Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оло өйгә ни кәрәк...
Оло өйгә ни кәрәк... Һуңғы ваҡытта илебеҙ буйынса байрам тип аталған көндәрҙең тарихын өйрәнеү һәм уларҙы билдәләргәме-юҡмы тип һығымталар яһау ғәҙәти хәлгә әйләнде. Бигерәк тә беҙҙең милләткә хас күренеш был. Был, бәлки, милләтебеҙҙең дини яҡтан белеме камиллаша башлауына ҡайтып ҡалалыр?! Хәйер, мәҫәлән, 14 февраль – Ғашиҡтар көнөн, хатта 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөн дә инҡар итеүселәр табылды. Уның ҡарауы, Халыҡ-ара туған тел көнөн байрам итәбеҙ. 1 март Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан ителде.
Ә шулай ҙа 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тәңгәлендә уйланырға урын бар. Күптәр уны яҙ, матурлыҡ, мөхәббәт байрамы була­раҡ ҡабул итергә өйрәнгән, сөнки донъя биҙәге ҡатын-ҡыҙға бәйле икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Шуға күрә лә был байрамдың тарихы тураһында яҙып үтеү урынлы булыр был осраҡта. Был көндө тотош планета байрам итә тиһәң дә була. Тағы ла уны ҡатын-ҡыҙға, донъяны ҡот­ҡарыр матурлығына, аҡылына, нәзә­кәтлелегенә баш эйеү тип иҫәп­ләйҙәр.
Был байрам беҙҙең эраға тиклемге I быуатта Боронғо Рим йолаларына тап килә. Бөйөк Юпитерҙың ҡа­тыны алиһә Юнона ҡулында ҙур ха­кимлыҡ һәм шул арҡала ҙур мөмкинлектәре була. Уның исемдәре лә күп булған: Юнона-Календария, Юнона-Монета, Юнона-Люция (“яҡ­ты­лыҡ”)... Ул кешеләргә һәйбәт һауа то­рошо, уңыш, байлыҡ биргән һәм һәр йылды шулай башлап ебәргән. Ә шулай ҙа рим ҡатын-ҡыҙҙары күберәген Юнона-Люцияға табынған, сөнки ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡурсалаған, бигерәк тә бала тапҡан ваҡыт­та­рында. Ул бөтә йортта ла изге һа­налған, йәштәр өйләнгәндә йәки бала табыр ваҡытта уға хәйер биргәндәр.
Рим халҡының ҡатын-ҡыҙҙары өсөн иң шатлыҡлы байрам 1 мартта булған, сөнки ул көн ошо алиһәгә ба­ғышланған һәм Матрона тип аталған. Ул көн барыһы ла байрам иткән, матур итеп кейенгән кешеләр Юнона-Люция ҡорамына барып сәскә, венок һалғандар, улар шулай үҙҙәренең алиһәһенә ғибәҙәт ҡылған, хәйер итеп сәскә биргән. Был көн тағы ла шуныһы менән үҙенсәлекле: ҡол ҡатын-ҡыҙҙар эштән бушатылған, ә уларҙың эштәрен ҡол ирҙәр башҡарған. Ә йәмғиәттәге ирҙәр әсәйҙәренә, ҡатындарына, ҡыҙ­ҙарына бүләк биргән.
Ул байрам тора-бара 8 Март тәңгәленә барып баҫа. Һәр хәлдә, хәҙерге заманда ошо көн байрам һанала. Байрамдың был тарихы XIX быуатҡа барып тоташа, һәм ул ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн көрәш көнө булараҡ билдәлелек ала. Тап 1857 йылдың 8 мартында Нью-Йоркта тегеү һәм аяҡ кейеме фабри­ка­һында эшселәрҙең манифес­тацияһы үтә. Улар унда ун сәғәтлек эш көнөн һәм ирҙәр менән тигеҙ эш хаҡы алыуҙы талап итә. Быға тиклем ҡа­тын-ҡыҙҙар тәүлегенә 16 сәғәт эш­ләгән һәм хеҙмәт хаҡын әҙ генә алған. Шул ваҡыттан һуң ҡатын-ҡыҙ профсоюздары барлыҡҡа килә һәм уларға һайлау хоҡуғы бирелә башлай.
Тик 1910 йылда ғына Копенгагенда үткән Халыҡ-ара социалист ҡатын-ҡыҙҙар конферен­цияһында ҡатнаш­ҡан Клара Цеткин тарафынан Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамын 8 мартта билдәләргә тәҡдим ителә. Был иһә бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙарын үҙаллылыҡты һәм ирҙәр менән тигеҙ хоҡуҡты даулап көрәшеүгә саҡырыу була. Һәм бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙары уны ишетә лә инде, улар хеҙмәт өсөн хоҡуҡҡа, үҙҙәренә тигеҙ ҡа­рашҡа лайыҡлы икәндәрен иҫбатлау һәм ерҙәге тыныслыҡ өсөн көрәшкә ҡушыла.
Был байрамды 1911 йылдың 19 мар­тында беренселәрҙән булып Австрия, Дания, Германия, Швейцария билдәләй. Ҡала урамдарына миллионлап кеше сыға һәм “Социализм көрә­шендә көстәрҙе беректереү өсөн – эшселәргә һайлау хоҡуғы” тигән лозунг менән манифестация үткә­рәләр. Ә Рәсәйҙә иһә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн беренсе тапҡыр Петербургта 1913 йылда билдә­ләйҙәр. Ойоштороусылары ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡтисади һәм сәйәси тигеҙлегенә өлгәшеүгә саҡыра. Шулай уҡ 1917 йыл­дың 7 мартында Петроградта ҡатын-ҡыҙҙар тарихтағы иң ҙур сығыштарҙың береһен уҙғара. Ә инде 1976 йылда был көн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан “Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө” итеп рәсми рәүештә ҡабул ителә. Шулай итеп, был көн бөтә донъя эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәше хөрмәтенә булдырыла.
Тарихҡа йәнә күҙ һалһаҡ, бик күп сығанаҡтарға тап булабыҙ. Шуларҙың тағы ла бер ҡыҙыҡлыһы Эсфирь хаҡындағы риүәйәттән алынған. Бынан 2400 йыл элек ул үҙенең халҡын ҡурҡыныс фажиғәнән ҡотҡарып алып ҡала. Шуға ла йәһүдтәрҙең Пурим исемле байрамы аҡыллы ҡатын Эс­фиргә бағышлана. 480-се йылдарҙа Христостың тыуған көнөнә тиклем вавилондарҙың әсирлегенән ҡотолоп, йәһүдтәр кире Иерусалимға ҡайтырға ирек ала. Ә шулай ҙа бөтә ғүмерҙәрен Вавилонда үткәргән халыҡ кире ҡайтырға ашыҡмай. Йөҙәр мең йәһүд Фарсы империяһында ҡала, һәм улар, эшсе көстәр булараҡ ҡына түгел, күп йәһәттән яҡшы йәшәп китә. Ул илдә йәһүдтәр шул тиклем һәйбәт йәшәй, хатта ваҡытында кем кемде яулап алғанын да онота башлай: фарсылар – Иерусалимдымы, әллә йәһүдтәр – Вавилондымы... Шуға ла бөйөк хаким Ксеркстың бер ярҙамсыһы килеп, уға йәһүдтәрҙең үҙҙәренең дәүләтен баҫып алыуына зарланып һөйләй. Ксеркс уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, бөтә йәһүдтәрҙе лә ҡырырға ниәтләй.
Ксеркстың был ҡурҡыныс уйын яңылыштан ғына ҡатыны Эсфирь белеп ҡала. Ә Эсфирь кейәүгә сыҡҡан ваҡытында үҙенең дә йәһүд мил­ләтенән булғанын йәшергән була. Үҙ милләтенең яҙмышы хаҡында борсолған аҡыллы ҡатын хакимдан үтенеп һорамай, уны икенсе юл менән еңергә була. Хакимды мөхәб­бәте менән арбай ҙа, уның күңеле йомшарған сағында йәһүдтәрҙе түгел, ә уның дошмандарын ҡырырға һүҙ бирҙертә. Һәм тап хәҙерге календарь буйынса март башында уның ҡарары тарала, ләкин алдан уйланғанса йәһүдтәрҙе түгел, ә уларҙың дошмандарын, йәғни фарсыларҙың үҙҙәрен ҡырырға...
Ике көн тигәндә был ҡарар тормошҡа аша... 75 меңләп фарсы юҡҡа сығарыла, Фарсы империяһы юҡҡа сығыу хәлендә ҡала. Шуға ла йәһүдтәр өсөн был ҙур еңеү байрамы булараҡ таныла. Ә был милләткә йәшәүҙе һәм байрамды уларға аҡыллы ҡатын Эсфирь бүләк итә. Шуға ла был көн улар өсөн ҡатын-ҡыҙҙар байрамы булараҡ таныш.
Уйлай китһәң, бындай тарихи ваҡиғалар күп милләттәрҙә лә бар кеүек. Беҙҙең ҡеүәтле илебеҙ ниндәй байрамды рәсми һанай, шул бай­рамдарҙы ғына ҡабул итеп өйрә­н­гәнбеҙ. Ә бит бар беҙҙә лә ҡатын-ҡыҙ образын кәүҙәләндергән, матур­лыҡҡа, сафлыҡҡа, нәзәкәтлеккә дан йырлаған образдар. Кемдәрҙер бында “Ете ҡыҙ”, “Ғилмияза” йәки тағы башҡа образдарҙы миҫал итеп кил­терһә, берәүҙәр Урал батырҙағы Һомайҙы ҡулай күрер ине милләте­беҙҙең бер матур байрамын кәүҙә­ләндереү ниәтендә. Ә олораҡ быуын кешеләре ергә йәшәү биргән Урал батырҙы тыуҙырған, бөйөк эпосҡа баш биргән Йәнбикәне беҙҙең милләттең ҡатын-ҡыҙ байрамының сәбәпсеһе булғанын күрергә теләр ине.
Ә бит ваҡытында бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренә ирек, ирҙәр менән бер тигеҙ хоҡуҡ даулап йөрөгәндә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла эшселәр сафына баҫҡан, ләкин ирҙәр менән бер тигеҙ хоҡуҡҡа эйә булһа ла, ата-бабаларҙан ҡалған йола буйынса ирҙе ир итеп, ғаиләлә үҙ урынын белеп йәшәгән. Бөгөнгө көндә лә беҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙенең булмышында башҡортлоҡто, әсәй-өләсәйҙәр асылын һаҡлап ҡалыуы, әхлаҡи ҡим­мәттәргә тоғро булып, тотошлайы менән милләтебеҙҙең үҙаңын, рухын тәрбиәләүе хаҡ. Был йәһәттән беҙгә уйланырға һәм үҙебеҙҙең милләткә хас булған байрам көндәрен бул­дырырға кәрәклекте күптән әйтә килә йәмғиәтебеҙҙәге аҡһаҡал-ағинәйҙә­ребеҙ, ләкин, кем әйтмеш­ләй: “Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк”...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872