Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡайтманың…Ҡайтманың. Ә бит мин һине шундай яҡты өмөттәр, матур хыялдар менән көткәйнем. Ни өсөндөр һин миңә тик яҙ айҙарында ғына ҡайтып керер төҫлө инең. Һинең атлап килеүеңде мин алыҫтан, бик алыҫтан тойор инем… Бына һин Дәүләкән стансаһында төшөп ҡалаһың да, юл тоҡсайын ипләштереп арҡаңа йөкмәп, ашығыс аҙымдар менән кирбес заводы юлына төшәһең. Ҡаланы сыҡҡас, туп-тура юл һайлап, Сиргәпүл, Ҡаранбаш, Уртатау аша Ахун быуаһы янына килеп сығаһың. Күпер аҫтынан ағып ятҡан йылға буйына килеп, юл туҙандарынан арынып, ҡул-битеңде йыуып алғас, сәфәр тоҡсайың­дағы ризыҡтарыңды йәм-йәшел үлән өҫтөнә ҡуйып, шат ҡарашың менән тирә-йүнде күҙәтә-күҙәтә тамаҡ ялғап алаһың да ауыл юлына төшәһең.
Ә тирә-яҡта тәбиғәттең шашып йәшәр­гән, сәскә атҡан сағы. Ана, яҡында ғына Мәкәштау һырттары теҙелеп киткән. Улар йәшел балаҫ менән ҡапланған. Һин әкрен, һәлмәк кенә атлайһың. Тыуған яҡ шул ҡәҙәр үҙәк өҙгөс булып һағындырған. Тамағыңа тығылған төйөр, кинәт бушап китеп, күҙ йәштәре булып эркелә. Борсаҡ-борсаҡ бөрсөктәр инде төҫө уңып бөткән һалдат гимнастеркаһына тамып, түбән йүгереп, тубыҡтарға, туҙан баҫҡан итек остарына тәгәрәй. Ә һин шатлыҡ күҙ йәштәрен тыймай, тирә-йүнде күҙәтеп атлайһың да атлайһың.
Ана, алыҫта күгәреп урман ята. Һул яҡлап ике игеҙәк тау – Һанай Һары менән Шайтан Һары күренә. Һағыныу хистәрен аңлатып та, үлсәп тә булмай шул. Күңелеңдең аулаҡ мөйөштәренә тулып, һулҡылдап-һулҡылдай улар. Тамаҡтарға төйөр булып ултыра, күҙ йәше булып ағыла. Шундай матур, саф, илерткес хис бит ул – һағыныу. Тыуған яғың, тыуған ауылың, ҡайтып керер йортоң, көтөп торор кешең булыу бәхеттәрҙең иң олоһолор. Төштәргә кереп һаташтырған яҡты хыялдарға сумдырған һағыныу хисе! Унан бер кем дә азат түгел.
Белоруссия еренән яҙған һуңғы хатыңда: “Тыуған яҡтарға иҫән-һау ҡайта ал­һам, ылау көтөп тормай, йәйәү сығыр­мын юлға. Хатта ылау булһа ла, тик йәйәү ҡайтырмын, тыуған яҡ һауаһын күкрәк тултырып һулап, ялан-урмандарыма һоҡланып, һинең менән осрашыуҙың татлы минуттарын күҙ алдына килтереп барырмын да барырмын…” – тигәнһең.
Һағыныуҙарың сиктән ашҡайны шул. Һинең һәр хәбәрең һағыныу-һағыш тулы була торғайны. Хатыңды алған көндәрем – иң бәхетле мәлдәрем минең. Мин уларҙы алғас та уҡымай, кис етеүен, аулаҡ ҡалыуымды көтөп, ауыл йоҡоға талғас, бөтә йыһан тын ҡалған ваҡытты көтөп, хатыңдың эсенә кереп китеп, һине янымда кеүек хис итеп уҡырға ярата инем. Улар бөтәһе лә шундай матур, яғымлы һүҙҙәрҙән башланыр ине: “Һаумы, ҡәҙерле Гөлкәйем минең, йыһандағы иң яҡты йондоҙом…” Һинең менән танышҡан көндә үк: “Исемең бигерәк оҙон, мин һине “Гөлкәйем” тип кенә йөрөтәсәкмен”, – тигәйнең. Шундай яғымлы, матур итеп өндәшә инең: “Гөлкәйем минең”. Бер моң, сихри йыр кеүек яңғырай ине тауышың. Ошо һүҙҙәрҙе ҡабат ишетер өсөн ғүмеремде бирергә әҙер көндәрем булды. Бәхеттең нимә икәнен белдем мин һинең менән, ниндәй төҫтә икәнен хатта. Ул шундай сағыу балҡыш төҫөндә ине. Күҙҙәрҙән нур ағыла, йөҙҙән йылмайыу китмәй, ә күңелдә шундай рәхәт йылылыҡ, сөнки һин янымда инең. Шул ҡәҙәр ҙә бәхетле булып буламы икән ни, тип үҙемә үҙем аптырап йөрөй инем. Күҙем генә тейҙе буғай.
