Халыҡ араһында шундай күңелһеҙ әйтем йөрөй. Имеш, “ҡартлыҡ шатлыҡ түгел”, уның урыҫсаһы ла бар: “старость –
не радость”. Кемдең башына килгәндер ошондай һығымта? Күрәһең, донъя көтөү ауыр булғандыр, ҡарт-ҡороға иғтибар етмәгәндер. Бәлки, пенсия алмағандарҙыр...
Олоғайғанса йәшәү үҙе оло ҡыуаныс түгелме ни? Әлеге көндә ҡартлыҡ – үҙе ҙур шатлыҡ. Пенсияны көнөндә үк өйөңә килтереп бирәләр йә шәхси иҫәбеңә күсерәләр. Ашарға, эсергә бар, кейем-һалым етерлек, тағы нимә кәрәк әҙәм балаһына?
Бер көн ут күршем инеп, тормошон маҡтап алып китте, туҡтатып булмай: “Ожмахта йәшәйбеҙ, күрше. Быны бер кем дә инҡар итә алмаҫ”. Әйткәндәй, ожмахты һәр кеше үҙенсә аңлай. 50 йәштәрҙә өйләнгән бер ир: “Кешеләр “ожмах, ожмах” ти ҙә һөйләй. Ысын ожмах Баймаҡ районының Хәсән ауылында ғына икән”, – тип иртәнге яҡты ҡояшҡа ҡарап, үткән айлы төнгә, аяҙ көнгә рәхмәт әйтеп, доға ҡылып тора икән...
Баяғы күршем миңә:
– Әллә ҡасандан һине күҙәтеп йөрөйөм, дубленкаңды һаман ташламайһың, телевизор ҡарамайһың, радио тыңламайһың, ахыры. Магазиндарҙа шәшке тиреһенән тегелгән тундар һаталар икән, пенсионерҙарға – 60–70 процент ташлама. Бөтөнләй бушҡа бирәләр түгелме? Әйҙә киттек, һәйбәттән бер тун һатып алып ҡайтайыҡ, әйткәндәй, бүләк итеп бушлай бер бүрек тә тотторалар икән.
– Сабыр ит, улай булғас, яңы әйберҙе “йыуыу” ғәҙәте бар, беҙ тун алып ҡайтҡансы, тәмләп сәй эсергә ҡоймаҡ килтереп ҡуйһындар, мин шылтыратып, әйтеп ҡуяйым, – тинем, хужаларса хәстәрләп.
Магазинға инеү менән һатыусы ҡыҙҙар уратып алды ла йәнеңде-тәнеңде иретеп ебәрерлек йылы һүҙҙәр әйтә башланы. Ундай мөнәсәбәткә өйрәнмәгән ике ҡарт ни, аптырап, юғалып ҡалдыҡ. Шул арала бер ҡыҙ тунды алып килеп минең иңбашҡа һалып та ҡуйҙы. Ҡалғандары: “Эй, матур ултыра, әйтерһең дә, үлсәп теккәндәр. Ҡайҙа бүректе лә кейҙереп ҡарайыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, 10 –15 йәшкә йәшәреп киткәндәй булдың. Ҡайтҡас, инәй танымай ҙа торор инде”, – тип алдыңа-артыңа сығып, төкөрөктәрен сәсә-сәсә маҡтауҙы дауам итте.
Ҡаршы тора алмаҫты һиҙеп, әйберҙе төрөргә ҡуштым. “Әлегә ярты хаҡын бирәм, ҡалғанын ай һайын килеп түләп торормон, сөнки һеҙҙең шарттарҙа көтәсәккә биреү ҡаралған”, – тип кеҫәнән аҡса сығара башланым. Ҡыҙҙарҙың береһе: “Олатай, аҡсаң бик күп күренә, гел бишәр меңлектәр, ниңә хәҙер үк тотошлай иҫәпләшмәйһегеҙ?” – тип һораны.
– Мин закон менән йәшәйем, һеҙҙә шулай көтәсәккә тип яҙылған икән, тимәк, мин ул тәртипте боҙа алмайым, – тип яуапланым.
Ҡайтыуға ҡоймаҡ та килеп еткән.
– Олатай, һеҙ ун биш ҡоймаҡ һорағанһығыҙ, мин егермене килтерҙем. Бишеһе пенсионерға күстәнәс булыр, – тип курьер ҡоймаҡты өҫтәлгә ҡуйҙы. – Мин һеҙҙән бушлай ҡоймаҡ алып ашап ултырырға хәйерсеме ни? Шундай ҡыуаныслы көндө тамағыма арҡыры торор ул биш ҡоймаҡ. Йә аҡсаһын алаһың, йә кире алып китәһең, – тип туҙынып киттем. Ҡыҙыҡай ҡолаҡҡа ғына:
– Хәҙер буштың атаһы үлгән, биш ҡоймаҡтың хаҡы тегеләренә һеңеп юғалған. “Күстәнәс” тигәнем исем өсөн генә бит ул, – тине.
– Улай икән, ҡыҙым, рәхмәт, – тип оҙатып ҡалдым.
Күрше был күренеште күреп аптыраны. Әммә тун “йыуыу” бик күңелле булды. Цейлон сәйе менән майлы ҡоймаҡтың тамаҡтан үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Әле шул бушлай бүләк итеү матур ғәҙәткә әйләнде. Иртән тороп радионы ебәреүең була, Мәскәүҙән изге хәбәр ишетәһең: алты һауыт май алһаң, йәнә алтыһы бушлай, йәғни бүләк итеп бирелә. Ҡайһы берәүҙәргә бушҡа эшләргә тура килә инде, аҡса килмәгәс, эш хаҡы алып буламы?
Хоҙайға шөкөр, бөгөн өлкәндәр, йәғни ҡарт-ҡоро тураһында ҡайғыртыу көн тәртибенең беренсе нәүбәтендә тора. Бер күрше, шапырынырға ярата торған кеше, телевизорҙан күрһәткән, радионан һөйләгән бөтә аппараттарҙы ла алып, файҙаланып ҡараған. Бер көн уның ҡатыны: “Ана, нисә йыл буйы йыйған аппараттарыңды тоҡҡа тултырып ҡыйлыҡҡа сығарып ырғыттым, юғиһә туҙан йыйып ята ине. Ҡайһы ғына ереңде бәйләп тә, ҡыҫтырып та ятып ҡараманың, ни үҙеңә, ни миңә бер файҙаһы теймәне, изгелеген татырға насип булманы. Бына, исмаһам, өй иркенәйеп, туҙанһыҙ булып ҡалды”, – тип ирен әрләп алған. Уныһы иһә барыбер үҙенекен ташламай.
– Радионан ишеттем дә ҡатынға алырға тәҡдим иттем. Ул – ниндәйҙер зәхмәтле мендәр. Баш аҫтына һалып ятһаң, баш ауыртыуы ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡ була, ҡан йөрөшө һәм йөрәк тибеше тәртипкә һалына, быуындар һыҙлауы баҫыла икән. Иң мөһиме – берҙе һатып алһаң, икенсеһен бушлай бүләк итәләр. Тимәк, миңә лә, ҡатынға ла була. Уның да йәш саҡты хәтерләп йәшәгеһе килгәндер, моғайын – баяғы мендәрҙәрҙе алдыҡ. Ҡаҙ мамығынан яһалған ҡабарып торған яҫтыҡтарың ары торһон. Әлегә файҙаһын күргән юҡ, шулай ҙа бер төн баш аҫтына һалып йоҡлап ҡараныҡ, – тип инеп һөйләне һәм миңә лә алырға тәҡдим итте.
Аптырап ҡалманым:
– Башта һеҙ йәштәрсә йәшәп, файҙаһын күрегеҙ, артабан – ҡарарбыҙ, – тип яуапланым.
Пенсионерҙар тураһында ҡайғыртыу, уларҙың сәләмәтлеген нығытыу буйынса хәстәрлекте тоймау мөмкин түгел. Мәҫәлән, йәйге йылы ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәктәрҙе хәтерләтеп, дарыуханалар һаны арта. Бер кварталға хатта ете-һигеҙ дарыухана тура килә. Һине дарыу һатыусы ҡыҙҙар көләс йөҙ менән ҡаршы ала. “Йә, олатай, ниндәй дарыу кәрәк? Һеҙҙең өсөн бик күп ташлама яһалды, теләгәнегеҙҙе һайлап алығыҙ”, – ти улар. Дарыуханалар ҙа арта, дарыуҙарға хаҡ та арта. Ҡайҙан белеп ҡалаларҙыр – башлыса йөрәк сирле, ҡан баҫымы күтәренке кешеләр өсөн дарыу ҡыйбатлана. Күҙ дарыуҙарына хаҡтар шаҡтай артты. Кемдең генә яҡты донъяны ташлап тегендә киткеһе килһен – хаҡына ҡарап тормайҙар, алалар. “Дарыуҙы күпләп һатып алыусылар – пенсионерҙар, аҡсалары етерлек уларҙың”, – ти дарыу һатыусылар. Күп кенә медицина белгестәре шул пенсионерҙар иҫәбенә йәшәй ҙә инде. “Беҙҙә медицина бушлай”, – тип яңы хаҡтарҙы сәпәп кенә торалар. Әммә үкенергә ярамай, ҡарттар тураһында ҡайғыртыу бит был, ана, нисәмә процент ташлама яһап ҡуялар. Пенсионерҙың аҡсаһы етә барыһына ла.
Баяғы күршем әйтә:
– Улым менән килен беҙгә асыулана, сөнки балалары мәктәптән ҡайтып сумкаларын ырғыта ла ҡартатаһына йүгерә. Имеш, улар оло булһа ла, өҫтәлдә һәр саҡ кәнфит, печенье була, банандан да өҙөлмәйҙәр. Тәмле сәйҙе ҡасан теләһәң, шунда эсәһең, тиҙәр икән.
Һуңғы ваҡытта пенсионерҙарҙың хәлен яҡшыртыу көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Радио-телевидениела рекламаны йыш биреү ҙә шул пенсионерҙарға аҡса йыйыуға бәйләнгән, тиҙәр.
“Яңылыҡтар”, “Ваҡыт” тапшырыуҙарында донъя һәм ил хәлдәрен ҡарап, етди генә ултырғанда, диктор рекламаға күсә лә ҡуя. Сүриә йәки Донбасс хәлдәренә көйөп өлгөрмәйһең, өҙәләр ҙә, шунда уҡ сабыйға подгузник кейҙереп, имгәкләтә башлайҙар йәки ҡатын-ҡыҙҙы аҡ салбар кейҙереп йүгертеп ҡарайҙар... Ошондай әйберҙәрҙе байтаҡ күрһәткәндән һуң, онотолоп өлгөргән Сүриә һәм Донбасс мәсьәләһенә яңынан күсәбеҙ. Бәлки, был да кәрәктер, аҡсанан кем туйған? Пенсионерҙың хәл-тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгәс, насар түгелдер инде. Ошоларҙы хәтергә алаһың да “ҡартлыҡ – ҙур шатлыҡ” тигән һығымта яһайһың.