...Туғыҙ ҡатлы йортта яңы фатир алып йәшәй башлаған ғына сағыбыҙ. Бер көн ҡапыл ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Асһам, почта таратыусы баҫып тора.
– Был йортта бер һеҙ генә “Башҡортостан” гәзитен алдыраһығыҙ, милләттәштәремде күреп сығырға булдым әле, – тине ул, ихлас йылмайып...Баш ҡалабыҙҙың Сипайлово биҫтәһендә көн иткән гүзәл зат Лилиә Зөфәр ҡыҙы Илғолова менән утыҙ йыл самаһы элек шулай танышып киткәйнек. Уны тәүге күргәнемдә: “Бирһә бирә бит Хоҙай шундай һылыулыҡты!”– тип хайран ҡалғанымды хәтерләйем. Йәш ҡайындай зифа буйлы, йәшлек дәрте бөркөп, янып торған ҡара күҙле, ҡыйғас ҡашлы, ҡалын, оҙон сәсле – ҡарап туймаҫлыҡ! Бер подъезда йәшәйбеҙ икән. Беҙ – өсөнсө ҡатта, ул – һигеҙенселә. Үҙебеҙҙең дә, бала-сағабыҙҙың да йәше бер сама. Тиҙ арала дуҫлашып киттек, аралаша башланыҡ. Ниндәйҙер кимәлдә бер-беребеҙгә таяныс-терәк тә булдыҡ.
...Яҡын кешемде юғалтҡандан һуң, аяҡтан йығылдым. Тәғәйен бер ерем дә ауыртманы, әммә аҙна буйы ятҡан урынымдан торорға көс таба алманым – йөрәгем һыҡраны, күңелем һыҙланы, бер кемде лә күргем дә, ишеткем дә килмәне. “Кәрәкмәй, борсолоп йөрөмә” тиеүемә ҡарамайынса, Лилиә көн һайын эштән ҡайтышлай яныма керҙе. Ҡулдарымды тотоп, шым ғына сәғәттәр буйы эргәмдә ултырҙы. “Тормош гел ҡара төҫтән тормай ул, алда тотош ғүмер бар әле, киләсәктә ҡыуаныслы көндәр күп буласаҡ”, – тип мине тынысландырҙы. Көндән-көн “Әжәлдән башҡа бөтә нәмәне төҙәтеп була был тормошта” тигән ҡиммәтле һәм бик мөһим фекерҙе башыма һеңдерҙе.
Шулай ул миңә аяҡҡа баҫып, йәшәү көсө табырға ярҙам итте. Уның, ваҡытын йәлләмәйенсә, ауыр көндәремдә мине ҡурсалап йөрөүенә йылдар уҙған һайын рәхмәтем арта ғына. Минең өсөн психотерапевт, психолог ролен башҡарған бит ул шул саҡта! Ә был һәләттәр унда ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң? Моғайын, иң ғәзиз кешеләре – атаһы менән әсәһенәндер. Игелекле, кешелекле, һәр яҡлап та булдыҡлы итеп тәрбиәләгән улар ҡыҙҙарын.
Ваҡыт уҙған һайын күршебеҙҙең яңынан-яңы яҡшы сифаттарын асып, уның һәр кемгә иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәтле, бай рухлы, үтә лә сабыр холоҡло, кәрәк саҡта – сәмле, батыр һәм тәүәккәл дә икәнлеген күреп һоҡланырға насип булды. Баш ҡалаға уҡырға, дауаланырға йә эшкә урынлашырға тип килгән туған-тыумасаһына уның ишеге һәр саҡ асыҡ. Кәрәк икән, ҡулынан килгәнсә һәр кемгә ярҙам итергә әҙер Лилиә. Һеңлеһе Ләләнең ире көтмәгәндә вафат булғас, яңы тыуған сабыйы менән уны үҙ йортона алып ҡайтты. Бергә йәшәнеләр, балаҡайҙы бергәләшеп баҡтылар.
Әйткәндәй, Лилиә Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Уның атаһы Зөфәр Мотиғулла улы рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барған, әсәһе Зәйтүнә Хәлил ҡыҙы башланғыс класс балаларын уҡытҡан. Илғоловтарҙың татыу ғаиләһендә береһенән-береһе сибәр дүрт ҡыҙ үҫкән. Лилиә бәләкәстән үк апаһы Зөлфиә һәм һеңлеләре Ләлә менән Резеданан гел ҡояштай йылмайып, күгәрсендәй гөрләп йөрөүе, ифрат зирәк, үтә лә бөтмөр булыуы, әйләнә-тирәләге һәр нәмәгә – барса йәшеллеккә, бөтә тереклеккә һоҡланып, яратып бағыуы менән айырылып торған.
Мәктәп йылдарында уҡ Лилиәлә ата-әсәһе кеүек уҡытыусы булыу хыялы ярала. Район кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, саңғы ярыштарында призлы урындар яулай, байрам концерттарында һәр ваҡыт сәхнә йондоҙо була: йырсы ла, бейеүсе лә, һүҙ оҫтаһы ла. Шуға ла, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас та, баш ҡалаға юллана һәм Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. Һәләтле ҡыҙға юғары уҡыу йортонда белем алыу һис ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Шул осорҙа ул тәүге мөхәббәтен дә осрата. Үҙен бәхетле тойоп, дәртләнеп-ҡанатланып йәшәй ул. Әммә тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Әҙәм балаһы киләсәккә пландар ҡора, ә тәҡдир үҙенекен итә, тиҙәр.
