Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Златоуст һандуғасы
Златоуст һандуғасы Уның моңо берсә Урал тауҙары өҫтөндәге сал бөркөттө, берсә Башҡортостандың тау йылғалары сылтырауын хәтерләтә. Бер үк ваҡытта наҙлы ла, яңғырауыҡлы ла тауыш тыңлаусыны буй етмәҫ бейеклектәргә осортоп алып китә, тормош мәғәнәһе, кешенең ерҙәге тәғәйенләнеше хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Халыҡта “башҡорт һандуғасы” исемен алған йырсының саф, моңло, ҡабатланмаҫ тауышын башҡа бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел.
“Һандуғас” башҡорт халыҡ вокаль коллективын Златоуста белмәгән кеше юҡтыр. Уның художество етәксеһе Фәнит Ҡара­сурин – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара фестивале лауреаты. Уның ижади эшмәкәрлегенә күптән түгел 25 йыл тулды.
– Бөгөн тормошомдағы яҡшы нәмә­ләрҙең барыһы ла – бала саҡ иленәндер. Кескәй сағымдан уҡ башҡорт халҡының сәнғәт донъяһы серҙәренә төшөнөү бәхете тейҙе миңә, – ти Фәнит Ҡарасурин.
Фәнит Ғәйфәтулла улы Ҡарасурин 1965 йылда Шишмә районының Ҡалмаш ауылында тыуған. Атаһы Ғәйфәтулла Хәйфулла улы оҙаҡ йылдар колхозда малсы була, ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙана. Әсәһе Фатима Шәһиҙулла ҡыҙы балаларын яҡшы тәрбиәләүгә бар һөйөүен, наҙын бирә. Ғаиләлә биш бала үҫә, уларҙың иң кесеһе – Фәнит. Ғәйфәтулла ағай менән Фатима апай ҙа, уларҙың туғандары ла йыр-моңға әүәҫ була. Байрам осоронда ҡунаҡсыл йортта йыр-моң, гармун тауышы тынмай.
Буласаҡ артиста йырға һөйөү бала саҡтан килә. Кескәй Фәнитте башҡорт йырҙарының сафлығы, моңлолоғо әсир итә. Мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ ауыл клубындағы художество үҙешмәкәр коллективтың сығыштарында ҡатнаша. Атаһы улының музыка менән мауығыуын хуплай, уның ошо һәләтен үҫтереүгә күп көс һала, тәүҙә гармун, унан һуң баян алып бирә.
Кистәрен кескәй Фәнит йыш ҡына музыка ҡоралында аккордтарҙы, Фәрит Бикбулатов, Фәриҙә Ҡудашева, Радик Гәрәев кеүек танылған йырсыларҙың йырҙарын, көйҙәрҙе өйрәнә. Радионан яңғыраған йырҙарҙы шунда уҡ отоп ала. Мәктәптә иһә бер генә концерт та, кисә лә унһыҙ үтмәй, тиҫтерҙәре лә, уҡытыусылары ла моңло малайҙы ихтирам итә, ярата.
Музыкаль белеме булмаһа ла, Хоҙай биргән һәләтте юғалтмай Фәнит. Ауыл мәктәбендә Х класты тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына егет. Унан ҡайтыу менән Өфө урман техникумына уҡырға инә, урман сәнәғәтенең техник-механигы һөнәрен һайлай. 1989 йылда уҡыу йортон тамамлағандан һуң Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһындағы ремонт-механика заводына мастер итеп ебәрелә. Златоуста ла Фәнит йыр-моңдан айырылмай, “Победа” мәҙәниәт һарайындағы “Йәш моңдар” башҡорт милли коллективына йөрөй.
– Музыка – айырылмаҫ юлдашым, минең өсөн ҡәҙерле булған һәр нәмә йыр-моң менән һуғарылған, – ти ул. – Репертуарымда халҡымдың йолалары, Тыуған ил, ғаилә тураһында 100-ҙән ашыу йыр бар, уларҙың күбеһе лирик йүнәлештә. “Уйна, гармун”ды, “Башҡортостан”ды, “Тыуған ауылым”ды айырыуса яратып башҡарам. Шағирҙар Шәйехзада Бабич менән Рамазан Шәғәлиев шиғырҙарына һалынған мәғәнә тәрәнлеге сикһеҙ әҫәрҙәрендә әленән-әле күңелемә яҡын һәм ҡәҙерле булған өр-яңы интонацияны асам.
Фәнит Ҡарасуриндың бер көнлөк, еңел-елпе йырҙары юҡ. Һәр ҡайһыһы – тормош тәжрибәһе аша үткәрелгән бер ваҡиға. Шуға ла уның һәр концертын тамашасы ихлас ҡабул итә. “Йәш моңдар” тарҡалғас, Фәнит “Гүзәл” коллективына күсә.
– Әйҙә, ҡустым, иртәгәнән башлап беҙҙең коллективҡа рәхим ит, – ти художество етәксеһе Марат Ғайсин, егеттең йырлағанын тыңлап ҡарағас.
Шулай итеп, Фәнит “Металлург” мәҙәниәт һарайының бай тарихлы “Гүзәл” коллективы йырсыһына әүерелә. Һуңыраҡ, 1999 йылда, коллектив “Һандуғас” тип үҙгәртелә. Ошо уҡ йылда ул “халыҡ ансамбле” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Бында Фәниттең тормошондағы яңы осор башлана. Тамашасылар алдына тәүге тапҡыр ул “Моңдар ҡайтһын ауылға” йыры менән сыға. Тәбиғәттән бирелгән һәләтен даими үҫтерергә тырыша, йырҙарҙы, көйҙәрҙе ентекле һайлай, фольклор өлгөләрен йыя, өйрәнә. Ҡала, өлкә һәм республика кимәлендәге бик күп конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. “Дуҫлыҡ моңо”, “Уралым”, “Туған тел” кеүек фестивалдәр лауреаты. Башҡа төбәктәрҙәге тантаналы сараларҙа һәм осрашыуҙарҙа күп тапҡыр ҡатнаша. Әйткәндәй, Башҡортостан райондарына ла йыш килә ул.
Марат Ғайсин вафат булғандан һуң, “Һандуғас” башҡорт халыҡ коллективы етәксеһе вазифаһын Фәнит Ҡарасуринға ышанып тапшыралар. Хеҙмәттәштәре араһында ул ҙур ихтирам ҡаҙана, ә Златоуст тамашасыһы йырсыны йотлоғоп тыңлай, ярата. Һәр концертта йәки байрамда исемен ишетеү менән халыҡ Фәнитте алҡышлап ҡаршы ала, сөнки моңло тауышы менән генә түгел, үҙенсәлекле йырҙары, башҡарыу оҫталығы менән дә берәүҙе лә битараф ҡалдыр­маясағын белә.
– Фәнит Ғәйфәтулла улының һөнәри һәм ижади һәләттәре менән бер рәттән ярҙамсыллыҡ, ихласлыҡ, изге күңеллелек кеүек күркәм сифаттарын билдәләргә кәрәк, – ти уның тураһында Златоустағы “Башҡорт ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Данис Хужин. – Йырсы оҫталығын даими камиллаштыра, йырҙан баш тартмай, тауышында ла, күңелендә лә торғонлоҡҡа форсат бирмәй. Үҙенең таланты, эшһөйәрлеге менән халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, фольклорын байытыуға ғәйәт ҙур өлөш индерә.
“Һеҙҙеңсә, ниңә бөгөн тамашасы “фанера”ға йырлаған артистарҙың сығыштарын өнәп етмәһә лә, уларҙың концертына күпләп йөрөй?” тигән һорауға Фәнит Ғәйфәтулла улы:
– Кешелә ҡырағай инстинкттар уяналыр, моғайын. Бындай концерттарҙа тамашасы, ғәҙәттә, йәштәр, шашып бейей, хис-тойғоһон ҡысҡырып, һөрәнләп белдерә, көслө заманса музыка тауышына барлыҡ кире кисерештәрен сығарырға тырыша. Поп-музыка заманса электрон музыка ҡоралдары тауышына, ҡолаҡ тондорғос динамиктарға ҡорола. Ул бөтөн донъяны онотоп, ял итергә килгән йәштәрҙе миңрәтә генә, – тип яуапланы.
­Йырсының фекеренсә, Рәсәй эстра­даһында үҙебеҙҙең шағирҙарҙың әҫәрҙәренә яҙылған башҡорт йырҙары шуға ла юҡтыр, бәлки. Дәүләт иһә идеологик йүнәлештән ситләшеп, эште үҙ ағышына ҡуйҙы. Был демократияның, зауыҡ демократияһының кире күрене­шелер, моғайын. Сәбәбен тыйыу-сикләүҙәр осоронда оҙаҡ йәшәүебеҙҙән эҙләргә кәрәк. Хөкөм ителгәндәр лирикаһын, йәғни шансонды, сит ил эстрада музыкаһын тыйыу кире йоғонто яһаны. “Тыйылған емеш татлы” тиҙәр бит. Төрлө контрабандалар барлыҡҡа килде. Тыйылған нәмәләрҙең барыһы ла рөхсәт ителгәс, эстрадала һынылыш булды. Тамашасы еңел-елпе көйҙәргә ылыҡтырылды.
Ҡайһы бер йылғырыраҡ әҙәмдәр ҡытлыҡ осоронда аҡса эшләү юлдарын тиҙ аңлап алды. Беҙҙә күңел асыу индустрияһы юҡ. Мәҫәлән, Германияны алайыҡ. Унда халыҡ поп-музыка менән ныҡлы мауыға тип әйтеп булмай. Яһалма тыуҙырылған ҡытлыҡ осоро булмағанға күрә, унда музыканың бөтә төрҙәре лә үҙ ҡанундары буйынса үҫешкән. Берәүҙәр – джаз, икенселәре – популяр, бәғзеләре етди музыканы үҙ итә. Унда халыҡ бөтөнләй башҡа. Үҫмерҙәр беҙҙәге кеүек үк күп ваҡытын компьютер алдында уҙғара, тик ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт алыу өсөн, ә беҙҙә иһә бөтә мауыҡҡандары – компьютер уйындары.
Йәштәрҙе ысын ҡиммәттәргә, ысын музыкаға нисек йәлеп итергә? Хәҙерге сәнғәттең тамырҙары бик тәрәнгә китә. Мәҫәлән, опера. Европала тыуған был сәнғәт төрө Рәсәйгә М. Глинка, П. Чайковский, М. Мусоргский, С. Рахманинов музыкаһы менән килгән. Ул музыка мәҙәниәтенең классика тип аталған ғәйәт ҙур ҡатламын тәшкил итә. Опера башҡарыусыларҙан ғына түгел, тыңлаусыларҙан да төптән уйланылған мөнәсәбәт талап итә. Ә беҙҙә йәштәрҙең күпселеге ысын ҡиммәтте инҡар итә, еңел-елпе йыр-моңдо үҙһенә. Бындай хәлдә нимә эшләргә һуң? Бәлки, яҡшы, сифатлы музыканы модаға индерергәлер? Урындағы элитаны, вазифалы кешеләрҙе ысын музыка концерттарына, операға йәлеп итергә кәрәктер? Берәй заман халҡыбыҙ ғәрәп, Азия илдәре музыкаһынан туйыр һәм Башҡортостандың үҙенә генә хас йыр-моңо менән бай икәнлеген аңлар, үҙебеҙҙең сәнғәтте ҡәҙерләй башлар, тигән ышаныста Фәнит Ғәйфәтулла улы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21