Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ырыҫлы ерҙең ырыҫлы улы
Ырыҫлы ерҙең ырыҫлы улы Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт йортонда хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, журналист, Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты, тыуған төйәге тураһында биш китап авторы Салауат Мөхәмәтшиндың 75 йәшлек олпат юбилейын тантаналы шарттарҙа билдәләп үттеләр.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Р. Ишем­бәтов юбилярҙың түшенә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһын – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын ҡаҙауы ысын-ысындан юғары символик көскә эйә булды. Залда йыйылған халыҡ быны көслө алҡыштар менән тәбрикләне. Өмөтбай ауылынан “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзаһы, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе А. Мәжитов, Ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы Ф. Арғынбаева, хеҙмәт ветерандары Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры Әлифә Вәлиева, Фәхрениса Муллағәләмова, Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Фирҙәүес Ишмәтова, балалары, туғандары, дуҫтары үҙҙәренең ихлас күңелдән ҡотлауҙарын еткерҙе. Һәр ҡотлау тиерлек йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәмил Туйсин һәм халыҡ һөйөүен күптән яулаған Флүрә Туйсина үҙҙәренең ҡанатланмаҫ моңон, дәртле йырҙарын бүләк итте. Ауылдың художестволы үҙешмәкәр түңәрәге ағзалары ла был саранан ситтә ҡалманы.
Тыуған төйәгенең һөйөүен, ихтирамын һәм ышанысын яулаған юбиляр тураһында бер нисә һүҙ әйтеү урынлы булыр. Салауат Хәбибрахман улы мәктәп йылдарынан уҡ матбуғат менән дуҫлаша. Бынан 60 йыл элек уның беренсе мәҡәләһе район гәзитендә баҫылып сыға. Ҡайҙа, кем булып эшләүенә ҡарамаҫтан, ул бер ваҡытта ла ҡәләмен ҡулынан төшөрмәй. Ике тапҡыр республика эшсе һәм ауыл хәбәрселәре съезында ҡатнаша һәм сығыш яһай, абруйлы “Башҡортостан” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе булып эшләй, ике тапҡыр баҫманың лауреаты, күп тапҡыр конкурстар еңеүсеһе була. Бына ошо тәжрибә уға тыуған төйәге тураһында китап яҙырға булышлыҡ итә.
2012 йылда Баймаҡ район типографияһында уның “Данлы, ырыҫлы төйәгем” тигән энциклопедик баҫмаһы донъя күрә. Артабан Сибай ҡалаһының Урал аръяғы нәшриәте типографияһында 2013 йылда “Ирәндек – бөркөттәр төйәге”, 2014 йылда “Һәйкәлдәргә лайыҡ әсәләр”, 2015 йылда “Һуғыш балалары – йөрәк яралары”, ә инде 2016 йылда “Исемдәре ҡалды тарихта” исемле күләмле баҫмаһы нәшер ителде. Һуңғы китабында автор үҙенең журналистикала тупланған иң һәйбәт мәҡәләләрен баҫтырған.
Дүрт йыл эсендә биш китап сығарыу һәр кемдең дә ҡулынан килә торған эш түгел. Был йәһәттән авторға “афарин”дан башҡа һүҙ әйтеп булмай. Шуға күрә лә хеҙмәтен юғары баһалап, ошо көндәрҙә район хакимиәте Салауат Мөхәмәтшинды йыл йомғаҡтары буйынса оло йыйында төбәктең иң юғары наградаһы – “Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәт иткәне өсөн” билдәһе менән бүләкләне.
Тормош ауырлыҡтарын үҙ иңе аша үткәргән, хәләл ефете бик иртә вафат булып ҡалғас, дүрт улын яңғыҙы тәрбиәләгән, барыһына ла юғары белем биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшин күптәргә оло үрнәк булып тора. Зал тулы тантаналы кисәлә юбилярға бик күп йылы һүҙҙәр, ҡотлауҙар әйтелде. Ул үҙенең лайыҡлы хеҙмәте менән халыҡ ихтирамын яуланы.


Автор: Мөхәмәт АЗАМАТОВ. Район: Баймаҡ районы, Ҡолсора ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә