Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һылыуҙарҙы “ҡоралай” тиҙәр…
Һылыуҙарҙы “ҡоралай” тиҙәр… Был хайуанҡай ысын мәғәнәһендә урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге, һылыу ҡыҙҙарҙы ла хатта ҡайһы яҡта: “Ҡоралай һымаҡ һылыу, етеҙ”, – тиҙәр. Ә урман фонында нәфис йән эйәләре шул тиклем матур күренә – ҡарап туймаҫлыҡ. Моғайын, бик оҫта рәссамдар ғына уларҙы барса гүзәллегендә һынландыра алалыр.
“Бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр. Уның оҙонлоғо – 100 – 150, бейеклеге 65 – 100 сантиметр булһа, ауырлығы 60 килограмдан артмай. Төҫөнә килгәндә, йәйен ерән төҫкә инә, ҡышын һороға әйләнә. Ҡолаҡтары ярайһы уҡ оҙон – 12 – 14 сантиметр, йөнтәҫ ҡойроғо ни бары 2 – 3 сантиметр ғына. Ҡойроғо тирәләй артта түңәрәк аҡ табы була.
Тәкә ҡоралайҙың өсөнсө йәшенә мөгөҙө сыға, ә биш йәшлектәренеке тармаҡлана. Азия төркөмөнә ҡарағандарының тармағы өскә етә.
Ҡоралайҙың төйәк иткән ере киң: Европаның төньяғына табан Урта Скандинавия һәм фин ярҙарына тиклем, был яҡлап Кама үҙәндәре һәм Печора йылғаһына ҡәҙәр. Азияға табан Себер һәм Алыҫ Көнсығыш, көньяҡтан төньяҡ Ҡаҙағстанға тиклем йәйелгән. Тянь-Шань, Алтай, Ҡытай, Кореяның таулы-урманлы ерҙәрен төйәк итә. Башҡортостанда һаны бик күп булмаһа ла, бер төрлөрәк кимәлдә тора. Шуға ун йыл эсендә биш меңдән ете меңгә барып етте. Әйткәндәй, тәбиғәт шарттары, йылдың нисек килеүе лә йоғонто яһамай ҡалмай. Хәлһеҙ, сибек кенә ҡоралай бәрәстәре йыртҡыс хайуандарҙың ғына күҙен ҡыҙҙырып ҡалмай, йыртҡыс ҡоштарға ла ем булып тора.
Ҡоралайҙар ҙур аҡланлы, таулы һирәк урмандарҙы үҙ итә. Шулай уҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа – йылға үҙәндәрендә йәшәйҙәр. Ә таулы ерҙәрҙә хатта диңгеҙ кимәленән 3500 метр бейеклегендәге тауҙарҙың аҡландарына күтәрелеүҙәре мөмкин.
Йәйен улар таңда, кисен һәм төндә ашарға сыға. Ҡышын иһә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында тамаҡ ялғайҙар. Ҡар күп яуған ваҡытта ҡуйы ағаслыҡта ышыҡланалар. Ҡарҙы таҙартып, үңәсенә еткәнсе соҡойҙар һәм шунда ял итәләр, ләкин ҡоралайҙар тәрән ҡарҙы яратмай: күпселектә туңып, ҡатып ҡалған йәнлек, саңғы эҙҙәренән һуҡмаҡ һалалар. Европала улар бер тирәлә йәшәй. Таулы урындарҙа йәйен өҫкә күтәрелһәләр, яҙын түбәнгә төшәләр. Ошо уҡ хәл Башҡортостандың таулы райондарында ла күҙәтелә. Ҡоралайҙарҙың аҙығының 70 процентын үлән тәшкил итә. Шулай уҡ уҫаҡ, тал, йүкә, ҡайын, имән ағастарының япраҡтарын, йәш ботаҡтарын да үҙ итәләр. Болан, мышынан айырмалы рәүештә, ҡышын ағас ҡайырыһы кимермәйҙәр, ә ҡарағай, артыш ылыҫтарын ашайҙар. Йәйен һаҙлы урындарҙа үҫкән үҫемлектәрҙе яраталар. Шулай уҡ имән сәтләүеге, еләк-емеш менән дә туҡланалар.
Был хайуандарҙың төп дошманы – бүре һәм һеләүһен. Йәштәренә төлкө лә һөжүм итә.
Күсенеү осоронда улар көтөү-көтөү булып йөрөһә лә, күп ваҡыт “индивидуалист” булып ҡала. Йәйен бәләкәй төркөм хасил итеп йәшәйҙәр: инәләре йәшерәктәре һәм бәрәстәре менән ҡала, тәкәләре яңғыҙлыҡты ярата. Көҙөн иһә был төркөмдәр 20 – 30 башҡа тиклем берләшеп, күсенеү осорона көтөү 50 – 100 башҡа етергә мөмкин.
Ҡауышыу ваҡыттары – август – сентябрь. Тәкәләре 3-4 йәштән аталандыра ала, ә инә хайуан 2-3 йәштә “өлгөрә”. Ғәҙәттә, бер тәкәгә 2-3 инә тура килә. Шулай ҙа өлөшләтә полигамия (бер тәкә бер орғасы менән генә ҡауыша) булыуы ла мөмкин.
Ҡоралай туғыҙ ай быуаҙ йөрөй. Бер юлы икешәр бәрәсе була, ә бер йәки өс бәрәс һирәк тыуа. Тыуғас, бәрәстәр бер аҙна буйы ошо урында ҡала. Аҙнанан һуң әсәләре артынан эйәреп, үлән ҡымтый башлай. Ҡоралай ике-өс ай имеҙә.
Ғүмерҙәренә килгәндә, тәбиғи шарттарҙа 11 – 13 йәшкәсә йәшәйҙәр.

Вил Өмөтбаев, техник фәндәре докторы, профессор:
– Элек беҙҙең яҡта ҡоралай күп булды. Хәҙер улар бөтөнләй юҡ. Һуғыш осоронда ауыл­да ҡалған олораҡ ирҙәр, үҫмерҙәр шуларға һунарға йөрөнө. Ағастан ярып саңғы эшләйҙәр ҙә аҫтына ошо уҡ ҡоралайҙың тиреһен йәбештерәләр – тауға менгәндә кире шыумаҫҡа.
Бәләкәй булһам да, бер тапҡыр әсәйҙең апаһы Ғәлиәнең улына, минең ике туған ағай Рафаэль Ғөбәевкә, эйәреп барҙым. Ҡар күп. Ҡоралайҙы ҡыуалар, ҡарҙың иң күп урынында теге бата. Ағайҙарҙың һәр береһендә икешәр метрлы таяҡ. Шуның менән мөгөҙ уртаһына һуғалар. Ушын алғас, һуйып, күмеп китәләр. Төндә генә барып алалар. Урмансы беҙҙең туған ине. Шулай булһа ла ҡаты булды. Күрһә инде – төрмә. Кеше астан үлһә бер ни юҡ, ҡоралайҙы ашар өсөн алдың икән – хушлаш…


Автор: Р.УРАҘҒОЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә