Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъябыҙҙың бер биҙәге
Донъябыҙҙың бер биҙәге“Урын биҙәмәй кешене, кеше урынды биҙәй”, тиҙәр. Шул турала уйланған һайын журналистикаға, матбуғатҡа, гәзиткә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән остаздарымдың береһе Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы Латипованы күҙ алдына баҫтырам. Гелән асыҡ сырайлы, ихлас булыуы менән айырылып торған, нескә күңелле, әммә кәрәк ваҡытта башҡалар өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул. Бөтә ерҙә лә – үҙ кеше, ҡайҙа ла – үҙе бер биҙәк.
Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы менән 2004 йылдың яҙынан бирле танышбыҙ. “Башҡортостан” гәзитендә тәүге мәҡәләләрем баҫылып сыға башлағайны ул саҡта. Көндәрҙән бер көндө: “Редакцияға килеп китегеҙ әле. Һеҙҙең хаҡта яңылыҡтар бүлеге мөдире ҡыҙыҡһына”, – тип шылтыраттылар. Шунда уҡ һорай һалдым: “Ә кем ул? Ниндәйерәк кеше?” “Фәүзиә Латипова исемле апай. Шундай мөләйем, алсаҡ”, – тип ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама бирҙеләр. Бәй, был журналистың яҙмаларын уҡып барам да-баһа! Бик әүҙем, киң ҡарашлы ҡәләм оҫтаһы. Ул минең турала белешкән... Ни әйтер икән? Тәнҡитләр өсөн саҡыртамы, әллә кәңәш кенә бирерме?
Ҡурҡыуым бушҡа булған: Фәүзиә апай яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршыланы, алдан уҡ мәсьәләнең айышына төшөндөрөүҙе кәрәк тип тапты. Баҡһаң, ул мине үҙенең бүлегенә хәбәрсе итергә уйлай, ри­залығымды белергә теләй. “Төрлө бүлектәрҙән алып, ҡулъяҙмаларыңды ҡараштырып сыҡтым. Булдырырҙайһың. Мин һиңә ышанам, – тине бүлек мөдире. – Иртәгә иртән ошонда килеп ултырырһың, үткәрһендәр өсөн вахтаға хат яҙып төшөрөп ҡуям. Секретарға әйтермен, оҙаҡламай танытмаң әҙер булыр”.
Һәйбәт итеп аңлата белеүенән, күҙгә ҡарап һөй­лә­шеүенән был ханым менән борсағыбыҙ тиҙ беше­рен һиҙендем. Ана бит, бөтөнөһөн ныҡлап уйлаған, теүәлләгән, баш мөхәррир менән килешкән, минең ризалыҡ белдереүем генә шарт. Бер ниндәй тәнҡит һүҙе әйтмәне, киреһенсә, “ышанам” тип дәртлән­дерҙе генә. Йәш кеше тимәй, тиң күреп өндәшә...
Тәүге тәьҫораттар, ҡыуанысҡа күрә, алдатманы. Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы етәкселегендә эшләү ысын мәғәнәһендә кинәнес икәнлегенә төшөндөм. Ул һис бер ваҡыт тауыш күтәрмәне, етешһеҙлектәргә төр­төп күрһәтмәне. Яңы эш башлаған кешенең, әлбиттә, тәжрибәлеләргә бирер һорауҙары күп була. Бүлегебеҙ мөдире йыш ҡына ҡыйынһынғанымды тоя ла, мөрәжәғәт иткәнемде көтөп тормай, үҙе ярҙамға килә. “Компьютерҙа баҫа беләһеңме?” – тип һораны ул тәүге көндә үк. “Саҡ ҡына”, – тигән булдым, ул яҡтан бөтөнләй наҙанлығымды һиҙҙермәҫкә тырышып. Шунан Фәүзиә апай әлеге ҡорамал менән нисек эш итергә икәнен күрһәтергә кереште: “Бына ошонда төртөп тоҡандыраһың... Яңы файлды былайтып асаһың, артабан берәй төрлө исем менән һаҡлап ҡуяһың... Башҡорт шрифттары өсөн клавиатураға махсус билдәләр йәбештереп сыҡҡанбыҙ... Материалдарыңды тупларға айырым папка булдыр, шулай уңай­лыраҡ...” Тотто ла текстарҙы компьютерҙа туранан-тура баҫырға ҡушты, ҡулъяҙманы онот, бер эште ике рәт башҡарыу күп ваҡытты ала, тине. Аҙаҡ аңлауымса, Фәүзиә Латипованың йәштәр менән эшләү алымы шундайыраҡ: ышаныс белдереп, күңелдә дәрт, сәм уята ла һөжүмгә ташлай...
Ә бүлек мөдире үҙе гелән ошо һөжүмсе ғәскәрҙең алғы сафында барҙы. Эшкә ныҡ иртә килә, беҙ йыйылып бөткәнсе төрлө район-ҡалаларҙағы авторҙар ебәргән бер-ике хатты эшкәртеп һалған, үҙенең си­раттағы мәҡәләһен яҙырға тотонған була. Сәғәт 10-дарҙа Республика йортона юллана, сөнки Башҡортостан Президентының һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеген яҡтыртыусы журналистар пулында иҫәпләнә. Көн дауамында гәзиттең иртәгә донъя күрәсәк һанына ашығыс мә­ҡә­лә әҙерләп бирергә, бүлек хәбәрселәренең яҙғандарын да мөхәррирләп өлгөрөргә кәрәк. Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы ваҡыты ҡыҫтау саҡта ла беҙҙең ма­те­риалдарҙы яуаплы секретарь өҫтәленә уҡы­майынса, ипкә килтермәйенсә үткәрмәй. Берҙе күҙ йүгертеп, хаталарын табып, төҙәткеләгәс, тағы баҫтырып ала ла яңынан тикшерә, шунан ғына им­за­һын һала. Ҡыҫҡаһы, журналист бурысына ла, мө­дир вазифаһына ла тейешенсә яуаплылыҡ менән ҡарай.
Бик күп темаға яҙыша ине Фәүзиә Латипова. Үҙе ойошторған әллә нисәмә рубриканы алып барҙы, даими рәүештә махсус биттәр сығарҙы. Күбеһенсә ғаилә мөнәсәбәттәре, тәрбиә, өлгөлө замандаштар тураһында булды мәҡәләләре. Мәғариф, спорт, сәләмәт тормош, социаль проблемалар ҙа ситтә ҡалманы. Жанрҙары ла төрлө: аналитик яҙмалар, һүрәтләмәләр, әңгәмәләр, репортаждар, фельетондар... Ике-өс яҙмаһы бер гәзиткә йыш тура килгәс, авторҙың фамилияһы йә Рәхимғолова, йә Ағурҙина, йә Шәғәлиева тип күрһәтелә ине. Йәмғиәттә Өфө уртаһында төҙөлгән ҙур автомагистралгә атама табыу мәсьәләһе ҡуҙғатылғас, Фәүзиә Латипова “Башҡортостан” гәзитен шул маҡсаттағы фекер алышыу майҙансы­ғына әүерелдерҙе. “Салауат Юлаевтың исемен бирергә кәрәк!” – тип кемдәр генә сығыш яһаманы унда. Ниәт бойомға ашҡас, матбуғат һүҙенең көсөнә ышаныс бермә-бер артты халыҡта.
Бүлектә тәртип. Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы көн дә кис беҙҙе иртәгә башҡараһы эштәр тураһында иҫкәртеп ҡуя: берәүебеҙ гәзиттең тәүге битендәге “Һуңғы яңы­лыҡтар” колонкаһын әҙерләйәсәк; икенсебеҙ, фәлән сарала ҡатнашып, аналитик мәҡәлә яҙасаҡ; өсөнсөбөҙ командировкаға сығырға тейеш. Мөдиребеҙҙең өлгөһөнә эйәреп, бер минутты ла файҙаһыҙ уҙғармаҫҡа тырышабыҙ. Фәүзиә апай урыҫсанан башҡортсаға тәржемәләргә, ҡытыршы мәҡәләләрҙе мөхәррирләргә өйрәнеүҙе, заман технологияларын үҙләштереүҙе, гәзиткә реклама биреүселәрҙе ылыҡтырыуҙы айырыуса талап итә. Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡса­тында – “Йәнтөйәк”, милли буржуазияны үҫтереү уйы менән “Эшҡыуар” тигән махсус биттәр сығарырға ҡушты.
Бер мәл бүлек мөдире менән Архангел районына командировкаға барҙыҡ. Уның ниәте “Йәнби­кә+Йәнбирҙе” махсус битенә Убалар ауылындағы йөҙ йәшлек әбей тураһында мәҡәлә яҙыу булһа, минең бурыс журналист эшенең ҡайһы бер серҙәрен өйрәнеү ине. Ауыл мәктәбенә индек. Уҡытыусылар, уҡыусылар үҙҙәренең уңыштары, еңеүҙәре, араларындағы алдынғылар тураһында һөйләне. Байтаҡ мәғлүмәт тупланғандай тойолдо миңә. Аҙаҡ, редакцияға ҡайтҡас, шунан мәҡәлә әтмәләгәйнем, ниҙер етмәгән һымаҡ. Фәүзиә апай яҙғандарымды уҡып сыҡҡас: “Ә һин уларҙың мәктәбе ниндәй хәлдә икәненә иғтибар итмәнеңме?” – тип һорап ҡуйҙы. Ысынлап та бик насар ине шарттар: иҫке ағас бина, ҡыҫтаулыҡ, заманса ҡорамалдарҙың юҡлығы... Йөкмәткене үҙгәртеп, өлгөлө мәктәптең матди ярҙамға мохтажлығына баҫым яһағайныҡ, күңелдә ҡәнәғәтлек тыуҙы. Ҡайһы саҡта яҙманы мәҡәләгә әйләндереү өсөн бер нисә “шөрөп” етмәй ҡала икәнен шунда төшөндөм.
Төш алдынан беҙҙең бүлмә оператив штабты хәтерләтә торғайны: республиканың төрлө тарафтарынан үҙ хәбәрселәр шылтыратып, факс аша мәғлүмәттәр ебәрә, яңы мәҡәләләр өсөн темалар ала. Марат Моратов, Фитрат Яхин, Шәйхелислам Айсыуаҡов, Зыял Шәйхетдинов, Вәдүт Исхаҡов, Илдар Аҡъюлов... Һәр ҡайһыһы менән ихлас һөйләшеп өлгөрә Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы. Телефондан айырылмай ғына текст баҫыуын белә – компьютер төймәләре шыҡ-шыҡ килә. Күп тә үтмәҫтән “КБИ” әҙер була (ҡасандыр “Кисә, бөгөн, иртәгә” тип аталғанға күрә, “Һуңғы яңылыҡтар”ҙы шулай тип йөрөтә инек). Ошо уҡ үҙ хәбәрселәрҙең көсө менән гәзиттең “Яңауыл офоҡтары”, “Нефтекама яңылыҡтары”, “Саҡмағош сатҡылары” тигән ҡушымталары сығып килде, уларҙы баҫмаға Фәүзиә Латипова әҙерләй торғайны.
Төшкө аш мәлендә Фәүзиә апайыбыҙ күрше бүлмәләрҙән әхирәттәрен табынға саҡырып ала. Әхирәттәр тиһәк тә, Башҡортостан матбуғатының, мәҙәниәтенең абруйлы хеҙмәткәрҙәре, редакцияның мөхәрририәт ағзалары улар: Әлфиә Аҡбутина, Динә Арыҫланова, Миңзифа Илтенбаева... Сәй эскәндә донъяуи ваҡиғалар, гәзиттең йөкмәткеһе, яңы эш алымдары һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелә. Хәс тә икенсе “оперативка” инде.
Әйткәндәй, тәүҙәрәк мин оператив кәңәшмәләргә инмәнем, хатта баш мөхәррирҙең йөҙөн дә күргәнем булманы. Бөтөн нәмәне тиерлек бүлек мөдире аша хәл итеп булғас, быға ихтыяж да юҡ ине шикелле. Ул ҡул аҫтындағыларға ел-ямғыр тейҙермәне, үҙе­беҙ генә ултырғанда ла, кеше алдында ла маҡтауҙан башҡаны белмәне. Кемдер тураһында яман һүҙ әйткәнен хәтерләмәйем. Ниндәйҙер мәсьәлә борсо­һа, Фәүзиә апай – хәлеңде аңлаусы ла, яҡлаусы ла.
Мин хәбәрсе булып урынлашып, бер аҙҙан ауылға ҡайтҡас, әсәйем: “Үҙ һөнәрең буйынса эшкә индең, шунда нығын. Бүлек мөдирен – әсәйеңдәй, баш мөхәррирҙе атайыңдай күреп тыңла”, – тигәйне. Был һүҙҙәрҙән тайпылмаҫҡа тырыштым. Әлбиттә, күп нәмә остаздарымдың шәхси сифаттарына ла бәйле булғандыр. Шуныһы ҡыҙыҡ: Фәүзиә апай, тап әсәйем әйткәнсә, етәксене ғаилә башлығы һымаҡ хөрмәтләүебеҙҙе теләй ине буғай. Уның: “Мөхәрриргә улай оҡшамаҫ... Рәлиф Мөстәҡимович шулай ҡушты... Ул үҙе хәл итер”, – тип иҫкәртеүҙәре һаман да иҫкә төшкөләй.
Эйе, бергә эшләгән кешеләр шулай ғаиләгә оҡшап китә инде ул. Ә Фәүзиә апайҙың шәхси хәленә килгәндә, уның өйөндә лә бәхетле икәненә йыш инана торғайныҡ. Ишетеп белеүемсә, өс ҡыҙының һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын тапҡан, юғары белемлеләр. Әсәләре менән телефондан гел башҡортса ғына һөйләшә инеләр. Латиповтар ғаиләһе башлығы Абдулла ағайҙың көр тауышына ла өйрәнеп киттек бер заман. “Һаумыһығыҙ! Фәүзиә апайығыҙҙы ишетергә ине”, – тип шылтырата ул кис һайын эш телефонына. Бүлек мөдире, трубканы алғас, ҡыуанысы йөҙөнә сығып яуаплай: “Хәҙер төшәм, атаһы, хәҙер...”
...Хаҡлы ялға сығырға булғас, күҙ йәштәре менән оҙаттыҡ Фәүзиә Шәғәли ҡыҙын. Ул бар хеҙмәт­тәш­тәрен табынға йыйҙы, шунда: “Пенсияға яҡын­лашҡан һайын үҙемде бейек диуарға ҡарап атла­ғандай тойҙом, бына-бына уға барып бәрелермен кеүек ине. Хәҙер иһә ошо диуар артында ла тормош дауам итәсәгенә ышанам”, – тигәйне. Редакция етәкселеге өгөтләһә лә, эштә ҡалманы, хатта Абдулла ағай менән Өфөнән ситкә, ауылға күсенделәр. Ләкин, әйткәнен раҫлап, хаҡлы ялда ла тулы мәғәнәле тормошта йәшәп булғанын күрһәтә беҙгә Фәүзиә апай: республика ҡатын-ҡыҙҙарының ижтимағи хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша; үҙе йәшәгән төйәктең, яҡташтарының, милләттәштәренең мәнфәғәттәрен ҡайғыртып гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙа; мохтаждарға хәленән килгәнсә хәйриә ярҙамы күрһәтә... Ғөмүмән, ҡайҙа икәнлегенә ҡарамаҫтан, йәмғиәттең бер таянысы, донъяның бер биҙәге булып ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Хөриә Абыҙгилдина
    Хөриә Абыҙгилдина от 14.03.2017, 09:57
    Бик матур мәҡәлә. Даян Мәжитовтың һәр һүҙе менән килешәм. Ҡасандыр Фәүзиә Латыпова минең дә етәксем булды. Илдәге ҙур үҙгәрештәр осоронда гәзиттә маркетинг һәм подписка бүлеге ойошторолғас, уның тәҡдиме буйынса мине ошо яңы бүлек мөдире итеп тәғәйенләгәйнеләр.Отпуск алып, Учалылағы туғандарыма ҡайтҡайным. Ике-өс көндән телефон шылтыраны: Фәүзиә апай (беҙ уны гел шулай тип йөрөттөк) икән,"Тиҙ генә Өфөгә кил, эшкә сыҡ!" тине лә, трубканы һалды ул. Аптыраным. Иртәгеһен редакцияға килеп еттем. Фәүзиә апай миңә баш мөхәррир Ғәлим Абзаловтың яңы вазифам хаҡында бойороғон еткерҙе. "Бик яуаплы эш бит, атҡарып сыға алырмынмы һуң?" тип шикләндем. "Ҡапма-ҡаршы ултырып нисәмә йыл бергә эшләйбеҙ, һине яҡшы беләм, ҡулыңдан киләсәк", - тип ҡанатландырғайны ул мине лә...

  2. Нурзия
    Нурзия от 21.03.2017, 12:08
    Даян, Фәүзиә апай аша редакцияның тотош бер дәүерен һүрәтләгәнһең.Үҙем өсөн күп нәмә алдым ошо яҙмаңдан. Рәхмәт.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872