Тормошта шулай ҙа була: ҡайһы бер кешенең ғүмер буйына юғары вазифалар биләп тә, халҡы өсөн башҡарған эше бармаҡ менән генә һанарлыҡ булыуы мөмкин. Ә бына егерме йыл Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары булып эшләгән Миңдебай Бәхтиәр улының файҙалы эштәре хаҡында әллә күпме һөйләргә мөмкин: тәжрибәле педагог ике тиҫтә йыл эсендә республика мәғарифына байтаҡ яңылыҡ индерҙе, уҡытыусылар өсөн методик әсбаптар һәм ҡулланмалар яҙҙы. Абруйлы уҙаман, алдынғы ҡарашлы педагог, Башҡортостан уҡытыусыларының, айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүселәрҙең яҡын дуҫы Миңдебай Бәхтиәр улы тураһында яҙыу миңә ауыр түгел. Үҙем дә егерме йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан педагог булараҡ, һәр ваҡыт уның ярҙамын тойоп эшләнем. М. Юлмөхәмәтов бер төркөм әҙәбиәт һәм тел ғалимдары Салауат Галин, Зиннур Ураҡсин, Роберт Арыҫланов, Таңһылыу Күсимовалар менән бергә башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ойошторолған республика, төбәк-ара семинарҙарҙа, асыҡ дәрестәрҙә ҡатнашты, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының даими жюри ағзаһы булды. Беҙ, ауыл һәм ҡала еренән сыҡҡан башҡорт теле уҡытыусылары, уның яғымлы, ләкин талапсан ҡарашын тойоп эшләнек, ябай уҡытыусыны аңлай белгәне өсөн хөрмәт иттек.
Миңдебай Бәхтиәр улы дәртле, ифрат ыңғай ҡарашлы педагог, үҙе лә яна, башҡаларҙы ла яндыра һәм осҡондарын уртаҡлаша белде. Тәжрибәһе менән дә ихлас бүлешә, эшлекле тәҡдимдәр индерә торғайны. Шуға остазым хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе бармаҡтан һурып сығармайынса, булғандарын һис күпертмәйенсә уҡыусылар хөкөмөнә тапшырам.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары булып эшләгән йылдарҙа М. Юлмөхәмәтов республика мәктәптәрендә уҡыу-уҡытыу, белем һәм тәрбиә биреү проблемалары менән шөғөлләнеү, дәреслектәр, методик әсбаптар нәшер итеүҙән башҡа мәктәп учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, яңы барлыҡҡа килгән Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы предметы буйынса дәреслектәрҙе камиллаштырыу, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында уҡытыусыларға ярҙам итеү йөҙөнән проблемалы мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Уның эшлекле мәҡәләләрен беҙ, уҡытыусылар, түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайныҡ, ә бер ни тиклем ваҡыттан һуң улар уҡытыусыларға методик ҡулланмалар һәм әсбаптар булып әйләнеп ҡайтты.
Миңдебай Бәхтиәр улының барлыҡ әсбаптары ла тормош һынауын үткән, шуға күрә уларҙы рәхәтләнеп дәрестә ҡуллана торғайныҡ. Ә бит шул уҡ ваҡытта кабинетынан сыҡмай ғына дәреслектәр яҙған иптәштәр ҙә бар, ундайҙар хатта уҡытыусылар китабын ҡулланамы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынмай ҙа.
Республика мәғарифын биш бармағы кеүек белгәнгә күрә, ул күҙгә күренеп торған етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү мәсьәләләрен үҙ ваҡытында хәл итә, уҡытыусылар менән үткәрелгән семинарҙарҙа проблемаларҙы асыҡлай. Мәғариф министры урынбаҫары булған йылдарҙа ул Сәбилә Сөләймәнова, Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Зөһрә Рәхмәтуллиналар менән эшләй. “Был иптәштәр бер ваҡытта ла минең эшемә ҡыҫылманы, төҙәтеүҙәр индермәне, ижади эшләүемә ҡамасауламаны, – тип хәтерләй хәҙер Миңдебай Бәхтиәр улы. – Ә ошо вазифаға мин ғәҙәти булмаған шарттарҙа килеп эләктем”.
Хәл былай була. 1987 йылда Юлмөхәмәтовты Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығына мәктәптәр буйынса инспектор итеп тәғәйенләйҙәр. Был ваҡытта Мәғариф министрлығы һигеҙ ай урынбаҫарһыҙ эшләгән була. Министр Сәбилә Сөләймәнова, рухлы, егәрле, белемле белгестең кандидатураһын хуплап, КПСС өлкә комитетының идеология буйынса секретары Таһир Ахунйәновҡа инә. Мәғариф министры урынбаҫарын һайлау мәсьәләһе көн тәртибенә ҡуйылғас, күпселек Миңдебай Юлмөхәмәтовтың кандидатураһын яҡлап сыға, һәм шул уҡ йылда уға ошо вазифаны йөкмәтәләр.
Яңы вазифала йәш ғалим бик тырышып, дәртләнеп, бар көсөн биреп эшләй. Ул урынбаҫар булған йылдарҙа республикала башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары асыла, колледждар селтәрен асыуға әҙерлек алып баралар. Ул йылдарҙа гимназиялар башҡаларға юл күрһәтеп алдан барған маяҡ булды. Әйткәндәй, был мәктәптәр элек тә көслө ине, һуңынан да яуланған бейеклектәрҙән төшөргә тырышманы. Был белем усаҡтарында элек тә, әле лә Тыуған илгә заманса фекерләй торған белемле йәштәр әҙерләнә, уларҙы тамамлаған уҡыусылар юғары уҡыу йорттарына еңел инә, тамамлағандан һуң хужалыҡ тармағының төрлө өлкәләрендә намыҫ менән хеҙмәт итә.
– Башҡортостан мәғарифы, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, һәр ваҡыт тотороҡло эшләп килде, – тип һөйләй әңгәмәсем Миңдебай Бәхтиәр улы. – Быны төбәк-ара, хатта халыҡ-ара конкурстарҙа яуланған һөҙөмтәләр раҫлай. Үҙ предметы өҫтөндә фән булараҡ шөғөлләнгән, уға мөкиббән яратып һәм ижади ҡараған уҡытыусыларыбыҙ күп беҙҙең, уларҙың һәр береһе фән кандидаты кимәлендә эшләй, тиһәк тә хата булмаҫ.
Рәсәйҙә борон-борондан мәғариф өлкәһендә белем һәм тәрбиә биреү үҙәк урында торған, һәм уларҙы бер-береһенән айырып ҡарарға ярамай, уҡытыу-тәрбиә процесында улар бер-береһен тулыландырып, үрелеп китә. Тап ошо ыңғай яғы тиҫтәләгән йылдар үҙенең аҫыл емештәрен биреп килде – уҡытыу-тәрбиә эшенең берҙәмлеге үҙен аҡланы, ләкин 90-сы йылдарҙағы “үҙгәртеп ҡороуҙар” был терәккә балта саба яҙҙы. “Мәктәп – ул белем усағы, балаларға белем бирә, ә тәрбиә мәсьәләләре менән ата-әсә шөғөлләнһен!” – тигәнерәк фекер таралды. Һөҙөмтәлә уҡыусылар араһында ялҡаулыҡ, яуапһыҙлыҡ, наркомания, эскелек, тәмәке тартыу, һуғышыу, кеше үлтереү һәм талау осраҡтары күбәйҙе. Бөгөн дә заман үҙгәреп тора, яңы талаптар ҡуя, әлбиттә.
Мәғарифта Юлмөхәмәтовты борсоған һорауҙарҙың тағы ла берәүһе – профилле уҡытыу – көнүҙәк проблема булып ҡала. “Был өлкәлә лә ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарған осраҡтар аҙ булманы, – ти ул. – Әгәр мәктәпте тамамлағандарҙы уларҙың киләсәктә һайлаясаҡ һөнәренә өйрәтеү өсөн профилле уҡытыу маҡсаты ҡуйыла икән, үҫмерҙәргә һөнәри йүнәлеш бирергә кәрәк. Был – бик етди проблема. Мәҫәлән, хәтерләйһегеҙҙер әле, үҙгәртеп ҡороуҙар заманында тракторсы, водитель, слесарь, токарь, ашнаҡсы, һатыусы кеүек һөнәрҙәргә өйрәткән профтехучилищеларҙы яптылар. Ә бит был һөнәрҙәр йәмғиәткә һәр ваҡыт кәрәк, һәм уларҙы юғары уҡыу йортона уҡырға бармаған үҫмерҙәр һайлай торғайны. Барыһы ла математик, ғалим булып китһә, кем икмәк үҫтерер һуң?”
Профилле уҡытыуҙы яйға һалыу буйынса айырыуса ауыл мәктәптәре ыҙалай, сөнки уларҙың ниндәйҙер колледж, техникумдар менән бәйләнеш булдырыу өсөн йә мөмкинлеге булмай, йә ҡаланан алыҫта яталар һ.б. Был йәһәттән ҡала мәктәптәренә күпкә еңелерәк, әлбиттә.
Әле бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек, мәғариф проблемаларын яҡшы аңлаған, проблемаларҙы алдан күрә белгән етәксе булараҡ, Миңдебай Бәхтиәр улы йән башына финанслау тураһында ла иҫкәрткәйне. Йәғни йән башына түләү бәләкәй комплектлы башҡорт ауылдары өсөн бер бәлә генә булып, уларҙы яйлап юғалыуға дусар итәсәк, тимәк, башҡорт халҡының яйлап кәмеүенә килтерәсәк, тигәйне. 2008 йылда башланған был тәжрибә бәләкәй комплектлы 1200 ауыл мәктәбенең яҙмышына кире йоғонто яһаны. Әгәр бөгөн башҡорт халҡының 58,5 процентының ауылда йәшәүен иҫәпкә алһаҡ, белем усағы булмаған урында торғансы ҙур ҡасабала көн күреүең яҡшыраҡ, тип балаларын уҡытыу хаҡына төйәген ташлап күсеп киткән ғаиләләрҙе уйлаһаң, был хәлдең ниндәй аяныслы булыуына төшөнөү ауыр түгел.
Берҙәм дәүләт имтихандары индерелгән ваҡытты ла иҫкә төшөрәйек. Миңдебай Бәхтиәр улының фекеренсә, уның һөҙөмтәһе менән йәнең теләгән вузға уҡырға инеү мөмкинлеге бар, ләкин Рәсәй вуздарында үҙең һайлаған факультетҡа документтарыңды тапшырған саҡта өҫтәп бер предметтан имтихан биреү ҡаралған.
Хәҙер балалар әҙәби китап уҡымай, күп мәғлүмәтте Интернеттан ала. Баланы китап уҡырға өйрәтеү буйынса ла Миңдебай Бәхтиәр улының уҡытыусыларға, ата-әсәләргә әйтер һүҙе бар: әгәр тырышһаң, уҡыусыны китап уҡырға өйрәтеп була. Уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә иң беренсе сиратта үҙе өлгө булырға тейеш. Бында уларҙың абруйы, белеме, бала психологияһын аңлауы ла ҙур әһәмиәткә эйә.
– Әйҙәгеҙ, был тәңгәлдә лә үҙебеҙҙән башлайыҡ, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Аманат”, “Йәншишмә”, “Тамаша”, “Ағиҙел”, “Ватандаш” кеүек милли баҫмаларыбыҙҙы әүҙемерәк алдырайыҡ, уҡыйыҡ, уларҙағы материалды дәрестәрҙә ҡулланайыҡ. Уҡыусыларығыҙҙы ла гәзит-журнал уҡырға өйрәтегеҙ, шул ваҡытта “балалар хәҙер уҡымай” тигән һүҙ үҙенән-үҙе көн тәртибенән бөтөнләйгә төшөп ҡалыр, – ти күренекле педагог.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу элек-электән кадрҙарға бәйле. Ул һәр ваҡыт шулай булды һәм буласаҡ. Эйе, Миңдебай Бәхтиәр улы эшләгән йылдарҙа республика мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етешмәне, шуға сер түгел: ҡайһы берҙә был предметты бөтөнләй икенсе фән уҡытыусыларына бирә торғайнылар, ләкин бөгөн икенсе хәл күҙәтелә: башҡорт теле сәғәттәре ҡыҫҡартыла, шунлыҡтан күп уҡытыусылар бүтән эшкә күсә.
Шулай уҡ иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе – уҡытыусыларҙы фатир менән тәьмин итеү проблемаһы. “Беҙ был хәлдән сығыу юлдарын эҙләнек, – тип һөйләй Миңдебай Бәхтиәр улы. – Төрлө варианттарҙы ҡараныҡ, эҙләндек, уйландыҡ. Ҡала мәктәбендә эшләү өсөн ауылдан уҡытыусыны саҡырып килтерһәң, уға фатир бирергә кәрәк, ә Өфөлә уны берәү ҙә ҡолас йәйеп көтөп тормай. Шулай ҙа яйын таптыҡ кеүек: уҡытыусыларға дәүләт кимәлендә ипотекаға фатир биреп, кредит түләгәндә уларға ташламалар яһау мәсьәләһен хәл итеү менән шөғөлләндек. Һуңынан “Үҙ йортом” программаһы барлыҡҡа килгәс, күп уҡытыусылар ошо программа буйынса үҙҙәренә йорт һалыуҙы хәстәрләй башланы.
Эйе, мәғарифта проблемаларыбыҙ бихисап. “Эшләмәгән кеше генә яңылышмай” тигән кеүек, башҡорт телен уҡытыу проблемаларын үҙ эсенә алған айырым баҫмабыҙ кәрәк. Был күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ҡасан хәл ителер, кем был изге эште тормошҡа ашырыуға тотонор икән?
Башҡорт телен балалар баҡсаһынан башлап уҡытыу ҙа үҙен аҡлаған һынау булды, тигән фекерҙә Миңдебай Бәхтиәр улы. Ошо юҫыҡта байтаҡ тәжрибә туплаған педагог булараҡ, остазымдың һүҙен ҡеүәтләйем. Башлағанда бер ваҡытта ла еңел түгел. “Күмәкләгән яу ҡайтарған”, тигәндәй, М. Юлмөхәмәтов эшләгән йылдарҙа йәш ғалимдар, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар менән берлектә бәләкәй генә тиражлы китаптар баҫтырыла торғайны. Ә бит башҡорт телен балалар баҡсаһынан башлап уҡытыуҙы күҙ уңында тотоп, Миңдебай Бәхтиәр улы үҙе лә дәреслектәр яҙҙы.
1988 йылда Рәсәй күләмендә беренсе тапҡыр һөнәре буйынса педагог булған Черненко КПСС-тың генераль секретары итеп билдәләнгәс, күп тә үтмәй, “Туған телдәрҙе уҡытыу тураһында”ғы указы баҫылып сыҡты. Быны Рәсәй халҡы, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, дәррәү күтәреп алғайны. Шул осорҙа Башҡорт дәүләт университетында ошо ҡарарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында уҡытыусылар һәм ғалимдар ҡатнашлығында өлкә-ара конференция уҙғарылды. Тап шул мәлдән башлап республикала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға нигеҙ һалынды, башҡорт теле һәм әҙәбиәте республиканың 2240 мәктәбендә уҡытыла башланы.
Уйлап ҡараһаң, шул йылдарҙа Миңдебай Бәхтиәр улы һалған әллә күпме яҡшы башланғыс булған, уларҙың ҡайһыһылыр тормошҡа ашырылған, ә бәғзеләре, ул эштән киткәс, тороп ҡалғандыр. Хөкүмәт ҡарарҙарын тормошҡа ашырыусыларҙың үҙ вазифаһын яратып, яуаплылыҡ тойоп башҡарыуы ла, батырлығы ла кәрәк бит әле бының өсөн, үҙ эшеңдең фанаты булыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ә тартҡан кешегә йөктө өйәләр ҙә өйәләр, М. Юлмөхәмәтовҡа ла ышанғанға күрә өйгәндәрҙер, тип уйлайым.
Бөгөн фән кандидаттары күп булһа ла, уларҙың аҙ эшләүе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте проблемалары менән етди шөғөлләнергә теләгән аспиранттарҙың бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына булыуы ла Миңдебай Бәхтиәр улын борсой. Тимәк, заман менән бергә атларға кәрәк. Фән менән шөғөлләнеү хаҡында һүҙ сыҡҡас, Миңдебай Бәхтиәр улы “фән менән элек-электән иң-иңдәр генә шөғөлләнгән” тигән бик дөрөҫ фекер әйтте. Ысынлап та, бөгөн был өлкәгә ҡайһы берәүҙәр, үкенескә ҡаршы, осраҡлы рәүештә генә барып эләгә, ә бынан халыҡ та, дәүләт тә файҙа күрмәй.
“Йыл уҡытыусыһы” конкурсына ҡағылышлы фекерҙәре менән дә уртаҡлашты тәжрибәле мәғариф белгесе. Уның уйынса, мәктәптә кәмендә ун йыл эшләгән уҡытыусы ғына “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була ала. Тағы ла шуныһы: башҡорт әҙәбиәтенән дәрес биргән ҡайһы бер йәш уҡытыусылар үҙҙәре аҙ уҡый, Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәрен дә яҡшылап белмәй, милли матбуғатты ла алдырмай. Тимәк, үҙе лә, уҡыусылары ла уҡымай тигән һүҙ. ”Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡан уҡытыусының кабинетында “Башҡортостан”, ”Ватандаш”, “Ағиҙел”, “Йәншишмә”, “Шоңҡар” баҫмалары ятһын һәм был конкурста иҫәпкә алынһын ине. Ғөмүмән, конкурс технологияларын яңынан ҡарап сығыу кәрәк түгелме икән?
”Мәғариф” милли проектына ярашлы, республика конкурстарында М. Юлмөхәмәтов эшләгән 2006–2008 йылдарҙа ғына ла 726 уҡытыусы, 218 урта дөйөм белем биреү мәктәбе грантҡа лайыҡ булған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башҡа предмет уҡытыусылары төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә лә әүҙем ҡатнашһын, үҙҙәрен ышаныслы, ҡыйыу тотһон ине. Был юҫыҡта Миңдебай Бәхтиәр улы берҙәм, өлгөр, әүҙем Нефтекама ҡалаһы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы уҡытыусыларын өлгө итеп ҡуя.
Бөгөнгө ҡатмарлы заманда рухи ҡиммәттәрҙең аҡсаға алмашынып, әҙәм балаһының йәшәү рәүеше баҙар мөнәсәбәттәренә ҡоролған буталсыҡ ваҡытта ла үҙ ҡиблаһын юғалтмайынса, һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап йәшәгән абруйлы шәхестәрҙең береһе ул Миңдебай Бәхтиәр улы. Уҡыуҙың, белемдең бөтмәҫ байлыҡ икәнлеген бала саҡтан аңлап үҫә ул, сөнки уҡыу кәрәклеге хаҡында ата-әсәһе лә йыш ҡабатлап тора.
Бер ҡараһаң, уның тормош юлы башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай ҙа кеүек. Учалы районының Ильинка ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған. Мәктәп йылдарында әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған, күп уҡыған, күпте белергә тырышҡан, аралашырға яратҡан. Уларҙың ғаиләһендә китап культы булған, республика матбуғатынан айырылмағандар: “Башҡортостан”, “Ағиҙел”, “Йәшлек”, “Йәншишмә” баҫмаларының урыны түрҙә булған. Ошо баҫмалар Миңдебай Бәхтиәр улының шәхес булып формалашыуында ҙур роль уйнаған, яҙмышына ыңғай йоғонто яһаған.
Тик кеше аҡтан йәки ҡаранан ғына тормай. Миңдебай мәктәп йылдарында тиктормаҫ, ныҡыш, үтә лә теремек малай булып үҫә, энергияһы, көсө ташып тора. Шул арҡала ата-әсәһенә күп проблемалар ҙа яһай ул, шелтәләр ҙә ала, әрләнә лә, көндәлегенә ата-әсәһен саҡырып яҙған яҙыуҙарҙы көн һайын тиерлек алып ҡайта. Бер ваҡыт иртәнсәк мәктәпкә килһәләр, мейес тығылған була – ҡағыҙ ташлап класта төтөн сығара Миңдебай. Тын алырлыҡ түгел, күҙҙе әсеттерә. Шулай ҙа уҡытыусы түҙә, балаларҙы ҡайтармай, ”башкиҫәр”ҙе лә дәрестән ҡыуып сығармай.
