Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кемгә биреп ҡалдырайым?
Кемгә биреп ҡалдырайым?Бөгөнгө тормошто гәзит-журнал, радио, телевизор, Интернетһыҙ күҙ алдына баҫтырыу мөмкин түгел. Донъя күләмендә, илдә, йәшәгән ерендә булып үткән, барған һәм киләсәктә көтөләсәк төрлө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс яңылыҡтарҙы, үҙенсәлекле хәл-ваҡиғаларҙы түкмәй-сәсмәй һәм объектив рәүештә йәмәғәтселеккә еткереп тороу кеүек үтә яуаплы ла, етди ҙә бурыстарҙы үҙ иңенә алған егәрле һәм өлгөр хәбәрселәр.
Гәзиттең һүҙ көсө иҫ киткес йоғонтоло. Быны бик яҡшы беләбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙа тыуған ауылым Исҡужала мәктәп юҡ ине. Күрше Ҡашҡар мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Шул мәктәптең VII класында уҡыған саҡта Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәш башҡорт яҙыусыһы Төхфәт Мораттың бер туған ҡустыһы Әмир Моратов башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, шулай уҡ беҙҙең класс етәксеһе лә булды.
Әмир ағай үҙенең дәрестәрендә башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының ижады менән таныштырып, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләне. Ағаһының өсмөйөшлө хаттарын күрһәтеп, окоптарҙа ултырып яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерә торғайны. Шиғыр һәм мәҡәләләр ижад итеп ҡарарға кәңәш бирҙе. Уның ошо һүҙҙәрен күңелемдә тотоп, мәктәптең стена гәзитенә мәҡәләләр яҙҙым. Өлкән кластарҙа Юлдыбай урта мәктәбендә уҡығанда ла был шөғөлөмдө ташламаным.
Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Йылайыр районы халыҡ судында ултырыш секретары булып эш башланым. Бер йыл эшләнем унда. Шул осорҙа райондың ул саҡтағы “Коммунизм өсөн” гәзитенә “Суд залында” рубрикаһына мәҡәләләр ҙә яҙҙым. Шулай уҡ “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” республика гәзиттәренә һәм “Һәнәк” журналына ла ҡулъяҙмаларымды ебәргеләнем.
“Коммунизм өсөн” гәзитенә яҙышҡанда гәзиттең ул саҡтағы мөхәррире Иван Карманов, фотохәбәрсеһе Ильяс Такалов, мөхәррир урынбаҫары Әхмәт Юланов һәм башҡалар менән аралаштым. Хатта Әхмәт Юланов менән бер фатирҙа йәшәнек. Нәҡ улар ҡәләмемде осларға ярҙам итте лә инде.
Ул заманда мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәне. Мине Стәрлетамаҡ педагогия институтының бер йыллыҡ курсына уҡырға ебәрҙеләр. Уны бөткәс, ВЛКСМ райкомының сираттан тыш бер ултырышында икенсе секретарь итеп һайлап ҡуйҙылар.
Эшем буйынса район буйлап йыш йөрөнөм, хужалыҡтарҙа, ойошмаларҙа кешеләр менән күп аралаштым. Шулай уҡ мәктәптәрҙә лә йыш булдым, уҡыусыларҙың комсомол һәм пионер эше менән ныҡ ҡыҙыҡһындым, улар тураһында район гәзитенә генә түгел, республика гәзит-журналдарына ла яҙып барырға тырыштым.
1962 йылда райондарҙы берләштерҙеләр һәм мине ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитеты инструкторы итеп тәғәйенләнеләр.
Ҡыш мәлендә техниканы сәсеүгә әҙерләү, яҙғы сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, уңыш йыйыу һәм башҡа мөһим ауыл хужалығы кампаниялары осоронда район хужалыҡтарында булып, етәкселәр, хеҙмәт кешеләре менән осрашыу-аралашыуҙарҙан яңы мәҡәләләр донъя күрә торҙо. Ул саҡта “Хеҙмәт байрағы” район гәзитендә ауылдарҙың мәҙәни һәм спорт тормошон, ауыл клубында йәштәрҙең концерт ҡуйыуын сағылдырған мәҡәләләр яҙҙым, сөнки кешеләр һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ көтә.
1963 – 1968 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлап ҡайтҡас, малсылыҡ өлкәһендә эшмәкәрлегемде “Аҡъяр” сов­хозының баш мал табибы булып эшләй башланым.
Ауыл хужалығы белгесе, йәғни ветеринар булараҡ, гәзиттәрҙә “Белгес кәңәштәре” рубрикаһында бик күп файҙалы һәм фәһемле материалдарым әле лә донъя күрә.
Бөгөн дә матбуғат менән бәйләнеште өҙмәйем, үҫеп килгән быуын өсөн үрнәк булырлыҡ ауыл кешеләре тураһындағы мәҡәләләрем даими баҫылып тора. Һау булһам, дүртенсе китабым донъя күрәсәк. Бына шулай, ҡайҙа һәм кем булып эшләһәм дә, үҙемдең ауыл хәбәрсеһе булыуымды онотмайым.
“Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, уҡыу­сыларға, бигерәк тә йәштәргә, гәзит менән тығыҙ бәйләнеш тоторға кәңәш итәм. Юғиһә ҡуйын дәфтәремде һәм ҡәләмемде кемгә биреп ҡалдырам мин?..


Автор: Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Район: Хәйбулла районы, Һамар ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә