Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡараһы эштәр күп әле...
Башҡараһы эштәр күп әле... Ҡатын-ҡыҙ бала тапҡанда сабыйы йәрәхәт алған өсөн Белорет үҙәк район дауаханаһы 1,7 миллион һумлыҡ әхлаҡи зыянды ҡапларға тейеш... Өфө дауаханаһында туғыҙ йәшлек малай операция өҫтәлендә йән биргән. Йәнәһе, бүлексәлә мамыҡ бөтөү сәбәпле, аҡҡан ҡанды туҡтата алмағандар… Баш ҡалала аяғына баҫа алмаған ҡатын поликлиниканың икенсе ҡатындағы рентген кабинетына баҫҡыстан имгәкләп менергә мәжбүр булған…
Былар – медицинаға ҡағылышлы быйылғы яңылыҡтар теҙмәһенән бер нисә генә миҫал. Ысынлап та, кешегә иң ғәзизе һаулыҡ һәм ғүмер булғас, ошо өлкә эшмәкәрлеге ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Һәр кем табиптарға яҡшыға өмөт бағлап мөрәжәғәт итә, ә һөҙөмтә тап киреһенсә булырға мөмкин.
Һеҙ табиптарҙың эшенән ҡәнәғәтме? Юҡ икән, беҙҙең медицинаны нисек сирҙән арындырырға һуң? Көлкө тойолһа ла, ул үҙе бөгөн ауырый. Баш ҡалала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының киңәйтелгән коллегияһында һүҙ ошо хаҡта ла барҙы. Әйткәндәй, унда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашып, етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләне.
“Һеҙ табиптарҙың эшенән ҡәнәғәтме?” – ошо ябай ғына һорауҙы башҡаларға түгел, үҙегеҙгә лә биреп ҡарағанығыҙ барҙыр, моғайын. Ә бит уларһыҙ йәшәп булмай. Кеше организмы, тышҡы һәм эске тәьҫирҙәргә бәйле, көн һайын ниндәйҙер үҙгәреш кисерә, йәшәйеш барышында сирләмәй ҙә тормай – тәнгә һәр ваҡыт дауа һәм сихәт кәрәк. Был хәҡиҡәт кешенең йәшенә лә бәйле түгел: медицина ярҙамы сабыйына ла, олоһона ла талап ителә. Аҡ халатлыларҙың эше иң изге һөнәрҙәрҙән һанала – улар кеше ғүмере өсөн яуаплы.

Ошо көндәрҙә баш ҡалала рес­публиканың Һаулыҡ һаҡлау министр­лығының киңәйтелгән коллегияһы үтте. Унда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Былтырғы йыл­ға йомғаҡ яһау маҡсаты менән ойош­торолған сарала, шулай уҡ сәләмәт­лек өлкәһендәге киҫкен проблемалар, өҫтөнлөклө мәсьәләләр билдәләнде, уларҙы хәл итеү юлдары асыҡланды.
– Һуңғы ваҡытта һаулыҡ һаҡлау мәсьә­ләләрен йыш тикшерәбеҙ. Ҡәнә­ғәтһеҙлектең сәбәптәре күп, шуларҙың иң мөһиме – халыҡтың күрһәтелгән медицина хеҙмәте сифатына дәғүә­ләренең артыуылыр, моғайын. Кеше­ләр табипҡа яҙыла алмауға, регис­тратурала һәм кабинеттарға си­рат­тарҙың ҙур булыуына, белгестәр етеш­мәүенә, табиптарҙың белем ки­мә­ленең түбәнлегенә, шулай уҡ улар­ҙың битарафлығына, эшенә илке-һалҡы ҡарауына зарлана. Күптәр ошо күренештәрҙән арыған, дөйөм ҡәнәғәт­һеҙлек арта, – тине Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр, ҡаҙа­ныштар булһа ла, әлегә республика был йәһәттән Рәсәйҙең алдынғы тө­бәктәренән барыбер артта ҡала. Биге­рәк тә был хеҙмәткә яраҡлы йәш­тәге­ләрҙең, сабыйҙарҙың үлеменә, халыҡ­тың дөйөм сирләү күрһәткес­тәренә бәйле, шулай уҡ беҙҙә табиптар, дауа­ханаларҙа урындар етешмәй, амбулатор-поликлиника учреждение­лары­ның ҡеүәте түбән.
Һуңғы бер нисә йылда төбәктә тыу­ған сабыйҙарҙың һаны демографик артымды күрһәтһә, 2016 йылда был күрһәткес кинәт түбәнәйгән – төбәктә өс мең самаһы сабыйға аҙыраҡ тыуған.
Медицина өлкәһе тәьминәтендә импорт тауарҙарын Рәсәйҙә етеш­терелгән йыһаз-ҡорамалдар, дарыу­ҙар менән алмаштырыу проблемаһы ла киҫкен. Әгәр үҙебеҙҙә сифаты буйынса һис ҡалышмаған тауар етеш­терелә икән, ни эшләп беҙ сит илдең әллә күпмегә ҡиммәтерәк торған тауарына өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ, тигән фекер ҙә яңғыраны.
Махсус белем биреү өлкәһен камиллаштырыу, фәнни-мәғариф медицина кластерҙары булдырыу, ведомство медицинаһын үҫтереү, шулай уҡ дауахана секторын камиллаш­тырыуҙан тыш, тәүге медицина-сани­тар ярҙамы сифатын яҡшыртыу, сә­ләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү, ауырыуҙы алдан иҫкәртеүҙе пропагандалау кеүек өҫтөнлөклө йүнәлеш­тәр билдәләнде.
Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров үҙенең сығышында тармаҡ­тың былтырғы эшенә йомғаҡ яһаны, төп күрһәткестәр менән таныштырҙы. Демографик хәл борсолоу тыуҙырһа ла, халыҡтың үлем күрһәткесе, дө­йөм алғанда, түбәнәйгән. Был йәһәт­тән ҡан тамырҙары системаһы сир­ҙәрен уңышлы дауалау ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, былтыр республикала йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына юғары технологиялар ярҙамында һигеҙ мең­дән ашыу операция яһалған. Өҫтә­үе­нә, йыл һайын табиптар йөрәк күсе­реп ултыртыу буйынса өс-дүрт, бөйөр-бауыр күсереү буйынса 30 – 35 операция эшләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортос­танда яман шештән үлеү осраҡтары арта. Был йәһәттән заман технологиялары ярҙамында иртә стадияла диагноз ҡуйыуҙа, дауалауҙы камил­лаш­тырыуҙа алға китеш булһа ла, тармаҡта башҡараһы эштәр бихисап.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын төҙөүгә килгәндә, былтыр дүрт яңы объект асылған. Медицина учрежде­ниеларының матди-техник базаһын нығытыуға, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлыҡтар тыуҙы­рыуға 800 миллион һум аҡса то­то­нолған. “Ауыл табибы” програм­ма­һын тормошҡа ашырыу ҙа дауам итә. Уның сиктәрендә былтыр ауыл ерендә 150 белгес эш башлаған, быйыл 120 табип төпкөлгә юлланырға йыйына. Унан тыш, “Ауыл фельдшеры” про­грам­маһы сиктәрендә фельдшер-акушерлыҡ пункттарына 72 белгес йәлеп ителгән. Дөйөм алғанда, былтыр рес­публиканың һаулыҡ һаҡлау тарма­ғына 54,5 миллиард һумлыҡ финанс ресурстары йүнәлтелгән, улар медицина өлкәһен камиллаштырыу, халыҡ­ҡа медицина ярҙамы күрһәтеүгә тотонолған.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә