Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тау аҫты урамынан булдыҡлы күршем
Тау аҫты урамынан булдыҡлы күршем Хәйбулла районының төпкөлөндә ятҡан Оло Әбеш ауылында тыуып үҫеп, шунда уҡ ете класс белем алып, республика министры дәрәжәһенә тиклем еткән шәхес — яҡташым Данир Камалетдин улы Үзбәков тураһында иҫтәлектәрем менән уртаҡлашҡым килә.
Аҡъяр ауылының Тау аҫты урамында үҙебеҙ әүҙем ҡатнашып төҙөшкән ике йорттан торлаҡ алып, 1959 йылда күршеләр булып йәшәнек. Минең тәҡдим менән 1960 йылда (ул ваҡытта КПСС райкомының идеология эше буйынса секретары инем) Үзбәковты райондың “Ҡыҙыл Байраҡ” гәзите редакцияһының яуаплы секретары итеп тәғәйенләнек. Ошо ваҡытта башланды беҙҙең хеҙмәт­тәшлек. Ул, яуаплы секретарь булараҡ, район гәзитен ваҡытында әҙерләү һәм халыҡ аңына фекер еткереү эшендә, нәшер итеүгә күп көс һалды. Ул осорҙа матбуғат техникаһы юҡ, барыһы ла ҡулдан атҡарыла, редакцияның штаты барлығы биш кешенән тора, гәзит аҙнаһына бер тапҡыр нәшер ителә. Данир иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем эштә. Район баҫмаһын халыҡ көтөп ала һәм яратып уҡый.
Эште ойоштороу һәләтен баһалап, КПСС райкомы уны Ленинградтағы юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрергә ҡарар ҡабул итте. Партияның Өлкә комитеты был мәсьәләне раҫланы. Ошо мәктәптә уҡып, юғары сәйәси белем алып, 1965 йылда Балаҡатай районының “Новая жизнь” гәзите мөхәррире булып эшләй башланы. Йәш етәксе районда үҙенең һәләтлелеген тиҙ күрһәтә алды.
1969 йылда Үзбәковты БАССР Министрҙар Советының мәҙәниәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау бүлегенең өлкән референты итеп тәғәйенләнеләр. Ошо ваҡыттан алып беҙ Башҡорт­остандың совет органдарында бергә хеҙмәттәшлек иттек (мин мәғариф министры урынбаҫары инем).
Һуңынан Данир Камалетдин улын БАССР Министрҙар Советының Архив идаралығы начальнигы вазифаһына үрләттеләр. Ошонда ул үҙен һәләтле һәм күренекле дәүләт эшмәкәре итеп күрһәтте.
Элек “архив” тигән һүҙгә район­дарҙа ҡул һелтәп кенә ҡарайҙар, йүнле бина ла бирмәйҙәр ине. Миҫал өсөн Хәйбулла һәм Күгәрсен районда­рындағы күренеште килте­рергә була (мин был райондарҙа эшләнем һәм хәлде яҡшы беләм). Ошо төбәктәрҙә архив материалдары район Советы бинаһының бәләкәй генә бер бүлмә­һенә нисек тура килһә, шулай тултырылған, унан кәрәк материал­дарҙы эҙләп алыуы бик ҡатмарлы ине. Архив өсөн яуаплы хеҙмәткәргә ултырып эшләргә урын да юҡ. Ошондай уҡ хәл башҡа яҡтарҙа ла булғандыр, тип уйлайым. Үзбәков Архив идаралығы начальнигы вази­фаһын башҡарыуҙың беренсе көнөндә үк район архивы эшен өр-яңынан ойоштороуға тотондо.
Министрҙар Советы Архив идара­лығының аппараты штатын киңәйтеү мәсьәләһен Хөкүмәт ҡарамағына ҡат-ҡат сығарып, маҡсатҡа өлгәште һәм һуңынан Башҡортостандың Архив эштәре буйынса дәүләт комитетына әүерелдереүгә өлгәште. Уның тырышлығы менән республиканың архив документтарын һаҡлау базаһы төҙөлә башланы. Махсус кадрҙар әҙерләүгә айырыуса иғтибар бирҙе.
Данир Үзбәков, 1994-1995 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорт­тарының I съе­зының ойоштороу комитеты етәксеһе булараҡ, съезды әҙерләүгә һәм уҙғарыуға күп көс һалды.
Ул бик матур ғаилә ҡорҙо, тормошон дөрөҫ ойоштороп, ҡатыны Наилә менән берлектә өс бала үҫтерҙеләр, уларға юғары белем алыуға ярҙам иттеләр.
Данир Камалетдин улының эшмә­кәрлегенә КПСС Өлкә комитеты һәм БАССР Министрҙар Советы юғары ба­һа бирҙе. Уға БАССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре тигән юғары исем бирелде, БАССР-ҙың Юғары советы Прези­диумының Почет грамотаһы тапшырылды.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Данир тик кенә ятманы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Тик ҡаты ауырыу уны беҙ­ҙең аранан иртәрәк алып китте. Беҙ уны юҡһынабыҙ, уның яҡты тормошо, тырыш хеҙмәте һәр ваҡыт хәтерҙә.

Ил ағаһы

Яҡташым Данир Камалетдин улы Үзбәковтың яҡты иҫтәлегенә.

Урам тулы өфөләр,
Кейеп йылы көпөләр
Сыҡҡандар оҙатырға,
Баш эйергә батырға,
Күҙ йәшенә батырға...

«Яҡшы кеше инеме?» –
Һорауына мулланың
Берҙәм тауыш – бер оран
Ярҙы тып-тын һауаны:
«Яҡшы!»
«Яҡшы!..» – шул баһа
Тирә-яҡҡа таралды,
Унан да ихлас баһа
Күңелдәрҙә яралды.
Был дан ир тураһында
Һүҙенең урауында
Әйтте яҡташ тағын да:
«Яҡшы кеше булмаһа,
Урам тулып, эркелеп,
Халыҡ сыға буламы,
Күңелдәре тулмаһа?!.»

Данир Камали улы!
Һин данлы бер ир булдың,
Яҡшы атай ҙа булдың,
Иң шәп олатай булдың,

Итәғәтле йөрәгең
Рәхмәттәр менән тулды.
Шундайын да әҙәпле,
Матур, тыйнаҡ ғәҙәтле,
Кеше тыңлар әҙәмде,
Олпат мәҙәниәтле,
Һәр саҡ изге ниәтле,
Әүлиәләй кешене,
Күпте белгән кешене,
Йәшәүе – өлгө ишене
Тағы ҡайҙан алаһың,
Тағы ҡайҙан табаһың?..

Тыуған яғың – Хәйбулла
Дан ирҙәргә бай була,
Эскән һыуың – Һаҡмарың
Тулҡындарын ҡаҡманы –

Һин киткәнде ишеткәс,
Ҡайғы йәнде өшөткәс,
Тыуған ауылың Әбеш
Әйтә: «Тор, тотон, йәбеш!..
Әйҙә, ҡайт, йә бында күс,
Тыуған төбәктән ал көс!..»
Һин һуңланың, тыуған ер!..
Ҡайта алмаҫ инде ир.
Һин үҫтерҙең Данирҙы,
Көттө донъя дан ирҙе.
Кәрәк булды ул илгә,
Лайыҡ, хаҡлы һәр ергә,
Тәжрибә күрһәткәнсә,

Атаһы өйрәткәнсә,
Онотманы бер һүҙҙе:
«Аҫау булһаң – аҫырҙар,
Йыуаш булһаң – баҫырҙар,
Әҙәпкә гел тоғро булһаң,
Ил ағаһы һайларҙар...»
Ул аҫау ҙа булманы,
Баҫынҡы ла булманы,
Урталыҡтан тайманы –
Намыҫына тоғро булғас,
Ил ағаһы һайланды,
Эше менән һанланды,
Сәме менән ҡабынды,
Ғәме менән бағынды,
Аҡылына таянды,
Иманына һыйынды,
Дан ир булып танылды...

Был яҡты донъяларҙан
Дәғүәһеҙ генә китте.
Тап шуға был юғалтыу
Йөрәкте телеп үтте,
Күкте илатып китте
Исеменә тоғро ир –
Сыҙамлы, батыр Данир...

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.



Автор: Роберт АРЫҪЛАНОВ. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә