Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағыла ла халыҡ ағыла...
Ағыла ла халыҡ ағыла... “Ватандаш” журналында журналист Миләүшә Годбодь яҙған “Байкал йыраҡ түгел” тигән юлъяҙманы уҡып, төрлө уйҙарға бирелдем. “Югорскиҙың ҡала булып китеүендә минең бер туған Мәрйәм апайым менән Марс еҙнәмдең дә өлөшө бар, – тип яҙа автор. – Улар икеһе лә Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң Югорск ҡалаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бөгөн дә Когалым, Яңы Уренгой, Нефтеюганск ҡалаларында эшләгән байтаҡ туғандарым бар.
Социализм заманында нефть һәм газ ятҡылыҡтары асылғас, төбәк эшкә килгән халыҡ иҫәбенә үҫешкән. Хәҙер Төмән өлкәһендә йәмғеһе
46 мең 405 башҡорт йәшәй, ҡалала башҡорт-татар ойошмаһы эшләй. Улар барыһы ла ошо өлкәнең ҡара эшен эшләп тамаҡ туйҙыра, балаларын уҡыта, иҫләгәндәре йылына бер тапҡыр тыуған яҡтарына ҡайтып әйләнә. Башҡортостандан күбеһе ғаиләһен аҫрау өсөн ниндәй ҙә булһа эш эҙләп килһә лә, бөгөн Төмәндең үҙендә эш юҡ кимәлендә булғанлыҡтан, улар серәкәйле, һаҙлыҡлы райондарҙа бысраҡ, ауыр хеҙмәткә лә ризалашып һаулығын бөтөрә...”
Алыҫ Себер генә түгел, асылда саң­һурҙырғыс шикелле үҙенә тартып торған илебеҙҙең бүтән тарафтарына йөрөп эшләгәндәр тураһында бәхәсле фекерҙәр ишетелеп ҡала. Сурытҡандарын тыңла­һаң, артыңа ҡолап китерлек. “Күршем юл­лыҡ аҡсаны теләнселәп тигәндәй йыйып, ниһайәт, ауылдан сығып китте”, “тегендә серегән байға әйләнгән икән, аҡсаны көрәп алғас ни”, “ғаиләһенә бер тин дә ебәрмәй, әллә эшләп йөрөй, әллә эсеп ята” кеүегерәк ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ имеш-мимеш халыҡ араһында күп йөрөй. Ә шулай ҙа улар ысынбарлыҡҡа тура киләме?
Ғөмүмән, ниндәй ҙә илдән йыл һайын әллә күпме кеше миграция юлын һайлай. Әлбиттә, тота килеп баш һуҡҡан яҡҡа сығып китмәйһең, барыр ереңде алдан әҙме-күпме самалайһың. Көтмәгәндә абынып йығылмаҫ өсөн. Һәм унда өр-яңы тормош башлайһың.
Әҙәм балаһын үҙ ҡулдары менән төҙөгән йортон, яратҡан эшен, йәнен бирергә әҙер туғандарын, айырылмаҫ дуҫтарын ташлап китергә нимә этәрә? Быға өҙөп кенә яуап биреүе ҡыйын. Әммә шуны беләм: берәү ҙә яҡшы тормоштан ҡасмай, ошоға хәтле майлы ҡалъянан баш тартҡан затты осратманым. Донъя көткәндәге ҡатмарлыҡтар, ауыр шарттар, хеҙмәт хаҡының тотҡарланыуы йәки бөтөнләй түләнмәүе, эшһеҙлек, медицина ярҙамының күрһәтелмәүе, власть органдары тарафынан ғәҙелһеҙлеккә дусар ителеү, томанлы киләсәк һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Әйткәндәй, Башҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәмитов та “бәхетен алыҫта эҙләүселәр һәм табыусылар” тураһында тәрән борсолоуын белдерҙе. Баҡтиһәң, 2016 йылда эш эҙләп республикабыҙға килеү­селәргә ҡарағанда, киреһенсә, унан ситкә китеүселәр күпселекте тәшкил иткән.
Статистиканы уҡып иҫ-аҡылың китерлек! Был – тотош Салауат ҡалаһы халҡы тигән һүҙ! Таны­шыбыҙ Санкт-Петербургта торлаҡ йорттар төҙөй. Уның эш графигына аптырарһың. Бер ай төньяҡ баш ҡалала йөрөп, ике ай буйы өйҙә ятыуына күнегеп тә бөткән ғаиләһе. Үҙе аңлатыуынса, күптән түгел “үҙгәреүсән эш графигы”на күскән. Ҡасан саҡыртып алыуҙарын үҙе лә аныҡ ҡына белмәй шикелле. Бәлки, “ҡасан теләйем, шул ваҡытта эшләйем” принцибына тоғролор ул. Социолог Әбделмән Хәмзин бел­дереүенсә, ошоға ундайҙарҙы ла өҫтәһәң... 25 меңдән ашыу кеше ғүмер иткән Яңауыл ҡалаһы хасил буласаҡ. Ирекһеҙҙән билдәле драматург Сәғит Мифтаховтың “Зи­магорҙар” әҫәре хәтергә төшә. “Йәй эшләй ҙә шатлана, ә ҡыш асҡа ҡаҡлана”, – тиме әле Тимак? Байҙарҙың эшселәргә мыҫҡыл итеп таҡҡан зимагор ҡушаматы нәҡ ошоларға төбәп әйтелгән һымаҡ.
Һанай китһәң, әбйәлилдәрҙе Магнитогорск ҡалаһы магниттай үҙенә тарта, илештәр Ыҡ аръяғынан – Татарстандан ҡайтып инмәй, мәсетлеләр Екатеринбургты туған ҡалаһылай күрә, учалылар Силәбе өлкәһенә ашҡына, тәтешлеләр Пермгә юллана, краснокамалар Ижевскиҙы үҙ итә. Шулай уҡ күпме яҡташыбыҙ Мәскәүҙе таҙарта, үҫтерә. Ирҙәр – төҙөлөш­тә, ҡатын-ҡыҙ ит һәм һөт комбинаттарында тир түгә, йәшелсә-емеште ҡаптарға тултыра, һауыт-һаба йыуа.
Ейәнсура менән Һарыҡташ райондары (Ырымбур өлкәһе) халҡы күптән ҡоҙалашып бөткән. Был тарафтарҙа бик күп туғандарыбыҙ йәшәгән шикелле, ейәнсуралар һаман да күршеләргә йөрөп ғаилә аҫрауын дауам итә. Ырымбур яҡтары яҡташтарым өсөн күптән аҡса һуғыу урынына әйләнгән. Мәҫәлән, халҡы 20 меңгә лә тулмаған Һарыҡташта тормош ҡайнар аштай урғылып тора. Берәүҙәр тимер юлында бил бөгә, икенселәр хәлле эшҡыуарҙар янында ышыҡ тапҡан, шулай уҡ баҙарҙа һатыу итәләр, ауылдарҙа мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡараусылар ҙа етерлек. Игене менән дан тотҡан төбәктә көнбағыш баҫыулыҡ­тарының да осо-ҡырыйы күренмәй.
Бер нисә йыл Ҡарағужа ауылы фермерының ҡаҙнаһын тулылан­дырған яҡташымдың кәйефе күтәренке. Түбәнге Аҫҡар ауылы һылыуына өйләнде, ике бала тәрбиәләйҙәр. Хатта ошо яҡтан өй һатып алырға уйлай йәш ғаилә. Ул тәүҙә техник культураларҙы сәсеү-утау, уңыш йыйыу кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ баҫыу мәшәҡәт­тәренә йәлеп ителһә, былтыр хужаһы көнбағыш­тан май һурҙырыу заводына етәксе итеп ҡуйып, егеткә ҙур ышаныс күрһәткән. Кәләше лә буш ултырмай – бәләкәй хужалыҡта бухгалтер ярҙамсыһы.
Сәйер күренеш күҙәтелә: ейәнсура­ларса әйткәндә, беҙҙә көнбағыш һығыу цехы юҡлыҡтан­дыр инде, һәр кемеһе тейәнешеп күршеләргә ағылды. Беле­үемсә, күптәр әле лә май артынан шунда бара. Яҡташым менән әңгәмә­ләшкәндән һуң күңелдә шундай тойғо ҡалды: әйтерһең дә, Иҫәнғол менән уны бер нимә лә бәйләмәй, ә тыуған йорто – хәҙерге йәшәгән урыны. Шулай булмай ни! “Хеҙмәтемә түләү ваҡытында башҡарыла, хатта дәртләндереү саралары ла ҡарал­ған, – тип ҡыуанып һөйләй ул. – Юҡлыҡ талаштыра, барлыҡ яраштыра тигәндәй, ысынлап та, өҫтәлдә ризыҡ бар, өҫ-баш ҡараулы, бәхет өсөн тағы нимә кәрәк!”
Ситтә бәхетен табыусыларҙың тағы берәүһен тыңлайыҡ.
– Эш урынымдан ҡыҫҡартылғас, ә мин ябай эшсе түгел, әйҙәүсе инженер инем, сараһыҙҙан Себерҙәге Надым ҡалаһына юлландым, – тине Миңлехан Фәритов. – Һөнәремә тоғро ҡалдым, йыйған аҡсаға Си­байҙан фатир һатып алдыҡ, улыбыҙ менән ҡыҙҙары­быҙҙы уҡытып, оло тормошҡа сығарҙыҡ. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып-үҫкән ер мең артыҡ булыуын, һүҙ ҙә юҡ, аң­лайым. Уның ҡарауы, бында кәрәкһеҙгә әйләнеп, бәҫең төшөп, кәм-хур булып көн иткәнсе, тегендә аҡсаны көрәп алам. Тыуған яҡ тигәндән, өлкәнәйгән һайын үҙенә тарта, оҙайлы ял мәлдәрендә ҡатыным менән ҡайтып һағышты баҫабыҙ.
Миграцияның төп сәбәбе – эш урын­дарының юҡлығы. Ҡыл да ҡыбырлатмай тик ятһаң, теләгә­неңде берәү ҙә алдыңа килтереп һалмаясаҡ. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға, башлы-күҙле итергә кәрәк. Һәр кемдең матур итеп эшләп хаҡлы ялға сыҡҡыһы, уңайлы шарттар тыуҙырылған йортта йәшәгеһе, заманса авто­мобилдә елдергеһе, рәхәтләнеп ял иткеһе килә. Был донъяла бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ бит!
Өфө “өф” тип тормағандай, ситтә бер кемгә лә майлы бутҡа әҙерләп, көтөп тормайҙар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, алыҫ яҡтарға ағылыусылар һаны кәмемәй, ә артҡандан-арта. Ә шулай ҙа күпләп эш урындары булдырылһа, кемдең ситкә киткеһе килер ине икән?!


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә