– Иҫән генәме, улым, эшкә китеп бараҫыңмы? Иҫән-ҫау йөрө...
Ағинәйҙәр. Беҙҙең урам мин бәләкәйерәк саҡта тотошлай тиерлек уларҙан тора ине. Ул ваҡытта, һуғыштан һуң дүрт тиҫтәләп йыл үтһә лә, шауҡымы ныҡ һиҙелде: яңғыҙ әбейҙәрҙең һалам башлы бәләкәс кенә өйҙәре ап-аҡ төҫкә буялып, үҙенә күрә сихри матурлыҡ өҫтәй, хатта ауып барған ҡоймаға эске яҡлап һөйәтелгән терәүҙәр ҙә ҡәҙерле һымаҡ ине. Ә хужабикәләрҙең йыйырсыҡлы йөҙҙәренә саф күңелдәре төбөнән илаһи нур һибелә, ҡытыршы, һөйәлләнгән ҡулдары шул тиклем йомшаҡ! Ә өй эсе һуң, өй эсе-е: ишектән ингәс тә – оло һандыҡ (беҙ, малайҙар, өсөн ул серле мөғжизә сығанағы), һул яҡта – икмәк мейесе, алдында – кеҫауғас, әллә нисәмә төрлө таба, түрҙә – һике йәки ағас карауат, стенала кәкүкле сәғәт ваҡыт һанай, ошо ваҡыттың бер генә мәлен сағылдырған рамдағы кәртишкәләрҙән яҡындары ҡарай. Улар араһында мотлаҡ һалдат кейемлеләре лә бар. Ағас өҫтәл эргәһенә ултырғыстар теҙелешкән, ҡул менән әйләндерелгән “сипарат” ҡуйылған бәләкәй генә эскәмйә лә тора. Тағы ла – ҡомлап йыуылған, буяуһыҙ ҙа һап-һары иҙән! Сигелгән селтәрҙәр, пар күгәрсендәр төшкән мендәр япмалары... Илаһи, әйтеп кенә лә аңлата алмаҫлыҡ, яҙып һүҙҙәр етмәҫлек нурға мансылған, йылылыҡ бөрккән өй эстәре!Эйе, үҙемде белә башлағандан бирле һәр береһендә булғаным бар: Хөснә әбейгә өләсәйем менән әсәй үҙҙәре өлгөрмәгәндә һөт-ҡатыҡ биреп ебәрә, Шәмсинур, Миңлеямал, Миңлесрур, Асия әбейҙәргә нәнәйгә эйәреп барам. Хәбирә әбей (уны Аҡ әбей тип йөрөттөләр), үҙе саҡырып, бәләкәс кенә усҡа кипкән муйыл һала, килелә төйөлгән емештәрҙән бешергән берәй тәмлекәс, йәйен ҡайын туҙынан ҡайнатҡан һағыҙ биреп сығара. Һәр береһе үҙ балаһылай баштан һыйпай, арҡанан һөйә. Ш-шундай рәхәт! Үҙҙәре был саҡта ни кисерҙе, ни уйланы икән? Яуҙан ҡайтмаған улдарынмы, һөйөп-һөйөлөп туймаған ирҙәренме?
Моңло ла, яғымлы ла үҙебеҙҙең мең телендә: “Иҫән-ҫау йөрө, балам!” – тигән изге теләктәрен һаман юлға алып сығам. Өй урындары тәңгәленән, инде тимер ҡоймалар менән ҡоршалған, ошондай уҡ бейек, йоҙаҡҡа бикле ҡапҡалар артына йәшеренгән таш өйҙәр ҡырынан, үткәндә боролоп ҡарайым: әйтерһең, эскәмйәлә ойоҡбаш бәйләп, үткәндәрен хәтерләп ултырған, изге юл теләп ҡалған әбейҙәрем – һалдат әсәләре, тол ҡатындар – оҙатып ҡала. “Иҫән-ҫау йөрө, балам!”
Бөгөн дә күңелгә йәм биреп, тормошҡа йән өрөп йәшәй ундай ағинәй – Рабиға әбей Ғәлиәхмәтова. Беҙҙең яҡта оло, ихтирам иткән кешене “әбей”, “әбейем” тиҙәр. Гелән осрағанда: “Башыңды күтәреп атла. Ҫау ғына йөрө. Балаларығыҙ иҫән-ҫау булҫын”, – тип ҡала, ошондай һүҙҙәр менән ҡаршы ала. Һирәкләп булһа ла ҡырына инеп тә ултырам. Туҡһанды артылһа ла, сәйен яңырта, өҫтәлгә кәнфитен килтереп ҡуя, төрлө емеш ҡайнатмаларын теҙә. Хас та бала саҡтағыса.
Тормоштоң ауыр һынауҙарын үтеп, үҙе әйтмешләй, унынсы тиҫтәне ваҡлаған сағында, йорт-ҡаралтыһын һыуытмайынса ҡаршыға ғына өй һалып сыҡҡан төпсөк улы Илшат менән килене Миңлегөлдөң тормошона ҡыуанып ғүмер итеп ята. Ҡыҙы Рәмилә менән улы Басир ҙа атай йортона ҡайтып тора. Көн дә шылтыратып хәл беләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан бер нисә йыл элек бер-бер артлы улдары Сабирҙы, Ринатты, ире Ғатаулла бабайҙы һуңға юлға оҙатҡан. Урындары ожмахта булһын, тип көн һайын доға ҡыла. Рабиға әбей дин йәһәтенән бик уҡымышлы. Ауылдаштары ла йорт именлегенә аят уҡыта, мәрхүм яҡындары рухтарына Ҡөрьән сығара.
Кеше шулай яратылған: ғүмер тауына үрләгән һайын үткәндәренә йышыраҡ әйләнеп ҡайта, хәтирәләре бөгөнгөләй булып күҙ алдына баҫа. Кисергәндәрен йәшерәктәргә һөйләп ҡалдырғыһы килә. Рабиға әбей ҙә, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, һағынып иҫкә ала шул саҡтарҙы. Нисек кенә тимә, маңлайға яҙылғанды күрә әҙәм балаһы, ил кисергәнде кисерә. Шул уҡ ваҡытта уҙғаны – һинең, замандаштарыңдың ғүмере лә. Оҙон һымаҡ тойолған ҡыҫҡа ғына ошо ғүмерҙең бер өлөшө. Йылдар ғына түгел, айҙар, юҡ, көндәр, сәғәт-минуттар үткән һайын шуны нығыраҡ тояһың, аңлайһың...
Балалыҡтарын һуғыш урлағандарға, атай-ағайҙарын алып киткәндәргә, йәшлектәренән яҙҙырғандарға, ғөмүмән, касафатын кисергән барлыҡ ошо быуын кешеләренә ул йылдар оло һынау булып иңдәренә ята. Шуға ла үткәндәрен иҫләгәндә бар һөйләшеү илде ҡара ҡайғыға батырған ҡәһәрле һуғышҡа барып тоташа.
– Ул ваҡыттарҙа бик ауыр булды. Шулай ҙа уҡырға тырыштыҡ. Дәфтәр юҡ – һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәктәренә, гәзит ситтәренә яҙырға тырышабыҙ. Уҡырға китап юҡ, уҡытыусы һөйләгәнде генә ҡабатлап һөйләйбеҙ. Шундай ауырлыҡтар менән уҡыһаҡ та, етенсене бөткәс, мине силсәүит китапханаһына ҡуйҙылар. Ун дүрт йәштән комсомолға алдылар. Шунан, райондан уполномоченныйҙар килһә, комсомол тигән булып, китапханала эшләгәс, һалымын түләмәгән кешеләргә барабыҙ. Мин дә эйәрәм. Ҡайҙан түләй алһын инде күп балалы, ирҙәре булмаған ҡатындар?! Дүрт йөҙ литр һөт бирәбеҙ, заданиеға икешәр йөҙ йомортҡа. Утыҙ ике килограмм ит тейешһең. Түләмәһәң, йортоңдағы кәзәңде етәкләп, ҡапсыҡҡа тауығыңды тултырып алып сығып китәләр. Барып керһәң, балалар асҡа илап ултыра. “Әтәй” тимәйҙәр бит, “әпәй” тиҙәр. Әй, мин әйтәм, колхозда эшләгәнем лутсы...
Күтәрә алмай бындай күренеште ул саҡта ун дүрт кенә йәшлек ҡыҙ. Өгөтләүҙәренә, комсомолдан сығарабыҙ, урман киҫергә ебәрәбеҙ, тип янауҙарына ҡарамаҫтан, башҡа етемдәр, тол ҡатындар тупһаһына аяҡ баҫмай. Киреһенсә, уполномоченныйҙарға эйәреп элегерәк йөрөгәндәре өсөн уларҙан ғәфү үтенеп сыға. Ауылдан китеп, артабан фельдшерлыҡҡа уҡырға ҡарар итә. Ләкин... Эх, ошо “ләкиндәр” булмаһа икән. Теләк ҡырына терәк тә кәрәк бит әле.
Арҡаһына бер нисә көлсә, бешерелгән картуф һалынған моҡсай аҫып, сабаталы ҡыҙ ҡырҡ саҡрымдан ашыу аралыҡта ятҡан Өфөгә – медицина училищеһына йәйәүләп юлға сыға. Ныҡыш, тырыш ҡыҙ икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора, уҡытыусылар ҙа быны баһалай. Ләкин... урыҫса белмәү бәкәленә килтереп һуға. Тағы ла, олоғайған атаһы менән әсәһен дә, натуралата һалымдар менән “таяҡ”ҡа эшләһәләр ҙә, аҡсалата заемдары, башҡа түләүҙәр “быуа” башлай.
– Инәйем мәрхүмә, былай ни уҡый алмайһың, ни миңә игелек күрһәтә алмайһың, тине. Урыҫса ла белмәгәс, ҡайттым. Урыҫса өйрәнәм, барыбер уҡыясаҡмын тип, Подлубово ауылына кире етенсе класҡа барҙым. Быны МТС парторгы Хәҙисә апай Моратова белеп ҡалған да минең ҡырға мәктәпкә килгән. Былай ти: “Рабиға, урыҫса ла өйрәнерһең, һөнәрең дә булыр. Әйҙә, тракторсылар курсына...”
Алдан сығып булһа ла шуны әйтергә кәрәк, Хәҙисә Моратова – фронтовик шағир Төхвәт Мораттың хәләл ефете. Һуғыш алдынан Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылына уҡытырға килеп, ошонда төпләнеп ҡала. Мәктәп директоры, МТС, колхоз парторгы вазифаларын башҡара. Ауылда ла, районда ла бик хөрмәт итәләр. Олоғайып, иренә ғүмере буйы тоғро ҡалып, мәрхүмә була. Ауыл зыяратына үҙе, һуңынан барлыҡ туғандары, нәҫеле ерләнә.
– Мин комбайнсы, тракторсы һөнәренә уҡып ҡайттым. Райха Нурғәлиева менән эшләнем. Апрелдә комбайнды ремонтлай башлайбыҙ. Йүнәтеп бөткәс, тимер тәгәрмәсле тракторға ултырабыҙ. Күпме ер һөргәнбеҙҙер, көнө-төнө йөрөйбөҙ алмашлап. Бәләкәй саҡта, йәш саҡта йоҡо тәмле бит ул, шулай бер ойоп китеп, саҡ Өйәҙәнгә (Үҙән йылғаһы – Р.У.) барып төшмәнем...
Рабиға әбейҙең “бәләкәй саҡта” тигәне дөрөҫөрәктер ҙә. Һуғыш балаларҙы иртә үҫмер ҡорона индерә, йәштәрҙе олпат яһай. Ғаилә, тотош ил хәстәрен иңдәренә һала.
– Беҙҙекен һөйләп бөтә торған түгел инде. Сәсеүгә орлоҡто утыҙ километрҙан ашыу йыраҡлыҡта ятҡан Ҡарлыман станцияһынан ун һигеҙәр килолап күтәреп ташыйбыҙ. Алып ҡайтырға аттар етмәй, тракторға “горючий” юҡ. Ремонтлай башлаһаң – запчасть юҡ. Әҙәм ышанмаҫ, һыйыр егеп һабан һөрәбеҙ. Уборка ваҡытында комбайнды бер баҫыуҙан икенсе баҫыуға ҡырҡар ҡатын һөйрәп күсерәбеҙ. Комбайнды һөйрәп илтергә трактор юҡ, урған саҡта ғына тағабыҙ. Көндөҙ ураҡ урабыҙ, төнөн ашлыҡ һуғабыҙ. Комбайнды кистән ҡатындар көлтә эҫкерте төбөнә һөйрәп илтеп ҡуя. Иген һуҡҡас, “зябь” һөрөргә төшәбеҙ. Трактор ҡабыҙыр өсөн “рукоятка”ға көс етмәй, тағы ҡатындар менән һөйрәп ҡабыҙып ебәрәбеҙ. Урып бөтөп, һөрөүҙәр бөткәс, ҡышҡылыҡҡа урман киҫергә китәбеҙ. Һәр бер кешенең ҡапҡа бағаналары башына яҙып ҡуялар – утыҙар кубометр урман киҫергә кәрәк. Урман эргәлә түгел, Ҡамышлы ауылы янына йәйәү барабыҙ. Сабатаны киптерергә ҡуйыр алдынан ямарға кәрәк, кипһә, йүкә өҙөлә. Беҙҙең күргәнде Хоҙай йәштәргә күрһәтмәһен инде...
Рабиға әбейҙең ҡарашы алыҫҡа төбәлгән. Әйтерһең, офоҡ ситендәге томан шаршауын тартыр ҙа бына-бына йәшлеге пәйҙә булыр төҫлө. Юҡ, уны береһе лә күрмәй. Тик үҙенә генә күренә, беленә. Сеймәлгән хәтер йомғағының һүтелеше лә кешенең үҙенә генә билдәле. Күңеленә йыуаныс бирәме ул йәки, киреһенсә, ҡан һарҡытҡансы яраңды асамы – уныһы ла ғүмер юлыңдың нисек үтеүенә бәйле. Ниндәй генә ауырлыҡ булмаһын, Рабиға әбейҙең үткәне үкенерлек түгел, намыҫы таҙа.
– Аллаға шөкөр, Ғатауллам иҫән-һау һуғыштан әйләнеп ҡайтты, – ти бөгөн инәй. – Күптәр башын һалды бит. Беҙ бик бәхетле, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәнек...
Ғатаулла менән Рабиға беренсе кластан бирле бер партала ултырып уҡый. Йәш айырмаһы ике йыл булһа ла, малай мәктәпкә һуңыраҡ бара. Ғатаулла 1924 йылғы. Шулай етенсене тамамлайҙар. Тәүге һөйөү осҡоно ла мәктәп тупһаһынан уҡ башлана. Ун етеһе генә тулып фронтҡа киткән егет ҡыҙға хат яҙып тора, ауылдан сәләм ала. Һуғыш тамамланып, тағы бер йылдан һуң ғына тыуған яҡтарына ҡайта. Әйләнеп ҡайтҡансы Ғатаулла вәғәҙә сигелгән ҡулъяулығын һаҡлай. Һалҡын окоптарҙа йылылыҡ бирә, ғүмерен һаҡлау өсөн өмөт осҡоно сәсә ул.
– Бүтән күрешмәбеҙ инде, тип таҡмаҡлап йырлап, илап оҙатып ҡалдым. Вәғәҙәләр бирештек. Ҡайтам, тине. Ҡайтышлай уҡ килеп кергән, мин өйҙә юҡ инем. “Һуғышҡа кергән һайын, Рабиға бәхетенән тип әйтеп керҙем. Һинең бәхетең алып ҡайтты”, – ти торғайны.
Ғатаулла 1946 йылдың декабрендә тыуған ауылына ҡайта, ә февралдә Рабиғаға яусы ебәрә. Матур итеп туй үткәрәләр, яңы тормош башлайҙар. Биш балаға ғүмер бирәләр.
– Бер ваҡытта ла эш ҡалдырманым. Ҡышын бабай менән фермала, йәйен сөгөлдөрҙә эшләнем, – тип һүҙен йомғаҡлау яғына йүнәлтә Рабиға әбей. – Тик торманым. Себеш фермаһында ла, һарыҡтыҡында ла эшләнек...
“Тик торманыҡ”. Ошо һүҙ артында тотош быуындың тормошҡа булған мөнәсәбәте, ҡарашы сағыла. Йәштәргә әйтер һүҙе лә бар ағинәйҙең:
– Иманлы булһындар. Ҡайһы берҙәре эш юҡлыҡҡа, тормош ауырлығына зарлана. Эшләгән кешегә эш бөтмәгән, зарланғанының зары етерлек. Шуға үҙеңә тырышырға, сәбәп эҙләмәҫкә кәрәк. Беҙ күргән ауырлыҡтарҙы, ҡайғыларҙы йәштәргә күрергә яҙмаһын...