Үҙен демократик ил тип иғлан иткән Рәсәйҙә йәшәп, беҙгә сәйәсәттән артыҡ алыҫ тороу барыбер ҙә дөрөҫ түгелдер. Ике тамырҙан, “демо” менән “кратос”тан, яһалған ана шул институтты артабан үҫтереү, яйға һалыу, ғәҙәти көндәлек күренешкә әйләндереү өсөн дә бик кәрәк был. “Халыҡ хакимлығы” тип тәржемәләнгән дөйөм эштә, тимәк, сәйәсәттә лә, ҡатнашыуҙың ябай, һис
тырышыу талап итмәгән, бушлай, сиратһыҙ бирелгән бер ысулы – тауыш биреүҙә ҡатнашыу икәнен беләбеҙ һәм быны файҙаланыу хәжәт. Юғиһә арабыҙҙа: “Нимәгә ул миңә? Дәүләт башҡа, мин бүтән. Сауҙам барһа, аҡса эшләһәм, еткән”, – тиеүселәр ҙә юҡ түгел. Ситтән көлөмһөрәп ҡарау ҙа бар.
Закон күҙлегенән кешенең мәжбүри йөгө түгел был, ә хоҡуғы. Ҡайһы бер илдәрҙә мотлаҡ талап ителһә лә, бурысты үтәмәгәндәр яуаплылыҡҡа тарттырылһа ла, беҙҙә ул хәтлемгә өлгәшелмәгән. Вә ләкин, заманында йыш ҡабатланғанса, йәмғиәттә йәшәп, унан азат булып булмайҙыр. Исмаһам, үҙеңде ошо йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы, уға йоғонто яһай алырҙай ағзаһы итеп тойор өсөн. Мәғәнәне, һин тауыш бирмәһәң, ул тауышты һинең өсөн бирерҙәрендә генә лә эҙләү хаталыр. Дөрөҫө – хоҡуҡты файҙаланырға кәрәклектә. Ысынлап та, ниңә әле һин, замандашым, дәүләт, йәмәғәт эшенән ситтә ҡалырға тейешһең? Юғиһә Совет дәүерендә “йәмәғәт эшендә ҡатнашыу” тигән күренеш хайран үҙәктә булды, кешегә баһа бирелгәндә быға диҡҡәт ныҡ ҡылынды. Ойошмаларҙа аттестация үткәрелгәндә был әле лә ҡәләмгә, иғтибарға алыныусан.
Хоҡуҡ тигәндән, демократия ныҡ үҫешкән тип һаналған Көнбайышта, мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында, туранан-тура һайлау мөмкинлеге юҡ табаһа. Тауыш биреү беҙҙәге ише бер көн эсендә генә башҡарылмай, бик ҡатмарлы һайлау системаһы уларҙа.
Һайлауҙар осоронда киң мәғлүмәт сараларының тәьҫире, баһаһы, көсө айырата артып киткәне билдәле. Уларҙың аңлатыу эшен алып барырға тейешлеге лә бар. Ошо хаҡта ғына һөйләй, күрһәтә, яҙа башлайҙармы? Ғәҙәттәгенән күберәк, эйе, ләкин быға түҙеп һәм хатта ыңғай ҡарарға кәрәктер. Донъяның башҡа илдәрендә лә шулай бит, АҠШ-та президент һайлау, әле генә әйтеүемсә, ана, ниндәй оҙаҡ арауыҡта бара. Ғөмүмән, ижтимағи-сәйәси күренештәргә, процестарға тыныс, аңлаулы мөнәсәбәттә булыу хаҡ, тимен, сөнки был – беҙҙең тормошобоҙ. Дәүләт булғас, уның ошо өлкәһе лә бар, ил уларһыҙ йәшәй алмай.
Баҙарҙа аҡса эшләгән баяғы замандашым “файҙа” һүҙен үҙәккә ҡуя. Өҫтән баҡҡанда, ғәҙәти аңлайышта, юҡ һымаҡ тойолһа ла, ҡараштарҙы тәрәнгәрәк ташлай барған һайын асығыраҡ төҫмөрләнә ул. Эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡараған депутат ҙур эш башҡара ала бит, шул иҫәптән бәләкәй эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә лә. Һәр хәлдә, ҡануниәт мөмкинлекте киң бирә. Был өлкәнең тауышы сәйәсәттә ниндәй кимәлдә генә ишетелһә лә, яуапһыҙ ҡалмауы бик ихтимал. Сәйәсәт бит – оҙон көй, һөҙөмтә тиҙ генә булмай, уны түбәндән башларға, ныҡыш дауам итергә кәрәк. Уның ҡарауы, уңыш килһә, ныҡлы, оҙаҡҡа була, сөнки дәүләт гарантияһы бар. Сәйәсәт көнкүрештән шуныһы менән дә айырыла. Депутатлыҡҡа ынтылмайынса, ябай һайлаусы булһаң да, үҙеңдең сәйәси позицияңды белдерә алаһың, әҙ түгел был. Уны ишетерҙәренә өмөт итә алыу ҙа – ҙур нәмә. Көндәлек тормошта фекерҙәреңде еткерер өсөн аҙымдарҙы үҙең яһарға тейеш булһаң, был осраҡта кандидат йәки фирҡә һиңә табан еңел генә үҙе килә.
Һуңғы йылдарҙағы кампанияларҙа улар яғынан аҙымдар киңерәк тә яһалды, халыҡҡа яҡыныраҡ киленде – “Халыҡ бюджеты” ише проекттар булды. Дәүләт ҡаҙнаһындағы аҡсаны бүлеүҙе кешеләрҙең үҙе хәл итеүен демократияның ҙур ҡаҙанышы тип әйтергә булалыр. Граждандар менән осрашыуҙар, уларҙың тәҡдим, ялыуҙарын тыңлау, мөмкин булғанда, урында хәл итеү ҙә – бик ыңғай баһаларлыҡ эштәр.
Һайлау йәмғиәтте йәнләндереп тә ебәрә. Халыҡтың фирҡәләр, дәүләт хакимлығы органдары эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуы арта: “Сәйәсәт менән шөғөлләнгәндәр илемдең киләсәген нисек итеп күрергә теләй икән?” Әлеге сәйәси көстәр араһында барыбер ҙә конкурентлыҡ күренеше лә булмай ҡалмай. Ә бының баҙар мөнәсәбәттәрендә ни тиклем мөһим икәнлеген ҡабатлап тороу артыҡтыр, бер фирҡәлек дәүерен үттек инде.
Хәҙерге заман технологиялары, шул иҫәптән сәйәсәттә лә, бик ҡатмарлы комбинациялар эшләү мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәлә тәү ҡарашҡа һайлауға бөтөнләй ҡыҫылышы юҡтай тойолған берәй ваҡиға йә күренеш тә, баҡтиһәң, уға бәйле икән. Әллә йәмғиәт шулай итергә тырыша ғынамы? Мәҫәлән, ил етәксеһенең ҡайһылыр министрлыҡта ҙур түрәләрҙе алмаштырыуын белгестәр туранан-тура шуға бәйләүсән. Был да яҙыҡ түгелдер, донъяла бөтә нәмә ентекле әҙерлек талап итә. Ә һайлау инде – айырыуса. Айырыуса, сөнки ниндәйҙер фирҡә тауыштарҙы күп йыйырға теләй икән, был йүнәлештә еңен дә, балағын да ныҡ һыҙғанып эшләргә тейеш. Шунһыҙ булмай, хәҙер инде Рәсәйҙә, шөкөр, буш вәғәҙәләргә ышанған кешеләр, араҡыны 4 һум 12 тингә һаттырам, тип күкрәк ҡаҡҡандар өсөн тауыш биреүселәр кәмене.
Бөгөн кешегә ғәмәли эш башҡарғандар, илде, милләтте уйлағандар, үҙенә матди байлыҡты ғына хәстәрләп йөрөмәгәндәр кәрәк. Ни генә тиелмәһен, кеше ниндәй генә юғары идеалдар менән йәшәмәһен, көнкүреш шарттары ла мөһим. Бейек маҡсатына ул етеш тормош көткәндә генә өлгәшә алалыр. Быны сәйәси фирҡәләр ҙә аңлап, әлбиттә, үҙенең һайлау программаһына индерә. Был ижтимағи-сәйәси тормошҡа, бая әйтә биреүебеҙсә, сағыулыҡ өҫтәмәй ҡалмай. Айырыуса артыҡ популистлыҡҡа ынтылмағанда һәм проекттар эшкә ашырлыҡ булғанда.
Бәғзе замандашыбыҙға, бәлки, әлеге шау-шыу әллә ни оҡшамаһа ла, әҙерлек булһа һәйбәт, шунһыҙ сараның нисек тормошҡа ашырылғаны, дөрөҫөрәге, ашырылмағаны, билдәле бит. Фирҡәләрҙең тауышы бындай көндәрҙә һаман да асығыраҡ ишетелә барыуы ла яҡшылыр, ошолай программаларын, ғөмүмән, нимә теләгәндәрен, нимә вәғәҙәләгәндәрен белеүе еңелерәк.
Йәнә лә сәйәсәт менән көнкүреш араһы яҡыная бара. Хәҙер инде юғары мәсьәләләргә ҡыҙыҡһыныуын ҡасандыр уларҙан бик ситен торғандар ҙа белдерә, әйткәндәй. Ҡыҙыҡһына, сөнки, бөтәһе булмаһа ла, ҡайһыларының тап уның үҙенә ҡағылышлы ла булыуы ихтимал. Быны граждандар йәмғиәте менән дәүләт араһының тейешле бер, дөрөҫ бер, самалы бер яҡынлыҡҡа табан атлауы тип баһалаһаҡ, хаҡ баһаларбыҙ. Ғәҙел йәмғиәттә дәүләттең халыҡ өсөн тырышыуы, ҡанундарҙың халыҡты хәстәрләп яҙылыуы, мәмләкәт менән идара итеүҙә халыҡтың ҡатнашыуы булырға тейеш.
Ижтимағи-сәйәси тип мәсьәләләрҙе нисектер сик эсенә алыу дөрөҫмө икән, тигән һорау ҙа тыуып ҡуя ҡайһы саҡ. Мәҫәлән, музей йәки китапхана өлкәләрен ижтимағи тип әйтә алмайбыҙмы? Алабыҙҙыр. Хатта сәйәси тип тә. Тәү ҡарашҡа тап бөгөн мөһим тип тойолмаған йүнәлештәр, күренештәр, үрелештәр киләсәктән, ваҡыт киңлектәренән сығып ҡарағанда, һөҙөмтәләргә баҡҡанда, оло сәйәсәтте билдәләгән килеп сыға лабаһа.
Ә музейҙар һуң? Улар бит киләсәккә түгел, ә үткәндәргә төбәлгән? Ай-һай, уҙғандарға ғынамы? Шәхсән миңә, мәҫәлән, атаҡлы яҙыусыларҙың йорт-музейҙарында булғанда һис тә улай тойолмай, киреһенсә, бөгөнгә һәм киләсәккә кеүек күренә. Сөнки уларҙа ҡапыл ижади мөхит солғап ала, әҙәбиәттең ниндәйҙер матди байлыҡтарҙан күпкә өҫтөн хазина икәнлегенә баҫым яһала. Йорт-музейҙарҙың файҙаһы ана шундалыр ҙа. Йәғни үҙебеҙҙең хөрмәтле кешеләребеҙҙең иҫтәлеген һаҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, ә яңы быуынға илһам да өҫтәйбеҙ, уның ижад ҡомарын арттырабыҙ.
Һәр кемдең үҙ фекере, әлбиттә, үҙ күҙлеге. Һәм шулай булыуы хаҡ, мең мәртәбә дөрөҫ, юғиһә Ватаныбыҙ тарихында бөтәбеҙ бер төрлө уйлаған, эшләгән дәүерҙәр ҙә булды бит. Уй-эштәрҙең ҡайҙан төшөрөлгәнен дә онотмағанбыҙ. Ә бер заман икенсе сиккә һикерҙек. Ил тимәнек, үҙебеҙ генә тинек. Бөгөн килеп тейешле урталыҡҡа яҡынбыҙ кеүек. Кеше дәүләт яҙмышына битараф булмаған, дәүләттең кеше яҙмышын ҡайғыртҡан урталыҡҡа.