Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәләм, мин – робот!
Үҙ ғүмеремдә “тере” робот күрмәгән кеше булараҡ, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына барып еткәс, шып туҡтап ҡалдым. Ҡаршымда өс метрҙан да кәм булмаған “тимер батыр” тора ине. Был 300 килограмм тирәһе ауырлыҡтағы роботтың янып торған күҙҙәре һәм ҡиәфәте юғалып ҡалырға мәжбүр итте. Ни ҡылырға, ни әйтергә белмәй торғанда, тимер әфәнде үҙе һүҙ ҡушты:
Сәләм, мин – робот! – Сәләм, мин – робот!..
Бына шундай әһәмиәтле күренеш менән башланып китте “Робофест-Стәрлетамаҡ” сараһы. Хәйер, биналағы күргәҙмә лә тыш­тағы күренештән ҡайтыш түгел ине. Бер урында һыуҙа батмай, утта янмай торған машинаны ҡутарып йыялар, икенсе өҫтәлдә бәләкәй генә робот үҙ эше менән мәшғүл – Рубик шаҡмағының төҫтәрен барлай! Оборона роботтары сағылышы, ҡотҡарыусы­ларҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булған машиналар… – бихисап заманса техниканы күрергә була ине әлеге фестивалдә. Иң мө­һиме – уларҙы республиканың төрлө төбә­генән килгән йәш кенә егеттәр, хатта унан да кесерәк малай һәм ҡыҙҙар күрһәтте. Йәмғеһе 100-ҙән ашыу команда ҡатнашты, шуға күрә жюри ағзаларына еңел булма­ғандыр – һәммә эш иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ бит. Йәш ғалимдарҙың хеҙмәтен баһалау айырыуса яуаплылыҡ талап итә.
– Технологияларҙың үҫешен, был йәһәт­тәге продукцияларҙы инде көндәлек тормо­шобоҙҙоң айырылмаҫлыҡ бер күренеше булараҡ ҡабул итәбеҙ, – тип һүҙен йыраҡтан башланы фестивалде асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов. – Мәҫәлән, үҙе йыуған, үҙе һыҡҡан кер машинаһын ғына алайыҡ. Хәҙер уны оло йәштәге инәй-бабайҙар ҙа бер ҡыйынлыҡһыҙ ҡуллана. Ә бит ошо машина ла үҙенә күрә робот. Ғөмүмән, өлгә­шелгән һөҙөмтәләр тураһында түгел, яңы еңеүҙәр-асыштар хаҡында һүҙ йөрөтөргә кәрәк. Үҙем иһә һәр ваҡыт үҫмер йәштәге улым менән ошо темаға һөйләшергә яратам, нәҡ йәштәрҙең ихтыяжында, идеяларында был йәһәттән байтаҡ нигеҙ юлларға була, – Владимир Иванович сараның мәғәнәһен ошондай сүрәттә күҙ алдына баҫтырҙы.
Ысынлап та, ҡул араһына ингән аҡыллы көнкүреш техникаһы тураһында яҡшы хәбәр­ҙарбыҙ, уларҙы үҙебеҙ ҙә ҡулланабыҙ. Миҫал эҙләп ҡалаға туҡталмай, ауыл еренә барып әйләнһәк тә, күпте күрергә мөмкин. Мәҫәлән, ҙур ауыл хужалығында хәҙер фермаларҙа эштәрҙе башлыса робот-техника башҡара. Тейешле миҡдарҙы ҡушып, тейешле күләмдә аҙыҡ тарата, һыйыр һауа, продукцияны йыя һәм башҡалар, һәүкәшкәйҙәр ҙә заманса – Бетховен тыңлап ҡына һөт бирә.
Сараға әйләнеп ҡайтҡанда, фестивалдә йәштәрҙе бихисап мәртәбәле ҡунаҡтар дәрт­ләндерҙе. Ниндәй быуын вәкилдәре булыуы­быҙға ҡарамаҫтан, бер төптән эшләү, теләк­тәшлекте киңәйтеүҙе кәрәклеген белдерҙе улар. Күберәк идеялар яңғырауын, асыштар булыуын теләп ҡалдылар. Нәҡ ошондай са­раларҙа, башланғыстарҙа ҙур ғилми хеҙмәт­тәргә, технологиялар үҫешенә нигеҙ һалына ла инде.
– Кескәй генә саҡтан конструкторҙар ҡута­рып йыйырға яраттым, аҙаҡ роботтар менән шөғөлләнә башланым, киләсәктә теүәл фән­дәр буйынса үҫешергә теләйем, – тип пландары менән уртаҡлашты, мәҫәлән, өҫтәрәк телгә алып үткән Рубик шаҡмағын йыйыусы роботты контролдә тотҡан Самат Ямалов. Тағы ниндәй дәлилдәр кәрәк?! Һәр хәлдә:
– Статистика күрһәтеүенсә, йәш быуын интернет селтәренә хәҙер башлыса гаджеттар ярҙамында инә. Тимәк, был технологиялар үҫешенең яңы этабы тигән һүҙ. Иманым камил: ошондай дәртле йәштәр булғанда, тағы бихисап этаптарын күрербеҙ, – тигән өмөттәр еткерҙе РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов.
Әлбиттә, йәштәрҙең ҡулынан килә. Тик шарттар булдырылыуы ла мөһим. Был тәңгәл­дә фестивалдә йәнә бер ҡыуаныслы мәл кисерҙек – әлеге вузда ғилми-етештереү майҙансығы асылды.
– Унда сәнәғәт өсөн тәғәйенләнгән роботтар өҫтөндә һәм медицина физикаһы өлкәһендә эшләйәсәктәр, – тине тантанала БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Алексей Ковальский.
Нисек кенә булмаһын, сара сиктәрендә үткән “түңәрәк өҫтәл”дә яңғырауынса, студент­тың белемен ҡоро теориялар нигеҙендә генә үҫтереү мөмкин түгел.
… Ошо сараны фотоға төшөрөүҙән алып мәҡәләмде гәзит уҡыусыға еткереүгә тиклем роботтар ҡатнаша, бер уйлаһаң. Шәп түгелме ни?! Кешенең шәхси тормошона күберәк ваҡыт ҡала, тип тә өҫтәргә була дөйөм һүҙҙәр менән. Был йәһәттән сараның әһәмиәтен йәнә билдәләп үтәйек. Иң мөһиме – хәлдәр Джеймс Кэмерондың билдәле кино әҫәрен­дәгесә килеп сыҡмаһын – роботтар кешеләр­ҙең генә мәнфәғәтен ҡайғыртһын инде.
Рәмил МАНСУРОВ.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә