Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Романға торошло яҙмыш
Романға торошло яҙмыш Уны эҙләп районыбыҙҙың Ҡорама ауылына барырға тура килде. Осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр ваҡытында миңә: “Һин эҙләгән яугир тураһында Зәкиә Шәйхәйҙәр ҡыҙы Камалова яҡшы белә, ул Афғанстанда ла, Италияла ла булып ҡайтҡан, етмәһә, ошо ғаилә тураһында шиғыр яҙҙы, Еңеү көнөндә уҡыны. Әле ул Учалы ҡалаһында йәшәй”, – тинеләр.
Был мәғлүмәттәрҙән хәҙергә иң ҡиммәте – Зәкиә Камалованың Афғанстанда булыуы. “Учалылар Афғанстанда. Ваҡыт беҙҙе үҙе һайланы…” китабына исемлеккә ингән ул, әлбиттә. Ләкин, күпме теләһәм дә, уның менән осраша алманым. Баҡһаң, был ваҡытта Зәкиә Шәйхәйҙәр ҡыҙы Италияла йәшәгән икән. Уны эҙләп табып күрешеүем сираттағы шатлығым булды.
…Зәкиә 1942 йылда Учалы районының Һөйөндөк ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Шәйхәйҙәр Шәйхетдин улы Камалов 1920 йылда тыуған. Ул 1943 йылдың 6 мартында һуғышҡа алына. Камаловтар ғаиләһенән ун ир-уҙаман һуғышта ҡатнаша, уларҙың өсәүһе яраланып ҡайта, етәүһе ҡанлы һуғыш яланында сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡала. Иҫән ҡайтҡандарҙың береһе – Шәйхәйҙәр Камалов Бессарабия, йәғни хәҙерге Молдовала НКВД штабында хеҙмәт итә, бандерасыларға ҡаршы көрәшә.
– Ауыр һуғыш йылдарында бер кемгә лә еңел булмаған, – ти Зәкиә апай. – Мине, туғыҙ көнлөк сабыйҙы, өләсәй ҡарамағында өйҙә ҡалдырып, әсәйем мәктәпкә эшкә сыҡҡан, балалар уҡытҡан. Тәнәфес ваҡытында йүгереп ҡайтып имеҙеп йөрөгән. Әсәйем Рәфиҡә Усман ҡыҙы Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында уҡытыусылыҡ һөнәрен алып, Балбыҡ, Һөләймән, Һөйөндөк, Мулдаш мәктәптәрендә уҡытты. Һуғыштан алда колхоз рәйесе булып эшләгән атайым, яраланып ҡайтҡас, Дыуанда зоотехник һөнәренә уҡып, колхозда зоотехник, хисапсы, бухгалтер булды. Беҙҙе: “Балаларым, эсмәгеҙ, тартмағыҙ, ҡомарлы уйындар уйнамағыҙ, урлашмағыҙ, кешелекле, изге күңелле, эшсән, тоғро булығыҙ”, – тип өгөт-нәсихәт биреп үҫтерҙе. Үҙе лә юғары кешелек сифаттарына эйә ине. Һүҙе эшенән айырылманы, – тип үҙ ҡәҙерлеләре тураһында бер тынала һөйләп алды.
Зәкиә Камалова Һөйөндөк ауылында етенсе клас­ты тамамлай һәм һөтсөлөк фермаһында хисапсы булып эш башлай. Ете айҙан уны Һөйөндөктән алыҫ булмаған Устинов тимер юл станцияһына эшсе итеп саҡырып алалар.
1960 йылдың сентябрендә Камаловтар ғаиләһе кәңәш ҡороп, Үзбәкстанға күсеп китә. Партияның тоғро һалдаты Үзбәкстан республика партия комитетынан юллама алып, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү өсөн “Голодностепстрой”ға эшкә килә. Тәүҙә ул кадрҙар бүлеге мөдире, һуңынан байтаҡ йылдар партком секретары булып эшләй, халыҡ контроле комитетын етәкләй.
Ун һигеҙ йәшлек Зәкиә Камалова эшсе ҡулдары етешмәгән “Үзбәкстанстрой” предприятиеһына эшкә урынлаша. Һәр саҡ алға, яңылыҡҡа ынтылған ҡыҙ үҙен төрлө эштә һынап ҡарай: Фирғәнәлә туҡыу фабрикаһында, Һырдаръя өлкәһе Ильичев районы “Хлопкосовхоз-7”лә элемтәсе була. Бында белем кимәлен арттырыу өсөн эшсе йәштәрҙең киске мәктәбенә йөрөп урта белем ала, һуңынан техникум тамамлап, элемтәсе һөнәренә эйә була. 1976 йылға тиклем ошоноң буйынса, йәнә электромеханик эштәрен башҡара. Егәрле, теремек, ябай ауыл ҡыҙы ҡайҙа ғына эшләһә лә һынатмай, башҡорт ҡыҙын гел маҡтап ҡына торалар. 1977 йылда Ташкент дәүләт педагогия институтының Ангрена филиалында ситтән тороп белем ала һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. Ә 1976 йылда ул Ташкент дәүләт медицина институтына уҡытыусы-тәрбиәсе булып эшкә урынлаша, бында 1987 йылдың майынаса, йәғни Афғанстанға киткәнгә тиклем хеҙмәт итә.
“Зәкиә апай, әйтегеҙ әле, һеҙҙе 45 йәшегеҙҙә Афғанстанға китергә нимә мәжбүр итте?” тигән һорауыма, бер аҙ уйланып, бәлки, тулҡынланыуын баҫыу өсөн, алланған битен һыпырып:
– Ысынлап та, етеш тормошом, бер-беребеҙҙе аңлап, татыу йәшәгән ирем, яҡшы итеп төҙөлгән йортом, күңелемә ятҡан яратҡан эшем бар ине. Вьетнам балаларына тәрбиәсе булдым. Шундай яҡшы шарттарҙа йәшәп тә, Афғанстандағы фажиғәле хәлдәрҙе, һәләк булғандарҙы ташыған “йөк-200” самолеттарының йыш күренеүе, үҙ ирке менән Афғанстанға ағылыусылар тураһындағы мәғлүмәтте көн дә тыңларға тура килде. Көнөн-төнөн баш осонда хәрби самолеттарҙың геүләп осоп тороуы фекеремде бер төйөнгә тупларға мәжбүр итте, – ти.
Зәкиә Шәйхәйҙәр ҡыҙы менән бергә уның әхирәте Зөлфиә Хушвахтова эшләй, ул яңыраҡ ҡына Афғанстанда ике йыл китапханасы булып хеҙмәт итеп ҡайтҡан, үҙе күргәндәрҙе күҙ йәше аралаш иҫләй. Беҙҙең төрлө милләтле СССР халҡының күпләп үлеүе, яраланып ғәрип булып ҡайтыуы тураһында тетрәнеп һөйләй… Был һүҙҙәр уға тәүәккәл, хәл иткес аҙым яһарға мәжбүр итә.
Ата-әсәһенән патриотик рухта тәрбиә алған Камалова бер көн Ташкент хәрби комиссариатына килә һәм үҙен Афғанстанға ебәреүҙәрен һорай. Тәүҙә уға шикләнеп ҡарайҙар. Төрлө сетерекле, ентекле әңгәмәләр үткәргәндән һуң, Зәкиә Шәйхәйҙәр ҡыҙы, ниһайәт, ҡулына рөхсәт ҡағыҙы ала. Бына улар Төркөстан хәрби округының Тузель аэропортында. Самолетҡа ултырыу менән уларға парашют таратып бирәләр, нисек файҙаланырға өйрәтәләр һәм шунда уҡ дошман өҫтөнә төшөүҙәре ихтималлығы тураһында иҫкәртергә лә онотмайҙар. Шул ваҡытта Зәкиә Шәйхәйҙәр ҡыҙы ысын ҡан ҡойош, һуғыш еренә барғанлығын, үҙенең ҡарарының етдилеген бар күңеле менән ҡабул итә.
Тәүҙә улар Ҡабулға килеп төшә. Шул саҡ ике яҡлап атыш башлана. Йөрәкте урынынан ҡуҙғалтҡан атыш туҡтағас, уларҙы казармаға алып китәләр. Зәкиә апайға тәүҙә: “Һине политотделға ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе буйынса инструктор итеп ебәрәбеҙ”, – тиҙәр. Ҡондоҙҙан килгән вәкил: “Зәкиә Камалова бик етди күренә, уны беҙгә ебәрегеҙ”, – тип һорай. Өс көндән йәнә самолетҡа ултырып, Ҡондоҙға килеп төшәләр, уларҙы машина менән ҡаршы алып, 32751-се часҡа алып киләләр. 1987 йылдың 21 майынан Зәкиә Шәйхәйҙәр ҡыҙы Көньяҡ Ҡондоҙҙа казарма мөдире итеп тәғәйенләнә. Ә 1 июндән, ирекле хеҙмәткәрҙәр булыуына ҡарамаҫтан, хәрби ант ҡабул итәләр. Уның ҡарамағына бер прапорщикты беркетеп ҡуялар. Ятаҡта офицерҙар йәшәй. Тәртип һаҡлау, таҙалыҡ булдырыу өсөн һалдаттар бүленә…
Улар йәшәгән һәм эшләгән урындан йыраҡ түгел госпиталь була. Зәкиә Камалова, үҙенең хеҙмәттәштәре менән буш ваҡыт табып, яралылар, ауырыуҙар эргәһенә йөрөй, уларға хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа, төшөнкөлөккә бирелгән күңелдәренә йән өрә. Кемдәр генә булмай унда: һыҡтап илап ятыусылар, һуҡыр-ҡулһыҙҙар… Үзбәк, ҡаҙаҡ, башҡорт, азербайжан, урыҫ, белорус һәм башҡа бик күп милләт кешеләре. Уларҙың бөтәһен дә бер фажиғә – аяуһыҙ һуғыш бер урынға туплаған.
– Мин Афғанстанда беренсе тапҡыр тыныс тормоштоң ҡәҙерен, тәмен татыным, уның хаҡын бөтә йөрәгем менән аңланым, – ти Зәкиә апай. – Илебеҙҙең ныҡ алға киткәненә инандым. Афғандарҙың иҫ китмәле ауыр, хәйерсе тормошо, пәрәнжәлә йөрөгән ҡатындар, балсыҡ өйҙәр, ҡышлаҡтар, автоматтар тағып йөрөгән 9-10 йәшлек балалар – быларҙың бөтәһен дә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, ошо хәлдәрҙең шаһиты булдым.
Онотҡанда бер булһа ла, билдәле бер ваҡытта БТР-ҙарҙа, һалдаттар оҙатыуында уларға дукандарға (магазиндарға) барырға мөмкинлек була. Йыш ҡына дошман пуляһы аҫтында ҡалырға тура килә. Байтаҡ егеттәрҙең һәләк булғанын күреп йөрәге әрней. Юл ситендә аунап, янып ятҡан машиналарҙы ла күрә Зәкиә апай. Бер ваҡыт ятаҡтарынан йыраҡ түгел йәҙрә төшөп шартлай… Аҙым һайын хәүефле осраҡтар һағалай йәш яугирҙәрҙе. Тиф, һары, биҙгәк ауырыуҙары киң таралған була. Шуға һыуҙы, ситтән килтергәнде, һатып алғанды – ҡайнатмайынса эсергә рөхсәт ителмәй. Наркотик менән сауҙа итеүселәр, уны ҡулланыусылар… Тәбиғәт шарттарының тиҙ үҙгәреп тороуы, көндөҙ сыҙай алмаҫлыҡ эҫе, төндәрен теш тешкә теймәҫлек һалҡын, ер өҫтө ҡоро ҡомлоҡ, туҡтамаҫ ел...
– Ундағы көнкүреш шарттарын көслө рухлылар ғына кисерә алды. Аҡылдан яҙғандар ҙа, үҙҙәренә ҡул һалғандар, наркоманға әйләнгәндәр ҙә булды, – ти әрнеп сәстәренә сал төшә башлаған Зәкиә апай. – Ҡайҙа ғына булһаҡ та, һәр саҡ аяҡ аҫтына ҡарап йөрөргә тура килә ине, сөнки ятҡан берәй шартлатҡысҡа эләгеп көл-күмергә әйләнеү ихтималлығы бар йә булмаһа ҡом аҫтында һине һағалап ятҡан зәһәр йыланға баҫыуың мөмкин. Бәҙрәфкә урамға йөрөнөк, ишекте асыуға кобраға һуғыла яҙған осраҡтар ҙа булды. Һәр байрам һайын сумаҙан өҫтөндә ултырып сыҡҡан сәғәттәрҙе оноторлоҡ түгел...
– Зәкиә апай, үҙең менән бергә эшләгәндәрҙе хәтерләйһеңме?
– Әлбиттә. Өфөнән Фәйзуллин булды, исемен оноттом. Таня, Алла – Түбәнге Новгородтан, Силәбенән Люциә – һатыусы, Ҡазандан Роза склад мөдире ине. Молдавиянан Юля Урсулу, Ташкенттан Юля Йәншүл булды. Тыныс ваҡытта концерт әҙерләй торғайныҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрамға тип әҙерләгән концертты бер ваҡытта ла күрһәтә алманыҡ. Ике Юля һәм мин мәргәнлеккә ойошторолған дивизия ярышында ҡатнаштыҡ, приз­лы урындар яуланыҡ. Мин өсөнсө урынды алдым. Беҙҙе көсөргәнешле, киҫкен шарттар ныҡ дуҫлаштырҙы, сөнки шатлығыбыҙ ҙа, ҡайғыбыҙ ҙа, хәстәрҙәребеҙ ҙә уртаҡ ине.
Зәкиә Камалованы 1988 йылдың 18 февралендә 39696-сы хәрби частың артиллерия дивизияһына ХВО аппаратына күсерәләр. Был элекке дивизия менән бер булһа ла, Төньяҡ Ҡондоҙ тип атала ине.
Зәкиә Камалова 1988 йылдың 13 сентябренә тиклем Афғанстан Республикаһында совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты составында интернациональ бурысын үтәй. Бер мәл көтмәгәндә уларҙы илдән алып сығалар, документтарына Ҡабулда ғына мисәт ҡуялар. Һалдаттар ҡуҙғалыуға, улар торған часты ер менән тигеҙләйҙәр.
Ҡайтып бер аҙ ял алғас, Зәкиә Шәйхәйҙәр ҡыҙы Ташкенттың 11-се һөнәрселек-техник училищеһына вьетнам балаларына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Был уҡыу йорто ябылыу сәбәпле, 1989 йылдың июленән элек эшләгән дәүләт медицина институтына тәрбиәсе булып килә. 1995 йылда хаҡлы ялға сыға.
Тыуып үҫкән ерҙең тартыу көсө уны Учалыға алып ҡайта. Үзбәкстанда һатып киткән өйөнә бында ул һарай ҙа һатып ала алмай. Әсәһе Рәфиҡә Усман ҡыҙы был ваҡытта ҡалала йәшәгән була. Ташкенттан алып килгән бер генә ташлама ла һаҡланмай. Хатта уның бар булмышын кәмһетеп, Пенсия фондында: “Һин был документтарҙы һатып алғанһың”, – ти бер хеҙмәткәр.
Был һүҙҙәргә бөтә йөрәге менән рәнйегән, ғәрләнгән 65 йәшлек Зәкиә апай тормошон яйға һалырға тырышып, фатир юллап бер йыл йөрөгәс, 2008 йылда Италияға сығып китә. Отҡор ҡатын телде лә тиҙ өйрәнеп ала. Түшәктә ятҡан оло кешеләрҙе, ауырыуҙарҙы тәрбиәләй ул. Киләсәген уйлаған Зәкиә апай түҙә, тырыша. Һағыныуҙарын, кисерештәрен аҡ ҡағыҙға төшөрә бара. Шиғыр, нәҫер, хәтирәләр яҙа. “Иң үкенеслеһе – әсәйемде һуңғы юлға оҙатырға ҡайта алманым”, – ти. Италиянан 2014 йылдың аҙағында ғына ҡайта. Бер туған Иршат ҡустыһы аласығын бирә. Әле шул нигеҙҙә – Бурансыла өй төҙөп ҡустыһы менән йәшәй. Эйе, бер уйлаһаң, уның яҙмышы үҙе бер роман яҙырлыҡ. Бәлки, яҙыр ҙа!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872