Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәңгелдәктән... гәзит тотоп
Сәңгелдәктән... гәзит тотоп Хәреф-һүрәттәргә әүрәп ултырһын тип, ике йәше лә тулмаған һеңлеләренә гәзит-журнал биреп ҡуйған ағай-апайҙары үҙҙәре лә аңламаҫтан уның киләсәгенә йүнәлеш бирәбеҙҙер, ғүмере гәзит, яҙыу-һыҙыу эшенә бәйле булыр тип уйламағандыр ҙа. Нисек кенә булмаһын, өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен район матбуғатына арнаған Зифа Ғайсина гәзит сыға­рыу, хаталар төҙәтеү, китап уҡыуға әүәҫлек бала саҡтан ғәҙәтенә әйләнгәндер инде тип иҫәпләй.
Сәғиҙә апай менән Сәйетгәрәй ағай Суфияновтарҙың ишле ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә ул. Атай-әсәй йыл әйләнәһенә колхоз эшенән бушама­ғанлыҡтан, күберәген апай-ағайҙары менән үҫә. Сәңгелдәктә сағында гәзит ҡыштыр­лауына әүрәһә, торараҡ инде ҡыҙыҡ күреп, һүрәттәрҙе ҡарай.
– Мин беренсе класҡа уҡырға төшкәндә Зифаға ике йәш ине. Инде дәрес әҙерләргә тотонһам, килә һалып эргәмә ултыра ла ҡулына китап ала ине. Хәрефтәрҙе шулай итеп бергә өйрәндек, – тип бала сағын иҫләй Әлфиә апаһы. – Үҙенән олораҡ Фәниә апаһынан да алдараҡ уҡый башланы шикелле Зифа. Биш йәштә ул баҫма хәрефтәр менән яҙырға өйрәнде, һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ булды. Германияла хеҙмәт иткән Хатмулла ағайыма үҙаллы хат яҙып һала торғайны.
Йөҙимән урта мәктәбенең беренсе класына Зифа башҡортса ла, русса ла берҙәй шыма уҡып, миҫал-мәсьәләләрҙе еңел сисә алған әҙерлекле уҡыусы булып бара. Ошо йылда уҡ Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романын уҡып сыға.
– Ғаиләбеҙ менән китап, гәзит уҡыуға әүәҫ булдыҡ. Гәзит-журналдарға күпләп яҙыла инек. Уларҙы ҡайҙа йыртыу, уҡып сығыу менән стеналағы ҡаҙаҡҡа элеп ҡуябыҙ. Атайым менән инәйем, ағайымдар уҡығандары буйынса үҙ-ара фекер алышып, һөйләшә башлаһа, мин ҡыҙыҡһынып тыңлай ҙа, аҙаҡтан шул гәзитте табып, уҡып сыға торғайным, – ти Зифа, бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып.
Мәктәптә уҡыу алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе була ҡыҙ. Өсөнсө, дүртенсе кластарҙа уҡ уны стена гәзите өсөн яуаплы итеп һайлап ҡуялар. Һүрәт төшөрөргә оҫталығы, баҫма хәрефтәр менән матур итеп яҙа белеүе өҫтөнә, башҡалар әҙерләгән мәҡәләләрҙе килешле генә итеп үҙгәртеп, хаталарын төҙәтеп тә ҡуя. Шуға ла мәктәп кимәлендәге конкурстар ваҡытында Зифа әҙерләгән гәзит һәр ваҡыт иң яҡшыһы тип табыла. Өлкән кластарҙа инде ул мәктәптең дөйөм стена гәзите, дружина советы баҫмаһы өсөн яуаплы була.
Урта мәктәпте тамамлағас, 1984 йылда район гәзите корректоры булып эш башлаған Зифа тәүге көндәрҙән үк үҙен иғтибарлы, белемле, бурысына яуаплы ҡараған хеҙмәткәр итеп танытып, ышаныс яуланы. Был минең эшем түгел, был миңә ҡағылмай, тип тик ултырған сағын һис хәтерләмәйем. Тиҙ арала яҙыу машинкаһында баҫырға өйрәнде, типографияла хәреф йыйған ҡыҙҙарға ярҙам итергә лә өлгөрҙө, тәржемәсе эшен дә үҙләштерҙе.
Рәми Ғарипов яҙғанса, гәзит, һүҙ эше еңелдән түгел, йөрәк, елек майын һура торған шөғөл. Сираттағы һанға планлаш­тырылған материалдарҙы тәржемә итеп, уны типографияла йыйып, хаталарын төҙәтеп, гәзитте баҫыусыларға тапшыр­ғансы төн үтеп таң ата торғайны. Күптәр бында оҙаҡҡа ҡалмай, тиҙерәк китеү яғын ҡараны. Ә Зифаны ауыр ҙа, мауыҡтырғыс та хеҙмәт нығыраҡ әүрәтте. Матбуғат тармағының бөтә нескәлектәренә төшөнөп, баш баҫып эшләп йөрөгән ҡыҙҙы оҙаҡ­ламай тәржемәсе итеп күсерҙеләр. Ә инде бының ни тиклем яуаплы, ҡатмарлы икәнен үҙе бер нисә һөйләм тәржемә итеп ҡараған кеше аңлай.
Хәтһеҙ ваҡыт үтеп, ул саҡтарҙы һағы­нып һөйләргә генә ҡалды хәҙер. Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы – бына 20 йылдан ашыу “Табын” гәзитенең алмаштырғыһыҙ яуаплы сәркәтибе. Был эш тә еңелдән түгел. Гәзиттең биҙәлеше, мәҡәләләрҙе тема­тикаһы буйынса дөрөҫ урынлаштырыу, фотоһүрәттәрҙең ҡуйылышы өсөн яуаплы. Бынан тыш, авторҙарҙың мәҡәләләрен ҡарап, тикшереп, “йәшенеп” ҡалған хаталарҙы эләктереп алыу, күп һанлы отчеттар әҙерләү ҙә Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙының иңендә. Рус телендә бирелгән мәҡәләләрҙе тәржемәләргә, гәзит уҡыусы­ларҙың хаттарын мөхәррирләргә лә тура килгеләй. “Табын” битендә “Бала саҡ илендә” фотоконкурсын ойоштороу ҙа Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙының идеяһы ине. “Красноусол” шифаханаһының “Будьте здоровы” гәзитен башлап сығарыусы ла ул булды. Бөгөн Зифа кәрәк саҡта гәзитте нәшерләүсе инженерҙы ла алмаштыра ала.
– Редакцияла эш башлаған осорҙа тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлашып, кәңәштәре менән ярҙам иткән остаздарым С. Спиридонов, Т. Пухова, Н. Сәлимов, Ф. Са­диҡова, Ә. Килмөхәмәтова, М. Соб­хан­ғоловаға рәхмәтем сикһеҙ, – ти бөгөн Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы.
Бәхетен дә Красноусолда тапты Зифа. Район эске эштәр бүлегендә хеҙмәт иткән Ташбүкән егете Әнис Ғайсин менән матур ғаилә ҡороп, ике бала тәрбиәләп үҫтер­ҙеләр. Ғөмүмән, бик уңған, татыу, сәнғәткә ғашиҡ ғаилә Ғайсиндар. Зифа редакцияла эш башлаған осорҙа уҡ район мәҙәниәт йортоноң “Айгүзәл” бейеү ансамблендә шөғөлләнеп, төрлө сараларҙа ҡатнашты. Әнис Сәғит улы гармунда уйнай. Балалары бәләкәй саҡта Әнис ҡулына гармун алһа, Денис менән Шәүрә әсәйҙәрен етәкләп бейергә төшөр ине. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап эшкә тырыш, уҡыуға һәләтле, йыр-моңға әүәҫ. Бөгөн инде улар үҙҙәре ғаилә ҡороп, атай-әсәй булды. Денис менән Алина Стәрлетамаҡта йәшәй, Тамерлан исемле ул үҫтерәләр. Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, уҡыуын аспирантурала дауам иткән Шәүрә менән Вәкилдең дә Камил исемле улдары йүгереп йөрөй. Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы – уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй-өләсәй ҙә, егәрле хужабикә лә. Аш-һыуға ифрат оҫта. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ҡупшы йорттары сәскәгә күмелеп ултыра, йәшел­сәләре ишелеп уңа, йорт ихатаһында йылдың-йылы эркелешеп ҡаҙ бәпкәләре үҫә. Эштән һуң Әнис менән бал ҡорттарын ҡарап-тәрбиәләп, бал һурҙырырға ла өлгөрәләр. Күптән түгел туҡһанды уҙған әсәһе Сәғиҙә әбей менән ҡәйнәһе Фатима әбей өсөн изгелекле бала-килен дә. Бына хәҙер байтаҡ йылдар инде икеһен дә берҙәй хөрмәтләп тәрбиәләйҙәр.


Автор: Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә