Нисек кенә сәйер булмаһын, эксперттарҙың күпселеге, уны-быны уйлап тормай, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар рәсми рәүештә иғлан ителгән маҡсаттарҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән, тип иҫәпләй.
Шулай, Иран миҫалында ғына ҡарағанда ла, санкциялар менән Рәсәйҙең эске хәлен ҡаҡшатырға самалайҙар. Мәҫәлән, илебеҙҙең тауарын ситкә сығарыуҙы тыйыу фермерҙар араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырасаҡ, ҡайһы бер корпорацияларҙың халыҡ-ара эшмәкәрлеген сикләү эшҡыуарҙарҙың бәкәленә һуғасаҡ тип көтөлдө. Бер һүҙ менән әйткәндә, санкцияларҙың төп маҡсаты – ил халҡының йәшәү кимәлен төшөрөү, йәғни йәмғиәттә ҡаршылыҡ тыуҙырыу. Ябай ғына итеп әйткәндә, “кәмәне” һелкетеү тип атарға ла була. Был йәһәттән байтаҡ миҫал килтереп булыр ине. Әйтәйек, Ҡырымда eBay, Steam сервистары эшләмәй. Был үҙ сиратында кешеләрҙә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра.
Бынан тыш, эксперттар билдәләүенсә, тағы бер аҫтыртын маҡсат бар – Европа илдәрендә “уйынсы” булараҡ Рәсәйҙең абруйын ҡаҡшатыу һәм ҡыҫырыҡлап сығарыу. Был йәһәттән бер нисә миҫал килтерергә була – “Көньяҡ ағым” (“Южный поток”) төҙөлөшөндә ҡаршылыҡтар тыуҙырыу, иҡтисади бәйләнештәрҙе өҙөү һәм башҡалар.
Рәсәйҙе ҡаҡшатыу йәһәтенән тағы ла бер алым – уны союздаштарҙан мәхрүм ҡылыу. Миҫалдар етерлек: Югославияның тар-мар ителеүе, Грузияла, Украинала, Белоруссияла барған ваҡиғалар.
Шулай уҡ Рәсәйҙе Европанан ҡыҫырыҡлап сығарыу өсөн уны ҡайһы бер йоғонтоло көс рычагтарынан ҡолаҡ ҡаҡтырырға кәрәк ине. Әйтәйек, Рәсәй ПАСЕ ултырышында тауыш биреүҙән мәхрүм булды, Рәсәй – ЕС саммитынан баш тартылды, илебеҙ менән хәрби хеҙмәттәшлек тулыһынса туҡтатылды. Байтаҡ эксперттар әйтеүенсә, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар нәҡ ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тота. Ләкин бының менән тулыһынса килешеп тә булмай.
Әйтергә кәрәк, илебеҙгә ҡаршы иғлан ителгән санкциялар Европала күптән әҙерләнгән реформаларға, үҙгәртеп ҡороуҙарға бер сәбәп кенә. Әлбиттә, сәйәсәттә “теш” ҡайрап өйрәнгән “аҡыллы” баштар бер ниндәй маҡсатһыҙ уйламай аҙым яһамаҫ ине. Шулай ҙа, уларҙың эшмәкәрлеген иғтибар менән күҙәткәндә, санкцияларҙың төп “сәбәбе” Рәсәй булмауы аңлашыла.
Ошо урында саҡ ҡына сигенеү яһап, “маҡсат” һәм “мәсьәлә” төшөнсәләрен аңлатҡы килә. Маҡсат – ул глобаль программаны бойомға ашырыу һөҙөмтәһе, ә мәсьәлә – тиҙ арала, йәғни өс-дүрт йыл эсендә башҡарыла торған бурыс. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн иһә ундарса йыл китергә мөмкин.
Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкцияларҙың маҡсатын һәм мәсьәләһен АҠШ, НАТО, Европа союзы кеүек хәрәкәт итеүсе төп “фигураларға” ярашлы, бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин. Уларҙың “маҡсаттары” һәм “мәсьәләләре” бер-береһен тулыландыра ла, үҙаллы ла йәшәй ала.
НАТО-нан башлайыҡ. Уның төп маҡсаты – шәхсән көс туплау. НАТО үҙ ағзаларын төрлө хәүефтән ҡурсалау, дошманға тупланып ҡаршы тороу маҡсатынан барлыҡҡа килгән. Элек иң ҡурҡыныс дошман Советтар Союзы булһа, бөгөн Рәсәй менән Ҡытай шом һала уларҙың йөрәгенә.
Шуны иғтибарға алырға кәрәк, НАТО-ға ингән 28 ил араһынан бер нисә дәүләт кенә сәйәси һәм иҡтисади йәһәттән әһәмиәткә эйә. Тимәк, “маҡсатҡа” өлгәшеү өсөн НАТО эре “уйынсыларҙың” ғына мәнфәғәтен ҡайғырта.
Шулай итеп, НАТО блогын көсәйтергә Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан итеү “битлеге”, хәрби хәүеф янауы тураһында мәғлүмәт “шарының” шартлар сиккә етеп тулыуы кәрәк булды.
Беренсенән, НАТО-ның хәрби бюджеты артты. Мәҫәлән, 2017 йылдың февраленән башлап НАТО ағзаһы булған илдәр хәрби бюджетын 2 процентҡа арттырҙы, ләкин сығымдарҙы арттырыу ғына блокты көсәйтмәгәне аңлашыла, шуға күрә икенсе аҙым яһарға – Европала НАТО контингентын үҫтерергә кәрәк. Ошо маҡсаттан сығып Польшала, Балтик буйында НАТО ғәскәрҙәре барлыҡҡа килде. Аңы камил кеше аңлайҙыр, моғайын, ул төбәктәргә урынлаштырылған бер нисә батальон Рәсәйгә ҡаршы тора алмай. Һорау тыуа: улар нимәгә кәрәк һуң? Яуап ябай ғына: был батальондарҙың маҡсаты – сит “дошмандан” һаҡлау түгел, ә полиция ролен үтәү. Мәҫәлән, яңыраҡ Римда бөтә Европа саммиты тамамланды. Унда шундай ҡарар ҡабул ителде: кем Европа союзына күберәк түләй, шуның хоҡуҡтары ла киңерәк. Күп илдәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе, ләкин бер ни ҙә эшләй алманылар. Күрәһең, үрҙә телгә алынған НАТО ғәскәрҙәренең йоғонтоһо булмай ҡалмағандыр.
Әлбиттә, бюджетты һәм контингентты үҫтереүҙән тыш, Европаны теҙгендә тотоу өсөн НАТО-ға яңы ағзалар кәрәк. Шулай итеп, НАТО-ла “Һөйләшеүҙә ҡатнашыусы” статусын уйлап таптылар. Унда Украина, Грузия инә. Тағы ла Черногория, Македония, Босния һәм Герцеговина кеүек илдәрҙе үҙ эсенә алған “Ағзалыҡ буйынса хәрәкәт планы” тигән ойошма барлыҡҡа килде.
Европа союзы, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан итеп, һис шикһеҙ үҙенең эске маҡсаттарына ирешергә теләй. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа сәйәсмәндәрҙең, Европа союзы тарҡаласаҡ, тигән һүҙе ҡуйыра. Шуға ла Европа союзы алдында торған төп маҡсаттарҙың береһе – берләшеү. Уйлап ҡарайыҡ, кешеләрҙе нимә берләштерә һуң? Борондан иҫбатланып килгән “Ҡамалған ҡәлғә теорияһы”. Ябай ғына итеп әйткәндә, берләшеү өсөн ситтән дошман табырға кәрәк. Һөҙөмтәлә Европа бөгөн Рәсәйҙе һәм Ислам дәүләтен (Рәсәйҙә тыйылған ойошма) дошман тип иҫәпләй.
Европа союзын берҙәм тип әйтеп булмаһа ла, Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы бер тауыштан ҡабул итте.
“Берләштереү” буйынса башҡарылған тағы бер мәсьәләне ҡарағанда, Европа союзының йәшәү һәләтен һынауҙы атарға мөмкин. Был йәһәттән мигранттарҙы, санкцияларҙы, террор акттарын, иҡтисади ауырлыҡтарҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Быларҙың бөтәһе лә Европа союзының йәшәү мөмкинлеген һынап ҡараны. Нисек кенә сәйер булмаһын, ошондай шарттарҙа ла Союз йәшәүен дауам итә.
Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкцияларҙың тағы бер маҡсаты – Европа илдәренә етәксе итеп АҠШ мәнфәғәттәрен яҡлаған кешеләрҙе ҡуйыу. Мәҫәлән, Австрия, Германия, Голландия, сиратта – Франция.
Рәсәйгә энергетик “бәйлелек”тән ҡотолоу – Европа союзы өсөн иң мөһим маҡсаттарҙың береһе. Әйтәйек, 2014 йылда улар “Көньяҡ ағым” төҙөлөшөн “туңдырыу” буйынса саралар күрҙе, Рәсәй менән энергетик саммитта ҡатнашманы, “Роснефть”, “Транснефть”, “Газпромнефть” кеүек компанияларға ҡаршы санкциялар индерҙе.
Һуңғы ваҡытта шундай имеш-мимештәр ҙә йөрөй: Рәсәй тарафынан хәүефһеҙлек янауын һылтау итеп, Европа союзы дөйөм армия төҙөү тураһында һүҙ алып бара.
Хәҙер санкцияларҙың төп сәбәпсеһе – АҠШ-ҡа күсәйек. Улар санкциялар индереп, беренсе сиратта үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғырта. Шуларҙың береһе – Рәсәй менән Германия араһында дуҫлыҡ булдырмау. Америка Ҡушма штаттары Европа союзы менән Рәсәй “һөҙөшһөн” өсөн Украинала дәүләт түңкәрелеше ойоштороуы ла юҡҡа түгел. Әлбиттә, Европа союзындағы иҡтисади ауырлыҡтар АҠШ-ты тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.
Шуны ла әйтергә кәрәк, АҠШ өсөн ҡорал баҙары өсөн көрәш мөһим урын биләй. Билдәле булыуынса, бөгөн Рәсәй ҡоралы донъяла ҙур һорау менән файҙалана, ә инде санкция шарттарында АҠШ-тың Рәсәйҙе ҡорал баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарыу мөмкинлеге тыуа.
Шулай итеп, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар – төп “уйынсы”ларҙың тыныс шарттарҙа мөмкин булмаған үҙ проекттарын бойомға ашырыу сараһы, ләкин санкцияларҙың Рәсәй иҡтисадына ғына түгел, үҙ “кеҫәләренә” һуғыуын да яҡшы аңлай улар.