Шатланышып ҡына туйға әҙерләнеп йөрөгәндәрендә Лилиәнең яратҡан кешеһе фажиғәле рәүештә яҡты донъянан китеп бара. Ҡапыл иңенә ябырылған оло ҡайғыны еңеп сығырға уға ҡарынындағы сабыйы көс биргәндер. Ваҡытлыса уҡыуын ташлап торорға мәжбүр була ул. Өфөләге элемтә үҙәктәренең береһенә почта ташыусы булып эшкә урынлаша, ошо ойошманың ятағынан бүлмә лә ала.
Тырыш, өлгөр, күңелсәк Лилиә тәүге көндәрҙән үк хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулай. Үҙенә иһә башҡарған эше торған һайын нығыраҡ оҡшай бара. Һәр көн кешеләр менән аралаша ул, гәзит-журналдар, хаттар ташый, кемдәргәлер – ҡыуаныслы хәбәрҙәр, бәғзеләргә хәсрәтлеләрен еткерә, тәүгеләренә ҡушылып үҙе лә шатлана, ә икенселәренең ҡайғыларын уртаҡлаша. Уңған, кешеләр менән ихлас аралашырға әүәҫ Лилиә өсөн яратҡан эше ғүмерлек шөғөлөнә әүерелә лә ҡуя. Быға дәлил – биш йыл элек хаҡлы ялға сығырға әҙерләнгәнендә уның хеҙмәт кенәгәһендә ни бары бер генә яҙма булыуы: фәлән йылдың фәлән айында фәлән көндә эшкә алынған. “Хаҡлы ялға сығырға әҙерләнгәнендә” тип әйтеүем осраҡлы түгел: ул әле лә, алтмышҡа яҡынлашҡанда ла, шул уҡ эшендә, тик ул хәҙер матбуғат баҫмалары һәм хаттар ташымай, ә пенсия тарата. Һәр эште ваҡытында, теүәл башҡарырға яратҡанын, намыҫлы һәм ғәҙел холоҡло булыуын күреп, почта етәкселеге бынан ун биш йыл элек Лилиәгә ошо “аҡса эшен” ышанып йөкмәткәйне. Лилиә Зөфәр ҡыҙы әле лә һынатмай.
Уның холоҡ-фиғеле бихисап гүзәл затҡа өлгө булырҙай. Йөрәге көл-күмергә ҡалырҙай мәлдәрҙә лә һыр бирмәй, һис ҡасан зарланмай, гел йылмайып йөрөй. Ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай тип әйтеү аҙ булыр – көслө зат ҡына башҡарырҙай эштәрҙе лә үҙ иңенә йөкмәүҙән ҡурҡмай ул! Тотош ил көрсөккә сумған йылдарҙа яңғыҙына ике бала тәрбиәләп үҫтереү, улы Рөстәмде – Башҡорт дәүләт университетында, ҡыҙы Альбинаны Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡытыу һис еңел булмағандыр. Эшенән ике бүлмәле фатир алғас, уны сынъяһау итеп йыһазландырып ҡуя. Өфөнән алыҫ булмаған Осоргинда ер һатып алып, башта алмағас, сейә, ҡарағат ҡыуаҡтары ултырта, һуңыраҡ бик күркәм йорт һәм мунса һалып ебәрә. Ғөмүмән, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ үҙ тормошон ысын ир-егеттәрсә ҡора алды – ул да тапты, йорт та һалды, ағас та ултыртты! Бер кемгә лә һыр бирмәй, ауырлыҡтар алдында һис ҡасан ҡаушап ҡалмай. Эшендә, өйөндә, баҡсаһында ең һыҙғанып эшләй ҙә эшләй. Ғөмүмән, Лилиәнең ҡулынан килмәгән шөғөл юҡтыр, моғайын. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә ҡулынан бәйләме төшкәне юҡ. Аш-һыу әҙерләүҙә лә уға тиңләшкәндәр һирәктер, күҙ асып йомған арала әллә күпме тәмле-татлы ризыҡ бешереп ҡуя. Туған-тыумасаһын, дуҫ-ишен һыйларға яратҡан йор һүҙле, күңелсәк хужабикә ул.
Балалары күптән буй еткерҙе. Стәрлетамаҡта төпләнгән ҡыҙы үҙе хәҙер өс бала әсәһе. Лилиә хәстәрлекле өләсәй ҙә булып сыҡты, ейәндәре Тамерлан менән Морат, ейәнсәре Камила өсөн өҙөлөп тора. Ара алыҫ тимәйенсә, һикһәнде уҙған әсәһенә ярҙамлашырға ынтылып, ай һайын уның янына ауылға ашыға. Туғандары күп Лилиәнең. Шулай булмайынса – апаһының, һеңлеләренең улдары һәм ҡыҙҙары башлы-күҙле булып бөткән, һәр ҡайһыһының үҙ бала-сағаһы. Уларҙың һәр кеме менән дә даими бәйләнештә ул. Илғоловтарҙың бер ҙур сараһы ла – никах йә бәпес туйымы ул, юбилейҙармы – береһе лә унһыҙ уҙмай. Һәр табында ҡунаҡтар уның йырлауын үтенә. Күкрәк түренән сыҡҡан моңло тауышына таң ҡалмаған кеше юҡтыр. “Шул тиклем талантлы булып та, ниңә сәхнә юлын һайламаны икән?” тигән һорау бер миндә генә яралмағандыр, моғайын. Йылмайып, йырлап йәшәй Тәүәкәндең уңған, моңло ҡыҙы Лилиә.