Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Айыуҙың нисек ҡотто алғаны
Айыуҙың нисек ҡотто алғаны Ул йылда еләк бик уңды. Ҡатынымды, ике дуҫымды һәм уларҙың һеңлекәштәрен эйәртеп, ауылдан биш-алты саҡрым алыҫлыҡтағы урманға киттек. Һауыттарыбыҙҙы тиҙ генә тултырып, туйғансы еләк менән һыйланып, тағы ла ике-өс көндән ошо уҡ кешеләр бергәләшеп килергә һүҙ ҡуйышып ҡайттыҡ.
Тик әҙәмде нәфсе боҙа ла ҡуя шул. Дуҫтарым иртәгәһенә үк, миңә өндәшеп тормайынса, үҙҙәре генә яңы компания төҙөп, кисәге урынға һыпыртҡан. Әлбит­тә, күңел ҡырылды инде бер аҙ. Етмәһә, берәүһенә: “Ниңә улай эшләнегеҙ?” – тиһәм, “Урмандағы еләклек шәхси баҡсағыҙ түгел әле”, – тип кенә ебәрҙе.
Тағы ла бер көндән ауылдың яртыһы биҙрә-көйәнтәләр, ашамлыҡлы төйөнсәктәр тотоп, таң һарыһынан урман яғына ағыла башламаһынмы! Исмаһам, берәйһе: “Әйҙәгеҙ, беҙҙең менән”, – тип өндәшһәсе! Юҡ, былай булмай, тим, эстән генә. Кешеләр урманға инеп юғалғас: “Бисәкәй, беҙ ҙә йөрөп ҡайтайыҡ”, – тинем.
Бүтәндәргә күренмәй генә ҡырҡындың арғы осона үттек. Ҡатыныма: “Мин теге­ләрҙе айыу булып шаяртам, һин ҡурҡмай ғына еләк йыйыуыңды бел”, – тип үҙем та­ғы ла арыраҡ киттем дә айыу булып тауыш­ла­на башланым. Арыу ғына итеп үке­реп ебәрәм дә шарт та шорт итеп ҡоро ағас бо­таҡ­тарын һындырам, нәҙегерәктәрен һел­кетеп алам, юлымда осраған бер-ике серек киҫкәне тибеп осорҙом. Һунарсы улы булғас, айыу тауышын ғына сығара беләм, хатта балалары булып сыйнап та ебәрәм.
Әле генә шау-гөр килеп еләк йыйған ха­лыҡ шып туҡтап ҡалды. Шунан һыҙғырып, ҡысҡырып “айыу”ҙы ҡурҡыта башланылар. Кемеһелер шәберәк итеп һөрәнләргә тырыша, ҡайһыһылыр бармаҡтарын ауыҙына тығып, әсе итеп һыҙғыра, кемдәрҙер яман итеп һүгенә – урман дер һелкенеп торған һымаҡ. Ә мин баяғынан да хәтәрерәк айыу булып ҡыланам.
Бер заман тегеләр, биҙрәләренә һуғып, тимер тауышы сығара башланы. Мин дә бирешмәйем. Шулай ҙа бер мәл урман тып-тын булып ҡалды. Еләк йыйыусылар шарылдаша-шарылдаша ҡайтыу юлы яғына сабышты. Үҙем ҡурҡып киттем, былар төрлө яҡҡа таралышып, аҙашып ҡуйһа йә араларында йөрәк сирлеләре булып, бер-бер хәлгә тарыһа? Тиҙ генә тегеләрҙең еләк йыйған ерҙәрен тикшереп сыға һалдым. Бер нисә яулыҡ, бер- ике төйөнсәк һәм кемдеңдер аяғынан төшөп ҡалған ҡатаһынан башҡа әйбер осраманы. Аллаға шөкөр, һушһыҙ ятҡандары ла юҡ!
Еләкселәр эләгә-һөрлөгә ауыл яғына йү­герҙе. Үҙҙәре һуңынан: “Барып еләк йыя башлағайныҡ ҡына, ғаиләһе менән айыуҙар килеп ябырылды, ауылға тиклем ҡыуалап килделәр. Эй, Хоҙайым, ярай имен-аман ҡо­толдоҡ. Башҡаса урманға ҡурай еләге тип аяҡ та баҫаһыбыҙ юҡ”, – тип һөйләгәндәр.


Автор: Салауат ТҮҘБӘКОВ. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә