Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алыҫта булһаҡ та, бергә йәшәйек
Исламиәт Рәсәйҙең бер нисә төбәге менән генә сикләнмәй
Алыҫта булһаҡ та, бергә йәшәйек Уҡыусыны алдан уҡ киҫәтеп ҡуйыуҙы үҙем өсөн мотлаҡ һанайым: матбуғатта баҫыла килгән мәҡәләләремдә йә булмаһа радио аша сығыштарымда мин диндарлыҡ, мосолманлыҡ мәсьәләләрен күтәрмәҫкә тырышам. Инаныуымса, һәр кем үҙе яҡшы белгән хәл-күренештәр тураһында ғына ҡолаҡҡа элерлек фекер әйтә ала. Күрә йөрөүемсә, Исламдың тәрән асылын аңлаған, уның ҡануниәтен эргәләгеләргә дөрөҫ итеп еткереүгә һәләтһеҙ ағай-энеләр ҙә ысын диндарҙар тирәһендә күбәйә бара. “Мосолманлыҡ, беҙ уйлағанса, күренеш менән генә түгел, бәлки күңел менән була торған эш”. Был һүҙҙәрҙе халыҡ шағиры Мәжит ағай Ғафури юғарыла мин ишара яһаған кешеләргә төрттөрөп әйткән, тиерһең.
Ләкин ошо урында һүҙҙе мин мәсьә­ләнең сәйәси, демографик, социаль яҡ­тарына бармаҡҡа ниәтләнем. Дөрөҫөрәге, алыҫ һәм һәр аҙымымда хәүеф-хәтәргә юлығыуға ихтимал сәфәргә тәүәккәлләнем.

Бына, айырым алғанда, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышы. Географик хәле менән тәбиғи байлыҡтары был харап алыҫ яҡты стратегик йәһәттән мөһим төбәк итә. Шул уҡ ваҡытта Алыҫ Көнсығыштың илдең үҙәге менән бик ышанысһыҙ бәйләнгәнлеген дә инҡар итеп булмай, ләкин ошо етди проблеманы миграция процестары тағы ла көсәйтеберәк ебәрә. Ә был социаль-сәйәси хәлгә йоғонто яһай.
Мәсьәлә шунда: 2000 йылдар аҙағында – 2002 йылдар баштарында был төбәктә Үҙәк Азия һәм Кавказ аръяғынан килгәндәр һаны ҡырҡа артты. Ә был күсмәнделәрҙең этномәҙәни һәм конфессиональ традициялары төбәктә әүәлдән килгән тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәр менән рыяһыҙ мөнәсәбәттәр булдырыуға ауырһына.
Ваҡытлы матбуғатта күренеп ҡалған хә­бәрҙәргә ышанһаң, төбәктә ислам инфраструктураһы һәм хәләл индустрия формалаша башлаған, мосолмандар мәсеттәр төҙөү өсөн ер бүлеүҙе торған һайын йышыраҡ һорай, ә был низағтарға килтерә. Ислам экстремизмының көсәйә барыуына бәйле проблемалар күбәйә. 2015 йылдың авгусында Рәсәй Именлек советы секретары Николай Патрушев беҙҙә тыйылған “Ислам дәүләте” эшмә­кәрҙәренең Алыҫ Көнсығышта йәшәгән хеҙмәт мигранттарын үҙ яҡтарына ауҙа­рырға маташыуы тураһында хәбәр иткәй­не. Рәсәй Алыҫ Көнсығышынан кеше­ләрҙең Яҡын Көнсығышҡа китеү осраҡтары бар икән.
Алыҫ Көнсығыштағы мосолман берек­мәһендә барған демографик процестарға хәҙер һандар һәм факттарға таянып күҙ ташлап ҡарайыҡ. Был федераль округтағы мосолман берекмәһе рәсми рәүештә теркәлгән 33 дини ойошмаға ҡарай. Улар менән Рәсәйҙең Үҙәк мосолмандар диниә назараты һәм Рәсәйҙең Азия өлөшө мосолмандары диниә назараты етәкселек итә. Һәм ике назарат араһындағы кон­курентлыҡ көрәшенә ғәжәпләнергә ярамайҙыр. Тотошлай мөстәҡил ширҡәттәр ҙә бар. Күпселек ойошмаларҙың этник составы төрлө ҡәүемдәр вәкилдәренән тора. (Әйткәндәй, күп ширҡәттәрҙә Үҙәк Азиянан килгәндәр рәйеслек итә, ә имамдар – Төньяҡ Кавказдан).
Әгәр ХIХ быуаттың аҙағында Алыҫ Көнсығыш мосолман берекмәһенең ниге­ҙен Урта, Түбәнге Волга буйы һәм Урал губерналарынан күсеп барғандар, йәғни башлыса баш­ҡорт­тар, мишәрҙәр һәм татарҙар тәшкил итһә, һуңғараҡ СССР-ҙа бойомға ашырылған миграция сәйәсәте (репрессиялар, ниндәйҙер маҡсат менән халыҡты йыйыу, вербовкалау, социалистик төҙөлөштәргә тип күсереү) һөҙөмтәһендә мосолман халҡының этник составы шаҡтай үҙгәргән: 1989 йылға Волга буйы ҡәүем­дәре вәкилдәре (башҡорттар, мишәрҙәр һәм татарҙар) – 104 697, Урта Азиянан килгәндәр – 30 696, Төньяҡ Кавказдан – 14 547, азербайжандар – 19 374, бүтәндәр 647 кеше булған.
1989 – 2010 йылдарҙа Алыҫ Көнсығыш федераль округындағы башҡорт менән татар халыҡтары 55 процентҡа кәмегән, йәғни 104 697 кешенән 46 799-ға ҡалған. Мәсьәлә баҡыйлыҡҡа күсеүселәрҙең күбәйеүендә һәм йылдам ассимиляцияла ғына түгел, бәлки 1990 – 2000 йылдарҙағы иҡтисади ауырлыҡтар арҡаһында мосол­мандарҙың байтаҡ өлөшөнөң Рәсәйҙең бүтән төбәктәренә сығып китеүендә. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Алыҫ Көнсығышта йәшәгәндәр 1989 йылдан 2010 йылға тиклем 7 950 005 кешенән 293 129-ға ҡалған. 1990 йылдарҙың аҙа­ғында Алыҫ Көнсығышты 1 830 мең кеше ташлап киткән, ә 1991 – 2013 йылдарҙа халыҡ һаны 22,7 процентҡа кәмегән. Хатта Үҙәк Азия кешеләренең 1,4 тапҡырға артыуы, шул уҡ ваҡытта азербайжандар менән Төньяҡ Кавказда тыуғандарҙың кәмеүе Алыҫ Көнсығыш федераль ок­ругындағы мосолмандарҙың ғөмүми аҙайыуын ҡаплай алмай. Егерме бер йыл эсендә уларҙың һаны 169 961-ҙән 119 885 кешегә ҡалған, йәғни 29 процентҡа ҡыҫҡарған. Әммә Үҙәк Азиянан мигрант­тарҙың килә тороуы һөҙөмтәһендә Алыҫ Көнсығыштағы мосолман ширҡәтенең сос­тавы үҙгәреш кисерә.
Мәҫәлән, Приморье крайында ике миллиондан аҙыраҡ кеше йәшәй, ләкин Федераль миграция хеҙмәтенең Приморье крайы буйынса идаралығы начальнигы Максим Белобородовтың әйтеүенә ышан­һаң, 2014 йылдың тәүге яртыһында ғына бында 116 меңдән күберәк кеше миграция иҫәбенә алынған, йәғни халыҡтың биш проценты – мигранттар, йәнә шул тиклем халыҡ ҡасып-боҫоп йөрөй. “Статистика күрһәтеүенсә, беҙгә йыл һайын Үзбәкстан­дың 24 мең гражданы, 19 мең ҡытай килә. Ҡытайҙар, бер ни ҡәҙәр ваҡыт эшләгәндән һуң, иленә ҡайта. Үҙәк Азия дәүләттәре граждандары менән хәл башҡасараҡ. Улар нисек булһа ла ошонда төпләнеп ҡалырға тырыша”, – ти Белобородов.
Төбәккә даими йәшәргә ниәтләп кил­гәндәргә мөнәсәбәт бында төрлөсә. Рес­понденттарҙың фекере буйынса, иң күңел тартмағандары – Кавказ халыҡтары – Чечня, Дағстан (62,7%), шулай уҡ Азербай­жан, Әрмәнстан, Грузия (51,9%) кеше­лә­ре.
Йәштәр Үҙәк Азия – Тажикстан, Ҡыр­ғыҙстан (50,9%) һәм ҡытайҙарҙың төбәккә төпләнеп ҡалыу өсөн килеүенә кире мөнәсәбәттә. Тиҫкәре ҡараш хеҙмәт мигранттары күҙгә йышыраҡ ташланған урындарҙа үҙен ныҡ һиҙҙерә. Йыш ҡына “Беҙгә ҡурҡыныс”, “Ниңә килгәндәр улар?”, “Күрә алмайым...” тигәнерәк һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Этник негативизм яңы килгән мигранттарға ғына түгел, бәлки “иҫке” диаспора вәкилдәренә лә йүнәлтелә. Был мигранттар менән урындағы халыҡ араһындағы һис тә кәмемәй торған көсөргәнештә үҙен күрһәтә.
Хәҙер шул алыҫ тарафтарҙа исламдың тергеҙелеүенең этномәҙәни һәм территориаль үҙенсәлектәре тураһында бер нисә генә һүҙ.
Владивостокта йәшәгән тарихсы һәм этнолог Галина Ермактың әйтеүенсә, “мосолмандар... яҡташлыҡҡа ҡарап туплана: Волга буйыныҡылар – башҡорт­тар, татарҙар; Кавказ вәкилдәре – чечендар, аварҙар, азербайжандар, даргиндар, ҡумыҡтар һәм ингуштар; Үҙәк Азия дәүләттәре вәкилдәре – үзбәктәр, тажиктар. Лидерлыҡ мәсьәлә­һендә был төркөмдәр араһында мөнәсәбәттәр ҡатмарлы. Шулай, Приморье крайының дини ойошмаларын әүәлдән йәшәгән халыҡ вәкилдәре – татарҙар етәкләй, уның ҡарауы ғибәҙәтханаларға үзбәктәр әүҙемерәк йөрөй, Төньяҡ Кавказдан килгәндәр диндарыраҡ, татарҙар менән азербайжандар быға тотанаҡлыраҡ мөнәсәбәттә. Үҙәк Азия дәүләттәренән миграция ағымы көслө килеш ҡалған хәлдә Приморьелағы ижтимағи үҙ-ара мөнәсә­бәттәрҙә ислам факторының роле үҫә барасаҡ”.
Алыҫ Көнсығыштағы мосолмандарҙың дини тормошонда татарҙарҙың ҡатнаш­лығы сағыштырмаса әүҙем түгел, улар мәсеткә йөрөмәй тиерлек. Благовещенск ҡалаһында йома намаҙына килгән 300-350 кешенең күпселеге – үзбәктәр, тажиктар һәм Төньяҡ Кавказдан сыҡҡандар. Шуға күрә лә Алыҫ Көнсығыш федераль округының байтаҡ төбәктәрендә исламды тергеҙеүҙе Төньяҡ Кавказ менән Үҙәк Азиянан килгәндәр башлап йөрөгән. Мәҫәлән, Владивостоктың тәүге имамы, ә артабан Приморье крайының беренсе мөфтөйө итеп Үзбәкстанда үҫкән Әлимхан Мәғрүпов тәғәйенләнгән. 2001 йылда ул киткәс, Приморье крайының өммәтенә Үзбәкстанда тыуып үҫкән татар кешеһе Дамир Ишмөхәмәтов етәкселек итә башлаған.
Ошоға оҡшаш хәлдәр Амур өлкәһендә, Камчаткала һ.б. төбәктәрҙә күҙәтелә. Һәр ҡайҙа дини ойошмаларҙың башында йә Үҙәк Азия, йә Кавказ кешеләре тора. Сахалин һәм Магадан өлкәләре, Хабаровск крайы һәм Приморьелағы ширҡәттәрҙең етәкселегендә татарҙар бар. Магаданда мосолмандар ширҡәте 1990 йылдарҙың уртаһында, “Алтын ай” тигән башҡорт һәм татар йәмәғәт ойошмаһы нигеҙендә хасил була. Ҡала мәсетенең мәхәлләһе мосол­мандарҙың Үҙәк диниә назараты юрис­дикцияһында, ә уға эшҡыуар, Магадан Халыҡ Думаһы депутаты татар Рафаэль Фәтихов етәкселек итә. Хабаровскиҙа мосолмандар ширҡәтенә татарҙар Рауил Сафиуллин, Рәфил Хәйретдинов, Хәмзә Кузнецов, Айҙар Ғарипов һәм Әхмәт Ғарифуллиндар баш булды. Приморье крайында Находка, Артем, Уссурийскиҙа мосолмандар ширҡәтендә татарҙар бар.
Алыҫ Көнсығыштың мосолман ширҡәт­тәре етәкселегенең төрлө милләт булыуы мосолман диаспоралары эсендәге этник-ара мөнәсәбәттәргә бигүк йоғонто яһамай. Алыҫ Көнсығыш федераль округында мосолмандар һиҙелерлек аҙсылыҡта булғас, дөйөм проблемаларҙы хәл итеү өсөн уларға бергәләп эш итергә тура килә. Ә хакимиәт менән мөнәсәбәттәр ширҡәт лидерҙарының ҡарашынан һәм уларҙың ҡала һәм өлкә чиновниктары менән уртаҡ тел таба белеүенә бәйле.
Тимәк, халыҡ әйтмешләй, күргәндең алыҫлығы юҡ, күтәргәндең ауырлығы юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872