Салауат районы – башҡорттар өсөн изге урынға әйләнгән төйәк. Был күренешкә тап ошо ерҙә тыуған Байыҡ Айҙар сәсән, Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов кеүек шәхестәрҙең ҡаһарманлығы, халыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылыуы сәбәпсе, тиһәм, моғайын да, берәү ҙә ҡаршы төшмәҫ. Ҡоролтай кеүек йәмәғәт ойошмаһының да асылы ана шуға ҡайтып ҡала – унда тап милләтем, халҡым өсөн Аллаһ Тәғәлә риза булыр эштәр башҡарыу, заманыбыҙ ҡуйған мәсьәләләргә бөгөн хәл итеү юлдарын эҙләү тора. Мотлаҡ һәр урында яр һалып йөрөү түгел, урындарҙа йәштәр, балалар өсөн даими тәрбиәүи саралар ойоштороу, йәш быуын менән уларға ҡыҙыҡлы телдә һөйләшкәндә лә этник теманы күтәрә белеү.Зарланыуҙан файҙа юҡ!Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәрҙә урындағы ойошма төҙөп, унда бер нисә районды берләштереүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә төньяҡ-көнсығыш төбәк-ара берләшмәһенә ингән башҡорт ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн Салауат районының Малаяҙ ауылында семинар-кәңәшмә ойошторолдо. Бында күрше райондарҙан тыш, Свердловск, Ҡурған өлкәһе башҡорттары ла саҡырылғайны. Үкенескә ҡаршы, ҡурғандар килеп етә алманы. Шулай ҙа “Башҡорт халҡының тарихы һәм рухи мираҫына бәйле көнүҙәк һорауҙар. Балаларҙы башҡорт телендә уҡытыу һәм тәрбиәләү проблемалары. Урындағы ҡоролтайҙарҙың эшмәкәрлеген ойоштороуҙа мөһим бурыстар” тип аталған эшлекле һөйләшеүҙә башҡалар барыһы ла әүҙемлек күрһәтте. Йәнә лә ошо уҡ көндә Малаяҙҙа төньяҡ-көнсығыш төбәккә ҡараған мәктәптәрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн айырым семинар ойошторолдо. Уны ғалим Вәкил Хажин алып барҙы.
Сараны асып, Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров урындағы хәлдәр менән таныштырҙы, Салауат районында эко-парк төҙөү, урындағы халыҡты туризм эшенә йәлеп итеү мәсьәләләре хаҡында һөйләне. “Янғантау” шифаханаһында бик күп милләттәштәребеҙ эшләй, әммә Себер йөрөгәндәр ҙә байтаҡ бында. Цемент заводы хаҡында ла һүҙ сыҡты сарала. Эйе, ул ныҡлап аяҡҡа баҫһа, урындағы халыҡ эш менән тәьмин ителер ине, әммә әлегә мәсьәлә урынынан ҡуҙғалмаған. 135 фермер, 11 ҙур хужалыҡ төбәктең хеҙмәт төйәге булып тора, тиергә була. Эшһеҙ кеше – ул ашһыҙ, тешһеҙ кеше. Шуға күрә урындарҙа этномәҙәниәтте тергеҙеп, дәүләт тарафынан бүленгән субсидияларға таянып, гранттар юллап, заман толпарының ялын ҡулдан ысҡындырмау мөһим.
– Эшләргә теләмәгәндәрҙе ҡоролтайҙа тотмайбыҙ, был төбәктең 30 процент ҡоролтай етәкселәре алышынды. Халыҡ һеҙгә ышанып килә, мөрәжәғәт итә икән, нисек уларҙың үтенесен кире ҡағырға мөмкин? Һеҙҙең эште еңеләйтеү маҡсатынан махсус ҡулланмалар әҙерләнек, әйҙәгеҙ, берҙәм рәүештә телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу сараларын бергәләп күрәйек. Башҡортостанда башҡорт телен өйрәнеү буйынса бөтөнләй проблемалар булырға тейеш түгел. Бөгөн беҙ халыҡ-ара кимәлдә башҡорт теленең әһәмиәте хаҡында һүҙ алып барабыҙ, сөнки уны белеү беҙҙең өсөн бик күп төрки телдәрҙе аңлау, ундағы халыҡ менән аралашыу мөмкинлеген аса, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, башҡорт теленең донъяуи статусы хаҡында һөйләшеүҙе йәнләндереп.
Телде өйрәнеү мәсьәләләре тураһындағы һөйләшеүҙе ҡоролтайҙың баш белгесе Рәйсә Күзбәкова дауам итте. Ул ата-әсәләрҙең мәктәп хакимиәте менән берлектә эшләргә тейешлегенә баҫым яһаны. “Тел ғаиләлә тәрбиәләнә. Үҙ-ара башҡортса һөйләшһәк, балаларыбыҙ ҙа шулай аралашыр. Бөгөнгө замандаштарыбыҙ шуны аңларға тейеш: башҡортса белеү – ул ата-бабаларыбыҙ рухына тоғролоҡ, халҡыбыҙ киләсәге һағына баҫыу ғына түгел, ә баланың белемен арттырыу, аралашыу даирәһен киңәйтеү ҙә тигән һүҙ. Сибайҙа үткән кәңәшмәлә бер урыҫ эшҡыуары балаһын башҡорт балалар баҡсаһына биреүен һәм ундағы тәрбиәселәрҙең уның сабыйына телде дөрөҫ өйрәтәләрме-юҡмы икәнлеген тикшереү өсөн беҙҙе шул балалар баҡсаһына алып барҙы. Беҙ унан: “Ни өсөн башҡорт телен белергә теләйһегеҙ?”– тип һораныҡ. Ул һис икеләнмәй: “Мин баламдың аҡыллы, белемле булыуын теләйем. Ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә сит телде өйрәнгән баланың баш мейеһендә нейрондар үҫеше һәм үҙ-ара нығыныуы күҙәтелгән, ә был күренеш интеллект кимәлен үҫтерә, тип иҫәпләй ғалимдар. Бары тик шул ғына”, – тип яуапланы. Бына күрәһегеҙме, беҙҙең мөхиттә йәшәгән башҡа милләттәр ҙә башҡорт телен өйрәнергә тырыша, шуға күрә һәр башҡорт ғаиләһе балаһын туған телдә уҡытыуҙан мәхрүм итергә тейеш түгел”, – тине Рәйсә Абдрахман ҡыҙы.
Тележурналист, ғалим Салауат Хәмиҙуллиндың “Башҡорт ырыуҙары тарихы” тигән китабы башҡорттар йәшәгән һәр төбәккә барып етеп тора. Бында ла халыҡ менән осрашыу ваҡытында ул: “Милләттең үҙаңын уятыу өсөн уға тарихын, үткәнен һөйләргә кәрәк. Эйе, башҡорт телен белеү бик мөһим, әммә бөгөн саф әҙәби башҡорт телендә һөйләшеү генә башҡортлоҡ күрһәткесе түгел. Халыҡтың кемлеге уның тарихына, шәжәрәһенә, рухына ҡарап билдәләнә”, – тигән фекере менән һис килешмәй булмай. Диалектта һөйләшкән күпме милләттәшебеҙ бар беҙҙең! Шул уҡ ваҡытта телде яҡшылап белмәһә лә, милләт мәнфәғәтендә бик күп эш башҡарыусылар аҙмы ни?! Башҡорт рухы, башҡорт тарихы, башҡорт шәжәрәһе тигән төшөнсәләр беҙҙе тупларға тейеш!
Телсе, журналист Искәндәр Сәйетбатталов, төбәк башҡорттары һөйләше хаҡында фекерен әйтеп, 2006 йылда 150 дана ғына булып сыҡҡан М. Дилмөхәмәтовтың “Говор среднеуральских башкир” китабын ҡайтанан нәшер итеү хаҡында һүҙ алып барҙы. Башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш һөйләштәрен өйрәнеү тарихы һәм үҫеш перспективаларына бағышлаған доклад төбәк халҡының тел үҙенсәлектәрен һаҡлау тураһында барҙы. Йәнә лә төп фекер – алтын бөртөгөләй булған диалекттарҙы юғалтмау. Әҙәби тел, дәүләт теле – үҙ урынында кәрәк, үҙ вазифаһын башҡара, улар ҙур даръя һымаҡ. Ә бына урындағы һөйләштәр – ул саф һыулы инеш, тау шишмәләре, дала сығанаҡтары кеүек, ана шул ҙур даръяны тулыландырып тора.
Салауат районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Йәмил Мөхәрәмов төньяҡ-көнсығыш төбәк-ара башҡорт ҡоролтайҙарын етәкләй. Ул үҙ телмәрендә “Берҙәмлек” халыҡ-ара фестивален ҡаршыларға әҙерләнеүҙәре хаҡында һөйләне, шулай уҡ был яҡ ҡоролтайҙарының әүҙемерәк эшләүен, үҙ-ара бәйләнеш нығыныуын теләне. Малаяҙҙа башҡорт балалар баҡсаһы юҡ, тигән һорауға ла яуап шунда уҡ табылды: ата-әсәләрҙән ғаризалар юҡ, балалар баҡсалары етәкселеге лә әүҙемлек күрһәтмәгән. Кемдер килеп ниҙер эшләр йә иһә ҡушып эшләтер тигән заманалар үткән, шуға күрә Йәмил Камил улының әүҙемлеккә, берҙәм эшкә саҡырыуы ла юҡҡа түгел.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш белгесе Айрат Искәндәров үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан һәр төбәктән эш пландарын һораны. Ул шулай уҡ кәңәш һорап килгән милләттәштәребеҙгә ярҙам йәһәтенән эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса норматив документтар йыйынтығы әҙерләнеүен, уны һәр ҡоролтай ағзаһы эш барышында файҙаланыуын һораны. “Эшләргә теләгән кеше сараһын эҙләр, теләмәгәне сәбәбен табырға тырышыр, тиҙәр бит. Шуның өсөн беҙ һеҙҙән тап ошо төбәктә тыуған проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән саралар планы раҫланыр тип көтәбеҙ”, – тине ул.
Ҡоролтайҙың баш белгесе Марат Ғилманов йәштәргә бәйле һорауҙарҙы күтәрҙе. “Һәр һабантуйҙа бынан һуң “Мәргән уҡсы” ярыштарын индереү тәҡдим ителде, унда йәштәребеҙ мотлаҡ ҡатнашырға тейеш. I Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайына әҙерлекте башларға кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙә бәйләнеште нығытып, аралашып тороу ҙа мөһим”, – тине ул.
Беҙгә бөтәһе лә бирелгән Сарала Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай райондары, Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре, ағзалары ҡатнашты. Улар һәр береһе бер тауыштан туған телде уҡытыу, башҡорт балалар баҡсаһы, матбуғат баҫмаларына яҙылыу проблемаларын күтәрҙе. Красноуфимскиҙан килгән башҡорттарға диненән баш тартмаған өсөн Екатеринбург ҡалаһында 1739 йылдың 30 апрелендә тереләй утта яндырылған Киҫәкбикә Байрасова хаҡында фекер әйтелде. Кем белә, бәлки, киләсәктә был иманлы ҡатындың яҡты рухына бағышлап, Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы иҫтәлекле таҡтаташ асыр? Тарихҡа билдәле булған һуңғы вәхшиҙәрсә күренеш был. Урта быуаттарҙа кешеләрҙе тереләй яндырғандар, ә 1739 йыл, тарихи күҙлектән ҡарағанда, бына ғына тора бит! Йән әрнеткес ваҡиғаның тарихи документтарҙа теркәлеп ҡалыуы һәм ул рухы, иманы ныҡ гүзәл заттың тап башҡорт ҡатыны булыуы милләттәштәребеҙҙең йөрәгендә һиҫкәнеү усағы булып тоҡанырға тейеш: “Милләтем тип берәү ауған саҡта, Иманым тип берәү янғанда, Фәрештәләр, беләм, доға ҡыла. Нимә ҡыла икән ҡалғандар?” Башҡорт халҡының даһи шәхестәре шул тиклем күп, кемеһен генә алһаң да, исемдәре Мәңгелеккә инеп ҡалған. Шуға ла беҙ улар хаҡында йышыраҡ телгә алайыҡ, рухтарына доғалар бағышлайыҡ, исемдәрен мәңгеләштереп, башҡаларға танытайыҡ!
Малаяҙҙа төньяҡ-көнсығыш төбәгенә ҡараған мәктәптәрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн айырым семинар ойошторолоуы һәм уны ғалим Вәкил Хажин алып барыуы хаҡында әйтеп киткәйнем инде. Кем һуң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы? Уның иңендә ҙур вазифа, бурыс ята, ул башҡорт халҡының киләсәген тәрбиәләй. Вәкил Искәндәр улы үҙ сығышында педагогтарға башҡорт телен, әҙәбиәтен яратып уҡытыуҙы һораны. Бер ҡараһаң, уҡытыусының эше шул тиклем ауыр – уның эш һөҙөмтәһе йылдар үткәс кенә күренә. Икенсе яҡлап, уның эшенең сауабы ҙур – ул бала саҡтан кеше күңеленә изгелек, милләт тойғоһо орлоҡтарын сәсә, һәр уҡыусыһын шәхес итеп тәрбиәләй. “Ҡағиҙәләр ятлатып түгел, аралашып, иркен һөйләшеп, иншалар яҙҙырып, баланың күңелен үҫтерергә, асырға кәрәк. Башҡорт теле өйрәнеү өсөн шул тиклем еңел: унда һәр һүҙ нисек ишетелә, шулай яҙыла. Тимәк, балаларҙы дөрөҫ һөйләшергә, фекерҙәрен теүәл итеп аңлата белергә өйрәтергә кәрәк”, – ти Вәкил Искәндәр улы. Ғалимдың тел үҙенсәлектәре хаҡындағы фекерҙәрен тыңлай башлаһаң, үҙеңдән-үҙе уҡытыусы булғы килеп китә. Телде уҡытыу методикаһын яҡшы белеү һөҙөмтәһе, тип аңлайым мин быны.
Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейының бай мәғлүмәтле, һәр экспонат батырҙың биографияһынан бер сәхифә булыуы йәнә күңелдәрҙе арбаны. Әйтерһең дә, бында ишеткән ваҡиғалар бына әле генә булып үткән: йөрәктәрҙе тәрән юҡһыныу тойғоһо сорнап алды. Салауат районының тәбиғәте генә матур түгел, уның тарихы ла бай! Был төбәктә туризмды үҫтерергә тырышыуҙары ла юҡҡа түгел. Салауаттың тыуған ауылы, йөрөгән ерҙәре, үҫкән урман-тау буйҙары буйлап күптәр үтергә теләр ине. Кеше әкиәттәргә ышана, ундағы батырҙарға һоҡлана. Ә ул XVIII быуатты шаулатҡан шәхес!
Ошо төбәк башҡорттары араһында яратып уҡылған “Әйлестан” гәзитенең дә тиражы һуңғы йылдарҙа кәмей төшкән, әммә үрҙә һанап үтелгән һәр район тормошо менән таныштырып барған берҙән-бер баҫманың яҙмышы иң тәү сиратта ошондағы милләттәштәребеҙ ҡулында бит. Ҡулыма килеп эләккән тәүге һанға күҙ һалам, унда Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Салауат районынан мәғлүмәттәр, һүрәтләмәләр бирелгән. Гәзиттең хеҙмәткәре Әлфиә Вәлиева сарала ҡатнашыусыларға: “Баҫмаға яҙылыусылар һанын бергәләп арттырһаҡ ине”, – тигән фекерен белдерҙе.
“Әйлестан”дың беренсе битендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең һәр беребеҙгә кәңәш итеп алырлыҡ һүҙҙәре баҫылған:
Заман беҙгә бөтәһен дә бирә,
Һәм ул беҙҙе ала үҙенә.
Беҙҙән тора заман. Беҙ төҙөгән
Заман бит ул беҙҙән төҙөлә.
Ошо шиғырҙағы юлдар, әйтерһең, бына бөгөн генә яҙылған һәм Салауат районындағы ҡоролтай ултырышында ҡатнашҡан ағзаларға мөрәжәғәт ителгән!