиғәт балаһы…” тип танытты. Экология тураһында һөйләгәндә ижады тотошлайы менән тәбиғәт, уны һаҡлау проблемаларын күтәргән күренекле әҙиптәребеҙҙең береһе тураһында әйтеп китмәү мөмкин түгел.
Йәшел урмандар шауы, шишмәләрҙең сылтырап ағышы, йылға-күлдәренең сихри сафлығы күңелдәргә йән тыныслығы бирә. Улар беҙҙе туйындыра, йәшәү өсөн дәрт-дарман, көс-ҡеүәт өҫтәй, сафландыра, илһамландыра. Ер-Әсәбеҙгә аҙ ғына һаҡһыҙ ҡағылһаң, емерелергә, ыуалырға тора. Шуға ла ул ярҙамға мохтаж. Абдулхаҡ Игебаевтың “Ергә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ” тигән шиғыры барыбыҙ өсөн дә оран булып яңғыраһын ине…

Ергә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ,
Күркен беләйек беҙ тормоштоң!
Һалҡын ҡырауҙарҙан һулытмайыҡ
Аҫыл сәскәләрен ырыҫтың!
Ергә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ,
Ҡәҙерен беләйек беҙ ер-һыуҙың!
Ер-һыу ҡәҙерен белеп йәшәүҙәлер
Бар мәғәнәһе Кеше булыуҙың!





Автор: Гөлсинә МӘҒӘФҮРОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә