Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » БАШҠОРТЛОҠТОҢ НИГЕҘЕ – ҒАИЛӘЛӘ
БАШҠОРТЛОҠТОҢ НИГЕҘЕ – ҒАИЛӘЛӘ Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә бит ул! Булыр бала бишектән... Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән... Малайға тәрбиә биреп, ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп, милләт тәрбиәләйһең...
Ысынлап та, бала ғаиләлә ниндәй өлгө күрә, шундай булып үҫә. Ул туған телен, халҡының тарихын, мәҙәниәтен беләме, ололарға ололоҡломо, кеселәргә кеселеклеме – беҙҙең милли асылыбыҙ шунан ғибәрәт. Бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә иң тәү сиратта ғаилә тәрбиәһенә бәйле. Артабан ғына был эшкә балалар баҡсаһы, мәктәп ҡушыла.
Һәр яңы осор халыҡ алдына үҙ бурыстарын ҡуя. Ысынбарлыҡ заманса яңы проблемаларҙы тәүге планға сығара. Шуларҙың береһе – бөгөнгө шарттарҙа үҙебеҙҙең башҡортлоҡто алып ҡалыу юлдарын киләсәгебеҙ – йәш быуынға һеңдереү.

Һуңғы 20 йылдан ашыу осорҙа был йүнәлештә ҙур эштәр башҡарылды. 1999 йылда Башҡортостаныбыҙҙа башҡорт теленә, урыҫ теле менән бер рәттән, дәүләт статусы бирелде. Һөҙөмтәлә балаларҙы туған телдә уҡытыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр асылды. Башҡорт телен уҡытыуҙа өлгәшелгән күрһәткестәр һәр район, ҡала, ғөмүмән, республика буйынса барыбыҙға ла билдәле.
Беҙҙең Мәләүездә туған тел, дәүләт теле булараҡ башҡортса уҡыған, уны өйрәнгән балалар һаны 100 процент тәшкил итте. Балалар туған телдә күп төрлө йүнәлештәге бай йөкмәткеле республика олимпиадаларында, конкурс­тарҙа әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәште. Телебеҙҙең дәрәжәһе күтәре­леүе башҡорт теле уҡытыусыларына дәрт өҫтәне. Ҡалала Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияны асыу көтөп алынған шатлыҡлы ваҡиға булды. Ғөмүмән, республикабыҙҙа туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, уны ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән эштәр тарихи әһәмиәттәге үҙгәрештәргә килтерҙе тиһәк, минеңсә, бер ҙә шапырыныу булмаҫ.
Әммә юҡҡа ғына “заман башҡа – заң башҡа” тимәйҙәр. XXI быуат башы Рәсәйҙең сәйәси-иҡтисади үҫешендә ҙур үҙгәрештәр осорона әүерелде. Һөҙөмтәлә илебеҙҙә дәүләтселек, йәмғиәт ҡанундары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына кәрәгенсә уйланып етмәгән үҙгәртеүҙәргә дусар булды. Был социаль үҫеш бигерәк тә мәғариф өлкәһендә үҙгәрештәргә килтерҙе. Бер яҡтан, Берҙәм дәүләт имтиханы, икенсе яҡтан, ҡулайлаштырыу саралары. Туған телде уҡытыу сифаты түбәнәйә, уны ҡулланыу даирәһе тарая. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре юҡ менән бар араһында. Шулай итеп, башҡорт теленең элек яулаған дәрәжәһе түбәнгә тәгәрәй тиһәк, ҙур яңылышлыҡ булмаҫ. Бындай кире күренештәр, әлбиттә, рәсми мәғлүмәттәрҙә сағылмай. Ул проблемалар йомғағын хәл итеү – урындағы власть органдары, мәғариф учреждениелары ҡарамағында. Ата-әсә шуны аңлаһын – туған телһеҙ милләт булмай, башҡортлоҡ юғала. Мәктәптә һәр башҡорт балаһының туған телдә белем алыуына, үҙ телендә иркен һөйләшергә, аралашырға өйрә­неүенә, китап, сәнғәт байлыҡтарын үҙләштереүенә өлгәшергә кәрәк.
Ошо урында шундай һорау баштан китмәй. Нисек һуң быуаттар буйы халҡыбыҙ үҙенең тарихи тамырҙарын ҡоротмай, милли асылын, рухи ҡиммәттәрен, телебеҙҙе – башҡортлоҡто һаҡлап килә алған? Йәшәү, көнкүреш шарттары уңайлы, ыңғай ғына булмаған бит. Башҡорттарға күпме тапҡыр үҙенең иркен, тыуған төйәген, ерен, илен һаҡлап яуҙарҙа ҡатнашырға, күсеп йөрөргә, аслыҡ-йотлоҡ йылдарын кисерергә тура килгән, әммә халҡыбыҙ үҙенең телен, башҡортлоғон юғалтмаған, һаҡлаған, үҫтергән. Телдәр тураһында бер ниндәй ҙә закондар булмаған. Бының сере – башҡорттарҙың йәшәү рәүешендә, ғаилә тәрбиәһендә. Беренсенән, ғаилә йәш быуынды тыуҙыра, йәғни халыҡ һанын арттыра, икенсенән, ул туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ғөмүмән, йәшәү рәүешен быуындан быуынға тапшыра, өсөнсөнән, ғаилә мөхите рухи уҙаң, милли ғорурлыҡ тойғоларына нигеҙ һала. Был уңайҙан башҡорт ғаиләһенең борон-борондан килгән йола буйынса төплө, ишле, бер нисә быуындан торғанын иҫләйек. Унда һәр кемдең үҙ урыны, яуаплы шөғөлө булған. Ир кеше матди яҡтан тәьмин итеүсе, ҡурсалаусы, әйҙәүсе, донъя-йорт хужаһы, терәк тип иҫәпләнгән. Әсә иһә балаларға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп әҙәм иткән, туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тормош-көнкүреш үҙенсәлектәрен йәш быуынға һеңдергән. Оло быуын – олатай, өләсәй – борондан халыҡ ғилемен, тарихын, шәжәрәһен һаҡлап, йәштәргә тапшырған. Балалар, ата-әсәһе, олатай-өләсәһе тирәһендә тормош һабаҡтарын һеңдереп, эшкә өйрәнеп, белем алып, башҡортлоҡто дауам иткән.
Хәҙер көнкүреш шарттары, йәшәү рәүеше ныҡ үҙгәрҙе. Тик был ғаиләнең туған телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә әһәмиәте кәмей тигән һүҙ түгел. Был өлкәләге күп проблемаларҙы хәл итеү ғаиләгә барып тоташа, тәрбиә ошонда башланырға тейеш. Шул уңайҙан 2014 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тәҡдиме буйынса 13 ҡала, 10 район балалар баҡса­һында үткәрелгән анкета һорау­ҙарына яуаптарҙан ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе килтерәм.
Мәләүез ҡалаһының 15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһында 106 башҡорт ғаиләһе биргән анкеталарҙан күренеүенсә, уларҙың 72-һендә ата-әсәнең икеһе лә башҡорт, ҡалғандары – ҡатнаш ғаиләләр, нигеҙҙә, урыҫ һәм татарҙар. 73 ғаиләлә аралашыу башҡортса, 83 бала туған телендә һөйләшә. 106 баланың барыһы ла башҡорт төркөмдәренә йөрөй һәм телде ҙур теләк менән өйрәнә. 89 бала – башҡорт фольклоры, 82-һе хореография түңәрәктәрендә шөғөлләнә.
Тормошта сәйер ваҡиғалар ҙа булғылай. Туған телендә яҡшы һөйләшергә өйрәнгән бер ҡыҙҙы атаһы балалар баҡсаһынан алырға килә һәм күтәреп алып сығып бара. Ҡыҙыҡай бер нисә тапҡыр матур итеп: “Атай, мине төшөр, үҙем атлайым”, – тип әйтеп ҡарай, ләкин атаһы ҡолаҡ һалмағандай барыуын дауам итә. Шунда икенсе ғаиләнән килгән әсә был йәш башҡорт иренә ҡыҙы һорағанды урыҫ теленә тәржемә итеп әйткәс кенә, ул балаһын ергә төшөрә. Балалар баҡсаларында тәрбиәләнгән кескәйҙәрҙең үҙҙәренең ата-әсәһен башҡортса һөйләшергә өйрәтеү осраҡтарын йыш ҡына күҙәтергә мөмкин. Тик бындай кимәлдә эш алып барған балалар баҡсалары бик һирәк, беҙҙә берәү генә – “Гүзәл”. Ҡалала анкеталарға яуап биргән 650 ғаиләнең 35 проценты ғына үҙ-ара башҡортса аралаша, 53 проценттан артығырағы урыҫ, 11 процент тирәһе татар телдәрендә һөйләшә. Башҡортса иркен аралашҡан балалар һаны 30 процентҡа ла етмәй, 42 проценттан күберәге урыҫса-башҡортса ҡатнаштырып һөйләшә ала, балаларҙың 27 проценты башҡортса бөтөнләй белмәй.
Ауылдағы балалар баҡсаларында ла шундай күренеш. Шәрип, Арыҫлан, Смаҡ кеүек башҡорт ауылдарында туған телгә ҡағылған сетерекле проблемалар юҡ. Уларҙа балаларҙың теле “әсәй”, “атай” һүҙҙәре менән асыла, бәләкәйҙән үк башҡортлоҡ сифаттары формалаша. Үкенескә ҡаршы, бындай ауылдар һаны хәҙер кәмегәндән-кәмей. Балаларҙың аҙ булыуы сәбәпле, мәктәпкәсә учреждениелар ябылды. Ә инде ҡатнаш мил­ләтле, әммә башҡорттар күпләп йәшәгән ауылдарҙа балаларҙы туған телдә тәрбиәләү мәсьәләләре ҡалаларҙағыса проблема булып ҡала. Мәҫәлән, анкеталарға ҡарағанда, Первомай ауылында башҡорт балаларының 90 проценты урыҫса аралаша. Нөгөш ҡасабаһында 17 баланың берәүһе генә туған телендә башҡортса иркен һөйләшә, ҡалғандары – урыҫ телендә. Корнеевка, Ергән кеүек ауылдарҙа ла шундай уҡ хәл.
Юғарыла күрһәтелгән мәғлүмәттәр ғаиләнең милләтебеҙҙе – башҡортлоҡто һаҡлау, үҫтереүҙә ни тиклем әһәмиәтле икәнен дәлилләй. Был йүнәлештә элек бер ниндәй ҙә эш алып барылманы, тип әйтеп булмай, бигерәк тә балалар баҡсалары, мәктәптәр кимәлендә ғаилә, ата-әсәләргә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Әммә, күреүебеҙсә, өлгәшкән ыңғай үҙгәрештәр, һөҙөмтәләр ҡәнәғәтлән­дермәй. Киң йәйелгән ҡалалашыу процестары тыуҙырған ҡатнаш никахтар, туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһенең ҡыҫылыуы өҫтөнлөк итә. Белгестәр, психологтар әйтеүенсә, ҡатнаш ғаиләләрҙә тәрбиә­ләнгән балалар демографик яҡтан көслөрәк милләт яғына һыйына, балалар башҡорт булып яҙылһа ла, уларҙың үҙаңы тотороҡло булмай.
Урбанизацияның ыңғай яҡтары күп, тик ул милли мәнфәғәттәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, традицияларҙы, дөйөм әйткәндә, беҙҙең башҡортлоҡто емерә, юҡҡа сығара, милләтте ассимиляцияға дусар итә. Әлбиттә, йәмғиәттәге бындай үҙгәрештәрҙе туҡтатып булмай, улар кешелек донъяһын алға, киләсәккә этәрә, ләкин ошо яңы шарттарҙа һәр милләт, үҙен яҡлау, үҫтереү юлдарын табып, киләсәген ышаныслы итә ала, ә был эштең башы – ғаиләлә. Беҙ башҡорт ғаиләләре ҡороп, һаҡлап үҫтерәбеҙ икән, милләттәштәребеҙ һан яғынан арта, башҡортлоғобоҙ юғалмай. Шуға күрә ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ҡурсалау, ғаиләнең дәрәжәһен күтәреүгә арналған саралар ентекле уйлап, халҡыбыҙ йолаларынан сығып даими үткәрелһен ине. Улар ата-әсәләрҙе, бигерәк тә йәш быуынды үҙенә тартып, ылыҡтырып торһон, милли үҙаң тәрбиәләү көсөнә эйә булһын.
Һәр әсәй-атайҙың хәҡиҡәтте тәрән аңлауы, үҙҙәренең ғаилә бурысы ғына итеп түгел, ә милләтебеҙ алдындағы яуаплылыҡ булараҡ ҡабул итеүенә өлгәшеү мөһим. Был уңайҙан ғаиләнең тотҡаһы булған башҡорт әсәһенең роле айырыуса әһәмиәткә эйә.
Бында иртәгәгә ҡалдыра торған ваҡ-төйәк юҡ. Балаларҙа башҡортлоҡ сифаттарын тәрбиәләү уларға исем ҡушыуҙан, “әсәй”, “атай” һүҙҙәре менән теле асылыуҙан башлана. Артабан ғаилә мөхитенә балалар баҡсаһы, мәктәп ҡушыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йүнәлештә, бигерәк тә милли рух, үҙаң тәрбиәләү түбән кимәлдә, тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Балаларға, өлкән кластарҙа уҡыған үҫмерҙәргә дуҫлыҡ, мөхәббәт, танышыу серҙәрен, никах, ғаилә ҡороу кеүек ифрат нескә, әммә хәл иткес яуаплы йәшәү ҡанундарын кем, нисек өйрәтә? Һорауға аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Дөрөҫ, был йүнәлештә дәрестәр үткәрелә башлағайны, 2001 йылда нәшер ителгән бик йөкмәткеле “Тормош һабаҡтары” тигән фәһемле дәреслектәр ҡулланылды. Был дәрестәрҙе балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә хуплап, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Күп тә үтмәй, “Тормош һабаҡтары”н федераль дәүләт стандарттары ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Ғөмүмән, айырыуса йәш ғаиләләргә ҡағылған проблемалар әле тейешле кимәлдә өйрәнел­мәгән һәм системалы рәүештә хәл ителмәй, махсус белемле кадрҙар мәсьәләһен дә хәл итәһе бар.
Фекерҙәремде дөйөмләштереп әйткәндә, милләтебеҙҙең бөгөнгөһө, киләсәге иң беренсе сиратта ғаилә тәрбиәһенә бәйле, шуға күрә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө итеп билдәләү тураһындағы ҡарары бик урынлы һәм хуплауға лайыҡ. Ҡоролтай, был яуаплы эште башлап йөрөүсе булараҡ, бигерәк тә балалар баҡсалары, мәктәптәр, мәҙәниәт учреждениелары, ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә, берҙәм эшләгәндә генә ғаиләләргә ысын, һөҙөмтәле ярҙам булыр. Был уңайҙан Ағинәйҙәр ойошмалары бик фәһемле, йөкмәткеле эш ойоштора ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872