Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хөкүмәт баланы һатып алмай
Хөкүмәт баланы һатып алмайДәүләт йәш ғаиләләргә ярҙам итә
Әлфиә менән Айҙар Иҫәнсуриндарҙың өйләнешеүенә ярты йыл самаһы. Әлегә үҙ мөйөштәре юҡ, ҡуртымға алынған фатирҙа торалар. Даими йәшәү урындары булмағас, бала табыуҙы ла кисектерергә мәжбүрҙәр ...ине. Ине... Сөнки бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, үткән аҙнала республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы Иҫәнсуриндарҙың ғаилә пландарына ҙур үҙгәрештәр индергән. Хәйер, бер уларҙыҡына ғынамы икән?

Указға ярашлы, 2017 йылдың 1 ғинуарынан тәүге бала тыуғанда ғаиләгә торлаҡ һатып алыу (төҙөү) йәки ипотека торлаҡ кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплау өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү билдәләнә. Документ күптәрҙе шатландырҙы, әлбиттә. Үҙаллы тормошҡа яңы ғына аяҡ баҫып торған ғаилә өсөн 300 мең һум ярайһы уҡ ҙур ярҙам. Унан һуң республикала төрлө социаль программалар элек-электән уңышлы эшләп килһә лә, бындай ҙур суммалағыһы тәүгә күрһәтелә. Әммә кәйефе ҡырылғандар ҙа юҡ түгел. Сөнки был дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ сыҡҡас та күптәр уны алырға өмөтләнгәйне шул. Кемдәр дәғүә итә һуң был суммаға?
Социаль түләүгә 2017 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балалары тыуған ғаиләләр дәғүә итә. Йәштәрҙең икеһе лә 35 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, уларҙың торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә тороуы шарт. 300 мең һумды эконом-класлы торлаҡ һатып алыуға, ипотеканы ҡаплауға йәки төҙөлөштө тамамлауға тотонорға рөхсәт ителә. Социаль түләүҙе әсәлек капиталы менән дә берләштерергә була. Субсидия юллау өсөн урындағы район йәки ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түләү 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Әйткәндәй, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов БСТ каналының “Аҙна яңылыҡтары” тапшырыуына биргән интервьюһында билдәләүенсә, бөгөнгө көндә әлеге программа шарттарына республикала 2124 ғаилә тура килә. Уларҙың барыһы ла торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта тора. Әгәр был йәш ғаиләләрҙең 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәүге балалары тыуа икән, улар 300 мең һумды бер ҡаршылыҡһыҙ ала аласаҡ. “Әлбиттә, сират үҙгәреп торасаҡ. Кемдер бөгөн үк әлеге программа хаҡында ишетеп, сиратҡа баҫыуҙы тиҙләтер, кемдер ғаиләһен ишәйтеүгә йөрьәт итер. Әйткәндәй, ярҙамды берәү ҙә аҡсалата ҡулына алмаясаҡ. Ул федераль кимәлдә эшләп килгән әсәлек капиталы форматында бойомға ашырыласаҡ. Иң мөһиме, был программаны аҡса һуғыу сығанағы тип түгел, ә ярҙам, йәштәргә ярҙам һәм этәргес тип аңларға кәрәк. Эйе, әлегә был пилот проект ҡына. Ике йылдан уның һөҙөмтәләрен барлаясаҡбыҙ һәм республика Башлығына отчет бирәсәкбеҙ. Проекттың артабан ниндәй форматта эшләү-эшләмәүен ваҡыт күрһәтер”, – тине Салауат Тәлғәт улы.

Республика Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ:
– Был ярҙамды тәүге балалары тыуған барлыҡ ғаиләләр ҙә түгел, ә сиратта торған, торлаҡҡа мохтаждар ғына аласаҡ. Республикала ошондай ике мең самаһы ғаилә иҫәпләнә. Ике мең ғаиләгә балалары тыуғанда торлаҡ һатып алыуға йәки ҡатмарлы кредит килешеүҙәренең бурысын кәметеүгә ярҙам итә алһаҡ, бик яҡшы буласаҡ.

Рәшиҙә СОЛТАНОВА, Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе:
– Бик урынлы һәм ваҡытлы Указ. Ҡайһы берәүҙәр, ни өсөн беренсе бала өсөн ул? Икенсе, өсөнсө өсөн кәрәк, тиҙәр. Улай тип әйтмәҫ инем. Беренсенән, был беҙҙең йәштәребеҙгә этәргес буласаҡ. Юҡһа, хәҙер күптәр ғаилә ҡорорға ашҡынып бармай. Тәү планға бала, ғаилә түгел, ә эш, карьера, матди байлыҡ сыҡты. Унан һуң теркәлгән никахтар һаны артыр тип күҙаллайым. Йәшерен-батырын түгел, йәштәр хәҙер гражданлыҡ никахына өҫтөнлөк бирә. Өсөнсөнән, һуңғы йылдарҙа күп кенә гүзәл заттарыбыҙ никахлашмай ғына, “үҙем өсөн” тигән принциптан сығып бала таба. Бының сәбәптәре, бәлки, күпкә тәрәнерәктер, шулай ҙа әлеге программа ла был проблеманы ыңғай хәл итеүҙә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмаҫ, моғайын.

Ғәлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты, педагогия фәндәре кандидаты:
– Йәш ғаиләләр өсөн ҙур ярҙам. Йортло булыу – күптәр өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Бигерәк тә йәштәр өсөн. Уйлап ҡарағыҙ, бөгөнгө көндә ана шул торлаҡ мәсьәләһе арҡаһында ғына күпме ғаиләләр тарҡала, күпме сабыйҙар етемлектә үҫә. Шуға ла республика етәкселегенең был проектын киләсәкте һаҡлау һәм яҡлау маҡсатынан яһалған аҙым тип баһалайым һәм был эштең һөҙөмтәлелегенә ышанам.

Наил ФӘТТӘХОВ, йәш атай:
– Атай-әсәйемдәр менән бергә йәшәйбеҙ. Ғинуар уртаһында улыбыҙ тыуҙы. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү теләге бар ине лә ул, әммә аҡса булмағас, ни эшләргә белмәй аптырай инек. Себер яҡтарына эшкә китәйемме икән әллә, тип тә уйлай башлағайным. Ваҡытлы сара булды был. Хөкүмәткә рәхмәт.


Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә