Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Театрҙың беренсе башҡорт рәссамы
Театрҙың беренсе башҡорт рәссамыБынан бер нисә йыл элек кенә Түбә руднигында бик ҡыҙыҡ бер слесарь-монтерҙы күрергә мөмкин ине. Ул үҙенең сменаһын тултырып ҡайта ла клубҡа йүгерә, унда ял итер өсөн генә бармай, стена газетаһын эшләй, лозунгтар яҙа, клубты биҙәй. Хатта уның менән генә ҡәнәғәтләнмәй, һынлы сәнғәт түңәрәге ойоштора.
Ҡайнар энтузиаст монтер былай ғына сикләнмәй, белем алырға ашҡына, уҡырға китергә кәрәк тигән уй менән ары-бире саба. Монтер-слесарҙың художник булыуын күҙ алдына килтерә алмаған ҡайһы берәүҙәр уға:
– Һин – монтер-слесарь, рәссам була алмайһың, ауыҙыңды ла асма, – тиҙәр.
Монтерҙың уйлаған уйы ҡайһы бер совет работниктарының фантазияһы менән сағыштыра алмаҫлыҡ юғары була. Ҡайнар энтузиазмдың авангарды булған комсомол йәш монтерға ярҙамға килә. Уны Мәскәү художество институтына ебәрәләр. Ябай монтер-слесарь Мәскәү художество институтының студенты Ренад Һибәтуллин булып китә.
Меңдән артыҡ студенты булған институтта Ренад берҙән-бер башҡорт иҫәпләнә. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә иң алдан бара. Сөнки ул үҙенең теләгенә ирешеүҙә дөрөҫ, ышаныслы юлға баҫҡанын һиҙә. Уны бер нисә ҡабат бүләкләйҙәр. Ҡырымға ял итергә ебәрәләр.
Ренад уҡыған саҡта теоретик белемен практик эш менән нығыта бара: Мәскәү татар театрында художник булып эшләй. Был практика институтты алдынғылар иҫәбендә тамамларға ярҙам итә.
Ренад Һибәтуллин иптәштең яҡшы эшен Ҡазан театры етәкселәре һиҙеп ала һәм үҙҙәренә саҡыра, ләкин уны тыуған Башҡортостаны тарта. Театр үҙенең рәссамын асыҡ йөҙ менән ике ҡуллап ҡаршы ала. Ренад та беренсе көндәрҙән үк театр менән яҡшылап таныша һәм эш башлай. Ул үҙе лә:
– Беҙҙең башҡорт театры – яңы өлкә, мин бында ҡолас йәйеп эшләргә керештем, – ти.
Быйыл театрға барған кеше фойеға инеү менән үткән йылдарҙа булмаған ҡайһы бер нәмәләргә осрай. Һеҙ театрҙың фойеһында бөгөнгө спектаклдә кемдәрҙең ниндәй ролдәрҙә уйнауын, ниндәй сәхнә күренештәре булыуын, декорацияның ниндәй икәнен алдан уҡ ҡарап, танышып ҡуя алаһығыҙ, сөнки быларҙың бөтәһен дә Ренад Һибәтуллин тарафынан ентекләп ойошторолған оператив күргәҙмә һөйләй.
Ысындан да театрҙың биҙәлеше, үткән йылдарға ҡарағанда, күпкә байыны, матурланды, төрлөләнде. Һибәтуллиндың һуңғы эштәре (“Сит кеше балаһы”, “Ынйыҡай менән Юлдыбай”) айырыуса монументаллек, динамик йыйнаҡлыҡ һәм ябайлыҡ менән айырыла. Былар йәш рәссамдың яңы юлдар эҙләүен, сәхнә стилендә башҡорт тормошо барлығын сағылдырырға ынтылыуын күрһәтә.
Һибәтуллин йәш әле. Уның театрҙа эшләүе әлегә айҙар менән генә һанала. Киләсәктә унан ысын художество мастеры көтөргә һәм уға ышанырға була.

(“Башҡортостан” гәзите, 1934 йыл, 22 декабрь, 293-сө һан. Фото “Башҡортостан” гәзи­тенең 1934 йылда сыҡҡан 296-сы һанынан алынды).
Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.


Автор: Әкрәм ВӘЛИ (АБЛАЙСКИЙ).


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә