Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кем нығыраҡ яралана?
Кем нығыраҡ яралана? Һәр ата-әсә балаһының үҙенән бәхетлерәк, уҡымышлыраҡ, хәллерәк булыуын теләйҙер. Тормошта нимәгәлер өлгәшә алмайһың икән, “көрәш”тең дауамын ул-ҡыҙыңда күреп, уларҙы үҫтереү, кеше итеү өсөн барлыҡ көсөңдө һалаһың. Кем нисектер, ә мин тап шундай булдым. Тик холҡоңдағы ҡайһы бер етешһеҙлектәр шул ҡәҙәр үрсемле икән...
Атайым менән әсәйем миңә ун йәш саҡта айырылышты. Өҫтәүенә һеңлем бар, ул беренсе класта уҡый ине. Әсәйем менән ҡалдыҡ, атайым иһә башҡа ҡатынға өйләнде. Бер ҡалала торғанлыҡтан, йыш осраш­тыҡ. Атайым яңы ғаиләһе менән мәктәптең эргәһендә йәшәй ине, әмәле сыҡҡан һайын йүгерәбеҙ ҙә инәбеҙ. Апай матур, яғымлы, һәр хәбәребеҙҙе ихлас тыңлай, күңелде аңлай, килешә. Ә әсәйебеҙгә бер ни һөйләп булмай, туҙына ла китә. “Башымды ҡатырып ултырма әле, үҙ проблемаларым еткән!” – тип һәр ваҡыт ҡырт киҫә. Шуға ла атайҙың яңы ҡатынына эйәләшкән­дән-эйәләштек. Айырыуса һеңлем яҡынайҙы. Дәрестәрен бергә эшләй­ҙәр, магазинға йөрөйҙәр. Өсәүләшеп киноға ла барып ҡайтабыҙ. Атайыма быны күреү ҙур ҡыуаныс булғандыр: гел шат йөрөнө. Ҡатынына ҡарата айырыуса хәстәрлекле ине.
Әсәйебеҙ дәрестән һуң өйгә тура ҡайтмауыбыҙҙы тәүҙә һиҙмәне лә кеүек. Кискә ҡәҙәр эшләгәс, ҡайҙан белһен инде? Ул ваҡытта кеҫә телефоны түгел, өйҙөкө лә юҡ ине бит. Шулай ҙа беҙҙең рәхәт тормош оҙаҡҡа барманы. Бер кис әсәйебеҙ ишектән инер-инмәҫтән ярһып ҡысҡыра башланы: “Килегеҙ әле бында, һатлыҡ йәндәр! Кем һеҙгә сит кешеләргә инергә ҡушты? Тамағығыҙ асмы? Атаһы шәп икән быларҙың! Улай хәстәр­лекле булғас, ниңә һеҙҙе ташлап киткән? Бөтөн кеше алдында хур иттегеҙ мине. Ояты ни тора?!.” Күрәһең, хәбәр еткергәндәр­ҙер, ҡала бәләкәй бит...
Ошонан һуң күпмелер ваҡыт атайым йәшәгән йортто урап уҙып йөрөнөк. Ә бер мәл әсәй үҙе уларға барырға ҡушты. “Инеү менән аҡса күсерер ваҡыт еткәне тура­һын­да әйт. Һеңлеңә яҙғылыҡҡа яңы итек кәрәклеген белдер, алып бирһен­дәр”, – тине. Теге йортта иһә беҙҙе һағынғай­нылар. Апай менән бергә паркта йөрөнөк, уйнаныҡ, ҡайтыш­лай ул икебеҙгә лә аяҡ кейеме алып бирҙе.
Тик әсәйем бының менән генә туҡтаманы. Беҙ атайымдарға барыр­ға теләк белдергән һайын яңы әйбер һорарға ҡуша: уҡыу кәрәк-яраҡтары, спорт кейеме, велосипед... Өҫтәүенә атайыма алимент түләү ваҡытын иҫләтеп торорға тейешбеҙ. Нисек ҡушылған, шулай эшләнек.
Тик тора-бара атайҙың да, апай­ҙың да беҙгә ҡарата һалҡыная төшө­үен аңғарҙым. Килеүебеҙгә ул ҡәҙәр шатлыҡ белдермәйҙәр, элекке кеүек күмәк­ләп урамға сығып китмәй­беҙ, күп осраҡта өйҙә шым ғына ул­ты­ра­быҙ. Һеңлем генә, бер ни аңла­маған­лыҡтан, һөйләй ҙә һөйләй. Апай уны ла теләр-теләмәҫ кенә тыңлай һымаҡ.
Әсәй беҙҙән гел риза түгел, атай менән ҡатыны ла ситләшә бара. “Кәрәкмәйбеҙ береһенә лә, – тип төн буйы юрған аҫтында илап сыҡтым бер мәл. – Яратмай улар беҙҙе, нисек ҡотолорға белмәйҙәр...” Нимә эшләр­гә һуң? Үҙебеҙҙе нисек яраттырырға, кәрәклегебеҙҙе иҫбатларға? Ошо турала туҡтауһыҙ уйланып йөрөй торғас, үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты: әсәйемә – атай менән апайҙы һәм, киреһенсә, атай менән апайға әсәйемде насарлап һөйләй башланыҡ. Хәҙер ошоноң сәбәбенә төшөнөргә тырышам да “Яҡында­рының һөйөүен яулау өсөн нимәгә генә бармай икән бала” тип ҡуям. Ысынлап та, ошонан һуң әсәйҙең дә, атайҙың да, апайҙың да иң яҡын әңгәмәсеһенә, “фекер­ҙәше”нә әүерел­дек. Ике йортта ла кәрәкле кешеләргә әйләндек. Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡансы ғүмеребеҙ шулай хәбәр ташып үтте.
Хәҙер инде үҙем өс малай атаһы. Теләгән һөнәремә эйә була алмай, гел күңел ятмаған ауыр эштәрҙә йөрөргә тура килгәнлектән, улдарым минең юлды ҡабатламаһын тип, уларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләм. Өсөһө лә спорт ярата. Үҙебеҙҙең ҡалала ғына түгел, ситтә үткән ярыштарға ла бергә йөрөйөм, үҫештәрен күҙәтеп барам, кәңәштән айырмайым. Ҡатыным менән бер-беребеҙҙе аңлап, килешеп йәшәйбеҙ. Улдарыбыҙ минең кеүек яратыуға мохтаж булып, ике арала ғазап сигеп үҫмәй.
Ә бер мәл... Икенсе класта уҡыған кинйә улым: “Олатайға – өләсәйҙе, өләсәйгә олатайҙы насарлап һөйләгәйнем, икеһе лә аҡса бирҙе”, – тип бер нисә йөҙ тәңкәне сығарып күрһәтте. Шаҡ ҡаттым. Эйе, әсәйем менән атайым һаман да бер-береһенә “һөжүм”де туҡтатмай шул. Хәҙер ейәндәре аша “атышалар”. Ә кем яралана?
“Хәләлдең иң ситендә торған ғәмәл – талаҡ, йәғни айырылышыу”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләм мөбәрәк хәҙисендә. Ғаилә тарҡалыуы – ҙур бәлә. Ул ир менән ҡатынға ғына ҡа­ғылмай, ә ике яҡтан да туғандарҙы, яҡындар­ҙы, дуҫтарҙы ялмап ала, айырыуса балалар ҙур көсөргәнеш кисерә. Хатта ки ейән-ейәнсәрҙәрҙең дә тормошона килеп ҡыҫыла. Ә бөгөнгө йәмғиәттә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырылышыу ғәҙәти күренешкә әйләнде кеүек, күптәр уға уйын һымаҡ ҡарай. Яралы йәндәр яҡты киләсәк төҙөй алырмы?


Автор: Х. ХӘЛИМОВ. Район: Яңауыл ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-01/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә