Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Табиптың яңылышырға хаҡы юҡ
Табиптың яңылышырға хаҡы юҡТабип-травматолог – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Ауыр тән йәрәхәте алыусылар тап уларҙың ярҙамы менән һауыға, аҡрынлап аяҡҡа баҫа. Травматология бүлегенә күп осраҡта юл-транспорт фажиғәһенә юлығыусылар, төрлөсә тән йәрәхәте алыусылар эләгә. Әңгәмәсебеҙ, Сибай ҡала дауаханаһының травматология бүлеге мөдире, үҙ һөнәренең оҫтаһы Илнур Юнир улы ТАҺИРОВ менән эш үҙенсәлектәре хаҡында һөйләштек.
– Илнур Таһир улы, медицина өлкәһен һай­лау осраҡлы күренешме, әллә күптәнге хыялмы?
– Бала саҡтан табип булырға хыялландым, кеше ғүмерен ҡотҡарыу, ярҙам ҡулы һуҙыу – тормош маҡ­сатым. Сығышым менән Йылайыр районынан, әммә медицина университетына барыр алдынан төплө әҙерләнеү өсөн Күмертау политехник лицейында уҡыным. 2002 йылда Өфө медицина университетына уҡырға керҙем, артабан интернатурала хирургия йүнәлеше буйынса белемемде камиллаш­тырҙым. Егет кеше армияла мотлаҡ хеҙмәт итергә тейеш тигән инаныуымды тормошҡа ашырғас, Сибай ҡалаһында хирург булараҡ хеҙмәт юлын башланым.
– Тәүге операцияғыҙҙы иҫләйһегеҙме?
– Әлбиттә. Ҡулға скальпелде “бисмилла” итеп ал­дым да, бөтә нәмәне онотоп, тик операция ха­ҡын­да ғына уйлап, эш башланым. Тәүге ҡоймаҡ тө­йөрлө була тиһәләр ҙә, минең тәүге “сирҡаныс” алыуым бик уңышлы булды, сирле бер нисә көндән аяғына баҫты, тиҙ арала һауығып, ҡайтып та китте.
– Операция һеҙҙең өсөн ҡәҙимге эшме, әллә иңгә оло яуаплылыҡ һалған һынаумы?
– Барыһы ла барҙыр. Әле табип-травматолог бу­лып эшләүемә бер нисә йыл үтте, күҙәтеүҙәремдән һәм булған тәжрибәмдән сығып, шуны әйтер инем: операциялар бер ваҡытта ла бер-береһен ҡабат­ла­май. Күпме ауырыу – шунса сир. Һәр көн көсөр­гәнешле хеҙмәт, оло яуаплылыҡ талап итә. Кеше ғүмере һинең ҡулда икән, табиптың яңылышырға, хата аҙым яһарға хаҡы юҡ.
– Һеҙҙең хеҙмәтте билдәле Әбүғәлисина ыла­сын күҙен, ҡыҙҙарҙыҡылай йомшаҡ ҡул­дар­ҙы, йылан аҡылын һәм арыҫлан йөрәген талап иткән ҡатмарлы эш булараҡ баһалаған. Был һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?
– Һис шикһеҙ! Мәҫәлән, аварияға осраған кешене килтерҙеләр, ти. Ҡан аға, ауыртыуына түҙә алмай, ни һораһаң да, яуап бирә алмай. Тап шул саҡта “ыласын күҙең” йәрәхәттең ниндәй икәнен асыҡларға ярҙамлаша, “арыҫлан йөрәгең” ярҙамында, кисереш­тәреңде һиҙҙермәй, “ҡыҙҙарҙыҡылай йомшаҡ ҡул­дарың” менән һалҡын һәм үткер скальпелде ҡулыңа алаһың...
– Әйткәндәй, һеҙҙең бүлеккә күп осраҡта эскән килеш юл-транспорт фажиғәләренә та­рыу­сылар, бер-береһенә бысаҡ менән ташланыусылар, ғаиләһендә төрлө тән йәрәхәте алыу­сылар, урамда өшөп-туңып йөрөгән асар­баҡтар ҙа эләгә. Йәмғиәтебеҙҙең ошо социаль төркөмөнә ҡараған сирлеләр менән эш итеү еңелдән түгелдер бит?
– Иң аяныслыһы – сәләмәт кешенең нәфсеһенә хужа була алмай, араҡы ҡоло булып, бәләгә тарыуы, инвалид булып ҡалыуы. Аяҡһыҙ йә ҡулһыҙ ҡалғас та, аңламаусылар, үҙ ғәйебен танырға теләмәүселәр, кемделер ғәйепләүселәр (шул иҫәптән, беҙҙе лә) бар. Гиппократ антын биргәнһең икән, кем булыуына ҡарамаҫтан, иҫерекме, аварияға эләккәнме, һуғышып имгәнгәнме – барыһына ла ярҙам күрһәтергә бурыс­лыбыҙ.
– Табип өсөн иң кәрәкле сифат нимә тип уйлай­һығыҙ?
– Оптимизм, йәғни эшеңә ҡарата ышаныс. Әгәр ошо сифат булмаһа, һайлаған һөнәр һинеке түгел. Үҙеңә ышанмай тороп, нисек сирлене ышандырырға мөмкин?
– Илнур Юнир улы, табип булыуҙан тыш, ошо бүлеккә лә етәкселек итәһегеҙ...
– Травматология бүлегендә минән башҡа тағы өс табип эшләй. Күптән түгел Ринат Ғәйнетдинов исемле йәш нейрохирург хеҙмәт юлын башланы. Ошоға тиклем нейрохирург булмағанлыҡтан, күпселек осраҡта Республика клиник дауаханаһы табиптарына мөрәжәғәт итергә, кәңәш, ярҙам һорарға тура килде. Утыҙ йылдан ашыу табип-травматолог булып эшләүсе тәжрибәле остазыбыҙ Гәрәй Арыҫ­ланбәков беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, кәңәштәрен бирә.
Сибай ҡала дауаханаһы Йылайыр, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарынан килгән ауырыуҙарҙы ла ҡа­бул итә. Бөгөн беҙҙең бүлектә 28 койка-урын иҫәп­ләнә, уларҙың буш торғаны юҡ тиерлек. Йылына 800-гә яҡын операция яһала, кәрәкле медицина ҡорамалдарына, дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ, ҡала дауаханаһы етәкселеге тейешенсә иғтибар күрһәтә.
– Бөгөн медицина ярҙамы бушлай тип әйтеү ысынбарлыҡҡа бик үк тап килмәй. Баҙар иҡти­сады шарттарында яҡшыраҡ дауаланыу өсөн күптәргә үҙ кеҫәләрен бушатырға тура килә. Һеҙҙә түләүле операциялар эшләнәме?
– Юҡ, беҙҙә барыһы ла бушлай. Медицина страховкаһы бар икән, ярҙам түләүһеҙ күрһәтелә. Эшләгән осорҙа бер генә түләүле операция булды, уныһы ла ситтән килгән кеше ине, медицина полисы булмау сәбәпле, түләтеп эшләргә мәжбүр булдыҡ.
– Ғаиләгеҙ хаҡында бер кәлимә һүҙ...
– Минеңсә, табип өсөн иң мөһиме – ғаиләлә уның эшен аңлап ҡабул итеүҙә. Был йәһәттән бә­хетлемен: ҡатыным Әлиә Тимерйән ҡыҙы ҡатмарлы операцияларҙан һуң арып ҡайтыуға ла, ҡунаҡтан йәки ял иткән ерҙән ҡапыл эшкә саҡырып алыу­ҙарына ла күнегеп бөткән, һәр саҡ йылы һүҙ ҡушып, тәмле аш-һыуын әҙерләп, балаларҙы ҡарап, йылмайып ҡаршы ала. Ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйбеҙ.
– Көсөргәнешле хеҙмәттән һуң ниндәй ялға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Балалар менән бергәләшеп уйнауҙан да яҡшыраҡ ялдың булыуы мөмкин түгел. Ғаилә менән ял итеү, атай-әсәйем янына ауылға ҡайтыу, туған­дарым менән бергә булыуҙан да әһәмиәтлерәк ялды белмәйем.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!


Автор: Кәримә УСМАНОВА Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә