Германияның Берлин ҡалаһында Викимедианың сираттағы конференцияһы булды. Төбәк бүлексәләре, тематик йәмғиәттәр, ҡулланыусылар төркөмдәре, Викимедиа фонды һәм уның бүлексәләре вәкилдәре йыйылған сарала Башҡорт Википедияһынан ике ирекмән – З. Әйле менән Visem ҡатнашты. Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына З. Әйленең сара тураһындағы тәьҫораттарын тәҡдим итәбеҙ.
Бер исем тарихыКеше тыуғанда уҡ уның яҙмышы маңлайына яҙылып ҡуйыла, ә исеме уның есеменә тап килә, тиҙәр. Әгәр шулай икән, Берлинға барыуым һис осраҡлы түгел, сөнки...
...Мин тыуғас, күрше-тирә, туған-тыумаса бер аҙна буйына исем эҙләп мәж килгән. Береһенә оҡшағаны икенсеһенә оҡшамай, йә башҡа сәбәптәре табылып, тәҡдим ителгәндәре “брак”ка сығарылып торған. Шулай ҡаңғыра торғас, бер инәйем: “Ике инәһе бар, икеһенең дә исеме Зәйтүнә, икеһе лә һуғышта ҡатнашып, Берлинға етеп, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Әйҙә, шулар хөрмәтенә Зәйтүнә тип ҡушайыҡ, инәйҙәренә оҡшап ҡыйыу, сая, батыр булһын”, – тигәс, уның дәлиленә ҡаршы килеүсе булмаған. Был тарихты мин бәләкәй сағымдан алып әлегә тиклем күпме ишеткәнмендер – белмәйем, әммә Берлинды мотлаҡ барып күрергә, Еңеү яҡынлашҡас, аҙаш-инәйҙәремдең береһе марлянан балитәкле башҡорт күлдәге тегеп, Еңеү көнөндә бейегән Рейхстаг алдында баҫып тороу хыялы күңелемдә күптән бөрөләнгәйне. Юҡҡа ғына, дөрөҫ хыялланығыҙ, барлыҡ хыялдар тормошҡа аша, тимәйҙәр. Минең хыялдарым Башҡорт Википедияһы ярҙамында тормошҡа аша!
Иң мөһиме – мөхит!Үҙемде Википедия хәрәкәтендә “динозавр” тип әйтә алмайым, сөнки бындағы стажым йыл ярымға ла тулмай. Дөйөм стандарттар буйынса, мин әлегә “себеш” кенә. Ҡабығынан сығып та өлгөрмәйенсә, хеҙмәттәшлек, структура һәм ойоштороу йәһәтенән халыҡ-ара ирекмәнлек хәрәкәтенең перспективалары буйынса фекер алышыу сараһына – донъяны яуларға йүгергән “себеш”.
Тәү ҡарашҡа бында аптырарлыҡ артыҡ бер нәмә лә юҡ кеүек, әммә рус теленән башҡа бүтән телде белмәйенсә сит илгә сығып китеү... Ләкин алға барыу өсөн үҫеш кәрәк, бер урында ғына ултырып, бер төрлө эш менән шөғөлләнеп кенә үҫеү мөмкин түгел.
Дөрөҫөн әйткәндә, беренсе көн минең өсөн ысын шок булды, сит мөхит, ят тел. Алға китеп әйткәндә, һуңынан ҡайһы бер һүҙҙәрҙе аңлай башлағайным инде. Бының менән нимә әйтергә теләйем: юҡҡа балаға ғына түгел, кешегә тел өйрәткәндә, шул мөхиттә йәшәтеү зарурлығын гелән һыҙыҡ өҫтөнә алмай телселәр. Хатта телде белгән кеше лә, икенсе тел мөхитендә йәшәп, һуңынан ниндәйҙер башҡа телдә һөйләм төҙөп әйтеүгә ҡыйынһына, телде белмәйем, тип уйлай. Был башҡорт телен өйрәтеүгә лә ҡағыла – башҡорт мөхитендә һәм аралашыу тик башҡорт телендә барғанда, бала уны тиҙерәк һәм нығыраҡ үҙләштерә. Икенсе яҡтан, әле һөйләшә лә белмәгән төрлө милләт балалары үҙ-ара бына тигән итеп аңлаша икән, тимәк, менталь пландағы аралашыуҙы бер кем дә тыймай.
Минимумдан – максимумға...Викиконференцияла минең программа-минимум булып вики-өләсәйҙәр эшмәкәрлеген күрһәтеү, яңы бәйләнештәр булдырыу, бәләкәй телдәрҙе үҫтереү идеяһын алға һөрөү бурысы торҙо. Украин милләтенән булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленә һәм Башҡортостанға ғашиҡ лингвист, Башҡорт Википедияһына башҡортса мәҡәләләр яҙыусы Виктор Семенюк ярҙамында был бурысты атҡарып сыға алдыҡ, тип уйлайым.
Башҡорт Википедияһында башҡа проекттар ҙа үҫешеүенә ҡарамаҫтан, ни өсөн тап вики-өләсәйҙәрҙе донъя кимәленә сығарыуға өҫтөнлөк бирҙек? Быны, моғайын, бары тик шулай ғына аңлатырға мөмкиндер: башҡа тел бүлектәрендә ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәр дөйөм һандың 10-20 процентын ғына алып торһа, БашВикиҙа улар, киреһенсә, күпселекте тәшкил итә. Шуға күрә презентацияла өләсәйҙәргә айырым иғтибар бирелеүе сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Һуңынан да бик күп хуплау һүҙҙәре ишетергә насип булды. Шуны ла әйтергә кәрәк, бөгөн презентация Викимедиала урын алды һәм тиҙҙән инглиз телендә Башҡорт Википедияһының вики-өләсәйҙәре тураһында мәҡәлә лә урынлаштырыласаҡ.
Ғөмүмән, Википедияға ирекмәндәрҙе йәлеп итеү буйынса “Әрмән Викимедиаһы” фәнни-белем биреү ойошмаһы президенты, былтыр “Йыл википедисы” исеменә лайыҡ булған Сусанна Мкртчян менән әңгәмәләшеү ҙә башҡорттарҙың дөрөҫ юлда барыуын раҫланы. “Беҙ, нигеҙҙә, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, ауыл халҡы һәм мәктәп уҡыусылары менән эшләргә тырышабыҙ, сөнки был категорияларҙың ваҡыты һәм ҡыҙыҡһыныуы бар, ә йәштәрҙең ваҡыты юҡ. Уҡытыусылар өсөн семинарҙар ойошторабыҙ һәм һуңынан улар мәктәптәрҙә үҙҙәре балаларға википедия тураһында, нисек эшләп алып китергә өйрәтә. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡыусылар вики-клубтар ойоштороп, үҙаллы шөғөлләнә. Уларға һирәк кенә барып сығабыҙ. Беҙ хәҙер һан өсөн түгел, сифат өсөн эшләйбеҙ, яңы теркәлеүсе ирекмәнде ярты йыл күҙәтәбеҙ, уға ярҙам итәбеҙ. Әгәр ярты йылдан һуң ул проектта ҡала икән, тимәк, артабан да эшмәкәрлеген дауам итәсәк. Әгәр ҡалмай икән, тимәк, уға иғтибар бүлеп, ваҡыт уҙғарыу кәрәкмәй, – ти ул. – Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары өсөн йәйге лагерҙар ойошторабыҙ. Унда башҡа илдәрҙән дә балалар килә. Лагерь эше ата-әсәләрҙең күҙ алдында, унда кире ғәҙәтле кешеләр бөтөнләй юҡ, шуға балаларҙы беҙгә ышанып тапшыралар”. Ысынлап та, кемдәндер нимәлер талап итерҙән алда, башта үҙең өлгө булырға һәм алда барырға тейешһең, ә кемдеңдер килеп, нимәлер эшләрен, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртерен көтөп ултырырға түгел. Был йәһәттән Башҡорт Википедияһында тап шундай ирекмәндәр йыйылған – тота ла эшләйҙәр. Хатта халыҡ араһында шундай абсурдҡа барып етеүселәр ҙә бар: берәй хата күреп ҡалһалар, шунда уҡ шылтыратып йәки Интернеттағы социаль селтәрҙәр аша тетмәкәйҙе тетә башлайҙар. Ә һуң уларға үҙҙәренә инеп, хатаны төҙәтеп сығырға нимә ҡамасаулай? Википедияла ла шул уҡ милләтте, телде донъя кимәленә сығарыу маҡсатында ваҡыт менән иҫәпләшмәгән ирекмәндәр мәҡәләләр яҙып, төҙәтеп, булмағанды булдырып ултыра бит…
Вики-лагерь мәсьәләһенә килгәндә, республикала күптән инде профилле “Йәйләү” лагеры эшләй. Тимәк, вики-лагерь ойоштороу өсөн тәжрибә уртаҡлашыр кешеләр ҙә бар. Ә инде эште тәүҙә ошо лагерь нигеҙендә, уның программаһына инеп китеп тә башларға мөмкин, теләк кенә булһын.
Конференцияла Викимедиа халыҡ-ара ирекмәндәр хәрәкәтенең 2030 йылға тиклем үҫтереү стратегияһына ла (Wikimedia-2030) айырым иғтибар бирелде. Алдан фекер алышыуҙарҙа Башҡорт Википедияһы мөхәррирҙәре бәләкәй телдәрҙе үҫтереү тураһындағы мәсьәләне документҡа айырым пункт итеп индереүҙе тәҡдим иткәйне. Конференция барышында башҡорт һәм баск викимедиасылары инициативаһы менән Викимедианың Европа халыҡтары телдәрендәге бәләкәй проекттары вәкилдәре, шул иҫәптән төрки телле мөхәррирҙәрҙең бер нисә осрашыуы үтте. Телдәр темаһы Ер шарының төрлө мөйөшөндәге халыҡтарҙа ла мөһим мәсьәлә булып торғанлыҡтан, фекер алышыуҙар төнгә тиклем һуҙылды. Сығыш яһаусылар бер телдең икенселәренә баҫым яһауын, ҡайһы бер илдәрҙәге ҡәбиләләрҙә тел, диалект төрлөлөгө, хатта яҙма телдең булмауы, техник мөмкинлектәрҙе үҫтереү, мәҫәлән, текст һәм телмәр тәржемәселәрен, клавиатуралар булдырыу тураһында һөйләне. Бында Башҡортостан менән параллелдәр үткәреп, шуны билдәләге килә: республикала күптән инде төньяҡ-көнбайыш төбәк өсөн урындағы диалектта гәзит нәшер итеү тураһындағы мәсьәлә күтәрелһә лә, йөк һаман урынында ҡала бирә. Бер нисә тел белгән үзбәк Бохруз әйтеүенсә, Германияның Бавария ерендә уҡыусылар рәсми немец телендә белем алһа ла, диалект булып торған бавар телендә әллә күпме гәзит-журнал нәшер ителә икән. Өҫтәүенә бөгөн бавар телендә Австрияла, Швейцарияла, Венгрияла, Чехияла ла һөйләшәләр. Тимәк, диалектта баҫма матбуғат нәшер итеү проблема түгел...
Конференцияға урап ҡайтҡанда, секция эштәренең береһенән һуң, башҡорттарға яҡшы таныш булған Әмир Аһарони мине эҙләп табып: “Телефонығыҙҙы күрһәтегеҙ әле”, – ти. “Телефоным ундай “текә” түгел”, – тип көлә-көлә уның үтенесен үтәйем. “Гуглда башҡортса клавиатура бармы?” – тип, ул тиҙ генә эҙләй башлай һәм, кәрәкле уйынсығын тапҡан бала кеүек, шатлығынан ҡысҡырып уҡ ебәрә: “Иҫ киткес!” “Был бета-версияла хатта хәрефләп сүпләп ултырмай, экранда бармаҡ менән йөрөтөп кенә яҙырға ла була, кәрәкле һүҙ үҙе яҙыла”, – тип күрһәтһәм, Әмирҙең ҙур күҙҙәре тағы ла ҙурайып китте: “Үәт, исмаһам, башҡорттар!” “Ә клавиатураны һеҙҙең Вики-һабантуй буйынса танышығыҙ Илдар Кинйәбулатовтың командаһы егеттәре эшләй!” – тинем маһайыбыраҡ. “Телефонда башҡортса яҙышаһығыҙмы?” – Әмир тағы ла һораулы ҡарашын төбәй: “Әлбиттә. Телефонда ла, ноутбук-компьютерҙарҙа ла башҡортса яҙышабыҙ. Кемдең клавиатураһы юҡ, улар нисек ҡуйырға икәнлеген социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә белешә, инструкция даими ҡуйылып тора”. Шул ваҡытта халҡымдың Илдар һәм уның командаһы кеүек егеттәре булыуына ниндәй ғорурлыҡ кисергәнемде яҙып ҡына аңлатып булмай. Рәхмәт һеҙгә, алдынғы ҡарашлы милләттәштәрем! Ғөмүмән, “Эстәлек тәржемәсе” (Content translation) ҡоралын эшләүселәр төркөмөнөң етәксеһе Әмиргә лә рәхмәтем ҙур, сөнки ул Башҡорт Википедияһының презентацияһынан һуң сығыш яһап, БашВикиҙың ошо ҡоралды ҡулланып тәржемә итеүҙең юғары кимәлен һәм система хәбәрҙәрен тәржемәләүҙә ҙур эш башҡарыуын юғары баһалап, донъя халыҡтары араһында башҡорттарҙың мәртәбәһен күтәреп ебәрҙе.
Секция ултырыштарында тәҡдим ителгән фекерҙәрҙе һәм ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса төрлө кимәлдәге хәүеф аҫтында торған телдәргә иғтибар биреү һәм айырым тематик конференция үткәреү идеяһы ла тәҡдим ителде. Бөгөн Рәсәйҙә 136 тел хәүеф аҫтында тора, шуларҙың 20-һе үле тел тип танылған. Исемлеккә башҡорт теленән тыш адыгей, ҡалмыҡ, удмурт, сыуаш, коми, тыва, яҡут һ.б. телдәр инә.
Шулай уҡ былтыр Езино Лариола (Италия) башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев тарафынан тәҡдим ителгән Төрки вики-марафонын ойоштороу буйынса ла һөйләшеүҙәр алып барылды.
“Себештең” “балапанға” әүерелгәнеТәүге көндәге шок минең өсөн тәүге сирҡаныс булды. Хатта шундай хәл-торош кәрәктер ҙә тип уйлайым, сөнки мейе көсөргәнешле эшләй, организм барлыҡ көстө туплап, хәл-тороштан сығыу юлын эҙләй башлай һәм улар үҙҙәре үк табылып тора.
“Себеш”кә бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, ул балапанға әүерелде, тиер инем – әллә күпме халыҡ араһында аҙашманы, юғалманы, тапап китмәнеләр, иҫән-һау – ҡыҫҡаһы, билдәһеҙлек һәм ҡурҡыу этабы артта ҡалды. Тимәк, алда һәр “себеш”те яңы осоштар көтә!
Алға, башҡорт балапандары!