Һиңә һуғышҡа саҡырыу килгәс тә, әллә ни иҫем китмәгәйне. Бына барыр ҙа тиҙ генә ҡайтыр, хатта һағынып та өлгөрмәҫ­мен әле, тип уйлағайным, һинең уйсанланыуыңа аптырап. Белмәй инем шул һуғыштың ни ҡәҙәр ҡурҡыныс, ҡот осҡос хәл икәнен. Ә һин киттең дә юғалдың. Юҡ, юғалманың, йәнде иретерлек йылы хаттарың йыш килеп торҙо. Мин уларҙы ятлап бара инем.
Төндәрен, утты һүндереп ятҡас, хат юлдарын иҫемә төшөрөп, шыбырлап ҡына ҡабатлар булып киттем. Шулай яйлап йоҡоға талыр инем. Ауылға бер-бер артлы “ҡара ҡағыҙҙар” килә башлағас та, мин ни өсөндөр үтә лә тыныс инем. Әйтерһең дә, һин бөтөнләй икенсе һуғышта, башҡа фронтта йөрөйһөң. Өҙгөләнеп илаған ҡатындарға ҡарап: “Эй, Аллам, урап үтһен бындай ҡайғылар”, – тип теләр инем. Һәм ошондай аяныс хәлдәрҙе күргәндә, ҡайғының аҡ һәм ҡара төҫтә булыуын белдем.
Йөҙҙәрҙе ҡарайтып, сәстәрҙе ағартып килде ауылым өҫтөнә ҡара ҡайғылар. Йөҙҙәрҙән йылмайыуҙарҙы һыпырып алып, ирендәрҙе ҡыҫып, күҙҙәрҙе йәшләндереп, оҙон-оҙаҡ йөрөнө ул ауылым өҫтөндә. Өй һайын тиерлек тәҙрә, ишек ҡаҡты ҡайғы еле, йөрәктәрҙе өйкәне, күңелдәрҙе ташҡа әйләндерҙе. Өс улын, ирен һуғышҡа оҙатҡан Заһиҙә апайҙың, ике улы менән иренә “ҡара ҡағыҙ” алғас, тораташ кеүек ҡатып ҡалғаны хәтерҙә. Ҙур итеп асылған күҙҙәрендә шундай ҙур һағыш, әрнеү ята, тик улар ҡоп-ҡоро, унда әллә ниндәй шомло ут янған кеүек. Ирендәр ҡымтылған, бер өн дә сыҡмай. Таш һын булып оҙаҡ ултырғайны ул. Тик ҡараштары ғына үҙәк өҙгөс ине. Уларҙа өнһөҙ ҡысҡырыу, бар донъяға яр һалыу ята һымаҡ, тик ул ҡайҙалыр эстә, тәрәндә…
Күтәрмәҫтәй ҡайғыларҙы ла күтәрҙе шул халыҡ, түҙемлеге менән еңде. “Ҡайғыларҙы ауыр, тиҙәр, кем күтәреп ҡараған?” Ысынлап та, кем күтәреп ҡараған?! Ниндәй үлсәүҙәр кәрәк икән уны билдәләр өсөн? Юҡтыр шул ундай үлсәүҙәр ер йөҙөндә, юҡтыр шул… Әллә ниндәй аң етмәҫлек мөғжизәгә ышанып көттөм һине. Һау-сәләмәт, шат йылмайып ҡайтып керерһең дә ел ҡапҡанан “Гөлкә-йем!” тип ҡысҡырып ҡосағыңа алырһың. Шул ваҡытта бәхетемдән һуштан яҙырмын… Эй, хыялдарым минең! Улар шундай яҡты, матур ине. Бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға ҡәҙәр хәлдән тайып эшләп, кистәрен аслы-туҡлы йоҡларға ятҡанда ла минән бәхетле кеше юҡ кеүек ине. Күҙҙәремде йомоп, хыял диңгеҙенә сума инем дә аслыҡты ла, һалҡынды ла, ялҡынды ла еңел үткәрә инем. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда өнһөҙ риза булып китә инем. Урманын да киҫтек, үгеҙ менән ерен дә һөрҙөк, сәстек тә, урҙыҡ та. Шулай кәрәк ине. Бөтә ил менән ауырлыҡтарҙы күтәрә килдек, кәртәләрҙе еңә барҙыҡ, яҡты киләсәккә өмөт итеп. Һәм килде ул бәхетле көн – Еңеү көнө. Ауыл илау, көлөү тауыштарынан яңғырап торҙо. Кемдер шатлыҡтан иланы, кемдер – яҡындарын юғалтыу ҡайғыһынан, кемдер шатлығынан көлдө…
Мин ни эшләргә белмәнем. Илай ҙа, көлә лә алманым. Быуынһыҙ булып, ауыл өҫтөндә яңғыраған ауаздарҙы тыңлап, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ултырҙым да ултырҙым. Оҙаҡ ултырҙым. Күрше Ғәзизә инәйҙең яныма килеп, иңбаштарымдан ҡосаҡлап: “Ҡайтыр, ҡайтыр, Гөлшаһиҙә балам, өмөтөңдө генә өҙмә”, – тигән һүҙҙәре хәтергә һеңеп ҡалған. Ә һин ҡайтманың…
“Ҡара ҡағыҙ” ҙа, “хәбәрһеҙ юғалған” тигән ҡағыҙ ҙа килмәне. Хаттарың да туҡталды. Һине өҙгөләнеп көтөүем ғазапҡа әйләнде. Татлы ғазап ине улар. Һуң, бер ниндәй ҙә насар хәбәр булмағас, алда яҡшыһы көтәлер әле, тигән өмөт йәшәүгә көс бирә килде. Ишек келәләрен элеп, яңғыҙым ҡалыу менән хыял донъяһына сумып, ҡайтыуыңды күҙ алдына килтерәм… Бына һин ауыл осона яҡынаяһың. Өс урам булып теҙелгән ауыл – һинең алдыңда. “Әгәр иҫән-һау ҡайтһам был ут эсенән, ауылым осона еткәс тә, тубыҡланып тыуған тупраҡты үбәсәкмен, ҡулдарымды тыуған тупраҡ менән йыуасаҡмын, Гөлкәйем…” Һәм бына һин, юл тоҡсайыңды ергә ҡуйып, ауылың алдында теҙләнәһең, күҙҙәреңдән сөбөрләп аҡҡан шатлыҡ йәшен пилоткаң менән һөртөп, тыуған ереңде ҡосаҡлап, ҡайнар ирендәреңде ергә тейҙерәһең. Йөрәгең шатлыҡтан ярылырҙай булып тибә, һин хатта уның ярһып һуҡҡанын да ишетәһең. Башыңды әкрен генә күтәреп, ауыл урамына күҙ һалаһың. Ә унан бер йәш кенә ҡыҙыҡай һиңә табан йүгерә. Килеп етер-етмәҫтән текләп ҡарап тора ла, яңғыратып: “Һиҙиәт ағай ҡайтҡан”, – тип оран һалып, ауыл урамы буйлап үргә табан саба.
Беҙҙең йортобоҙға табан йүгерә ул. Уның тауышын ишетеп, мин ялан баш, яулығымды ҡулыма тотоп йорт алдына сығам да кире йүгереп өйгә кереп китәм. Һөйөнсө бүләген алырға. Күп улар миндә. Һәр бер кешегә йәшенә ҡарап тәғәйен әҙерләнгән. Оло инәй алып килһә һөйөнсө хәбәрен – француз яулығы менән ойоҡ­баш, оло йәштәге ир кешегә – бирсәткә, ойоҡбаш, ә инде йәш ҡыҙҙарға – хушбуй менән еҫле һабын, балаларға ҡыҙыл билле перәник тә, кәнфитем дә, ойоҡбаштарым да бар. Тик килһен генә ул һөйөнөслө хәбәр, килһен генә! Ҡаршы ала белер инем ундай ҙур шатлыҡты.
Кинәт башым әйләнеп китеп, өй эсендәге берҙән-бер һандыҡты аса алмай ыҙаланам. Ә урамда тауыш: “Һиҙиәт ағай ҡайтҡан!” Мин, хушбуй менән еҫле һабынды ҡулыма алып, тағы ла ишек алдына атылам. Толомдарыма үрелгән сулпыларым: “Шат-лыҡ, шат-лыҡ”, – тип сыңлаған кеүек. Ялан аяҡ, ялан баш урамға йүгерәм, шатлыҡлы ауазды ишетеп, өйҙәренән сыҡҡан халыҡҡа ла иғтибар итмәй, ауыл осона еләм. Эйе-эйе, еләм, осам. Бөтә тәнемдә шундай еңеллек. Башымда тик бер генә уй – бәхетем ҡайтҡан! Һин ҡоласыңды йәйеп урам уртаһынан киләһең. Күҙҙәреңдән аҡҡан йәшең дә, төпһөҙ зәңгәр күҙҙәрең кеүек, зәп-зәңгәр. Күҙ йәшеңдән оялмайһың һин, шат йылмайып мине ҡосағыңа алаһың. Мин ашығып һинең һаҡал-мыйыҡ баҫҡан битеңдән үбәм, гимнастеркаңдан килгән танһыҡ тир еҫен һулайым, бәхетемдән башымды һинең киң күкрәгеңә терәйем дә тынып ҡалам. Юҡ, мин генә түгел, бөтә урам, бөтә ғаләм тынып ҡалған кеүек. Тирә-яҡты шундай зыңлап торған тынлыҡ биләп ала. Бер-беребеҙгә һыйынып оҙаҡ, бик оҙаҡ торабыҙ. Шул ваҡыт тағы урам яңғыратып: “Һөйөнсө, Һиҙиәт ағай ҡайтҡан”, – тигән ауаз яңғырай. Мин ашығып һөйөнсө бүләген ҡапшайым, һылыуға һуҙам…
Бына шулай күҙ алдына килтерә инем мин һинең ҡайтыуыңды. Ә һин ҡайтманың…
Һуғыш тамамланыуға ла бихисап йылдар үтте, тик өмөт кенә һүнмәне. Ауылым яйлап аяҡҡа баҫты. Тормош матурланды, йәмләнде. Йөҙҙәргә йылмайыу ҡайтты. Бер шатлыҡты – биш итеп, бер ҡайғыны – юҡ итеп, татыу йәшәй ауылдаштарым. Исемемде лә онотоп баралар буғай. “Гөлкәйем” тип өҙөлөп һин генә әйтә белә инең, моңға һалып.
Эй һағындырҙың да үҙең. Йылдар үткән һайын, олоғая барған һайын нығыраҡ һағынам. Һин һаман да шулай йәш, матур килеш, ҡайҙалыр бик алыҫта йөрөп ятаһың кеүек. Кинәт ҡайтып керһәң, танымаҫһың да инде. Был аҡ әбейҙе өй ҡарарға ҡалдырҙы микән Гөлкәйем, тип аптырар­һың кеүек. Үҙ уйҙарымдан, үҙ хыялдарымдан үҙем көлөп алам ҡайһы саҡ. Ә ғүмер бигерәк ҡыҫҡа икән. Мәңгелеккә күскәнсе берәй хәбәр килһәсе һинән, Һиҙиәт, тип ялбарам төндәрен. Билдәһеҙ­лек бигерәк ҡыйын. Ай тулған саҡта кеше теләге ҡабул була икән, тигән фаразды ишеткәс, бындай төндәрҙе йоҡоһоҙ үткәрергә өйрәндем. Әгәр иҫән булһа, минең өнһөҙ ғазаптарымды йыһан аша тойоп, берәй хәбәр ебәрер әле, тигән өмөт ҡушылды ҡайтыр тигән өмөткә. Бик-бик, бөтә күңелемде биреп теләнем айлы төндәрҙә, өмөт сырағымды ҡабыҙып…
“Аҡ әбей, һиңә ҙу-у-ур хат килгән”, – тип хәбәр һалғас хат ташыусы, баҙап ҡалдым. Хәбәр ебәрер кешем дә юҡ һымаҡ. Тик хәйерлегә булһын, Хоҙайым, тип теләп, ҡалтыранған ҡулдарым менән ҙур конвертты ҡулыма алам. Унарлаған марка йәбештерелгән хатты күкрәгемә ҡыҫып, тынып ҡалам да тағы татлы хыялдарға биреләм. Бәлки, Һиҙиәтемдең хатылыр. Хат ташыусы ҡыҙыҡай, түҙемһеҙлек белдереп, тамаҡ ҡыра. “Мә, балам, үҙең асып уҡып бир әле миңә”, – тип ҡағыҙҙы уға һуҙам. Ҡыҙыҡай етеҙ ҡулдары менән хатты ала ла ҡысҡырып ебәрә: “Аҡ әбей, Белоруссиянан бит был!”
Минең кинәт башым әйләнеп китә. Һуң, һуңғы хаты шунан ине бит. Тимәк, тере, иҫән-һау тигән өмөт кинәт ҡабына ла һүнә. Йылдар теҙмәһе бик оҙон аралы шул, бик оҙон…
Ҡыҙыҡай хатты асыуы була, һарғайып бөткән фото килеп төштө. Һиҙиәт йәп-йәш, һалдат кейемендә, миҙал алғанда Ҡыҙыл Байраҡ янында төшкән. Йөҙөндә шат йылмайыу. Фоторәсемдең артында үҙенең ҡулы менән яҙып ҡуйған: “Иҫтәлек өсөн Гөлкәйемә. Август. 1944 йыл. Белоруссия”. Ә иң аҫтында минең адрес башҡа ҡул менән яҙылған. Ошо адрес буйынса килгән дә хат.
Конверт эсендәге хатты алып уҡығас, оҙаҡ уйланып ултырҙы хат ташыусы. Үҙенең күҙҙәрендә йәш. Ул ғәйепле әҙәм кеүек, йәшле күҙҙәрен миңә төбәп: “Аҡ әбей, уҡыуы ҡыйын, урыҫса яҙылған, мин һиңә мәғәнәһен генә әйтеп бирәм”, тип ҡыҫҡаса ғына һөйләне лә китергә ашыҡты. Ул сығып киткәс, өйҙө әллә ниндәй ғазаплы тынлыҡ биләп алды. Ҡыҙыҡайҙың һөйләгәндәрен барлап, оҙаҡ уйланып ултырҙым, бик оҙаҡ…
Һиҙгән, алдамаған күңелем. Иҫән булған бит Һиҙиәтем, иҫән булған. Тик күҙҙәренә мина ярсыҡтары тулып, тома һуҡырайған. Оҙаҡ госпиталдә ятҡан. “Ауылыңа, ҡатыныңа хәбәр ит, килеп алыр”, – тигәс, ҡәтғи рәүештә баш тартҡан. Юҡ, Гөлкәйемдең ғүмер буйы мине етәкләп йөрөүен теләмәйем, үҙ парын табып, йәшәп китер, уға бығау булырға теләмәйем, тип хатта адресты ла бирмәгән.
Бына шулай бар килеш юҡ булған сибәр Һиҙиәтем. Ә мин ғүмерем буйы көттөм, өмөт иттем. Мөғжизәгә ышанып йәшәнем.
Госпиталдә эшләгән яңғыҙ ҡатын алған уны ҡарамаҡҡа. Башта йәшәгеһе лә килмәйенсә, бер нисә тапҡыр үҙ-үҙенә ҡул да һалып маташҡан, ҡотҡарғандар.
Йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан саҡтарың булғандыр. Шундай матур башланған тормоштоң ҡараңғылыҡ эсенә кереп юғалыуын, өмөт-хыялдарыңдың селпә­рәмә килеүен күтәрә алмай ыҙаланыу­ҙарың булғандыр, ҡәҙерлем. Тик мине онотмағанһың, ғүмерең буйы күңелеңдә, йөрәгеңдә һаҡлағанһың. Миңә иҫтәлеккә тип ебәрергә әҙерләгән фотоңды, үлер алдынан, адресымды яҙҙырып: “Мине ерләгәс кенә Гөлкәйемә һалып ебәрегеҙ фотоны!” – тип үтенгәнһең. Рәхмәт, онотмағаның, үлгәнсе хәтереңдә тотҡаның өсөн. Мең рәхмәт! Полинаға рәхмәт, һинең үтенесеңде үтәгәне өсөн. Оло йөрәкле, изге йән икән үҙе.
Ҡайтманың…
Ҡайтауазың ғына ҡайтып, ҡабат тетрәндерҙе. Ә шулай ҙа рәхмәт яҙмы­шыма, билдәһеҙлек шундай йонсотҡайны. Өмөт ептәрем өҙөлөр сиккә етеп тартылғайны. Ярай әле ваҡытында килде хәбәрең, һуңламаны, минең дә бит йөрәк мәңгелек түгел…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876