Мәктәп йылдарында буласаҡ фән кандидаты музыка дәрестәрен дә яратмаған һәм был предметтан гел “икеле” алған. Баланы мәжбүрләп уҡытып булмай, уны үҙең белем биргән предмет менән ҡыҙыҡһындыра белергә кәрәк – быны үҙем дә педагог булараҡ раҫлай алам. Бала күңелен алдап та булмай. Әгәр уҡытыусының үҙен яратмауын һиҙеп ҡала икән, бала уның предметын да яратмаясаҡ. Шуға күрә иң беренсе сиратта уҡытыусы бала менән уртаҡ тел таба белергә тейеш. Ниндәй генә мәктәптә эшләһәм дә, балаларҙа башҡорт теленә һөйөү уятыу өсөн улар менән күберәк аралашырға тырыша торғайным: ял көндәрендә, каникулдарҙа экскурсияларға алып сығам, театрға, концерттарға, радио, телевидениеға, редакцияларға йөрөтәм, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙар ойоштора, дәрестән һуң балаларҙы ҡалдырып, гәзит-журналдар, китаптар уҡый торғайныҡ.
Бәхеткә күрә, Миңдебайҙы “аҡылға ултыртыусы” бына шундай әүҙем, ғәҙел уҡытыусы табылған. Ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын яңы ғына тамамлап эшкә килгән йәш уҡытыусы Лия Мөхәмәт ҡыҙы була. “Минең кемлегемде һөйләгәндәрҙер инде, – тип көлөмһөрәп хәтерләй Миңдебай Бәхтиәр улы. – Әрләмәй ҙә был, кластан да ҡыуып сығармай, көндәлегемә иҫкәрмәләр ҙә яҙмай. Насар тәртибем өсөн “икеле”ләр ҙә сәпәмәй, ҡыҫҡаһы, мин аптыраным. Улай ғына ла түгел әле, тотто ла бер көндө мине класс старостаһы итеп ҡуйҙы! Күрәһең, үҙеңә урын таба алмаһаң, әйҙә эшлә, тигәндер. Барыһы ла быға “аһ” итте, йәнәһе лә, Миңдебай менән артабан ни булыр? Бына шулай “аҡыл”ға ултыртты мине Лия Мөхәмәт ҡыҙы. Күрәһең, ул ысын педагог булған. Үҙең староста була тороп тәртип боҙоп булмай ҙа инде, шул хәлдән һуң мин тәртиплегә әйләндем, мәктәптә иң яҡшы, иң өлгөлө уҡыусы була торғайным”.
Бер саҡ мәктәпкә “Башҡортостан пионеры” гәзитенең баш мөхәррире Вилләр Йомағол улы Дауытов килә. Осрашыу бик күңелле үтә: ул нисек хәбәрсе булырға, мәҡәлә яҙыу ауырмы, бының өсөн ни эшләргә кәрәк тигәнерәк һорауҙарға яуап бирә. Миңдебай ҙа үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә. Быға Вилләр Йомағол улы: “Ҡайһылай әүҙемһең, әйҙә, гәзиттең хәбәрсеһе бул, мәктәп хәлдәрен, үткәрелгән саралар тураһында яҙып тор”, – тип дәртләндерә.
Ошо осрашыуҙан һуң ул гәзиттең әүҙем хәбәрсеһенә әйләнә, баҫмаға мәктәп тормошон сағылдырған мәҡәләләр, уҡыу алдынғылары тураһында һүрәтләмәләр ебәрә. Дәртләнеп яҙыша ул, күп уҡый, эҙләнә, етмәһә, класс етәксеһе лә үҫмерҙең лидерлыҡ сифаттарын күреп, энергияһын файҙалы эштәргә йүнәлтергә ярҙам итеп тора. Һигеҙенсегә барып еткәндә инде Миңдебайҙы мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар.
Учалы районының Сәфәр урта мәктәбендә уҡыған йылдарҙы тормошоноң иң бәхетле мәлдәре һанай Миңдебай Бәхтиәр улы. Төрлө әҙәби кисәләр, яҙыусылар, игенселәр менән осрашыуҙар ойошторола, тотош мәктәп менән район смотр-конкурстарында ҡатнашалар. Ҡыҫҡаһы, тормош гөрләп тора! Ә бит ул замандарҙа берәү ҙә баҫым яһап эшләтмәне, ҡарауылламаны, мәжбүрләмәне – беҙҙең быуын үҙе тырыш, инициативалы булды.
Сәфәрҙә мәктәп радиоһы ойошторолғас, Миңдебай уның мөхәррире була, хәҙер ижады ла әүҙемләшә төшә, мәктәпте үҫмер уҡыу яңылыҡтары, донъя хәлдәре менән даими таныштырып бара, көн һайын башҡорт йырсыларының репертуарынан һайлап алып күңелгә ятышлы концерт программалары төҙөй. Бер үк ваҡытта уҡыуын да онотмай, барыһына ла өлгөрә. “Булыр бала биләүҙән” тигәндәй, үҙе артынан башҡаларҙы эйәртә белгән һәләтле үҫмерҙең мәғрифәтселегенә бына шулай нигеҙ һалына.
Х класты тамамлағас, Миңдебай алдында “Ҡайҙа барырға?” тигән һорау тормай, егет Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Бында ла ул төркөм старостаһы итеп һайлана, факультеттың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, һәр эште ойоштороп, башлап йөрөүсе була. Уҡыу отличнигы булараҡ, Радищев исемендәге стипендияға өлгәшә.
V курста үҙ яғының тарихына бәйле диплом яҙа ул, уны “Мейәс буйы башҡорттарының йола фольклоры” тип атай. Буласаҡ фән кандидатының эше юғары баһалана, уны университетта уҡытырға ҡалдыралар. “Бер йыл лекциялар уҡып йөрөнөм, – тип һөйләй, шул йылдар иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, Миңдебай Бәхтиәр улы. – Аспирантурала фән кандидаты дәрәжәһенә дәғүәсе инем. Беҙҙең заманда вуз уҡытыусыһының эш хаҡы бик бәләкәй ине, айлыҡ хеҙмәт хаҡым 90 һум булды, тиһәм, бәлки, ышанмаҫтар ҙа?!”
Яҙмыш бәндәне үҙенсә һынай икән: бер ваҡыт ул ауылда уҡытып йөрөгән иптәшенән хат ала, уныһы, айына 150-шәр һум алып эшләйем, тип яҙған. Был хәлдән һуң Миңдебай байтаҡ уйланып йөрөй. Ни эшләргә? Дуҫының һүҙҙәренә ышанып, тәүәккәлләп ҡайта ла китә ауылға. Элекке университет уҡытыусыһы башта башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, шунан завуч булып эшләй, тағы ла бер аҙҙан Ҡунаҡбай урта мәктәбенең директоры итеп үрләтелә. Тыуған яғында хеҙмәт юлын бына шулай башлай Миңдебай Бәхтиәр улы һәм үкенмәй.
Билдәле булыуынса, мәктәп директорының көндәлек эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, ул күбеһенсә хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә, белем усағының матди базаһын нығытыуға күп көс түгә. Ошо вазифала М. Юлмөхәмәтов көсөн-энергияһын, ваҡытын йәлләмәйенсә ҡуна ятып эшләй мәктәптә һәм бик ҡыҫҡа арала Ҡунаҡбай мәктәбендә ашхана, спорт залы төҙөй, хужалыҡ ысулы менән класс бүлмәләрен йыһазландыра. Белем биреү сифатын күтәреү буйынса ла күп эш атҡара ул: һөҙөмтәлә мәктәп районда алдынғылар рәтенә сыға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методик үҙәккә әйләнә.
Сәфәр мәктәбендә эшләгән йылдарҙа М. Юлмөхәмәтов уҡытыусыларҙың методик эшен ойоштороуға күп көс һала, йәмәғәт башланғысында район хакимиәтенең мәғариф бүлеге инспекторы вазифаһын үтәй. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе ултырыштарында докладтар, күҙәтеүҙәр, мәғлүмәттәр менән сығыш яһай, артабан улар тормошта һынау үткән ғилми йыйынтыҡтар булып баҫылып сыға. Район уҡытыусыларының алдынғы эш тәжрибәһен яҡтыртҡан әсбаптар әҙерләү буласаҡ ғалим өсөн киләсәктә фән менән шөғөлләнеүгә этәргес яһай.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, атҡаҙанған халыҡ мәғарифы алдынғыһы, педагогия фәндәре кандидаты Миңдебай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов бөгөн дә халҡыбыҙға, фәнгә ярҙам итеү теләге менән янып йәшәй һәм эшләй: Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында доцент вазифаһын башҡара, буш ваҡытында дәреслектәр, методик ҡулланмалар яҙа. Хәҙер уларҙың һаны ла етмештән артып киткән.