Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Таң нурынан сихри илһам алып, Шиғри сәйләнемде теҙәмен”
“Таң нурынан сихри илһам алып, Шиғри сәйләнемде теҙәмен”Мин, Резеда Флүр ҡыҙы Шакирова, Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында өс игеҙәк ҡыҙҙарҙың икенсеһе булып донъяға килгәнмен.
Бала сағымда атайымдың халҡыбыҙҙың моңло йырҙарын тальянында уйнауы, әсәйемдең уға ҡушылып йырлауы кескәй күңелемде һәм аңымды оҙаҡ йылдар дауамында һуғарып килде.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында, татар теле һәм әҙәбиәте бүлегендә, уҡыу осоронда әҙәбиәт теорияһы һәм әҙәби процесс тураһында белем даирәһе киңәйҙе һәм тәрәнәйҙе. Уҡыған осорҙа ижадҡа тартылдым. “Аҡсарлаҡ” әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөнөм. Беренсе ижад тәжрибәһен ижадташтарым менән уртаҡлаштым.
Оҙаҡ йылдар Өфө дәүләт авиация техник университеты китапханаһында эшләнем. Әле баш ҡалабыҙҙағы Сит телдәрҙе өйрәнеү үҙәгендә татар теле дәрестәрен алып барам.
Күңел өсөн генә тип яҙылған шиғырҙар, хикәйәләр, очерк һәм нәҫерҙәр байтаҡ йыйылып китте. Шуларҙың уңышлы тип һаналғандары республика матбуғатында донъя күрҙе.


Бер һаплам

Төшөммө был, әллә өнөммө был?!
Түгел төшөм, түгел өнөм дә.
Был ғүмерем икән, шундай һаран,
Ай-йондоҙһоҙ ҡай(һы) бер төнөм дә.

Әле генә тыуған кеүек инем,
Яңы төшкән инем бишектән.
Әле генә сығып киткән инем
Бейек тупһа ағас ишектән.

Бик тиҙ үтә ғүмер, бик тиҙ үтә,
Үтеп киткән йәмле йәйҙәрҙәй.
Күҙем асып йомған ара – ғүмерем,
Бер һапламлыҡ теген ебеләй.

Ҡош

Йылы яҡҡа ник китмәгән
Мин күргән әлеге ҡош?
Белмәгәнме беҙҙең яҡта
Булғанын зәһәр ныҡ ҡыш?

Ҡурылған, ул күшеккән,
Оса алмай талпынып.
Иҫкән һалҡын елдән ҡурҡып,
Ҡуя бер аҙ ҡалҡынып.

Иркенлеккә – зәңгәр күккә
Оса алмай нилектән?
Йәтмә үргән тормошона,
Сыға (а)лмаҫҡа ситлектән.

Ҡайындар

Аҡ ҡайындар сихри алҡа таҡҡан,
Урмандарҙы биҙәй ҡай(ы)рыһы.
Ҡайындарҙың һыуын эсәм тиеп,
Алмағыҙ һеҙ ҡайын ҡайғыһы.

Ҡайын һуты түгел, ҡайын йәше
Рәнйей-рәнйей тама силәккә.
Ҡайын саҡырыр беҙҙе йәйен
Ҡосағында бешкән еләккә.

Рәнйетмәгеҙ, Кешем, ҡайындарҙы,
Һинән көсһөҙ улар, яуапһыҙ!
Телгеләмә ап-аҡ ҡайырыһын,
Ҡала күрмә ерҙә сауапһыҙ.

Һинең күҙҙәр

Урмандағы сәскә төҫтәренән
Әйт, ҡайһыһы һиңә яғылған –
Әллә инде ағым болоттарҙың
Зәңгәрлеге һиңә һарылған?
Күк сәскәләр төҫө күҙҙәреңдә,
Зәңгәр диңгеҙ улар – икәүҙәр.
Күҙҙәреңә мин дә һыйғанмын бит,
Бында даръя, бында моң-хистәр.

Юҡ, сығаһым килмәй күҙҙәреңдән,
Аҙаштырҙы ете зәңгәрлек.
Иҫерткес наҙ, һөйөү, най* моңдары,
Халәтемде түгел аңларлыҡ.

Шиғыр йәне – лирика

Шиғырҙарыңдың, дуҫҡайым,
Бар микән әллә йәне?
Йәнекәйе лирикала,
Шиғырға тамған ҡаны.

Лирика ул – донъябыҙҙы
Хистәрҙә ҡабул итеү.
Күңел менән уны аңлап,
Йөрәк түренә илтеү.

Шиғырҙарыңда, дуҫҡайым,
Күктәге илаһилыҡ.
Һиҙәм, тоям һәм эстәлек,
Бөйөклөк вә даһилыҡ.

Киҫәтеүле юлдар

Хан һарайы төҙөй, йыя байлыҡ,
Һаман етмәй, нишләй был халыҡ?!
Ташлана ла тормош диңгеҙенә,
Алтын-мәрйен эҙләй, хас балыҡ.

Төрлө була йылдар тулҡындары:
Берсә тына, берсә тынмай ул.
Ярға ташлай ҡайсаҡ балыҡты ла,
Һыу солтаны тиеп тормай ул.

Ниҙәр етмәй икән кешеләргә
Был тормошта, әгәр уйлаһаң?
Ҡатлам-ҡатлам өйгән байлығыңды
Тәҡдир вата, әгәр туймаһаң.

Яҙмыш дәфтәренән йылдар миңә
Киҫәтеүле юлдар уҡыны:
“Иң ҙур байлыҡ – өмөт, сәләмәтлек,
Юйҙырмаһын йылдар тулҡыны”.

Ярһыр тормош, ем(е)реп ғүмер ярын,
Һыуҙар ҡорор, килер эсәһе.
Алып китеп булмаҫ гүргә байлыҡ,
Юҡ һалырға кәфен кеҫәһе.

Шатланам

Һәр бер атҡан таңды ҡаршы алып,
Сәләм бирәм ҡояш нурына.
Шатланамын, тулған айым йөҙөп,
Яҡынлашһа йондоҙ янына.

Әй ҡыуанам, ҡарап йылғаларҙың
Аҡҡанына ташып ярынан.
Әй шатланам тыныс илебеҙгә
Татыу донъябыҙҙың барына.

Ҡыр ҡаҙҙары киткән саҡта ғына,
Шатланмайым, бер аҙ көнләшәм.
“Яҙҙар менән ҡабат ҡайтығыҙсы!” –
Тауыш аҙашмаҫлыҡ өндәшәм.

Алһыу таңды күреү шатлыҡ миңә,
Тулҡынланып сәләм бирәмен.
Таң нурынан сихри илһам алып,
Шиғри сәйләнемде теҙәмен.


Автор: Резеда ШАКИРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә