Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер-береһен эҙләй... эш һәм белгес
Бер-береһен эҙләй... эш һәм белгесӨфөлә булып үткән “Илдең кеше капиталы: 2030 йылғаса төбәк стратегияһы талаптары” тигән V Төбәк-ара кадрҙар форумы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Ни өсөн был мәсьәлә көнүҙәккә әйләнде? Ошо йүнәлештә заман ниндәй талаптар ҡуя?
“Юрфак тамамланым тиһеңме? Рәсәй Конституцияһының 1-се статья­һында нимә тип яҙылған?” – тип һораным үткән көҙ үҙенә хеҙмәт урыны эҙләгән бер ҡыҙҙан. Ул, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп: “Хәтерлә­мәйемсе...” – тип ҡуйҙы. Ҡануниәт белгесе илдең Төп Законын да белмәй, тимәк. Эш бер ошо ҡыҙҙа ғына булһа икән...
– Кадрҙарға мохтажлыҡ тура­һында төрлө кимәлдәге етәксенән ишетергә була, сөнки был – уның өсөн һәр саҡ төп мәсьә­лә, – тине республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо форумдағы сығышын­да. – Ә бит уйлап ҡараһаң, күпме кадр агентлыҡтары эшләй, күпме коллективтар белдекле һәм на­мыҫлы хеҙмәткәрҙәр юллау менән мәшғүл, әммә “Кадрҙар ҡай­ҙа?” тигән ауаз көн һайын яңғырай. Был заман шауҡымымы әллә?
Ысынлап та, кадрҙар резервы буйынса исемлек төҙөлөүе, йәштәр менән аңлатыу эше алып барыуҙары тураһында йыш ишетәбеҙ. Ләкин, форумда әйтелгәнсә, йәмғиәттә һәм етештереү тармаҡтарында эште ойошторорға һәләтле кешеләр табы­уы үтә ҡыйын. Йыйында ҡатнашыу­сылар бөгөнгө юғары уҡыу йорттарында белгестәр әҙерләү кимәле менән ҡәнәғәт булмауы тураһында белдерҙе. Халыҡ хужалығына әллә ни кәрәкмәгән, ләкин уҡытыу сығым­дары аҙ булған кадрҙар артыҡ күп “етештерелә”, ә ҙур ҡытлыҡ кисергән тармаҡтар был юҫыҡта мәхрүм булыуын дауам итә.
Власть органдарында эшләү өсөн кадрҙар табыу ҙа еңел түгел икән. Рөстәм Зәки улының сығышынан күренеүенсә, тейешле вазифаға тап килерлек белгесте эҙләү оҙаҡ ваҡытты ала. “Хатта ҙур компания­ларҙа уңышлы эшләп йөрөгән бик таһыллы белгесте лә дәүләт йәки муниципаль органға күсереү өсөн ҡайһы саҡ ярты йыл өгөтләргә тура килә. Эш бында хеҙмәт хаҡына ғына ҡайтып ҡалмағанын яҡшы аңлайһы­ғыҙҙыр”, – тине республика етәксеһе.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты со­циаль яҡлау министрлығы мәш­ғүллек системаһын үҙгәртеп ҡороу буйынса ҙур эш башлаған. Форумда беҙҙең республикалағы ошондай уҡ ведомствоның был эшмәкәрлектә һынау майҙансығы булып хеҙмәт итергә әҙер булыуы хаҡында ла әй­теп үтелде. Ошо министрлыҡҡа буй­һонған, һәр районда булдырылған мәшғүллек хеҙмәте лә артабан эшһеҙлек буйынса пособие түләү­сенән хеҙмәт баҙарын көйләүгә етәкселек иткән ойошмаға әйләнергә тейеш.
Кадрҙар эше менән шөғөлләнеүҙе республика етәксеһе “йәмғиәттең социаль капиталын булдырыу” тип атаны һәм ил яҙмышының уға тығыҙ бәйле икәнлеген иҫкә төшөрҙө. Был, тәбиғи, етештереү тармағындағы йә­ки финанс өлкәһендәге капитал ғына түгел, ә йәмғиәттең киләсәген билдәләгән шарт. Форумда сығыш яһағандарҙың береһе уны “йәмғиәт­тең позитив өлөшөн булдырыу” тип тә атаны.
Әлеге ваҡытта төбәгебеҙҙең ҡану­ниәт һәм башҡарма власть органдары, фән әһелдәре Башҡортос­тандың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын әҙерләү менән мәшғүл. Был мөһим документтың үҙәгендә – кеше, уның мәнфәғәттәре, эшлеклелек сифаттарын үҫтереү юлдары. Хеҙмәт баҙарының киләсәген нисек тоҫмалларға? Кадрҙарға заказдың ғилми яҡтан нигеҙләнгән фаразын нисек төҙөргә? Был осраҡта демог­рафик хәлдең, урбанизация күре­нешенең, яңы етештереү ҡеүәттәрен урынлаштырыуҙың, инвестиция про­ект­тарын тормошҡа ашырыуҙың за­манға ярашлы үҙенсәлектәрен нисек дөрөҫ иҫәпкә ала барырға? Һорауҙар күп. Йәнә килеп, быларҙың бары­һының да кадрҙарға бәйле икәнлеге аңлашылалыр.
Хеҙмәт ресурстарына идара итеү­ҙең йоғонтоло системаһын булдырыу ҙа көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Халыҡтың уртаса йәшенең олоғая барыуы, тыуымдың кәмеүе был проб­леманы тағы ла киҫкенләштерә тө­шә. Ошо йәһәттән электрон белем би­реүҙе киңәйтеү, уға мөмкин тиклем күберәк эшсе һәм хеҙмәткәрҙе йәлеп итеү ҙә күҙ уңында тотола. Көньяҡ Кореяла барлыҡ ойошма белгес­тә­ренең 95 проценты йыл һайын электрон белем биреү аша үҙ квалифи­кацияһын камиллаштыра бара икән. Беҙҙең республика буйынса ошондай уҡ күрһәткес аныҡ ҡына билдәле түгел.
Ҙур предприятиеларһыҙ бөгөнгө тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Ҡаҙнаға ингән һалымдың 80 проценты улар өлөшөнә тура килә. Ә ошо ҡеүәтле ойошмаларҙа һәләтле кадрҙар һайлап алыу һәм өйрәтеү эше нисек ҡуйылған? Был да тулыһынса асыҡ түгел, сөнки улар, әлбиттә, үҙҙәренең коммерция серен бик асып бармай.
Донъяның абруйлы фирмаларына юғары менеджерҙар һайлап алыуға махсуслашҡан “Egon Zenhder International” компанияһының белгесе Клаудио Фернандес-Араостың “Иң көслөләр һайлаған юл” тигән ки­табы бар. Рөстәм Зәки улы кадр­ҙар менән эшләгән йәки ошо шөғөлгә тотонорға тәүәккәллек иткән белгес­тәргә шул баҫманы ентекләп уҡырға тәҡдим итте.
“Кешеләремде алып, фабрикамды ҡалдырһағыҙ, оҙаҡламай ошо пред­приятиеның иҙәнен үлән баҫасаҡ, ә фабриканы тартып алып, кешеләрҙе ҡалдырһағыҙ, тиҙҙән беҙ элеккеһе­нән дә яҡшыраҡ фабрика төҙөп ҡуя­саҡбыҙ”, – тигән Генри Форд. Тимәк, капиталист баштан уҡ иң-иң белдекле кешеләрҙе һайлап алыу менән шөғөлләнгән. Һәм был эшмә­кәрлеген бер ҡасан да туҡтатмай. Баҙар иҡ­тисадында эшләйбеҙ тип иҫәпләйбеҙ һәм шул уҡ ваҡытта килемдең аҙ­лы­ғына зарланабыҙ икән, бәлки, беҙ­гә лә илке-һалҡы йөрөгән “белгес­тәр”ҙе аҫрауҙан һәм йәлләүҙән (урамға ҡыуып сығарһаң, ғаиләһен нисек ашатыр?) туҡтарға, уңғандар һәм ялҡауҙар өсөн “уравниловка”ға, ниһайәт, сик ҡуйырға кәрәктер?


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы һәләк булған Рәсәй Геройының улы менән һөйләшеүҙәр алып бара
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән...

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан 02.02.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан...

Тотош уҡырға 2

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла 02.02.2026 // Йәмғиәт

Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, документ әҙер....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә 02.02.2026 // Йәмғиәт

Февралдән улар индексациялана, пособиелар күберәк түләнә....

Тотош уҡырға 3

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә