Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ниндәй автомобилдә елдерәһең?
Ниндәй автомобилдә елдерәһең? Ғүмерҙә лә рулгә ултырмаған кеше булараҡ яҙам был мәҡәләне, быға тиклем Рәсәй юлдары хаҡында һөйләгәйнем инде. Йәмғеһе егермеләп сит илдә, шулай уҡ Рәсәйҙең барлыҡ өлкәләрендә тиерлек йөрөп сыҡтыҡ. Был юлы мин Рәсәйҙә ватандаштарымдың ниндәй машинала йөрөүе һәм уларҙы кем етештереүе хаҡында һөйләмәксемен.
XXI быуат – техниканың ин шәп үҫешкән осоро. Япондар уҙған йылда уҡ һауала оса торған автомашина уйлап тапты ла инде, бөгөн улар бындай типтағы автомо­билдәрҙе нисек итеп ҡулланылышҡа сығарырға икән тип баш вата, сөнки осоусы автомобилдәр өсөн махсус һауа юлы кәрәк. Етмәһә, ул бензин менән йөрөмәй.
Американдар ҙа артта ҡалышмай. Улар ҡояш энергияһы менән осоусы самолеттар уйлап тапты, һәм был яҡын киләсәктә тормошҡа ашасаҡ, тигән фекерҙәләр. Бындай самолеттарға ла бензин кәрәкмәй. Ғөмүмән, киләсәктә нефть бик аҙ кәрәк буласаҡ. Ни өсөн? Ҡыҫҡаса сәбәбен аңлатам.
Хәҙер донъяла нефть запасы йылдан-йыл кәмей. Уның иң бай запасы Рәсәйҙә, ғәрәп илдәрендә һәм аҙ ғына Африкала ҡалды. Төпһөҙ ҡоҙоҡ булмай, нефть тә мәңгелек түгел. Ул ҡасан да булһа бөтәсәк. Ошо хәлде иҫәпкә алып, хәҙер Европала ғына түгел, бөтә донъя кимәлендә ел, ҡояш энергияһын ҡулланырға һәм нисек тә Рәсәй нефтен һатып алмаҫҡа тырышалар. Әйтергә кәрәк, был санкцияларға һис тә бәйләнмәгән. Юғиһә ҡайһы бер сәйәсмәндәр бөгөн Көнбайыш Европа менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы иң беренсе сиратта газ һәм нефть арҡаһында тип яңылыша. Һис тә улай түгел. Көнбайыш Европа халҡы киләсәк быуын өсөн ресурстарҙы һаҡлау буйынса үҙен яуаплы тота, шуға алдан ниндәйҙер саралар күрергә, килеп сыҡҡан проблеманы нисек тә хәл итергә тырыша.
Бөгөнгө глобализация заманында Ер шарын бер бөтөн тере йән итеп ҡарарға кәрәк. Әгәр бармаҡҡа сәнсһәң, бөтә тәнең һыҙлаясаҡ. Шуның кеүек әгәр миҙалдың икенсе яғына ҡараһаҡ, йәғни Европаның Рәсәй газы һәм нефтенә сикләүҙәр индереүенә килһәк, был хәлдең донъя баҙарында нефткә хаҡтарҙың төшөүенә алып килеүен аңлауы ауыр түгел. Етмәһә, хәҙер Америка, ғәрәп илдәре лә үҙ нефтен һатырға теләй. Һөҙөмтәһе шул: һумдың хаҡы төштө. Минеңсә, был хәл Рәсәйҙе хәҙерҙән уйландырырға тейеш. Әгәр нефть һәм газ запастары бөтһә, киләсәк быуын, йәғни ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ нисек йәшәр? Ә бәлки, беҙгә лә башҡаларҙан өйрәнергә кәрәктер.
Улай булғас, Көнбайыш Европала нефтһеҙ нисек йәшәйҙәр һуң тиерһегеҙ. Ябай ғына итеп әйткәндә, өйҙәрен нисек йылыталар, газһыҙ нисек ашарға бешерәләр һ.б. Был тәңгәлдә яуапты еңел генә биреп була – нефте булмаһа, Европаның урманы бар. Урман бында борондан һаҡланып килә, сөнки киләсәк быуындарҙы ҡайғырталар. Йәғни газ урынына утын яғалар. Европала шул сәбәпле беҙҙәге кеүек бейек-бейек йорттар урынына күберәген икешәр-өсәр ҡатлыларын ғына һалалар. Төҙөлөш планында йортто утын яғып йылытыу ҙа, газ менән йылытыу ҙа ҡарала. Ҡайһыһын теләйһең, шуныһын һайлайһың. Хәленә ҡарап һәр береһенә өҫтөнлөк биргәндәр ҙә бар. Был өлкәлә бында байтаҡ уңышҡа өлгәшелгән, ҙур тәжрибә тупланған. Ләкин хәҙергә Көнбайыш Европа Себер газын алыуҙан баш тартмай, бары тик күпләп алмаҫҡа тырыша. Ә хәҙер автомобилдәр өсөн иң кәрәкле сеймал – нефткә әйләнеп ҡайтайыҡ. Нефть һатып алыуҙы кәметкәс, автомобилдәр нисек йөрөй һуң?
Рәсәйҙән Көнбайыш Европағаса килеп еткәнсе нефткә хаҡтар өҫтәлә, әлбиттә. Шуға нефтте күп һатып алмаҫҡа тырышалар. Мәҫәлән, кемптарҙа автомаши­наларға яғыулыҡ һатҡанда, улар араһында күпмелер процент рапс майы ҡушылған яғыулыҡ та була. Рапсты барығыҙ ҙа беләлер, ул көнбағыш майына оҡшаған. Уны ризыҡ әҙерләгәндә лә, аҙыҡ-түлеккә лә, шулай уҡ бензинға ла ҡушалар, һәм был ҡулланыусыларға байтаҡ экономия бирә. Әйткәндәй, бөгөн был эш менән Чехияла республиканың иҡтисад министры миллиардер Андрей Бабиш шөғөлләнә. Әммә берәүгә лә көсләп тағыу юҡ. Автомобиль хужаһы теләгәнен һатып ала.
Алда әйткәнемсә, нефттең географияһы бик тар. Ул ниндәйҙер илдә бар, ҡайҙалыр бөтөнләй юҡ. Ә машинала йөрөү өсөн бензин кәрәк. Ҡалғандар был хәлдән нисек сыға һуң? Алда аңлатылғанса, улар ҙа альтернатива эҙләй, ел менән ҡояш энер­гияһын файҙалана, ниндәйҙер үҫемлек майын ҡуллана. Бөтә төр маркалы авто­мобилдәр ҙә бер үк яғыулыҡты яҡмай бит. Тимәк, XXI быуатта автомобиль етештереүҙә уларҙың ниндәй яғыулыҡ ҡулланыуы ҙур роль уйнаясаҡ. Хәҙер ошо мәсьәләгә яҡыныраҡ киләйек.
Нефть, газ мәсьәләләренә ҡағылышлы проблемалар менән бөгөн яңы типтағы автомобилдәр эшләү концерндары шөғөл­ләнә. Мәҫәлән, яңы маркалы “Renault” автомобилдәр етештереүсе инженерҙар яҡын киләсәктә дизель менән эшләгән автомобилдәр бөтөнләй юғаласаҡ тип фаразлай. Сөнки бындай автомобилдәр, сер түгел, тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙа беренсе урында тора. Ә һөҙөмтәһе шаҡ ҡатырлыҡ: бөгөн Көнбайыш Европа, Америка яман шештән үлеүселәр һаны буйынса беренсе урынға сыҡты, һәм бының сәбәбе әйләнә-тирәләге бысранған мөхиткә бәйләнгән. Ә йөрәк сиренән вафат булыусылар икенсе урында тора, сәбәбе – стресс. Ысынлап та, әгәр бензин ҡул­ланыуҙан баш тартһаҡ, экология ла яҡшырасаҡ бит. Халыҡтың һаулығы ла һаҡланасаҡ.
Ошо мәсьәлә буйынса былтыр Америкала “Фольксваген” автомобиленә тест үткәргәндән һуң булған бәхәсте, моғайын да, барыһы ла хәтерләйҙер әле. Һуғыш алдынан етештерелгән “Фольксваген” “халыҡ автомобиле” тигәнде аңлата һәм ул Гитлер эшләткән сифатлы машина булһа ла, тирә-яҡ мөхиткә газды күп бүлеп сығара икән. Был хәлдән һуң хәҙер еңел автомобилдәр эшләп һатыусы концерндар экологияны бысратыу мәсьәләһенә үтә лә етди ҡарай. Шуға автомобиль инженерҙары һәр яңы моделде еренә еткереп уйлап, һәр детален яҡшыртып, ниндәйҙер яңылыҡтар индереп һатыуға сығара. Был да үҙ сиратында һәр башланғыстың башында торған Европала ҡулланыусыларҙың, йәғни автомобиль хужаларының машиналарын йыш-йыш алмаштырыуына килтерә.
Ә иҫкеләрен кемгә һаталар һуң? Ғәҙәттә, Рәсәйгә, Африка илдәренә оҙаталар. Германияның үҙендә, мәҫәлән, “Фольксваген”ды мең евроға ғына, хатта унан да кәм хаҡҡа һатып алырға мөмкин. Ә сит илгә һатҡанда, был эш менән махсус фирмалар шөғөлләнгәнгә күрә, билдәле ки, улар тотонолған машиналарға үҙ хаҡтарын өҫтәй. Каминьондар менән дә шул уҡ хәл. Рәсәй юлдарында хәҙергә Көнбайыш Европанан һәм Япониянан килтерелгән тотонолған каминьондар елдерә.
Беҙҙең илдә автомобилле кеше йәшәү кимәленең юғары булыуын дәлилләһә, сит илдә иһә ул кер йыуыу машинаһы, һыуытҡыс кеүек кәрәк әйбер иҫәпләнә.
Беҙ сәйәхәттә йөрөгәндә, Рәсәй юлдарынан елдергән сит ил автомобилдәрен күреп ғәжәпкә ҡала торғайныҡ. Улар араһында сит илдән һатып алынған яңы­лары ла, иҫкеләре лә, шулай уҡ үҙебеҙҙә етештерелгәндәре лә осраны. Шунда уҡ “был машиналарҙы ҡулдан алғандармы, әллә үҙебеҙҙә етештереләме икән?” тигән һорау тыуа. Ысынында еңел автомашиналар йыйыу һәм етештереү һәр дәүләткә аҡсалата ҙур килем килтерә. Мәҫәлән, әгәр бер Германияны ғына алһаҡ, нефте, газы булмаған был ил Европала иң бай дәүләттәрҙең береһе иҫәпләнә һәм донъялағы 192 дәүләттең 167-һе менән сауҙалыҡ итә. Был автомобилдәр һатыу бизнесына ла ҡағыла. Беҙгә, әлбиттә, немецтарҙы ҡыуып етеү хаҡында хәҙергә хыялланырға ғына ҡала. Әгәр улар менән сағыштырһаҡ, былтыр үҙебеҙҙә сит ил маркалы автомобилдәр йыйыуҙы, кире­һенсә, 15 процентҡа кәметкәнбеҙ. Ни өсөн? Эксперттар бында санкцияларҙың роле ҙур булыуын билдәләһә лә, алда әйткәнебеҙсә, немец предприятиелары өсөн санкциялар бар ни, юҡ ни, улар үҙ эшен еренә еткереп башҡара.
Бөгөн сит ил маркалы автомобилдәрҙең өстән бер өлөшө сит илдә етештерелгән, ә ҡалғаны – үҙебеҙҙә. Ләкин шатланырға ашыҡмайыҡ: уларҙың яртыһы барыбер сит ил запчастарынан йыйыла. Миҫал өсөн “Лада Веста”-ны алһаҡ, был машина­ның яртыһы сит ил комплектынан тора.
Бөгөн сит ил машиналарын Калининград өлкәһендәге А. Космодемьянский исемендәге “Автотор” автойыйыу пред­прия­тиеһында ла етештерәләр. Егерме йыл эшләү дәүерендә бында байтаҡ тәжрибә тупланған. Тик былтыр “Автотор”­ҙың хәле шатланырлыҡ булманы. Әгәр элек бында йылына 250 мең автомобиль йыйһалар, бөгөн ул 92 мең генә. Ә был ҡулланыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтлән­дермәй. Әйткәндәй, “Автотор”ҙа сит ил маркаларының яртыһы ғына йыйыла, ҡалғанын автомобиль кузовтары менән бергә Рәсәйгә сығарғас өҫтәп йыялар.“Автотор”ҙа шулай уҡ “BMW”-ның 3, 5, 7-се һәм “Procrossoverx” кеүек моделдәре лә йыйыла.
“Автотор”ҙа Рәсәйҙә иң популяр “HyndaiSolaris”, “KiaRio” кеүек Корея автомобил­дәрен дә йыялар. Быны ҡулланыусылар белмәйҙер ҙә, бәлки. Был типтағы автомобилдәрҙең 50 проценты шулай уҡ Санкт-Петербургта етештерелә.
Даны бөтә донъяға таралған иң көслө “Volkswagen” концерны бөгөн Рәсәйҙә автомобиль етештереү буйынса ал бирмәҫкә тырыша. Калуга заводтарында “VolkswagenTigyan”, Түбәнге Новгородта, Горький автозаводтарында – “Volkswagenjetta”, “SkodaOctavia”, “SkodaYetti” автомобил­дәрен йыялар. Улар хатта санкцияларға ла ҡарап торманы, 2015 йылда двига­телдәр эшләү заводын яңырттылар. Әле ошо предприятие Рәсәйҙә етештерелгән двигателдәрҙең ҡап яртыһын тәшкил итә.
Немец фирмалары етештергән “Audi” иң ҡиммәтле автомобилдәрҙең береһе һа­нала. Был концерн “Audi-6”, “Audi-8” авто­мобилдәрен дә теләп етештерә. Ка­лу­галағы немецтар төҙөгән “Рус” пред­прия­тиеһы ла донъяға билдәле өр-яңы өс яңы моделде – “Citroen” (француз автомобиле), “Mitsubishi” (Япония), “Pеugеоt” (Германия) автомобилдәрен тәҡдим итә.
Шуныһы үҙенсәлекле: Рәсәйҙә урын­лашҡан сит ил автомобилдәр етештереү компанияларының береһе лә санкциялар тип тормай һәм маҡсатлы эшләй. Улар хатта Яр Саллы, Алабуға ҡалаларында ла бар. Бындағы немец фирмалары “Форд” автомобилен йыя. Был типтағы автомобиль маркаларын йыл һайын алмаштырып, яҡшыртып торалар.
Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡлы: ҡасандыр ҡеүәтле булған концерндар ҙа емерелә. Мәҫәлән, чехтарҙың социализм заманында уҡ донъя баҙарында ҙур һорау менән файҙаланған “Skoda” концернын алһаҡ, ул хәҙер немецтар ҡулында. Улар элекке чех моделен үҙҙәренсә яҡшыртып аҡса эшләй һәм үҙҙәренеке итеп тәҡдим итә. Ә күп ҡулланыусылар был хаҡта белмәй ҙә.
Әйткәндәй, хәҙер Себерҙең Новосибирск, Иркутск, Владивосток кеүек иң эре ҡалаларында ла “Mazda” автомобилен йыйыуға етди тотонғандар. Был йәһәттән япондар көнләшерлек өлгөрлөк күрһәтә. Улар автомобиль йыйыу, уларға кәрәкле ҡиммәтле запчастар етештереүҙең 45 процентын хәҙер туранан-тура Себер ҡалалары заводтарында башҡара. Былтыр Себер өлкәләре буйлап Байкалға сәйәхәт ҡылғанда “Mazdа-6”, “Mazdа cx-5” автомо­билдәренең күплегенә хайран ҡалғайныҡ.
Япондарҙың “Toyota” корпорацияһы ла былтыр Санкт-Петербургта төҙөлгән заводтарында 100 мең автомобиль етештереп ҡулланыусыларға һатҡан. Ҡытай­ҙар ҙа ситтә ҡалырға тырышмай, үҙҙәренә файҙа эҙләй. Улар Тулала, Себерҙә ҡытай машиналарын етештереү буйынса килешеү төҙөп эш башлаған да инде.
Ә үҙебеҙҙә эштәр нисек тора һуң? Әйтергә кәрәк, Ижевск, Тольятти автозаводтары етештергән Рәсәй автомобилдәре һәм уларҙың деталдәре бөгөн ҙур һорау менән файҙаланмай. Ни өсөн? Сөнки Рәсәйҙә генә түгел, ә донъя баҙарында ҙур конкуренция. Ҡасандыр үҙебеҙҙә етештерелгән “Лада”лар, “Жигули”ҙар Көнбайыш Европала ҙур һорау менән файҙаланған. Әле иһә уларҙы һатып алырға тырышмайҙар, ә сит илдә әле булһа һағынып иҫкә алалар. Иҫән ҡалғандарын күргәҙмәләргә ҡуялар. Кем белә, бәлки, яҡын киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән автомобилдәр ҙә күпкә сифатлыраҡ етештерелер.
Йыйып әйткәндә, бөгөн Рәсәйҙә етештерелгән сит ил автомобилдәренә беҙ үҙебеҙ түгел, ә сит ил концерндары хужа, һәм улар был йәһәттән беренселекте бирмәй. Эйе, Рәсәйҙә автомобилдәр эшләү буйынса үҙебеҙҙә ҙур заводтар кәрәк. Күптән өлгөрөп еткән был мәсьәлә буйынса әленән-әле һүҙ ҡуҙғатылып торһа ла, алға китеш һиҙелмәй әлегә. Шулай ҙа элекке даныбыҙ берәй саҡ әйләнеп ҡайтыр әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873